«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АБРУЙ, ХӨРМӘТТЕ ИЛЛЕ ҺУМҒА АЛЫШТЫРҘЫ
+  - 


Өйҙә ҙур ҡыҙым менән икәү генәбеҙ, атайҙары, һәр ваҡыттағыса, эштә, ҡалған балаларым тышта уйнайҙар. Улар көндөң көнө буйына уйнап туя алмай, өйгә әллә нимә менән алдаштырһаң да индереп алып булмай. Эҙләп, саҡырып алып тамаҡтарына ашатамаһаң, ашауҙы ла оноталар хатта. Ә инде көсләп алып инһәң, ашарға ултыртырмын тимә, унан-бынан аяҡ өҫтө ҡапҡылайҙар ҙа тағы урамға атылалар.

Ауылда шуныһы рәхәт шул, бигерәктә бала-сағаға хөрриәт. Көнө буйы әллә ҡайҙа олағып, күренмәй йөрөһәләр ҙә, балаңдың һәр аҙымын белеп тораһың. Ауыл бит ул! Һәр бала ҡәҙерле ауыл халҡына, олоһо ла, йәше лә уларҙы бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Балаларҙың ҡайһы тирәлә, ни рәүешле уйнауҙарын бер-береһенә еткереп кенә торалар. Шуға күрә лә, балалар менән бер-бер хәл булыр тип ҡурҡыу юҡ ауылда. Әлбиттә, бәләкәстән генә хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу сараларын, ҙурҙарының кесе туғандарын һәр ерҙә ҡурсып, ҡарап алып йөрөүҙәрен, әсәй менән атай рөхсәтенән башҡа алыҫ китмәүҙәрен, әгәр ҙә берәй хәл булһа, яҡын-тирәлә үҙебеҙҙең ауылдың ниндәй кешеһе бар, шуны ярҙамға саҡырыуҙарын, яҡшы белгән үҙебеҙҙең ауыл кешеһенән башҡа ят кешеләргә ышанмауҙарын һәм башҡа, һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе һәр баланың аңына һеңдереп үҫтерәбеҙ...
Шуға күрә, уйнап йөрөгән балаларым өсөн һис борсолмай, өйҙә ҙур ҡыҙым менән ярышҡа (конкурсҡа) әҙерләнеп мәж киләбеҙ. Ауылдың мәҙәниәт йортонда "Әсәләр һәм ҡыҙҙар" исемле ярыш үткәрергә булғандар ҙа, ҡыҙым менән мине ҡатнашырға, көс һынашып ҡарарға саҡырҙылар. Мөкиббән китеп мода күрһәтеү конкурсына костюмдар, күлдәктәр әҙерләйбеҙ, аш-һыу әҙерләү буйынса ярышҡа еңел генә ебәк туҡыманан йәрпесәкләп алъяпҡыс, ресторандарҙағы шеф поварҙарҙыҡы кеүек бейек түбәле башлыҡ тегеп алдыҡ. Бик матур килеп сыҡты. Ихласлап миңә ярҙамлашып йөрөһә лә ҙур ҡыҙым ҡатнашмай ярышта. Ул үтә оялсан, ҡыйыуһыҙ, тыйнаҡ ҡыҙыҡай, шығырым тулы халыҡ алдында сәхнәгә сығып баҫыу ҡайҙа инде! Үҙенең ҡулынан килмәгәне юҡ, әммә ҡыйыуһыҙлығы көслөрәк шул.
Ярышта үтеп сығып барған, баҫҡан ерендә осҡондар осороп йөрөгән, ҡулынан да, теленән дә килә торған уртансы ҡыҙым ҡатнаша. Төрлө милли бейеүҙәр, заманса бейеү, брэйк данс башҡарасаҡ. Башҡорт телендә шиғыр һөйләргә лә оҫта ул ҡыҙыҡайым. Әммә ярышҡа әҙерләнергә уның түҙеме етмәй. "Әҙерләһәгеҙ, ҡатнашам!"- тип кенә ҡуйҙы ул. Әйткәндәй, ул ҡыҙыҡай осоп-ҡунып магазинға барып килде лә: "Әсәй, бына алып ҡайт тигән әйберең, бына ҡалған 50 һум аҡса", - тип әйберен өҫтәлгә, аҡсаны минең янымдағы ултырғысҡа һалып сығып китә һалды. Бөгөнгө яҙмамдың ғилләһе ошо 50 һумда ла инде…
…Шулай ҡымғыуытлап ултырып, ауылыбыҙҙағы иң һылыу, иң егәрле, иң һөйкөмлө апайҙың килеп ингәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Ул шундай күркәм, шундай ипле, шундай уңған, ундай кеше тураһында "аҫыл һөйәк" тигәндәрен ишеткәнем бар. Ул буй-һын, ул һылыуҙарҙан һылыу йөҙ, ул үҙәкте өҙөрлөк моңло тауыш, йырлап ебәрһә, илатмай ҡуймай. Бирһә бирә лә ҡуя бит Хоҙай Тәғәлә бөтә булған күркәмлекте бер кешегә! Ауылда бөтәһе лә уны хөрмәт итә, олоһо ла, кесеһе лә берҙәй яраталар. Минең дә күңелемде ошо матур апайға хөрмәт, һоҡланыу тойғолары биләй. "Әйҙә, апай, түргә уҙ!"- тип ҡаршы алам мин уны. Әйткәндәй, өйөбөҙҙөң түре лә юҡ инде, 20 кв.м. ғына бер бүлмәле өйҙә йәшәп ятабыҙ. Боронғолар әйтмешләй, күңелең киң булһа, өйҙөң ниндәй ҙурлыҡта булыуы мөһимме ни...
Шулай эшебеҙҙе ҡуйып тороп, апай менән әңгәмәләшеп, төрлө хәбәрҙәргә төшөп китеп, кинәнеп һөйләшеп ултырғанда өсөбөҙҙөң дә күҙебеҙ бер нөктәгә төбәлде. Был баяғы алабарман ҡыҙым ҡалдырып киткән 50 һум аҡса ине. Ул ултырғыста ята торғас, иҙәнгә төшөп киткән, күрәһең. Әллә үҙебеҙ үтеп барғанда итәк еленә эләгеп төштөме, әллә теге бала ҡабаланып шулай елләп киттеме инде, белмәҫһең. Беҙ ул аҡса тураһында бөтөнләй онотҡан булғанбыҙ икән. Бына хәҙер ул күҙгә салынып ҡалды. Әммә мин үҙем дә, ҡыҙым да уны эйелеп алырға ашыҡманыҡ...
Шулай һөйләшеп ултыра торғас, апайыбыҙ ҡапыл ғына йәнләнеп, ҡыҙарынып китте, урынында ултырып сыҙай алмағандай, бер торҙо, бер ултырҙы. Иң ахыры ҡулына өҫтәлдә ятҡан гәзитте алып, өйөгөҙ бигерәк эҫе, тип, иҙәнгә төшөп ултырҙы. Аҙыраҡ ултыра биргәс, нишләптер гәзитен ултырғыс аҫтына иҙәнгә һалып торҙо ла, уны киренән алды. Шул саҡ баяғы аҡсаның гәзит менән ҡуша күтәрелеүен, апайҙың уны тиҙ генә кеҫәһенә тығып ҡуйыуын шәйләнем. Быны ҡыҙым да күрҙе. Әммә апай беҙҙең ҡараштарҙы абайламаны, буғай...
Мин ипләп кенә ҡыҙыма ҡарайым, үҙемдең башымда бер генә уй: "Уй Аллаҡай ғынам, балалыҡ менән әйтеп ҡуймаһа ярар ине..." Ә ҡыҙым аптыраулы, һораулы ҡарашын миңә төбәгән. Мин һаҡ ҡына баш һелкәм дә, өндәшмә, тип ымлайым. Бына апайыбыҙ ҡабалана башланы: "Аһ-аһ, оҙаҡ ултырып ташлағанмын бит һүҙгә әүрәп", - тип, шәпләп атлап сығып китте...
Өйҙә тәрән тынлыҡ урынлашты. Мин иҫем китеп, әле генә күҙ алдыбыҙҙа булған хәлгә ышана алмай һеңгәҙәп ултырам. Нисек инде улай? Апайыбыҙ бик бай, етеш йәшәй бит! Ул һарай тулы мал, ул техника, машиналар, тракторҙар, ул эсе тулы йыһазлы өй! 50 һумға ҡалған көнө бармы һуң инде! Быны нисек аңларға? Ниһайәт, ҡыҙым түҙмәй, миңә һүҙ ҡуша: "Әсәй нишләп әйтмәнең инәйгә, ул бит беҙҙең аҡса ла инде?" "Оялдым, балам, уңайһыҙ бит. Ә һин мин тыйғансы нишләп өндәшмәнең һуң?" - тием уға. "Мин дә оялдым, әсәй", - тине балам. Шулай итеп, үҙ аҡсабыҙҙы күрә тороп урлатып, үҙебеҙҙең әйбер өсөн үҙебеҙ оялып, өндәшмәй ултырып ҡалдыҡ...
Күңелгә шул тиклем ҡыйын булып китте, һөйләп аңлатырлыҡ түгел хатта. Күҙҙәр үҙҙәренән үҙҙәре йәш менән тулды. Ул йәштәрҙе ҡыҙымдан йәшерә һалам, әсәйем 50 һум аҡсаһын ҡыҙғанып илай, тип уйлай күрмәһен тағы. Бик ныҡ хөрмәт иткән, яратҡан апайыбыҙға ҡарашым үҙгәреүе, уның тышҡы һылыулығы, нисектер, уңып, юйылып, таушалып ҡалыуы, һоҡланыу, хөрмәт тойғолары ҡул менән йолҡоп ташлағандай юҡҡа сығып, урынында өңрәйеп, әсендереп, һулҡылдап һыҙлап бушлыҡ ҡына тороп ҡалыуы илатты мине. Быны йәш балаға нисек аңлатып була ине һуң?..

Зилдә ХӘМИҘУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.20 | Ҡаралған: 1219

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru