«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"НИМӘ АШАЙҺЫҢ - ҺИН ШУЛ"
+  - 

Хәтерем яңылышмаһа, был - Гиппократ һүҙҙәрҙе. Нисек инде ризыҡ миңә йоғонто яһарға, продукттарҙағы ниндәйҙер химик берләшмәләр минең күңел торошона тәьҫир итергә тейеш, тип уйлар күптәр. Боронғо яҙыуҙарҙа, беҙ аҙыҡ-түлектәге химик элементтарҙы түгел, ә уларҙа булған энергияны ҡабул итәбеҙ, тиелә. Был йәһәттән, ризыҡ беҙҙең йәшәү энергияһы булып тора. Әммә эске энергия күңел торошона бәйле һәм аҙыҡ-түлек теге йәки был хис-тойғоларҙы тыуҙырып, уға йоғонто яһай ҙа инде. Ризыҡ үҙендә изгелек, ҡыуаныс, мөхәббәт, ижад итеү теләге йөрөтөргә, йәғни ыңғай булырға тейеш һәм беҙҙе лә шуға көйләй. Шулай уҡ ҡурҡыу, асыу, ярһыу, үпкәләү, күңел төшөү, апатия энергияһын туплауы ихтимал. Шуны аңлаһаҡ, үҫешебеҙҙең башланғыс этаптарында уҡ туҡланыуыбыҙҙы яйға һала аласаҡбыҙ.

Емереүсе түбән энергиялы ризыҡтарға хайуандарҙан барлыҡҡа килгән аҙыҡ-түлек инә (ит, балыҡ, йомортҡа). Әммә беҙҙең төбәктә һәр саҡ ит ашағандар (бәлки, беҙгә генә шулай тойолалыр?). Һәр хәлдә, минең тормошомда гелән шулай булды. Эйе, ғалимдар ҙа был турала белдерә, йәнәһе, ит ашарға кәрәк, сөнки ул организмдың төҙөлөш материалы - аҡһым сығанағы булып тора. Ләкин һыуҙа бер нисә сәғәт ҡайнаған йәки майҙа ҡыҙҙырылған иттә аҡһым структураһы тарҡала. Тимәк, ғалимдар йә алдаша, йә нимәнелер әйтеп бөтөрмәй. Ә бала саҡтарынан ит, балыҡ һәм башҡа шундай ризыҡ ашамаусылар нимә эшләй? Улар нисек йәшәй һәм эшләй? Вегетариан булған, үлән менән генә туҡланған хайуандар - эре һәм ваҡ малдар "төҙөлөш материалын" ҡайҙан нисек ала?..
Ит үҙендә агрессия йөрөтә. Ни өсөн? Һуйған ваҡытта мал ҡурҡыу, үлем хәүефе, сараһыҙлыҡ тойғоһо кисерә. Был торошто күргегеҙ килһә, ошо ваҡытта уларҙың күҙенә ҡарағыҙ. Һуйған саҡта - ҡурҡыу ваҡытында - малдың ҡанына ҙур күләмдә адреналин бүленеп сыға. Кеше һәм хайуан аңы бер төрлө эшләй, бары тик аңда ғына айырма бар. Беҙҙең аңыбыҙ ирекле, уйлай, анализлай ала, ә малдарҙың аң кимәле ҡол кимәлендә, улар анализлай, аңды бейеккә күтәрә, уны таҙалай алмай һ.б. Һәм беҙ ит ашағанда организмды ошо адреналинға бай продукт менән тултырабыҙ.
Хәҙер йәмғиәткә күҙ һалайыҡ. Унда агрессия кимәле бик юғары, кешеләр түҙемһеҙ. Хатта социаль селтәрҙәрҙә лә бер-береһенең йөҙөн йыртырға, талашырға мөмкиндәр. Был күренеш беҙҙә тамыр йәйгән ҡурҡыуға бәйле: эшеңде юғалтыу хәүефе, ғүмерең өсөн, аңламауҙарынан, аҡсаһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡыу һ.б. Ҡурҡыу был осраҡта һаҡланыу функцияһын ҡуллана башлай - аргессия бүлеп сығара. Кемделер кәмһетеү, асыу, күрә алмау - һаҡланыу функцияһы. Әммә был, үкенескә күрә, бының менән генә бөтмәй. Ит эшкәртелмәй йәки бик ауыр эшкәртелә. Быны медицина ла таный. Һөҙөмтәлә эсәктәрҙә сереү һәм тарҡалыу продукттары барлыҡҡа килә. Шуныһы ҡыҙыҡ - ит ризыҡтарын ...алкоголь яҡшы эшкәртә. Шуға күрә, ит ашаусылар цивилизацияһында организмға бөтөнләй кәрәкмәгән алкоголь ҡулланыу барлыҡҡа килгән. Алкоголь, үҙ сиратында, мейенең нескә туҡымаларын (нейрондар, нейрон бәйләнештәре) емерә, шуға күрә кеше тирә-яҡты ысынбарлыҡта күрмәй, ул йоҡо халәтендә була, тупаҫлана, рухилыҡты ҡабул итә алмай, үҙен рухи фәнде, абсолют хәҡиҡәтте аңлауҙан ситләштерә. Әммә был ғына ла түгел. Ауыр аҙыҡ эстең аҫҡы өлөшөнә баҫым яһап, үҙе лә аңламаҫтан енси ағзаларҙы ҡуҙғыта. Хәҙерге йәмғиәткә күҙ һалығыҙ - енси энергия, енси мәҙәниәт, енси тәрбиә - нимә генә уйлап сығарманылар һәм был ғәмәл менән нисек кенә шөғөлләнмәйҙәр, хатта хайуандар менән дә мөнәсәбәткә инәләр. Был контролләп булмай торған теләк ҙур күләмдә енси энергия бүленеп сығыуға килтерә. Һөҙөмтәлә ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет араһындағы контролләп блумаған енси мөнәсәбәттәр ҡатын-ҡыҙҙы көслөрәк итә. Ир-аттың бер тамсы мәнейе эшләнһен өсөн бик күп ваҡыт һәм бер стакан ҡан кәрәк. Шуға күрә хәҙерге, шул уҡ ваҡытта барлыҡ уңайлылыҡ менән уратып алынған ир-ат бик көсһөҙ. Был уйҙырма түгел, ә хәҡиҡәт. Үҙегеҙҙе уратып алған туғандарығыҙға ғына күҙ һалығыҙ. Ир-ат көсһөҙләнһә, матриархат, техноген цивилизация барлыҡҡа килә, бөтөн ерҙә уңайлылыҡ тыуҙырыла. Фәнни-техник прогресс - ҙур күләмдә сығарылған енси энергия, матдиләшеү. Донъя һәр ваҡыт матди уңайлыҡтар артынан ҡыуған машинаға әүерелә.
Ҡатын-ҡыҙ ҡарынында булған баланы матдиләштереү бар, шулай уҡ икенсе төрлө матдиләштереү ҙә бар, ул баланы тыуҙырмауға йүнәлтелә. Беҙҙе барлыҡҡа килтереүсе нисек уйлаған да, беҙҙең донъяла ул нисек тормошҡа ашырыла - айырма күрәһегеҙме? Бының менән ғалимдар шөғөлләнә, әммә беҙ үҙебеҙ уйланып, һығымта яһай алабыҙ, әлбиттә, һуңламаған булһаҡ. Хәйер, бер ваҡытта ла һуң түгел, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер...
Шуға күрә, тормошобоҙға һығымта яһап, нимә ысынлап та кәрәк, үҙебеҙгә йөкмәтелгән программаны нисек тормошҡа ашырырға тейешлегебеҙ һәм бәхетле булыр өсөн йәшәйешебеҙҙе нисек көйләргә кәрәклеге хаҡында уйланайыҡ.

Айбулат УРАЗБАХТИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.20 | Ҡаралған: 521

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru