«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕТЕ ҠАТ ЕР АҪТЫНДА ЙЫЛАН КӨЙШӘГӘНЕН ҺИҘӘ
+  - 

Башҡорттарҙа күңеле һиҙгер, аҡыллы кеше тураһында "Ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙә" тиҙәр. Был әйтемдең бик боронғо (бер нисә мең йыллыҡ) тарихы бар һәм уның тамыры башҡорттоң боронғо ата-бабаларының береһе булған арийҙар (һинд-ирандар) менән бәйле.

Билдәле булыуынса, башҡортто формалаштырыуҙа Урал киңлектәрендә борондан йәшәгән арийҙар ҙа ҡатнаша. Арийҙарҙы ғалимдар икенсе төрлө һинд-иран телле халыҡ тип тә атайҙар. Һинд-ирандар (йәғни арийҙар) һинд һәм иран телле халыҡтарҙың уртаҡ ата-бабалары һанала. Аҙаҡ ваҡыт үтә килә һинд-иранлылар һиндтарға һәм дә иранлыларға бүленә. Бына ошо бүленешкә тиклем арийҙар Урал киңлектәрендә һәм уға яҡын-тирәләге тигеҙлектәрҙә йәшәгән һәм башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнеп донъя көткән. Һуңғараҡ ошо ерҙә йәшәгән халыҡтарҙың Үҙәк Азиянан килеп сыҡҡан төрки телле ҡәбиләләр менән ҡушылыуынан башҡорттар формалаша һәм әле лә шул уҡ ерҙәрҙә йәшәп ята тиергә кәрәк. Башҡорттар төрки телле халыҡ булараҡ формалаша, әммә урындағы арийҙарҙың теленән, мәҙәниәтенән бик күп нәмәләр яңы формалашҡан башҡорт мәҙәниәтендә, телендә һаҡланып, артабан үҫеш ала. Бына шуларҙың береһе - "Ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙә" тигән әйтемдер.
Был әйтемде дөрөҫ аңлар өсөн боронғо һинд-иранлыларҙың донъяуи ҡарашын, мифологияһын белергә кәрәк. Ошо мифологик ҡараш буйынса, теге донъя (йәғни ер аҫты) ете ҡаттан торған һәм уның иң аҫҡы етенсе ҡатында Шеша тигән йылан ятҡан. Ошо Шеша бөтә ерҙе тотоп торған, тик ул ваҡыт-ваҡыт ҡыбырлап алыр булған һәм ер тетрәүҙәр ошо йыландың хәрәкәттәре менән аңлатылған. Был йыландың ҡыбырларын тик һиҙгер кешеләр генә алдан тойор булған. Аҙаҡ, ваҡыт үтеү менән башҡорттар Ислам динен ҡабул итеп, мосолман донъяһының айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгәндән һуң боронғо ата-бабаларының ҡайһы бер дини-мифологик ҡараштары онотола, әммә ниндәйҙер бер өлөшө телебеҙҙә, ауыҙ-тел ижадында (әкиәттәрҙә, риүәйәттәрҙә) һаҡланып ҡала. "Ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙә" тигән әйтемде лә ошо бик тә боронғо дәүерҙәрҙән беҙҙең көндәргә килеп етә алған бер мөғжизә тип ҡабул итергә булалыр.
Телебеҙҙәге бер әйтем, мәҡәл, аҡыл да буштан ғына килеп сыҡмаған. Һәр һүҙ, һәр бер әйтем, мәҡәл ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған оло мираҫ. Уларға иғтибарлы булайыҡ, өйрәнәйек, үҙгәртмәйенсә, киләсәк быуынға оло байлыҡ рәүешендә тапшырайыҡ.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.20 | Ҡаралған: 883

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru