«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФАШИСТ СНАРЯДЫ ЯРСЫҒЫ БАЙМАҠ РАЙОНЫ ЙОМАШ АУЫЛЫ ЗЫЯРАТЫНДА
+  - 


Үлемесле яраларҙан яу ҡырында ятып ҡалған йә һуғыштан тере ҡайтып, төрлө ваҡыттарҙа вафат булған меңәрләгән ватандаштарыбыҙ, шулай уҡ, әлеге көндә ҡартлыҡ кисергән, бик әҙ генә ҡалған ветерандарыбыҙ хаҡында йыш ҡына уйланып алам. Бәғзе берәүҙәре тураһында иҫтә ҡалған хәтирәләрем менән бүлешеүҙе лә кәрәк тип табам.

…Бер мәл, совхоздың алдынғы механизаторы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтсафа ағайыма (әле Советтар Союзы дәүере ине) туристик путевка биргәндәр. СССР-ҙың дуҫ илдәренең береһе - Варшава Договоры ағзаһы булған Демократик Германияға. Тәнендәге һуғыш яралары әленән-әле ауыртып, шул яуҙы иҫенә төшөрөп торғанғамылыр (Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға ни бары ике тиҫтәнән ашыуыраҡ ҡына ваҡыт үткән мәл), ҡыҙыу холоҡло ағайым Баймаҡ совхозы идараһына инеп, шау-шыу күтәргән, имеш. "…Мин нимес күрмәгән кешеме әллә? Кәрәкмәй миңә һеҙҙең ундай путевкағыҙ. Әллә көләһегеҙме?.." тигән һымағыраҡ һуҡраныулы һүҙҙәр әйткән ул совхоз етәксеһенә. Ул саҡта һәүетемсә абруйлы булған коммунист Әхмәтсафа Юнысбаевтың һүҙҙәренә түрә кеше үпкәләмәгән, тиҙ арала икенсе илгә - Венгрияға путевка юллап ала һалған. Был дәүләткә һис бер генә асыуы булмаған ағайым, әлбиттә, ризалашып, тәғәйенләнгән ваҡытта башҡа туристар менән юлға сыҡҡан. Мәскәү аэропортында Будапешт самолетына ултырыр алдынан һәр пассажир магнитлы ҡапҡа аша үтергә тейеш икән. Ағайыма ла сират еткән, әммә… ул үтеп барғанда әлеге ҡапҡаның ҡыңғырауы зыңлап ебәргән. Контролер ағайыма кеҫәһендәге барлыҡ металл әйберҙәрен, хатта сәғәтен дә ҡалдырырға ҡушып, ҡабаттан үткәргәс, барыһы ла аптырашта ҡалған: магнит һаман ниндәйҙер металл хаҡында сигнал бирә икән. Бар нәмәһен тиерлек систереп, эске кейемдән генә ҡалдырып үткәреү ҙә файҙаһыҙ булғас ҡына Әхмәтсафа ағайым шул Көнбайыш илдәренең береһендә һуғышта алған яраһын иҫкә төшөргән. Янбашында әле булһа немец танкыһы снаряды ярсығы торғаны хаҡында әйткәс кенә ағайыма самолетҡа үтергә рөхсәт биргәндәр…
Бала сағыбыҙҙа унан фронтта булған хәлдәрҙе һөйләттереп йөҙәтеп бөтөрә торғайныҡ. Һуғыш тураһында кинофильмдар ҙа ҡарарға яратмаған ағайыбыҙҙың тән йәрәхәттәренән дә бигерәк, әле уңалып бөтмәгән йөрәк яралары әрнегәндер, тип уйлайым хәҙер. Һуғышты иҫләй башлау менән, ысынлап та, фашистарға ныҡ йәне көйгәне һиҙелә ине. Немецтар хаҡында һөйләй башлаһа, уларҙы "ҡороп ҡалғырҙар" тип һәр саҡ тиргәгәне хәтеремдә. Уның һаран ғына итеп, ҡыҫҡаса һөйләгәндәрен иҫләп ҡалырға тырыша торғайныҡ. Нисек итеп уны, ҡаты яраланған дәү кәүҙәле һалдатты, "Ҡалдыр ҙа кит мине, һеңлекәш, көсөң етмәй бит..", тип үтенеүенә лә ҡарамай, һуғыш яланынан кескенә бер шәфҡәт туташы плащ-палаткаға һалып һөйрәп алып сыҡҡаны хаҡында, йә иһә, ҡамауҙа ҡалып, провизиялары бөтөп, һайыҫҡан, төлкө аулап тотоп ашағандары тураһында ла һөйләгәндәре хәтерҙә.
Һөйләүенсә, орден һәм миҙалдары күп булған яугирҙарҙы Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк Еңеү парадына әҙерләүгә алданыраҡ һайлап ала башлағас, ағайым да шул исемлеккә ингән. Әммә репетиция өсөн Мәскәүгә китеп өлгөрмәгән ул. Еңеү алдынан ғына тағы яраланып, санчаскә эләккән һәм, һөҙөмтәлә, шул ҙур парадҡа барырға яҙмаған батыр ағайыма.
Һуғыш тамамланғандан һуң өлкән сержант званиеһында булған тәжрибәле яугирҙы йәш һалдаттарҙы өйрәтер өсөн тағы бер йылға хеҙмәт итергә ҡалдырғандар. Шуға күрә ул Ҡыҙыл Армия сафынан тик 1946 йылда ғына демобилизациялана. Офицерҙар курсына уҡырға барырға ла тәҡдим булған, әммә ағайым унан баш тартҡан. "Тыуған илгә ҡайтып йәшәү теләгем көслө ине, юғиһә, хәҙер бына һинең һымаҡ юғары званиелағы берәй офицер ҙа булыр инем", - тип, минең погондарға күрһәтеп, шаяртыр ине. Тыуып үҫкән Шәмсүл ауылына (хәҙерге Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы янында) ҡайтып, шул йылы уҡ Хәмиҙә еңгә менән донъя ҡора. Ун өс бала табып, шуларҙың ун берен имен-һау үҫтерергә насип булған уларға. Еңгәм "Герой-әсә" исеменә лайыҡ булды. Балалары илебеҙҙең төрлө тарафтарында, төрлө тармаҡтарҙа эшләп, ғаиләләр төҙөп, матур итеп йәшәп яталар. Хәҙерге көндә уларҙың 33 ейән һәм ейәнсәре, 45 бүлә һәм бүләсәре, 2 тыуасары йәшәй. Ошо ғаиләнең ифрат та инсафлы, тәртипле итеп тәрбиәләп үҫтергән балалары араһында һәр төрлө һөнәр эйәләре, медиктар, уҡытыусылар, фән кандидаты ла бар.
Әхмәтсафа ағайымдың күкрәген "Ҡыҙыл Йондоҙ", "Ҡыҙыл байраҡ", "III дәрәжә Дан Ордены", "I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы" ордендары һәм башҡа күп миҙалдар биҙәй ине. Уларҙан тыш, Баймаҡ совхозында эшләп лайыҡ булған "Октябрь революцияһы" ордены уның тыныс шарттарҙа ла күрһәткән хеҙмәт батырлыҡтарына ишара...
Еңеүҙең етмеш биш йыллығын байрам итер алдынан уның хаҡындағы тағы бер хәтирәне ҡыҫҡаса ғына булһа ла бәйән итмәү мөмкин түгел. Ағайым ҡайһы берҙә: "Һуғыш бөтөп барғанда, яраланғас, командирым миңә "Советтар Союзы Геройы" званиеһына "представление" ебәрҙем, тип әйткәйне, шуны тәки бирмәнеләр…" - тип һөйләнгәнен хәтерләйем. Бынан дүрт-биш йыл элек кенә ике туған Солтанморат исемле ағайымдың ҡыҙы Зәкиә интернетта эҙләнеп ултыра торғас, әлеге "представление"ға юлыҡҡан. Полк командиры подполковник Репяхов һәм бригада командиры полковник Крыловтың ҡултамғалары һәм мисәте ҡуйылған, "Достоин присвоения звания Героя Советского Союза" тигән ошо документтың оригиналы компьютерымда әле булһа һаҡлана. Һуғыш мәлендә ундай документтар ғына түгел, әллә ниҙәр юғалып ҡалғылаған бит инде, ни хәл итәһең… Ағайымдың яу яланында күрһәткән аныҡ батырлығын командиры подполковник Репяхов үҙ ҡулдары менән һүрәтләп яҙған (нисә танк, нисә үҙйөрөшлө установка яндырыуы, нисә немец һалдатын юҡ итеүе хаҡында шунан ғына белдек) был документтың күсермәләрен ҡушып, бәлки, әлеге юғары званиены раҫлатып булыр, тигән өмөт менән Рәсәй Президентына хат та ебәреп ҡараныҡ. Беҙҙең хатыбыҙ ҙа уға барып етмәгән, күрәһең: бер ниндәй ҙә яуап килмәне…
Яугир ағайым, әлбиттә, был көндәрҙе күрмәне, алтмыш ете йәшендә үк (1991 йыл) вафат булғайны. Ғүмере буйы әрнетеп торған әлеге снаряд ярсығы ла уның менән бергә Йомаш ауылы зыяратына күмелде... Һуғыш яланында тәндәренә яра алмаған яугирҙар ҙа бик һирәк кенә булғандыр шул. Яуҙан тере килеш әйләнеп ҡайтҡандарына ғүмерҙәренең ахырыһынаса "һиҙгер барометр" булып, көн боҙолған һайын, һуғыш мәлдәрен гел генә иҫләтеп торған ана шул тимер ярсыҡтар, ҡурғаш пулялар хаҡында яҙылған да инде яугир-шағирыбыҙ Мостай Кәримдең был шиғыры:
Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Тимер ярсыҡ яра төбөндә,
Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә…
Раббыбыҙ тарафынан әҙәм балаларына бирелгән тимер фәҡәт тыныс тормошта ғына ҡулланылһын да, унан бер ҡасан да үлтереүсе ҡорал яһамаһындар ине, тигән теләк күптәрҙә тыуалыр. Ана шул теләгебеҙ менән мөрәжәғәт итеп, һәр саҡ Аллаһ Тәғәләгә ялбарайыҡ, ҡәҙерле милләттәштәрем. Бөгөнгө көн үҙебеҙ, ғаиләләребеҙ, милләтебеҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, тырышып эшләп, матур тормошта йәшәргә яҙғаны өсөн Раббыбыҙға шөкөр итеп, тик Уға ғына тейешенсә ғибәҙәттәр ҡылып йәшәп ҡалырға тырышайыҡ.

Хөрмәтулла ҠЫУАНДЫҠОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.20 | Ҡаралған: 621

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru