«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЕФРЕМОВ СИНДРОМЫ" ТИГӘН ЗАМАН "УЙЫНДАРЫ"
+  - 


Мәскәү урамында мәңге иҫерек актер Михаил Ефремов тарафынан ҡылынған үлемесле автомобиль фажиғәһе бөтөн илде шаулатты, ләкин бынан ғибрәт алыусы булманы. Күрәһең, фажиғәгә ҡарағанда, йәмәғәтселекте билдәле кешенең персонаһы нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы.

Эйе, хәҙер беҙҙә ана шулай автоһәләкәттәргә ҡарата ла иммунитет барлыҡҡа килде, буғай, сөнки көн дә булып торған бындай йөрәк ярғыс хәбәрҙәргә бит йыуған кеүек күнегә киләбеҙ. Тәүбә ҡысҡырырға, саң ҡағырға, иҫерек водителдәргә ҡаршы күтәрелеп сығырға ла бит... Беҙ тағы ла бер ни булмағандай, көндәлек эштәребеҙгә тотонабыҙ. Ә шул арала "Ефремов синдромы" атамаһы алып өлгөргән бындай авариялар һаны көнләп түгел, сәғәтләп арта бара. Илдең башҡа төбәктәрендә нисектер, әммә Мәскәүҙәге ғибрәттән һуңғы аҙна эсендә генә бер-бер артлы өс үлемесле фажиғәнең дә Башҡортостанда иҫерек водителдәр арҡаһында булыуы нәфрәт тыуҙыра. 16 июндә Иглин ҡасабаһында 37 йәшлек шәп тиҙлектә елгән иҫерек водитель юл ситенән китеп барған 6 үҫмер өҫтөнә барып менә. Бәхеттәренә, бер нисәһе ялтанып өлгөрә, ә бына аттестат алып ҡайтып барған 15 йәшлек ҡыҙ шундуҡ һәләк була, ә уның тиҫтере ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла, төрлө йәрәхәт алған ике үҫмерҙең береһен - ҡултыҡ таяҡтарында, икенсеһенең яраларын бәйләп, табиптар өйҙәренә ҡайтара.
Икенсе осраҡ: 8 июндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 62 (!) йәшлек иҫерек ир шулай уҡ 15 йәшлек ҡыҙ баланы - 8-се класс уҡыусыһын бәрҙереп үлтерә, ә янындағы дуҫ ҡыҙы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Ошо уҡ ҡалала тағы бер иҫерек водитель арҡаһында бәләкәй бала һәләк була.
Был мәғлүмәттәр бер-бер артлы бер үк ваҡыттараҡ булғанға ла күҙгә бәрелә, ә ошоға тиклем дә бит иҫерек водителдәр арҡаһында күпме кешенең ғүмере өҙөлдө! 2019 йылда ғына ла иҫерек водителдәр 4,4 мең кешене (көнөнә - 12 ҡорбан!) тапатып, бәрҙереп үлтерҙе. Эйе, туранан-тура шулай тип, яуапһыҙлыҡ, тупһыҙлыҡ, башҡалар яҙмышына битарафлыҡ арҡаһында ҡылынған ғибрәт хәлдәр үҙенең исеме менән аталырға тейеш: үлтерҙе. Рәсәйҙәге юл-хәрәкәт тәртибен боҙоуҙарҙың һәр унынсыһы иҫерек водителдәр тарафынан яһала. Һәр иҫерек водитель - потенциаль кеше үлтереүсе. Бына шулай, кешелеген юғалтҡан әҙәмдәрҙе ҡылыҡтарына ярашлы тура әйтеп ғәйепләү етмәй беҙҙә. Юғиһә бит, юл-хәрәкәт ҡағиҙәһен боҙған бындай осраҡтарҙы, айырыуса төп ғәйеплеләрҙе нисек кенә аҡларға, язаны йомшартырға тырышмайҙар. "Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында", йәнәһе! РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһы, 4-се а пунктында иҫерек килеш юл ҡағиҙәһен боҙоп, кеше үлеменә сәбәпсе булыу факты иҫерек килеш күрәләтә рулгә ултырыу тип түгел, ә эскән килеш ҡылынған "һаҡһыҙлыҡ " тип атала. И.Соловьев тигән бер Мәскәү юрисы әлеге мәңге иҫерек Ефремовтың енәйәтен дә тап шундай һүрәттә - һаҡһыҙлыҡ касафаты тип күрһәтергә тырыша. Ул, йәнәһе, бер кемде лә үлтерергә теләмәгән. Дөрөҫө шул: иҫеректең уйында бер генә теләк: тиҙлек. Араҡы йә наркотикты уға бәйле кешеләр бер ҙә генә "һаҡһыҙлыҡ" арҡаһында түгел, ә аңлы рәүештә, яман ғәҙәтенә баш була алмай, нәфсеһен тыя алмағанлыҡтан ҡуллана. Уларҙы был осраҡта "сирле, ауырыу " тип әпәүләү ҙә дөрөҫ түгел, сөнки сирле кеше дауаханала ята йә өйөндә ултыра һәм, әгәр ауырыу икән, уға күрәләтә машина йөрөтөүгә хоҡуғын раҫлап таныҡлыҡ биреү - үҙе енәйәт. Ә инде ҡасандыр документ бирелгән икән, ошоға тиклем юл ҡағиҙәһен боҙоп өлгөргән был әҙәмде ЮХХДИ махсус картотекаға индереп, контролдә тоторға тейеш түгелме икән ни? Үкенескә, ЮХХДИ беҙҙә юл-хәрәкәт ҡағиҙәләрен боҙоу факттарын иҫкәртеү урынына күберәк ана шул авариялар эҙенән генә йөрөргә ғәҙәтләнгән, күңелһеҙ хәл-ваҡиғаның иң аҙағына ғына килеп етә улар.
Автоһәүәҫкәрҙәр тарафынан ҡылынған енәйәттәрҙең төп сәбәбе - ғәйеплеләргә яза сараһының йомшаҡ булыуы, дөрөҫөрәге, уның теүәл үтәлешенең күҙәтелмәүе. Ярай, бер йыл элек закон статьяһын камиллаштыра ла төштөләр, ти. Хәҙер иҫерек көйө кеше тапатып үлтергән өсөн 5-12 йыл төрмә янай, ә ике йә бер нисә кеше үлеме өсөн 15 йылға иркенән мәхрүм итеү ҡаралған, ләкин был язаны тулыһынса үтәп сыҡҡандар бармы икән ул тарихта? Күптәр баштан алып, төрмәгә баштарын тыҡмаҫ борон уҡ һаҡланыу саралары күрә башлай: йә зыян күргән яҡ менән хаҡын килешеп, түләп ҡотола, йә "тейешле" кешеләргә аҡса, ришүәт биреп, ирек яулай, ахыр сиктә, эләкһә лә төрмәгә түгел, ә ауыл-ҡасаба тибындағы колонияға барып, иркенләп йәшәй, тегендә-бында йөрөп ята ала, ҡайһылары өлгөлө тәртибе өсөн йә амнистия буйынса ваҡытынан алда иреккә сыға. Бөткәнме ни беҙҙең системалағы тишек-тошоҡ, йырын-йыртыҡ...
Шулай, бер нәмәгә ҡарамай, тормош дауам итә, урамдарҙы, юлдарҙы, хатта йәйәүленең законлы һуҡмаҡтарын баҫып алыусы машиналар, уларҙың торған һайын мөгөҙһөҙ һыйырҙай һөмһөҙләнә барған водителдәре арта ғына бара: ҡағиҙәне беләме ул, юҡмы, иҫерекме, айыҡмы, ауырыумы, һаумы - бөтәһе лә рулгә ынтылып ята, уны мәртәбә күрә. Ә аңһыҙ, күҙе тонған әҙәм ҡулында машина - ул һәр ваҡыт хәүеф сығанағы. Ҡасан ғына был машиналар ҡиммәтле, әммә үлемесле уйынсыҡ булыуҙан туҡтар икән?
Йәйәү йөрөүҙе күптән онотто әҙәм, йылдар буйы машинаһында ҡорһаҡ үҫтерҙе. Уныһы, ярай, үҙҙәренең эше, тик бына айыҡ ҡына булһындар ине лә бит. Хатта бензинға хаҡ артып тороу ҙа төшөрә алмай быларҙы машиналарынан. Ә бит эш хаҡы бәләкәй, түләүҙәр күп, эшһеҙлек, тип меҫкенләнергә яраталар, ғәҙәттә, тик барыбер бензинға ла, араҡыға ла, енәйәттәрен йомшартып, майларға ла аҡсалары етеп тора. Күрәһең, законды нисек кенә ҡәтғиләштермә, ул барыбер эскән кешегә кәртә була алмай. Тимәк, тағы бер сәбәп бар һәм ул күптән инде беренсе урында: эскелек, араҡы. Илдә әҙәм балаларының үҙ теләктәре менән араҡы һәм наркотик ҡолдарына әүерелеүе, тотанаҡһыҙлыҡ, кешелекһеҙлек, наҙанлыҡ арта. Шуға бәйле ҡылынған үлемесле юл фажиғәләре халыҡ телендә "Ефремов синдромы" тип атала икән хәҙер. Һәр замандың үҙ "уйындары"...
Әйткәндәй, республика юлдарындағы бындай ҡот осҡос хәлдәрҙән, ниһайәт, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә уянып китте, буғай. 20 июндә генә лә Башҡортостан юлдарында 16 автоһәләкәт теркәлде, унда 3 кеше һәләк булды һәм 21 кеше тән йәрәхәттәре алды, тип хәбәр ителә республиканың баш инспекторы блогында. Был һанды баҫырға әҙерләгәндә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тәүлек эсендә 1900 юл-хәрәкәт ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәне, 73 иҫерек водитель (!) тотолдо. Элек урлап ҡыуып алып кителгән бер автомобиль табылды. Бына бит, бурыстары талап иткәнсә, үҙ эшеңә яуаплыраҡ ҡарағанда, йәғни әлеге осраҡта юл-хәрәкәт хәүефһеҙлеге һағында көн дә шулай уяу торғанда, күп бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртергә, эскән килеш руль артына ултырырға баҙнат итеүселәрҙе ҡый үләндәре һымаҡ берәм-берәм "сүпләргә" лә була икән! Контроль барлығын һиҙеп, улар ҙа, бәлки, был алама ғәҙәттәренән тыйыла башларҙар ине.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.20 | Ҡаралған: 600

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru