«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НӘФСЕ ПИРАМИДАЛАРЫ КҮҘҘЕ БЫУА, АЛДАШТЫРА
+  - 


Кешегә күп төрлө хис-тойғолар менән бергә нәфсе тигән нәмә лә һалынған. Ошо нәфсе беҙҙе байыуға, күберәк табыш алыуға, артыҡ көс һалмай ғына килем табыуға этәрә. Һәм тап ошо ысулды финанс пирамидалары тәҡдим итә лә инде.

"Ниндәйҙер бер сумма индер ҙә... артыңдан 3-5 кеше ҡуй ҙа... һиңә сумма күсеп бара... аҡсаң йыйылып бара... һин беҙҙең команда ағзаһы... һин - лидер... матур киләсәк көтә... уңыш... муллыҡ... байлыҡ", тиҙәр улар. Һәм, әлбиттә, беҙ ышанабыҙ. Ышанғы килә лә инде! Шундайға аҙ ғына булһа ла әүрәмәгәндәр бик һирәктер. Танышым үлтереп өгөтләгәс, кемдәрҙер шунсама килем ала, мин дә әллә күпме аҡса индерҙем, был - донъялағы иң ысын һәм алдаҡһыҙ компания, тигәс, мин дә, ҡаҙаҡтың шунгит һабынын һата торғанмы, бер селтәрле маркетинг ағзаһы булып киттем шулай. Үҙем 3 мең, ҡыҙым 3 мең индереп, артыбыҙҙан хеҙмәттәш ҡыҙҙарҙы шулай уҡ 3-әр меңдән маркетингҡа "теҙҙем". Шуның менән вәссәләм - аҡса ла юҡ, килем дә. Ҡулда бер тоҡ һабын тороп ҡалды бит инде шулай ҙа, быларҙы уға-быға тәҡдим итәм хәҙер. Редакцияға бер үзбәк ҡатыны өрөк-емеш һатырға килеп йөрөй, ныҡ шәп һабын, йөҙ сирҙән дауа, тип уға тәҡдим иткәйнем, ул: "Был һабын беҙҙә үҫкән мамыҡтың төш һөйәгенән яһала, ҡаҙаҡтар мамыҡтың иң түбән сортын осһоҙға алып сыға ла, шул сеймалдан ошо һабынды ҡайнатып, Рәсәйгә сығара. Беҙҙә бындай һабынды һәр ғаилә хужалыҡ кәрәк-ярағында тотоноуға үҙе ҡайната, мин уны бушлай ҙа алмайым", - тип көлдө...
...Икенсе танышым тағы бер селтәрле маркетингҡа саҡырҙы. Уныһына мин ризалашманым, әммә ул Өфөнө белмәгәс (икенсе ҡаланан ине), оҙатышып барҙым. Сауҙа үҙәге артындағы ҙур офиста йыйылғайны халыҡ. Килеп инһәм, спикер булып республикабыҙҙа билдәле йырсы ханым телмәр тота. Таҡтаға һыҙып тороп аңлата. Мине танып, ихлас ҡаршыланы, күрештек, сәй ҙә эсерҙе, хатта йырлап та күңелде асты. Уның сығышынан билдәле булыуынса, күпмегә тиҙерәк байырға теләйһең - шул тиклем, мәҫәлән, 60, 120, 320 мең һум сумма индерергә кәрәк ине был компанияла ағза булыр өсөн. Йырсы ханым миллионға яҡын индергән (дөрөҫ булһа инде), айына йөҙ меңгә яҡын килем алып тора, имеш. Ҡыҫҡаһы, минең менән барған танышым "аҡса эшләргә" өйрәнергә ҡалды, мин ҡайтып киттем. Был эштең аҙағы шулай: танышым 600 меңдән ашыу кредит алып, селтәрле маркетингҡа һалған, ике-өс ай килем алған һәм... әпәт вәссәләм. Лекцияны тыңлап ҡайтҡас та мин уға: "Әгәр улайтып ҡына аҡса эшләп йәшәп ятып булһа, халыҡ эшләмәҫ, байҙар эш урындарына түләп тормаҫ, банктар тик шул системаны ҡулланыр ине",- тип аңлатып ҡараным, әммә танышым аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Бөгөн ул инде йылдан ашыу айына 16 мең кредитын түләй. "Башҡортостандың атҡаҙанған артисына мөрәжәғәт ит, ул нисек аңлата һине алдарға ярҙам итеүен", - тип ҡарайым, "Ул үҙе лә шул хәлдәмен, ти" - тип илаулай ғына. Быныһы шулай...
...Бөгөн Башҡортостан менән Ҡаҙағстан халҡы круиз клубына мөкиббән киткән. Ҡарап торһаң, барса халыҡтың бөтөн йәшәү маҡсаты ана шул лайнерҙа йөҙөүгә генә ҡайтып ҡалған һымаҡ. Урамда осраған таныштар ҙа, шылтыратҡандары ла, махсус күрешеү тәҡдим итеп килгәндәре лә, ә инде интернет аша өндәшеүселәрҙе әйтеп тә тормайым, шул круизға ҡушылырға өгөтләй. Уҡытыусылар, артистар, яҙыусылар, тәрбиәселәр, эшлеләр, эшһеҙҙәр... барыһы ла ҡапыл ғына "аҡса эшләргә" һәм һиңә "ярҙам итергә" теләй. Барыһы ла круиз компанияһының уңышлы булыуына һәм киләсәктә... донъя бөткәнгә тиклем... әлеге лайнерҙарҙың океандарҙы, диңгеҙҙәрҙе айҡап йөҙөп йөрөрөнә гарантия бирә. Ә ысынында улар үҙҙәренән алда был селтәрле маркетингҡа инеүселәрҙең һөйләгәнен генә тәҡрарлай, компания хаҡында ла, был пирамида системаһы тураһында ла мәғлүмәтле түгелдәр. Яуыз уй менән түгел, ә үҙҙәре лә аңламаҫтан, нәфсе ҡотҡоһона бирелеп, бар таныштарын шул уҡ ышанысһыҙ юлға этәрә...
Лайнерҙар ысынлап та бар улар, уларҙа бер ниндәй селтәрле маркетингҡа аҡса һалмайынса ла ял итергә, сәйәхәт ҡылырға була. Унан һуң, был компанияның Рәсәйҙә вәкиллеге юҡ икәнен дә күптәр белмәйҙер әле. Әгәр һеҙгә ниндәйҙер закон нигеҙендәге эштәр менән турфирмағыҙға мөрәжәғәт итергә тура килһә, бының өсөн АҠШ-ҡа йә Андорраға барырға тура киләсәк. Ә унда бөтөнләй икенсе ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙҙең менән төҙөлгән килешеүҙә компанияның адресы - бер, ә Халыҡ-ара круиз линиялары ассоциацияһында бөтөнләй икенсе адрес күрһәтелә. Круиз лайнерҙары круиз компанияларына ҡарай, ә круиз компаниялары пирамида эсендәге йөҙәрләгән-меңәрләгән аралашсы кешеләр аша эшләмәй, ә йүнәлтмәләрен туранан-тура үҙе һата ала. Һеҙ индергән беренсе сумма долларға түгел, ә круиз валютаһына әүерелә. Әммә был валюта бер ерҙә лә "валюта" булараҡ теркәлмәгән. Уның бер ниндәй ҙә ҡиммәте юҡ, инвестиция булып иҫәпләнмәй. Был уйлап сығарылған аҡса ҡиммәте. Артабан айлыҡ түләүҙе ай һайын индереп барырға кәрәк, әгәр һуңлатһаң, был клубта ағзалығың юғала. Ә инде үҙ иркең менән ағзалыҡтан сығып китәм тиһәң - ана бара юлың, тик инде бер тинһеҙ китәсәкһең. Индерелгән суммалар кире ҡайтарылмай. Ысынында улар шунда уҡ пирамида ойоштороусыларҙың кеҫәһенә инеп китә лә инде. Ә һин был уйында алдаҡ валюталар менән генә уйнап йөрөнөң. Рәсәй журналистары, эҙәрмәндәре, алданған кешеләр күптән был пирамиданың асылын тикшереп һалды инде, әммә беҙҙең яҡтарға (беҙҙең республика) аныҡ мәғлүмәт килеп етмәй әле. Шулай уҡ ҡаҙаҡтарға ла. Улар ҙа әлеге пирамидаға күпләп тығылған...
Мин был круиз фирмаһы ойошторған форумға ла, аңлайым, тыңлап ултырайым әле, тип барҙым, таныштарым үҙҙәре түләп өгөтләп саҡырғайны. Фойела оҙаҡ ҡына килеүселәрҙе күҙәтеп ултырҙым. Күптәре йөҙгә таныш. Ябай хеҙмәтсән, эшсән халыҡ. Береһе лә бизнесмен да, шәхси эшҡыуар ҙа түгел. Саҡ ҡына йылдамыраҡ һәм йышылғаныраҡтары бәләкәй пирамида "башлығы" икәне күренеп тора. Улар үҙ "өйөрҙәре" өсөн йүгереп йөрөп урынын табыша, урынлаштыра, һыуын-кәрәген алып килеп хәстәрләп йөрөгән була. Шулайтмай һуң, ул бит быларҙың һәр береһенән процент ала! Унан сәхнәгә сығып һөйләүселәр үҙҙәренең круиздағы тәьҫораттары менән бүлеште. Бер үк һүҙҙәр, фразалар ҡабатланды: мөһабәт лайнер, шәп номерҙар, бассейндар, музыка, йомшаҡ түшәктәр, иртәнге аш, төшкә табын, киске банкет... Хор менән ҡысҡыртыуҙар, хор менән яуаплатыуҙар, эйфорияға индерелгән халыҡтан дәлилләүсе һүҙҙәр әйттереүҙәр, ураған һайын "һеҙгә оҡшаясаҡ", "һеҙ бәхетле буласаҡһығыҙ" тигән һымаҡ фразалар ташлау, ҡыҙыҡһындырыу - былар барыһы ла ныҡышмай ғына өгөтләү алымдары. Һине аҡса эшләргә, байырға һәм шул уҡ ваҡытта "бушлай" ял итеп йөрөргә өгөтләп торалармы һуң? Кем әйтмешләй, бушлай сыр шул сысҡан тотҡоста ғына инде...
Компания әле дүрт йыллап ҡына эшләй һәм уның тағы ла күпме "йөҙөп йөрөрө" билдәһеҙ. Йылғырҙар аҡса эшләп тә өлгөрөр, алданыусылар ҙа, урталыҡта ҡалыусылар ҙа булыр. Шулай ҙа халыҡтың ҙур өлөшө бында өҫтәгеләргә аҡса йыйыусы ғына булып сығасаҡ. Бөтә пирамидаларҙағы кеүек үк. Ә ябай халыҡты өгөтләп, ҡыҙыҡтырып әүрәтеүселәр йән тәсмән булып был эштең иң тапҡыр һәм уңышлы юл икәнен иҫбатлар. Бында ла эшләп, тир түгеп табыла мал, тиер. Ысын, ҡарап торһаң, улар шул тиклем айбарланып яҡлай ҙа ул пирамидалар данын, әйтерһең, ата-бабаһының намыҫын һаҡлай. Ә нәфсе тигән нәмә үҙенекен итә - әҙәм балаһын ул арбай, күҙен быуа...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 654

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru