Белем биреү системаһынан киткәнемә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, йыш ҡына институтты тамамлап, яңы эш башлаған йылдарым тураһында хәтирәләрем яңырып тора. Күптән түгел бер уҡыусымдың яҙмышын ишетеү ҙә күңелдә уйылып ҡалған дәрестәремдең береһен иҫкә төшөрҙө.
Сирек аҙағында үткәрелгән контроль эштә, дөйөм теманан тыш, киләсәктә үҙеңде нисек күҙ алдына килтерәһең, тигән һорау биргәйнем. Үрҙә атап кителгән уҡыусымдың яуабы башҡаларҙыҡынан айырылып торҙо: "Әлегә кем булырымды аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә тыуған еремә файҙалы кеше буласаҡмын", - тигәйне ул.
Тема буйынса бер яуабы ла дөрөҫ түгел ине, шулай ҙа һуңғыһы өсөн уҡыусыма "бишле" ҡуйҙым, класташтары алдында маҡтап, өлгө итеп күрһәттем. Был баһа уның күңелен шул тиклем үҫтерҙе - икенсе дәрескә дәфтәргә яҙылғанды ятлап килгәйне. Ҙур зәңгәр күҙҙәренең бәхетле йылтырауы әле булһа күҙ алдымда...
Аҙаҡ, мин мәктәптән киткәс, был малайҙың ҡустыларын эйәртеп йөрөгәнен йыш күрә инем. Ул йә күрмәмеш булып, йә башын түбән эйеп үтә. Был юлы үҫмер улайтманы. Иҫәнләшмәһә лә, танымағанға һалышманы. "Ҡайҙа юлландың?"- тим төйөнсөгөнә ымлап. "Баш һуҡҡан яҡҡа... китәр инем, әгәр бынауҙар булмаһа", - тине ул салғыйына йәбешкән, бер-береһенә оҡшаған ике ҡустыһына күрһәтеп. Ғаиләһендәге күңелһеҙ хәлдәр тураһында хәбәрҙар инем, әлбиттә, шуға ла: "Эй, балаҡай, тыуған ерендә, үҙ өйөндә, үҙ ғаиләһендә тапмаған бәхетте сит тарафтарҙан табырмын, тип уйлай, күрәһең",- тип йәлләгәйнем уны ул саҡта.
Ҡала ятаҡханаларының береһендә көндөкөн-көнгә ялғап көн күргән ғаиләлә үҫкән әлеге үҫмерҙең: "Ҙурайғас, сит ил машинаһы алып, бөтәһен дә шаҡ ҡатырасаҡмын әле", - тигән һүҙҙәре лә онотолмай. Яңыраҡ уның колонияла ултырыуын ишеттем. Һәм быға бер ҙә ғәжәпләнмәнем. Ғаиләләге агрессиянан, хәйерселектән, мохтажлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан ҡасып, йөҙәрләгән, меңәрләгән бала енәйәт ҡорбанына әйләнгәндәр, йә ошо сит ил машинаһы тураһында хыялланған малай кеүек, енәйәт юлына баҫҡандар аҙмы ни?
Мәктәптә лә, ғаиләлә лә үҫмерҙәргә битарафлыҡ күрһәтмәйек, сыуалышлы, үкенесле яҙмыштарға юл ҡуймайыҡ, тип әйтке килә. Ана бит, "...файҙалы кеше буласаҡмын" тигәндәре лә юлдан яҙырға әҙер тора. Ә бит дөрөҫ йүнәлеш биргәндә ысынлап та тыуған еренә файҙалы кеше булыр ине ул.
Лена АБДРАХМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА