«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРЛӘШТЕРӘМЕ?
+  - 


Бөгөнгө хәл-торош үҙ тәртиптәрен индерҙе: өйҙә ҡалырға кәрәк. Бөтөн ғаиләнең оҙайлы ваҡытҡа бергә ҡалыуы күптәр өсөн һынау ҙа булды, шулай бит? Ғәҙәти йәшәйештә атайҙы балалар кистәрен һәм ялдарын ғына күреп-аралашып өйрәнгән. Әсәй ҙә күберәк эштә була. Балалар көндөҙ баҡсала, мәктәптә, унан һуңғы ваҡытын түңәрәктәрҙә һәм башҡа шөғөлдәрҙә йөрөп үткәрә. Ә хәҙер инде өсөнсө аҙна тәүлектәр буйына барыһы ла бер ҡыйыҡ аҫтында, эш тә, уҡыу ҙа, балалар уйыны ла бер өйҙә. Нисек кисерә беҙҙең ғаиләләр был хәлде? Был һеҙҙең өсөн ысынлап та һынаумы?

Резедә ВӘЛИЕВА, "Атайсал" гәзите хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһы:
Атайыбыҙ март аҙағында Себерҙән бер айға ялға ҡайтыу менән үҙизоляция башланып та китте. Пландар икенсе ине, әлбиттә. Атайыбыҙ ҡайтыу менән машинаны гараждан сығарып, туғандарға йөрөп сығыу ниәте бар ине. Әммә, үкенескә күрә, бикләндек. Кемгә - кемгә, бына ҡыҙыма күңелле инде. Атаһын ныҡ һағынған, иркәләнеп туя алмай. Ә миңә өйҙән ултырып эшләргә тура килә. Өйҙән эшләү, бер яҡтан, яҡшы һымаҡ, ғаиләң янындаһың. Икенсе яҡтан, ауыр, сөнки икегә өҙгөләнәһең. Өйҙәгеләр мине эшләй тип ҡабул итмәй. Йә ашарға бешерергә, йә икенсеһен эшләргә тип тартҡылай. Балалар баҡсаһынан да ҡыҙыма өйгә эш килеп кенә тора. Билдәле, был эште атай башҡара һалмай. Төп эште ситкә ҡуйып, балаға иғтибар бүлергә тура килә, ә үҙ эшем төнгөлөккә ҡала, режим боҙола, йоҡо туймай.
Яҙ - минең яратҡан миҙгелем. Ошо мәлдә урамға сыға алмай ултырыу эсте бошора. Баҡсаға барырға була, тигән рөхсәт барлығын ишеткәс, бер көндө беҙ ҙә машинаға ултырып, ҡырға сығып, умырзая күреп, ялан буйлап баҫтырышып, йүгерешеп ҡайттыҡ. Күңел ауылға тартыла, тик беҙ бикле. Әммә ошо режим тәбиғәттең ҡәҙерен, мөһимлеген, туғандар менән күрешеп-аралашып йәшәү бәхете бәҫен тағы ла арттырҙы. Ҡыҙыбыҙ "Коронавирус бөтөү менән урамға сығам һәм оҙаҡ өйгә инмәйем", тип хыяллана. Ирем дә эшен һағынды, кеше нисек өйҙә эшләмәй ята ала икән, тип һөйләшеп алабыҙ. Бер-беребеҙгә түҙәбеҙ, әрләшмәҫкә, нимәләргәлер әүрәргә тырышабыҙ. Ауыл өйөндә йәшәгәндәргә рәхәтерәктер. Ә ҡала фатирында шул тиклем ҡыйын. Рөстәм Ғиззәтуллин әйтмешләй, ситлектә йәшәп булмай...

Зиләрә ЮЛТАЕВА, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы: Ғүмерҙең күп өлөшө былай ҙа эшкә бағышлана. Балаларыбыҙ атай-әсәй иғтибарынан мәхрүм. Мин бөгөн ғаиләм менән үткәргән ваҡыттың һәр минутын ҡәҙерләйем, бушҡа үткәрмәҫкә тырышам: китап уҡыйбыҙ, тегәбеҙ, бәйләйбеҙ, һүрәт төшөрәбеҙ, бешеренәбеҙ, төрлө флешмобтарҙа ҡатнашабыҙ. Төп эшебеҙ буйынса ла көн дә нимәлер башҡарабыҙ: интернет селтәренә әкиәт, шиғыр, ниндәйҙер монологтар һалып, Бөйөк Еңеү, Башҡорт теле, Башҡорт костюмы көндәрен дә билдәләп, тамашасыбыҙҙың күңелен күрәбеҙ. Иптәшем Руслан Юлтаев көн дә компьютер артында, беҙҙең театр актерҙарының ватсап аша ебәргән әкиәт, шиғырҙарын монтажлай, фото, видеоларҙан роликтар, клиптар төҙөй, Псковта үтәсәк "Пушкин көндәре" онлайн фестивалдә ҡатнашыу өсөн "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен монтажлай һәм титрҙар ҡуя. Ҡыҫҡаһы, эштән күп нәмә юҡ. Улыбыҙ онлайн дәрестәр үтә, ҡыҙыбыҙ балалар баҡсаһының күнекмәләре менән шөғөлләнә. Кистәрен коллегаларыбыҙ менән интернет аша видео бәйләнешкә инеп, бергәләп пьесалар уҡыйбыҙ, фекерләшәбеҙ, онлайн спектаклдәр ҡарайбыҙ, шуларҙы анализлайбыҙ...

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре: Уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең өйгә эште күп биреүҙәрен иҫәпкә алмағанда, ошолай өс балам менән бергә-бергә серләшеп, тәмлекәстәр бешереп, өйгә эштәрҙе бергәләп эшләп, күмәкләп спорт менән шөғөлләнеү, йырлашыу, ошоларҙың барыһына ла ваҡыт табыу - минең күптәнге хыялым ине. Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы балаларын бағып ҡына ултыра алмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Йәшәү рәүеше аҡсаға бәйләнгән. Өлкән ҡыҙым быйыл өсөнсө йыл Өфөлә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында белем ала. Ул ялға ҡайтҡан саҡтарында мин эштә булып, эштән һуң ҡайтыу арҡаһында яҡшылап аралаша ла алмай инем, ул Өфөгә китһә, гел йәш түккеләп ала инем. Әле беҙ бергә, уҡыу бара, эш бара. Аллаға шөкөр, кескәй генә булһа ла үҙ йортобоҙ һәм урамыбыҙ бар. Урамға сығып, бергәләп уйнап инәбеҙ, балаларым "дәрестә" саҡта мин тәмлекәстәр бешерәм. Әлеге мәлдең иң күңеллеһе йоҡларға ятыр алдынан була: мин бәпестәремә китаптар уҡыйым. Ә эшләгән саҡта уларҙы тиҙерәк йоҡларға һалып, үҙем дә башты мендәргә терәү яғын ғына ҡарай торғайным. Был һынауҙы ғаиләм менән, Баймағым, Башҡортостаным, илем менән лайыҡлы үтеребеҙгә ышанам. Был, ысынлап та, һынау. Ул мәңгелек ҡиммәттәрҙе өҫкә сығарҙы...

Фәнил БҮЛӘКОВ, Учалы районы Иманғол мәктәбе уҡытыусыһы, шағир: Беҙҙең ғаиләлә көн үткәрә алмау тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ. Мин үҙем уҡытыусы. Электрон дәрестәр әҙерләү, балаларҙың эштәрен тикшереүгә ваҡыт етмәй ҡала. Дәрестәргә ижади ҡарарға тырышам, эҙләнәм. Саҡ ҡына бушаған арала күңелгә килгән шиғырҙарҙы ҡағыҙға теркәп ҡалырға ашығам. Ҡыҙҙарым, Аллаға шөкөр, яуаплы. Дәрестәрен үҙҙәре уҡып, әҙерләп ҡуя. Кәләш сменалы эштә. Медицина хеҙмәткәре булғас, уның өсөн борсолоп торам. Күрәһегеҙ, беҙҙең ғаиләлә әлегә бер-береңдән ялҡыу, ыҙғышыу кеүек күренештәргә ваҡыт юҡ. 6 йәшлегебеҙ генә аҙыраҡ мыжып ала. Ул саҡта ишек алдына сығып уйнап инәләр. Әлбиттә, кешеләр менән аралашыу етмәй. Туғандарҙы һағындыра. Кешеләргә шуны әйткем килә: яман сир китер, саҡ ҡына түҙәйек...

Гөлсимә ИШТАНОВА, Өфө районы Шамонин ҡасабаһы, тележурналист: Көн аралаш эшләйем, бер көнөм эштә, икенсеһе өйҙә үтә.Өйҙә үткәргән ваҡытымдың графигы: ашарға бешерәм, дәрес әҙерләтәм, ашарға бешерәм. Мин өйҙә юҡта онлайнға инеүҙе атайҙары көйләй. Ҡайһы саҡта интернет эшләмәй, элемтә өҙөлөп ҡуйһа, сығырынан сыға яҙа. Минең үҙемдең, мәҫәлән, был карантин мәлендә компьютерға ҡарашым үҙгәрҙе. Баҡтиһәң, малайҙарҙы уның менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәтергә йыбанып, ысынбарлыҡтан йәшенгәнмен икән. Йәнәһе, компьютер юҡ - проблема ла юҡ. Шулай ҙа яңы техника алырға тура килде. Бер ыңғайҙан интернет менән дөрөҫ ҡулланыу ҡағиҙәләрен дә ҡабат-ҡабат иҫкәртеп торорға өйрәнәбеҙ. Ә былай, көн өйҙөң түрбашында үтә лә китә. Ашарға бешереп, аҙаҡ шул бешеренгән һауыт-һабаны йыуып түңкәргәнсе, малайҙарҙың дистанцион уҡыу платформаһына ла инергә өлгөрмәй китәм ҡайһы берҙә. Эйе, беҙҙең, өлкәндәрҙең, әүрәүе етәрлек. Көтөлмәгән каникулды төрлөсә үткәрә алабыҙ: китап уҡырға, кино ҡарарға мөмкин, өй йыйырға, ашарға бешерергә... Ә бына ике аяғына тороп баҫҡаны бирле атлап түгел, йүгереп йөрөгән малайҙарҙы өйҙә бикләп тотоу ҡыйын. Әлдә ҡала янындағы үҙебеҙҙең өйҙә йәшәйбеҙ. Малайҙарҙы мониторҙан ишек алды айырып ала. Тышҡа сығып, ер тырматҡан булып, өй уратып кросс йүгереп, минең шытып сығып ҡына килгән сәскәләремде тапап бөтәләр - түҙергә тура килә...

Земфира ҒИРФАНОВА, Сибай ҡалаһы, хужабикә: Әлләсе, мин бер ниндәй мегаүҙгәрештәр ҙә һиҙмәйем, һәр ваҡыт ғаиләм янындамын, тығыҙ бәйләнештәмен. Әлеге дистанцион уҡыу ғына күп ваҡытты ала, балалар теманы үҙләштереп өлгөрмәй, ата-әсәләргә көс төшә. Буш ваҡытта ғына ҡапҡылап алабыҙ ҙа, яңынан дәрес менән булабыҙ. Уның араһында гимнастика эшләйбеҙ, сәнғәт мәктәбенән ебәрелгән күнекмәләрҙе башҡарып, видео аша ебәрәбеҙ. Ысынлап та, күп темаға һөйләшеү, аралашыу мөмкинлеген дә бирҙе өйҙә бикләнеү. Белем алыу ни өсөн кәрәк, һөнәр һайлау, нисек аҡса эшләргә тигән темаларға фекерҙәр алыштыҡ. Балаларға вирус тураһында фильм күрһәтеп алдыҡ. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән "Европейские страны с птичьего полета" исемле тапшырыуҙар циклынан Испания, Бөйөк Британия, Нидерланды, Швейцария илдәре тураһында документаль фильмдар ҡараныҡ, үҙенә күрә бер сәйәхәт булып алды ул. Ҡыҙым иһә баш күтәрмәй Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Карантин хатта икенсе планда уның өсөн. Маҡсаты юғары уҡыу йортона инеү. Киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап көн итеп ятҡан көнөбөҙ әле бына шулай. Тағы ла ошо хәлдәр ваҡытында үҙ өйөбөҙҙө төҙөүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйҙыҡ, үҙ ереңдең, үҙ биләмәңдең мөһимлеген карантин аңғартты...

Даян МӘЖИТОВ, Өфө районы, "Бәрәкәт" журналы хеҙмәткәре: Карантин беҙҙе нимәгә өйрәтергә тейеш? Балаларға күберәк иғтибар бүлә белеүгә. Минеңсә, балалар ата-әсәһе менән бергә үҫергә тейеш. Эшкә иртән китеп, кис ҡайтыуҙы электән өнәп етмәнем, сөнки, иғтибар етмәнеме, малайҙар тиҙ генә үҙенә бикләнә, күңелдәре ҡата башлай. Ә былай эргәләрендә ултыраһың, һөйләндерәһең. Башҡортса телдәре шымарып китә. Нимәлер эшләгәнеңде ҡарап торһалар, ваҡ-төйәк йомоштарҙы үтәһәләр, һөнәр өйрәнәләр. Әле ихатаға сығып, уҡ-ян менән булышҡылайҙар, ҡош-ҡорт ҡарарға ярҙамлашалар. Аллаға шөкөр, өй киң, балаларҙың икеһе ике бүлмәлә дәрес ала. Әсәйҙәре залда ултырып уҡыта. Мин йоҡо бүлмәһендә яҙышам. Малайҙар уҡыуға бик етди ҡарай, онлайн-дәрестәрҙә ҡатнашып, һорауҙарға яуап биреп ултыра, өйгә эштәрен ваҡытында башҡара. Ял итергә лә ваҡыт ҡалдыралар, әлбиттә. Түңәрәктәргә йөрөмәгәс, хәҙер уларға иркенлек.
Балаларҙың өйҙә яңғыҙ булыуын күҙ алдына килтерә алмайым, сөнки беҙ үҙебеҙ шулай үҫтек. Әсәйем совхозда йыллап ҡына эшләне, күбеһенсә өйҙә булды. Өләсәйебеҙ ҙә ҡатнаша ине бала тәрбиәләүҙә.
Әсәйем гел матбуғат баҫмаларын күпләп алдырҙы, беҙгә русса китаптарҙан тура тәржемәләп әкиәттәр тыңлата, башҡорт һәм татар журналдарында баҫылған шиғырҙарҙы, сәсмә әҫәрҙәрҙе ишеттерә ине. Атайым да ҡырҙа эшләмәне, кистәрен уның үҙ оҫтаханаһында ни менән булышҡанын ҡарарға ярата торғайныҡ. Минеңсә, совет осоро ғаилә институтын ныҡ ҡаҡшатҡан, шунлыҡтан, быуындар араһындағы бәйләнеш насар. Атайҙар - балаларын, балалары атайҙарын аңлай алмай. Күптәрҙән: "Ғүмер буйы эшләп, балаларҙың нисек үҫкәнен дә күрмәнем", - тигән үкенеү һүҙҙәре ишетәм. Балаға бәхетле булыр өсөн аҡса, тәмлекәстәр, кейем-фәлән генә кәрәкме ни? Иң мөһиме иғтибарҙыр, тим.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.20 | Ҡаралған: 502

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru