«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИКЕНСЕ ТУЛҠЫН БУЛЫРМЫ?
+  - 

Медицина фәндәре докторы, профессор Нәүфәл Заһиҙуллин ProUfu.ru баҫмаһына биргән интервьюһында коронавирустың икенсе тулҡыны булмаясағын белдерә.

"Мин икенсе тулҡын булырына ышанмайым, сөнки беҙҙә уның беренсе тулҡыны оҙаҡҡа һуҙылды һәм әлегә ахыры күренмәй. Йәғни беҙ, шартлы рәүештә, платоға сыҡтыҡ. Әгәр Мәскәүҙә эпидемия бөтөүгә табан барһа, беҙҙә унан сығыу оҙаҡҡа һуҙылыуы мөмкин", - тип белдерә ул.
Ғалим сирҙең ни өсөн оҙаҡҡа һуҙылыуының сәбәптәрен дә асып бирә: беренсенән, ул райондарға яйлап үтеп инә; икенсенән, хәҙер өйҙә 1,5-2 ай ултырған кешеләр ауырый башланы, сөнки уларҙың иммунитеты юҡ, ҡайһы берҙәренең башҡа ауырыуҙары бар; өсөнсөнән, хәҙер кешеләр күпләп осраша, ҡунаҡҡа йөрөшә, битлектәр кеймәй, социаль дистанция һаҡламай һәм санитайзерҙар ҡулланмай.
"Элек беҙҙә бындай инфекциялар булманы, - ти профессор. - Был осорҙа беҙ ял иттек. Хәҙер дауаханаларҙа ауырыуҙар оҙон сиратҡа баҫты. Вирус үҙенең агрессияһын кәметһен, хәүефһеҙ булһын һәм эҙемтәләре аҙайһын өсөн уға яраҡлашырға кәрәк. Был бер нисә йылға һуҙылырға мөмкин. Вирус өсөн бер-ике-алты ай мөҙҙәт түгел. Минеңсә, көҙгө яҡҡа ла яңы инфекция усаҡтары булыр, әммә дөйөм алғанда пандемия кәмеүгә бара. Беренсе тулҡынды оҙаҡҡа һуҙыу дөйөм коллектив иммунитет барлыҡҡа килтерә - ни тиклем күберәк кеше ауырыһа, шул тиклем сирҙең ҡабаттан барлыҡҡа килеү хәүефе кәмей. Әгәр халыҡтың 20-30 проценты ауырыһа, икенсе тулҡын бөтөнләй булмаясаҡ, сөнки күпселек әүҙем халыҡта иммунитет барлыҡҡа киләсәк".
Шулай уҡ доктор вакцинация эшләтеү зарурлығын да белдерә. Организм шулай ҡоролған: әгәр вирус булмаһа, бер ни тиклем ваҡыттан антителалар юҡҡа сыға, ти ул. Мәғлүм булыуынса, улар бер йылға ғына етә. Әлеге ваҡытта ауыр хәлдәге сирлеләрҙең артыуын табип сир үткәргән йәштәрҙең ата-әсәләре ауырый башлауы менән бәйләй. Оло йәштә булғанлыҡтан, улар сирҙе ауыр үткәрә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң вирус тотороҡлоға әйләнәсәк һәм киләсәктә ул еңел үтәсәк. Нәүфәл Заһиҙуллин Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусыларҙың статистикаһы түбән булыуын абсолют сәләмәт булып, үлеменә коронавирус сәбәп булғанда ғына вафат булыусыға ошо диагноз ҡуйылыуы, ә башҡа сирҙәре булғанда коронавирус икенсел сәбәп итеп билдәләнеүе менән аңлата.
Шулай уҡ ғалим киләсәктә бер нисә проектты тормошҡа ашырырға, атап әйткәндә, коронавирустың эҙемтәләрен өйрәнеү буйынса эшмәкәрлек алып барырға планлаштырыуҙары тураһында белдерә.

"БАШИНФОРМ".

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.20 | Ҡаралған: 1590

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru