«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УҠЫУ ЛӘЗЗӘТЕНӘН МӘХРҮМ БУЛМАЙЫҠ!
+  - 

"Киске Өфө"нөң үткән бер һанында Миләүшә Ҡаһарманованың "Ә һеҙ гәзиткә яҙылманығыҙмы ни?" тип бер ағайҙы оялтҡаны хаҡындағы мәҡәләне уҡығас, Айгиз Баймөхәмәтовтың да шундайыраҡ бер хәл тураһында яҙғаны иҫемә төштө.

Өлкә гәзиттәренең береһенә сираттағы ярты йыллыҡҡа яҙылыу башланғас, йола буйынса, бер нисә гәзит хеҙмәткәре райондар буйлап командировкаға сыҡҡан.Пропагандалаусылар араһында олораҡ йәштәрҙәге бер яҙыусы ағай ҙа булған. Осрашыуҙарҙың береһендә был ағай сығыш яһаған мәлдә уға: "Ә һеҙ үҙегеҙ шул гәзиткә яҙылдығыҙмы?" - тип аңғармаҫтан һорау биргән. "Гәзиткә яҙылыу бигерәк ҡыйбат бит хәҙер, нисек яҙҙырып бөтәһең уларҙы", - тип һалдырмаһынмы ағайыбыҙ… Әйткәндәй, ундай һорауҙы миңә лә биргеләгәндәре бар. Гәзиткә яҙылып өлгөрмәҫ борон шундай һорау алһаң, ысынлап та оят булып китә. Нәҡ теге бала саҡта дәресен әҙерләргә онотоп килгән мәктәп уҡыусыһы һымаҡ, шыбыр тиргә батаһың хатта. Шунлыҡтанмылыр, мин үҙем шәхсән "ташламалы" ун көнлөктө лә көтөп тормаҫтан, иң беренселәрҙән булып гәзитебеҙгә яҙылырға ашығам. Ә инде матбуғатҡа яҙылыуҙы бер аҙ ғына кисектерә башлаһаң, өйҙәге "старшина" (хәләл ефетем) шунда уҡ иҫкә төшөрөргә тотона. Гәзитһеҙ тора алмай ул да…
Әлеге ағай әйтмешләй, ысынлап та ҡиммәтме икән гәзит хаҡы? Мәҫәлән, "Киске Өфө" гәзитенә яҙылыу хаҡы бер айға 115 һум ғына килеп сыға! Шул ҡиммәт буламы? Әйтәйек, тәмәке тартҡан кеше бындай ғына сумманы көн эсендә зыянлы төтөнгә әйләндереп бөтөрә. Хәйер, эш унда ла түгел. Гәзит уҡымаған кешене оҙаҡ тотонолмай ятыу сәбәпле тутыҡҡан берәй тимер әйбергә оҡшатам мин. Ундай кеше менән теге йәки был темаға һөйләшеүе лә әллә ни ҡыҙыҡ булмай сыға. Ә бәғзе берәү менән әңгәмәләшә башлап, уның "фәлән гәзиттә шуны уҡыным, быны күрҙем" тигәнерәк һүҙҙәрен ишетһәң, бындай кешегә ҡарата ниндәйҙер кимәлдә ихтирам уяна.
"Киске Өфө"нөң һәр һаны - үҙе бер ҡыҙыҡлы китап һымаҡ бит ул! Күп яҡлы, тәрән йөкмәткеле булған был баҫма ил яңылыҡтарын ғына һөйләп ҡалмай, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә. Милләтеңде, телеңде, тарихыңды яҡшыраҡ белеү өсөн дә бик ҡиммәтле сығанаҡ булып тора гәзитебеҙ. Әленән-әле хаҡ динебеҙгә ҡағылышлы мәҡәләләрҙе уҡып шатланаһың. "Ғаиләм - ҡәлғәм", "Шифа" һымаҡ махсус биттәрҙә һәммәбеҙ өсөн бик файҙалы мәғлүмәттәр баҫылып сығып тороуы гәзитебеҙҙе тағын да уҡымлыраҡ итә. Ә иң мөһиме, гәзит уҡыу процесы - үҙе бер ҙур ял ул. Түҙемһеҙлек менән көтөп алған "Киске Өфө"нө аҙнаһына бер мәртәбә (тап шәмбе көн) ҡыҙыҡлы берәй спектакль йә иһә фильм ҡараған һымаҡ, уның өсөн үҙенә махсус ваҡыт бүлеп, кемдер әйтмешләй, шартына килтереп (креслола йәйелеп ултырып), тәмләп-тәмләп уҡырға яратам мин. Бәғзе бер мәҡәләләрҙе икешәр, хатта өсәр мәртәбә уҡып сығам! Сөнки хәтерләп йә ятлап алып ҡалырға кәрәк булған факттар, аҡыллы фекерҙәр йыш осрай унда. Бына шулай, гәзит уҡыуҙы иң ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс шөғөл, хатта уны "үҙе бер сәнғәт", тип тә атар инем.
Гәзит уҡыуҙың сәләмәтлеккә файҙалы яғы хаҡында ла аныҡ бер миҫал килтереп китәйем. Элегерәк тәмәкенән бер нисек тә ҡотола алмаған бер танышым фәҡәт гәзит-журналдар яҙҙырып уҡый башлауы ғына уға был алама ғәҙәттән ҡотолорға ярҙам иткәне хаҡында һөйләгәйне. Тәмәке тартыуын ташлап, ғүмеренең ахырынаса тик гәзит уҡыуҙан ғына ләззәт табып йәшәне ул. Гәзит уҡыуға шундай ҡарашта булғандар, моғайын, күп кенәлер, тип ышанам. Бына ошо шөғөлгә мәктәп балаларын ылыҡтыра алған хәлдә, был уларҙың төрлө яҡлап үҫешенә лә булышлыҡ итер ине, тигән инаныуҙамын. Ғөмүмән, гәзитебеҙҙе даими яҙҙырып, уның ҡәҙерен белеп, тәмләп кенә бөтә ғаиләбеҙ менән уҡыуҙы ғәҙәт итеп алайыҡ. Йәш быуынға ла йоҡторайыҡ ошо ғәҙәтебеҙҙе. Гәзитһеҙ, кемдер әйтмешләй, ҡатып, мүкләнеп, тутығып ултырмайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.20 | Ҡаралған: 768

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru