«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠАЙТАМ! ҠАЙТАМ! МИН ЙОРТОМА ҠАЙТАМ!"
+  - 

Яҡутстандың Чаяндин ятҡылығында коронавирус таралыуы һөҙөмтәһендә Башҡортостанға тәүгеләрҙән булып ҡайтып, обсерваторҙа 14 көнлөк карантин режимында булған 400 вахтасының күңел торошо, моғайын, шундайыраҡ булғандыр. Хәбәр итеүебеҙсә, тәүге ике бортты Магнитогорск ҡалаһы аэропорты ҡабул итеп, ҡайтыусыларҙы Әбйәлил районы ял йорттары базаһының береһендә асылған обсерваторға урынлаштырғайнылар. 17 майҙа тәүге 200 кеше, бер нисә көндән башҡалар карантиндан сыҡты.

Башҡортостан Рәсәй төбәктәренән тәүгеләрҙән булып яҡташтарыбыҙҙы ҡайтарыуҙы һәм ҡабул итеүҙе ойошторҙо. Вахтасылар барыһы ла коронавирусҡа тикшереү үтте һәм анализ һөҙөмтәһе ыңғай булған 8 кеше дауаханаға урынлаштырылды, улар менән аралашыусылар ҙа дауаханаға һалынды. Анализ һөҙөмтәләре кире булғандар 14 көнлөк карантиндан һуң, ҡабаттан алынған анализдарынан уларҙа сир юҡлығы раҫланғас, өйҙәренә ҡайтарылды. Шулай уҡ башҡа осберваторҙарҙа булыусылар ҙа яйлап карантиндан сығарыла башланы.

Теманы дауам итеп...

Әбйәлил районынан Артур Ибраһимов та ошо көндәрҙә, ниһайәт, ғаиләһенә ҡайтты. Обсерваторҙа булған ваҡытта ғүмеренең шатлыҡлы мәлен - атай булыу бәхетен кисерә ул: улы тыуа. "Тәүге балам, шуға вахтала булғанда тирә-яҡта бығаса билдәһеҙ вирус тураһында хәбәрҙәр таралғас, ҡатыным, тыуасаҡ балам өсөн борсолдом. Әгәр беҙҙе ҡайтармаһалар, республика ҡабул итмәһә, йөклө килеш ул нишләр? Мин үҙем Дәүләкән районынан, кәләшем Ырымбур өлкәһенән, шуға уның эргәһендә лә ярҙам итерҙәй, терәк булырҙай яҡындарыбыҙ булмауына көйөндөм. Шөкөр, барыһы ла яҡшы. Улым тыуыуы хаҡында ишеткәс, обсерватор етәкселеге район хакимиәте башлығы исеменән ҡотланы, коллегалар ҙа тәбрикләне. Тормош туҡтамай, дауам итә", - тип шатлығы менән бүлешеүҙән башланы ул һүҙен. Артабан инде әңгәмә дилбегәһен ҡулға алырға тура килде.

Артур, бына коронавирус донъяны "тиклем" һәм "һуң" тигән ике төшөнсәгә бүлде. Һеҙҙең өсөн, бигерәк тә ситтә йөрөп ҡайтҡас, ниндәйҙер айырма бармы? Белгестәр ҙә бынан һуң тормош элеккесә булмаясаҡ, тип фаразлай...

- Әлегә ундай айырманы күрмәйем. Беҙ Яҡутстанда вирус усағы булған ерҙән 40 саҡырым алыҫлыҡта эшләнек. Ауырыусылар булманы. Шуға әлегәсә уның етдилегенә нисектер тулыһынса ышанмайым. Башҡалар ҙа минең кеүектер, тип уйлайым. Әле бер хеҙмәттәшем менән һөйләшеп алдым. Температураһы ла, бер ниндәй билдәләре лә юҡ - анализдары вирус барлығын күрһәткән. Хәҙер ҡабаттан тапшыра инде. Бында ҡайтҡас та кемдер битлектә йөрөй, кемдер битлекһеҙ икәнен күрҙек. Бәлки, вирус эҙемтәләре яйлап һиҙелә башлар һәм шул саҡта ғына тулыһынса ышанырбыҙ.

Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында тәүгеләрҙән булып вахтасыларҙы ҡабул итә башланы...

- Эйе, бының өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерге килә. Сөнки эш 15 апрелдә үк туҡтатылғайны, эшселәрҙе 4 майҙан ҡайтара башланылар. Шундай ҡатмарлы һәм хәүефле мәлдә беҙҙе ҡабул итмәүҙәре лә ихтимал ине, әммә тыуған төйәк баш тартманы, барыбыҙҙы ла ҡабул итте, ике аҙнаға төрлө ял йорттарына урынлаштырып, унда булған ваҡытта барлыҡ сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алды.

Шундай мәғлүмәт булғайны: вахтасылар обсерваторҙа карантинда саҡта уларға эш биреүсе бер айлыҡ эш хаҡын түләй, тигән...

- Чаяндин ятҡылығында эшләүселәргә карантинда булған осор өсөн шунда уҡ бойороҡ менән бер айлыҡ эш хаҡы билдәләгәндәр, ә беҙгә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тултырҙылар. Ул яҡтан ҡыйырһытманылар.

Хәҙер тоҡомоғоҙҙо дауам итәсәк улығыҙ тураһында ла хәстәрлек күрергә кәрәк. Кемдер бөгөнгө заманда бала үҫтереү бик ҡиммәт, ти, икенселәр һәр бала үҙ ризығы менән тыуа тип иҫәпләй. Һеҙ ниндәй юлды һайлайһығыҙ: улығыҙ һәм ғаиләгеҙҙе тәьмин итеү хаҡына ҡабаттан вахта эшенә китәһегеҙме, әллә ғаиләгеҙ эргәһендә ҡалаһығыҙмы?

- Әле Яҡутстанда нимәләр булырын белмәйбеҙ. Чаяндин ятҡылығын, башҡа ятҡылыҡтарҙы тулыһынса яптылар, техниканы консервацияланылар. Мин июнгә отпускыға ғариза яҙғайным, шуға әле эш тураһында уйлаған юҡ. Вахта ысулы менән 5-6 йыл эшләнем. Әлбиттә, әгәр Башҡортостанда ғаиләне тәьмин итерлек лайыҡлы хаҡ түләнгән эш урыны булһа, ҙур ҡәнәғәтлек менән бында ҡалыр инем. Дөрөҫөн әйткәндә, бығаса үҙебеҙҙә ныҡлап эш эҙләп ҡарағаным булманы.

Шулай итеп...
Белгестәр белдереүенсә, коронавирустың иҡтисадҡа һәм тормошобоҙға кире йоғонтоһон әле аңлап һәм баһалап бөтөрмәйбеҙ, бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына асылына төшөнә башлаясаҡбыҙ. Әммә "аҡса юҡ, ә һеҙ түҙегеҙ" йәки "ауыр буласаҡ, ә һеҙ түҙегеҙ" тип кенә буш вәғәҙәләргә ышанып та йәшәп булмай. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Республикала эшһеҙлек артҡанда ир-егеттәребеҙҙең ҡабаттан вахта буйынса эшкә сығып китмәҫенә гарантия юҡ...

Земфира ХӘБИРОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.20 | Ҡаралған: 523

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru