«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Һуғыш осоро балалары үҙҙәренең хәтирәләре менән бөгөнгө быуынға ниндәй ишара еткерә?
+  - 


Ғизетдин ИРҒӘЛИН, тарих фәндәре кандидаты, архив белгесе, журналист: Һуғыш осоро балаларының, төрлө ерҙә тыуып, төрлө ерҙә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бөтәһенең дә яҙмыштары бер үк төрлө, уртаҡ һәм оҡшаш инде ул: быуындары ла ҡатып етмәгән бәләкәй генә йәштәгеләренә тиклем һуғышҡа киткән атай, ағайҙары урынына көс етмәҫлек ауыр эшкә егелеп, аслығын да, яланғаслығын да күрҙе, "ҡара ҡағыҙ" ҡайғыларын да башынан үткәрҙе, ләкин булдыра алмайым, көсөм етмәй, хәлем юҡ, тимәне - әсәйҙәре, апай һәм инәйҙәре рәтендә фашисты еңеү өсөн бөтөн көсөн бирҙе. Һуғыш башланғанда миңә 12 йәш ине. Был яман хәбәр иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ, әсәйҙәр йөрәгенә барып ҡаҙалды: улар илаша башлаһа ла ир-егеттәр тәүҙә һыр бирмәне. Бер-бер артлы һуғышҡа алына башлағас та әле күңелле итеп йырлашып-бейешеп, тиҙҙән еңеп ҡайтырбыҙ фашисты, тип киттеләр. Тик бына тәүге үлем хәбәрҙәре килә башлағас, һуғыштың тиҙ генә бөтмәйәсәген, уның ҡот осҡос фажиғәләр килтерәсәген аңлай башланылар.
Минең бер туған ике ағайым да - Хөснөтдин (1921 йылғы) менән Фәсхетдин (1924 йылғы) бер-бер артлы фронтҡа китеп, хәбәрһеҙ ғәйеп булдылар. 1924 йылғылар ғына ла ете егет киткәйнеләр, шуларҙың өсәүһенә иҫән ҡайтырға насип булды. Беҙҙең ул ваҡыттағы Партизан колхозы Бөрйән районы буйынса алдынғы һәм ныҡлы хужалыҡтарҙың береһе иҫәпләнде. Уға тәжрибәле, яҡшы ойоштороусы Ғәйнеғәле ағай Сәфәрғәлин (киң билдәле талантлы йырсы Ғилман Сәфәрғәлиндың атаһы) етәкселек итте.
Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан алдағы йылдарҙа иген бигерәк ныҡ уңды. Элек бит колхозда эшләгән өсөн эш хаҡы итеп аҡса түләнмәй ине, ә иген бирәләр ине. Шунлыҡтан, ул ваҡытта йорт башына байтаҡ ғына ашлыҡ таратылып сыҡты. Кешелә запас аҙыҡ бар ине. Халыҡ бик эшсән, тырыш булды, йырлап эшкә киттеләр, йырлап ҡайттылар. Шуға күрә лә ауыл халҡы һуғыштың тәүге йылдарында аслыҡтан әллә ни миктәмәһә лә тора-бара хәлдәр мөшкөлләнде. Беҙ, бала-саға, ана шул яҙ еткәнен көтөп ала инек тә ҡырға сығып, йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, һарына кеүек үҫемлектәр менән тамаҡ туйҙырҙыҡ. Өлкәндәр менән бер ҡатар сығып эшләнек. Мин 12 йәшемдән тырмаға йөрөнөм, унан уҡыусы балалар менән күмәкләшеп иген утарға сығабыҙ.
1943 йыл бигерәк ныҡ ауыр килде. Колхоз аттары ҡорсаңғы менән сирләй башланы: йөндәре ҡойолоп, тиреләре һуйылып төштө, яланғас ҡалдылар һәм күтәртер хәлгә килделәр. Уларҙы дауалап тәрбиәләү өсөн өй беренсә бүлеп бирҙеләр. Аттарҙы эшкә егеү хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел ине, быҙауларға етешкән меҫкен һыйырҙарға көс төштө: уларҙы егеп, ҡырҙан аттар өсөн бесән ташыныҡ, баҫыуҙа ҡар тоттоҡ, кәрәк саҡта ер ҙә һөрҙөк. Бер заман шулай беҙгә - уҡыусы балаларға бергәләшеп бесәнде ҡырҙан бәләкәй саналарға тейәп, үҙебеҙгә һөйрәп тә ташырға тура килде. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта таңғы 4-5-тә саналарҙы һөйрәп сығып китәбеҙ, унан ҡайтҡас, уҡыуға барабыҙ.
Әйткәндәй, беҙҙең ауылда мәктәп 4 класҡа тиклем генә, өлкән кластағыларға күрше Байназарға йәйәүләп, етмәһә, Ағиҙел аша йөрөргә кәрәк булһа ла уҡыуҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша инек. Бер йыл шулай ҙа миңә мәктәпте ҡалдырып торорға тура килде, сөнки мине ат ҡараусы ярҙамсыһы итеп эшкә ҡуштылар. Ул ваҡыт һинән һорап торманылар - эшләргә тейешһең, беҙ ҙә ҡарышып торманыҡ, ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнек - бөтәһе лә еңеү хаҡына икәнде аңлай инек. 14 йәшлек Ғәлимә апайым фермаға һыйыр һауырға төштө, һуғышҡа йәше етмәгән тағы бер ағайымды ФЗО-ға алып киттеләр. Баҫыусылыҡтан тыш урман эшенә лә ҡушалар ине: ағас ҡырҡыу, Ағиҙел буйлап шул ағастарҙан һал ағыҙыу - тыл хеҙмәтсәндәре эшләмәгән эш ҡалманы. Арып-талып ҡайтһалар ҙа кис һуҡыр шәм яндырып булһа ла клубҡа киске уйынға йыйылырҙар ине: уйын-көлкө, йыр-бейеүҙән клуб гөрләп, иҙән таҡталары һелкенеп торор ине. Бына ниндәй дәртле, оптимист халыҡ булған! Бер ниндәй ауырлыҡтарға, юғалтыуҙарға ҡарамайынса...
Ул замандарҙа, ғөмүмән, халыҡ иҫ китмәле асыҡ күңелле, мәрхәмәтле, бер-береһенә ярҙамсыл булды. Ҡышҡы кистәрҙә оҙон юлдан өшөп, талсығып кис ҡунып китергә ниндәй генә йорт ишеген ҡаҡма, һине белмәгән таныш түгел хужалар ҙа әйҙүкләп, йылытып, һуңғы һынығын бүлешеп йоҡлатып сығара ине. Аҙаҡ Темәс педучилищеһында уҡып, ауылыма ҡайтып-китеп йөрөгәндә ана шундай эскерһеҙ, шәфҡәтле кешеләрҙе бик күп күрҙем мин. Тап ошо ябай һәм эшсән халыҡ Совет Армияһының ышаныслы тылы, көслө союздашы булды ла инде. Еңеүҙе улар яуланы...

Сәйфулла ӘХМӘҘИЕВ, хеҙмәт ветераны, Шишмә районы, Горный ауылы: 1931 йылғымын, Ибраһим ауыл Советына ҡараған Бикәй ауылында тыуҙым, 1937 йылда ғаиләбеҙ ошо уҡ райондағы Ҡымыҙпром ҡасабаһына күсеп килде. Ҡәһәрле һуғыш башланғанда миңә 10 йәш ине, бөтәһе лә бөгөнгөләй күҙ алдымда тора. Һуғыш башланып, беҙҙең ҡасабаға эвакуацияланып килгән кешеләрҙе мәктәпкә урынлаштырҙылар һәм беҙ шул сәбәпле бер аҙ уҡымай торҙоҡ. И.И. Мечников исемендәге Мәскәү институты белгестәре ине улар. Беҙ, ауыл малайҙары, ошо институттың хужалығынан килтерелгән аттарҙы көттөк. Көндөҙ генә түгел, төндә лә: аттар һәр саҡ туҡ һәм сәләмәт булырға тейештәр, тип аңлаттылар беҙгә, сөнки уларҙан ҡан алалар ине. Аҙаҡ уның сывороткаһын айырып алып, Өфөгә ебәрәләр. Был сыворотка фронт өсөн бик кәрәк, сөнки унан яралы һалдаттарҙы дауалау өсөн ҡиммәтле препараттар етештерелгән. Атайым, ат егеп, аҙнаһына ике тапҡыр ана шул сывороткаларҙы Өфөгә ташый торғайны, йыш ҡына йөктө тейәргә-бушатышырға тип ул мине лә үҙе менән алып барыр ине. Йәй көндәре беҙ, малайҙар, өлкәндәр менән бер ҡатар бесән эшләнек. Ҡыш етһә, ана шул бесәнде ҡырҙан аттарға ташып ашаттыҡ. Аттарға бесән, ем әҙерләүҙә күберәк балалар эшләне.
Шуныһы ғәжәп: ул ауыр йылдарҙа күптәргә уҡыу теймәһә лә, аслы-туҡлы булһаҡ та, гел уҡырға, белем алырға, кеше булырға ынтылыш көслө булды балаларҙа. Мин дә, һуғыш бөтһә, агроном буласаҡмын, тип хыялландым. Сөнки беҙҙең эргәлә һәр йәһәттән өлгө булырҙай өлкәндәр бар ине, улар беҙҙе хеҙмәткә өйрәтте, бер нигә ҡарамай, белем алырға өндәне. Минең өсөн ундай кеше - хужалыҡ директоры, яҡшы ойоштороусы, белемле агроном Аканаев тигән кеше ине. Үҙ маҡсатыма оҙаҡ, ләкин ныҡышмалы рәүештә юл ярҙым. Һуғыш бөткәс, механиктар курсын тамамлап, ике йыл комбайнер булып эшләнем, унан трактор бригадаһы бригадиры курсын бөтөрҙөм дә шунда уҡ армия сафына алындым. Курил утрауҙарында дүрт йыл хеҙмәт иткәс, Свердловскиҙа төҙөлөштә эшләп алдым, ләкин тыуған яҡ гел үҙенә тартты. Шулай итеп, мин туған совхозыма ҡайттым, өйләндем, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Ун йыл Шишмә питомнигында эшләнем, ләкин бала саҡ хыялымды, ниһайәт, тормошҡа ашырҙым: уҡырға инеп, агроном һөнәренә эйә булдым һәм совхозда баш агроном булып 30 йыл эшләнем. Хаҡлы ялға сыҡҡас та әле яратҡан эшемде дауам иттем. Шулай итеп, питомникта 53 йыл эш стажым йыйылып киткән. Бының менән шуны әйтергә теләйем: беҙҙе һуғыш сыныҡтырҙы, ул беҙҙе йәшәргә һәм эшләргә генә түгел, ә хыялыңа ынтылып йәшәргә, бер ваҡытта ла ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, һайлаған юлыңдан сигенмәҫкә өйрәтте. Еңеүҙәр фәҡәт шулай яулана.

Әсмәбикә СӘМИҒУЛЛИНА, хеҙмәт ветераны: Һуғыш башланғанда миңә 9 йәш ине, унан алда үҙебеҙҙә башланғыс класты тамамлағайным, ә 5-се класҡа күрше ауылға йөрөп уҡырға кәрәк ине, мин уҡырға бара алманым. Атайым менән ике ҙур ағайым фронтҡа киттеләр, әсәйем ҡулында беҙ өсәү ҡалдыҡ, улар араһында өлкәне мин инем. Шуға ла әсәйем колхоз эшенә китһә, мин туғандарымды ҡарайым, бергәләп өй эштәрен бөтөрәбеҙ, картуф утайбыҙ, күмәбеҙ. Картуф сәсһәк тә ул беҙҙең ризыҡҡа яҙмай ине барыбер: ҡаҙып алғас, өй һайын бирелгән йөкләмә буйынса шул картуфты телемләп, мейестә киптереп, фронтҡа оҙатабыҙ. Берҙән-бер һыйырыбыҙҙың мөсһөҙ генә һөтөнән йыйып эшләнгән май ҙа шунда оҙатыла. Етмәйерәк ҡалһа, райондан килгән вәкил төрмәгә алып китеү менән янап, ҡотто ала ине. Ашарға юҡ, аслыҡ үҙәктәргә үтә. Ике бәләкәй ҡустымды йәлләйем. Көҙ көнө колхоз баҫыуына сығып, башаҡ йыябыҙ йә өшөгән картуф эҙләп ҡаҙынабыҙ. Яҙ етһә, бер аҙ күңел күтәрелеп, еңелерәк булып ҡала, үләнгә йомолабыҙ: алабута, кесерткән, ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡымыҙлыҡ - береһе лә ҡалмай.
Колхоз эшенән дә ҡалманыҡ, әсәйҙәр менән бергә эшләйбеҙ. Беҙ, бер үк йәштәрҙәге бер нисә ҡыҙ иген елгәрәбеҙ. Ул ваҡытта елгәргесте ҡул менән әйләндерергә кәрәк ине. Бик арыта, туҡтап торорға ярамай - ҡулдар талып, иҫ белмәй башлар ине хатта. Ҡуй инде, ул ваҡытта күргәндәрҙе хәҙер килештереп һөйләп тә булмай хатта, әйтерһең дә, ҡурҡыныс төш булған һымаҡ. Нисек түҙгәнбеҙ икән тип гел аптырайым хәҙер үҙем. Хоҙай бөгөнгө быуындарға ундайҙы күрһәтмәһен инде, аслыҡ булмаһын. Бөгөн халыҡ бер ниндәй ауырлыҡ күрмәгән, ил өҫтөнә килгән һынауҙарға ҡалайтып сыҙар? Әле бына яман сир ваҡытында ап-асыҡ күренде: кеше хәҙер элекке һымаҡ сабыр түгел бер ҙә генә, дөйөм тәртипте һанламаусылар, түҙемһеҙҙәр, үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртып йәшәүселәр күп. Шуныһы мине бик хәүефләндерә...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.20 | Ҡаралған: 562

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru