Сәхнә күгендә Бибисара Азаматова йондоҙоноң сағыуланып китеүен тамашасы ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Йырсы бер нәҙекәй генә ялпылдаҡ ҡыҙыҡай булһа, берәүҙең дә артыҡ иҫе китмәҫ ине, был ирҙәргә хас тәрән тауышлы, мул кәүҙәле... инәй булып сыҡты. Ә күпме тыңлаусы йыйҙы ул! Тап ана шул үтә лә зарлы, баҫалҡы моңло тауышы һәм ретро йырҙары менән яуланы ул күңелдәрҙе. Был йырҙар артында еңел булмаған яҙмыш та, ҡатмарлы ғүмер юлы ла, үҙенсәлекле характер ҙа тойолдо. Һәм тап ана шулары хаҡында һөйләштек тә инде беҙ Бибисара АЗАМАТОВАның үҙе менән.
Бибисара апай, һеҙҙе тәүге тапҡыр тыңлауымдың ҡыҙығын һөйләп китәйем әле. Редакция водителе командировкаға сыҡҡанда оҙон юл буйына бер бәрхәт тауышлы ир кешене йырлатты ла йырлатты. Ахырҙа, "Ниндәй ағайҙы тыңлайһың ул?" тип һораным. "Ағай түгел, Бибисара апай был", - ти водитель. Аптыраным. Аҙаҡ ҡына һүрәтегеҙҙе күреп аңланым. Ошолай уйлаусыларға, әйтеүселәргә үпкәләмәйһегеҙме?
- Юҡ, әлбиттә. Мин хәҙер үпкәләй торған йәштән үткән. Нисек бар - шулаймын.
Баймаҡтан сыҡҡан йырсы икәнегеҙҙе беләбеҙ, ә тыуып-үҫкән ерегеҙ, тәрбиәләнгән ғаиләгеҙ, ата-әсәгеҙ хаҡында ла үҙ ауыҙығыҙҙан ишетке килә?
- Мин Баймаҡ районының Талҡаҫ күленә китеп барғандағы Бәхтегәрәй йәки Әпек ауылында тыуғанмын. Һуғыш башланғанда әсәйемә ун дүрт йәш булған, шул үҫмер бала үгеҙ егеп, Магниттан тракторҙарға яғыулыҡ ташыған. Юлда туҡтап, үгеҙҙәренә һалам һалып, шул һаламды өйөп яндырып, көлөндә картуф өтөп ашап, серем итеп йөрөгәндәр. Бер саҡ хатта бүреләр ҙә ҡамаған ҡыҙҙарҙы. Әлеге һаламды яға-яға ҡайтып еткәндәр...
Үҙем хаҡындағы һүҙҙе әсәйемдән башланым. Уның ауыр һәм бәхетһеҙ яҙмышын бәйән итеүҙән. Бәлки, был ғәҙәти тормош ҡыналыр, әммә ҡатын-ҡыҙ бәхетен беҙ ир бәхете, ғаилә бәхете аша баһалап өйрәнгәнбеҙ бит инде. Ундай бәхет яҙмаған уға. Һуғыштан һуң да көслө ир-егеттәр сатан-сулаҡ ҡына ҡайтҡас, ҡыҙҙар һаман да сплав, урман ҡырҡыу, ер һөрөп-урыуҙа йөрөгән. Әсәйем дә йәшләй генә ирҙәр эшенә егелә, унан һауынсы булып китә. Ҡырҡ туғыҙынсы йылда мин тыуам. Атайым Сибай яғынан килгән уполномоченный була. Ул үҙенең ғаиләле булыуын йәшерә. Аҙаҡ йыш ҡына мине күрергә тип килә, тик өләсәйем бәләкәс баланы урман араһына алып барып йәшерә лә ҡуя икән. Шул хәлде хатта хәтерләйем дә әле. Элек малайҙарҙы бабаға ултыртҡанда, шул баба менән ҡурҡыталар ине. Ә мине "Мостафа" менән ҡурҡыттылар. Өләсәй "Бала йыйыусы Мостафа килгән" тип, ағаслыҡҡа алып барып, ҡулыма шәкәр киҫәге тоттора ла, ҡалдырып китә. Сепрәктәр, таштар бирә, шәкәрҙе ялап, сепрәк-сапраҡты уйнатып, "Мостафа"нан йәшенеп ултырам. Беҙгә килгән кешенең атайым икәнен кем генә белгән инде? Оҙаҡ йылдарҙан һуң, әсәйемде ерләгәндә генә беренсе тапҡыр күрҙем атайҙы...
Аҙаҡ мин өләсәйемдә үҫтем. Әсәй район үҙәгендә баракта йәшәп, һыйыр һауа. Мин уны күрергә тип, йәйәүләп, матур милли күлдәк кейеп, өләсәйемдең итәгенә тотоноп ҡына барам. Камзулым, ҡашмауым да бар ине. Аяғымда бәләкәй галуш. Һигеҙ саҡрымды шулай тәпәйләйбеҙ. Өләсәйем мине әүрәтеүгә уйын уйлап таба, "Бар шул ташҡа тиклем йүгер, бар шул ағасҡа тиклем", тип алдан ебәрә. Йүгереп барып етәм дә, ул килгәнсе ҡысҡырып йырлай торам. Шул 4-5 йәшемдә үк әллә күпме йырҙар белә инем...
Өләсәйем дә өйҙә ултырмай. Ул ике ауыл араһындағы йәйләүҙә бейә һауа. Ә мин, өс йәше лә тулмаған бала, шунда ураланып йөрөйөм. Ҡайҙалығымды күреп тороу өсөн өләсәйем башыма сөм-ҡыҙылдан яулыҡ ябындыра икән. Шулай бер көн ҡатындар ҙа, көтөүселәр ҙә мине күҙҙән яҙҙыралар ҙа, таба алмай яфаланалар. Зымзыя юҡ булам да ҡуям. Өсөнсө көнөнә генә Ғөбәйт ағай һыбай килеш тау ҡаяһына менеп ҡарап, ялан юлында бер ҡыҙыл таптың йыбырлауын аңғарып ҡала. Бысранып, себен-серәкәйҙән таланып, шешенеп, илап-хәлһеҙләнеп бөткән булғанмын, ә яулығымды һалмағанмын. Был минең беренсе тапҡыр үлем менән осрашыуым, әммә унан ҡотолоп ҡалыуым булды. Ә ғүмер юлымда улар бер нисәү булды.
Һуғыштан һуң тыуған балалар быуыны бит инде һеҙ. Белеүебеҙсә, уларҙың яҙмышы еңелдән булмай. Шулай ҙа һеҙ хеҙмәт өлкәһендә лә, ижад өлкәһендә лә үрҙәр яулағанһығыҙ. Нимәләр нигеҙ булды был үҫешкә?
- Әсәйгә ҡунаҡҡа барып йөрөнөк тип әйттем бит инде. Ер иҙәнле саман барактарҙа өйһөҙ яңғыҙ ҡатындар йәшәй ине. Аҙағыраҡ, өләсәйҙең улы өйләнеп, унда балалар ишәйә башлағас, әсәйем уҫаҡтан бура ҡороп, тыштан һалам менән балсыҡ һылап, бәләкәс кенә өй һалды ла, мин икенсе синыфҡа бара торған йылда икебеҙ йәшәй башланыҡ. Көҙ көнө мине, йәше тулмаған, тип, мәктәпкә алманылар, мәктәпкә йөрөрлөк кейемем дә юҡ ине. Әммә мәктәпкә барыу теләгем шул тиклем көслө булғас, өләсәйем уҡытыусы менән барып һөйләште. Улайһа, быйма кейер мәл еткәс, уҡырға килер, тигәндәр. Өләсәй торф сығарыусыларға ойотҡан биреп, һалдат шинеленә алыштырып алып, көпө тегеп бирҙе. Шулайтып, декабрь айында шул көпөнө һәм быйма кейеп, мәктәпкә барҙым.
Был ҡарлуғас ояһындай ғына өйҙә беҙ бик бәхетле йәшәнек. Кескәй генә ике тәҙрә, усаҡлы мейес, тәпәш урындыҡ, урындыҡ өҫтөндә ҡаралды. Әсәйгә яҡшы эшләгәне, райсовет депутаты булғаны өсөн быҙау биргәйнеләр, шуны ла өйҙә тотоп үҫтерәбеҙ. Мөйөштә ҡалпаҡлы радио эленеп торҙо. Сәғәт берҙә башҡортса концерт башлана. Аяғөҫтө баҫып, радиоға күҙ ҙә йоммай тексәйеп тороп тыңлайым. Фәриҙә Ҡудашева, Хөсәйен Ҡудашев, Мәғәфүр Хисмәтуллиндар йырлай. Уларҙы тыңлап бөткәс, "Хәҙер һеҙ мине тыңлағыҙ", тием дә, эй, ҡысҡырып йырлай башлайым. Улар ишетеп торалар тип уйлайымдыр инде. Аҙағынан "Алла бирһә, мин булырмын Косыгиндың килене" тигән куплет менән тамамлап ҡуям.
Әсәйем яҡшы тегенсе лә булды. Тупаҫ эштән ярылып-теленеп бөткән ҡулдарын кистәрен туң май менән һылап бәйләйем. Ә ул уралған бармаҡтары менән теген машинкаһы артына ултыра. Ҡатын-ҡыҙҙарға күлдәк-костюмдар тегә. Ә мине сигеүгә өйрәтә. Мин кейәүгә китә торған апайҙарға оҙон-оҙон таҫтамалдар сигә башланым. Әсәй теккән ҡулъяулыҡтарға рауза гөлдәре, һандуғастар төшөрәм, янсыҡтарға ҡусҡарҙар яһайым, ситтәрен ынйылап ҡайыйым. Әсәйем йырлай-йырлай теген тегә, мин ҡушылам. Ныҡ матур йырланы ул. Апайҙар, инәйҙәр кис ултырырға киләләр. Урындыҡта урын юҡ, иҙән тар, мөйөштә быҙау, мин урындыҡ аҫтына фуфайка түшәйем дә инеп ятам. Эй, йырлашалар бит! Урындыҡ аҫтынан мин дә ҡушылып йырлайым...
Дүртенсе класты тамамлағас, Таулыҡай ауылында бер туғандарыбыҙҙа ятып уҡыным. Ял һайын егерме биш саҡрым араға әсәйем янына ҡайтып килә торғайным. Бишенсе класҡа Сибай интернатына барҙым. Бер саҡ ялға ҡайтһам, әсәйем биш балалы һуғыш ветеранына кейәүгә сыҡҡан. Димләп биргәндәр. Теге ағайҙың ҡатыны үлгән дә ваҡ балалар менән тороп ҡалған. Бына шул хәлдән һуң минең әсәйем менән бергә йәшәгән саҡтағы бәхетле көндәрем тамамланды. Һеҙ һуғыш ветерандары тураһында китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына беләһегеҙ, ә беҙ уларҙың һуғышта алған йән һәм тән яралары һөҙөмтәһендә психикалары ҡаҡшауы, эскелеккә бирелеүҙәре афәтен үҙ елкәбеҙҙә татыныҡ... Каникулдарға ҡайтыла ла, ҡыштарын мал аҙбарында, йәйҙәрен картуф баҡсаһында йәшенеп йөрөп кителә. Фронтовиктар булған ғаиләләрҙә күптәр шулай йәшәне. Әсе булһа ла хәҡиҡәт был. Ошондай бала саҡ мине сыныҡтырҙы. Йәшәүҙән дүндермәне, киреһенсә, көрәшсе, яугир итте. Әгәр берәүҙең иркә генә ҡыҙы булып наҙланып үҫһәм, мин тормошомда осраған һынауҙарҙы үтә лә алмаҫ инем..
Өләсәй тәрбиәһе алып үҫкән кеше бит инде һеҙ. Кем булды һеҙҙең өсөн өләсәй?
- Эйе, үҙемде белә-белгәндән өләсәй итәгенә тотоноп йөрөнөм. Уның һымаҡ хәбәр һөйләп, ул өйрәткән йырҙарҙы йырлап, уныңса ҡыланып үҫтем. Ғәҙәттә, өләсәйҙәр янында үҫкән балалар шулайыраҡ була бит. Бәлки, уның йәшәйешенең фәлсәфәһен аңлап та етмәгәнмендер, әммә уның донъяһы минең өсөн изге һәм таҙа ине. Бәләкәйҙән уға эйәреп намаҙ уҡыным, аяттар ятланым. Хатта ураҙа тотҡанында ла таңдан тороп сәхәр ашайым, көндөҙ ашап алам да, кис тағы бергәләп ауыҙ асабыҙ. Көтөп алған байрамдары Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре ине. Шул байрамдарҙа ул миңә яңы күлдәк тегеп кейҙерә. Аҙаҡтан да шул байрамдарҙың яҡтылығы һәр ваҡыт күңел түрендә генә йәшәне...
Өләсәйем һатыу өсөн киндер һуға, ҡорама ҡорай, ҡул эштәре менән булыша. Мин дә ҡуша ултырып, уға йөн тетешәм, иләшәм, ҡорама өлгөләрен теҙешәм. Бәләкәймен бит инде, арып та китәмдер инде. Шул саҡта ул миңә кеҫәһенән алып, шәкәр киҫәге тоттора ла, "Бар, башҡаларға күрһәтмәй генә ашап кил", ти. Өйҙә ағайҙың ваҡ балалары күп кенә, улар күреп ҡалмаһын тип, шәкәрҙе тотам да йүгерәм аҙбарға. Шунда берәй мөйөштә боҫоп ҡына ултырып, шәкәрҙе ялап, күңелем булып кире киләм...
Бибисара апай, һеҙ бит мәктәп йылдарынан хеҙмәткә егелгән, хеҙмәт сынығыуы үтеп үҙегеҙҙең төп эшегеҙгә килгән кеше...
- Беҙҙең заманда бар балалар ҙа үтә ине инде хеҙмәт сынығыуын. Етенсе класты тамамлағандан һуң мине лә ауылда ике ҙур бригадаға ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар. Көнөнә ике тапҡыр мейескә егерме бишәр икмәк һалам, унан сөсикмәк бешерәм, һурпаға баҫып һалма йәйәм. Төшкөлөккә бишбармаҡ, кискелеккә туҡмас өлгөртәм. Шул арала ат өҫтөндә тырмала ла йөрөйөм әле. Артабан мине һыйыр һауырға ҡуштылар. Йәйләүҙә ятабыҙ, һыйырҙарҙы өс тапҡыр һауабыҙ, кистәрен ауылға ритайымға ҡайтабыҙ...
Унынсы класты бөткәс, әсәй: "Бер һыйырҙы һатып, аҡсаһын бирәм, уҡыуыңды дауам ит",- тине. Бер баш һыйыр алты йөҙ һум тора, ул ғына аҡсаға кейенеп-йәшәп буламы ни? Һауынсы булып эшләргә ҡарар иттем. Комсомолдың беренсе секретары саҡыртып алды ла: "Һиңә уҡыуыңды дауам итергә кәрәк, быйылға һуңланың, киләһе йыл Стәрлегә пединститутҡа ебәрәбеҙ",- тине. "Ә мин хирург булырға хыялланам", - тим. "Улай булғас, әйҙә, дауаханаға эшкә урынлашып тор",- ти был. Шулай итеп, рабфакка тиклем тип, мине Баймаҡтың операция бүлегенә санитарка итеп эшкә урынлаштырҙылар. Шул тиклем яратып башҡарҙым был эште, халаттарымды ап-аҡ итеп крахмаллап ҡына торам. Операцияларҙан һуңғы ҡанды йыуып-һөртөүгә лә һис сирҡанмайым, ауылда мал һуйыуҙа ҡатнашып, бәләкәйҙән эсәк-ҡарын йыуып өйрәнгәс, бында ла тынысмын, йыйнаҡмын. Табиптарға ла ошолай һалҡын ҡанлы, тилбер булыуым, йәһәт-йәһәт ҡыбырлап эшләп йөрөүем оҡшай. Әммә бер мәл минең өсөн хәл иткес ваҡиға булды. Гинекологик операцияға шаһит булдым. Психикам бындайҙы күтәрә алманы һәм шул операциянан һуң дауахана тупһаһы аша ҡабат атлап инә алманым. Шуның менән "хирурглығым" тамам булды. Бынан ары комсомол секретары күпме генә өгөтләһә лә, "Хирург булмайым, һауынсы булам", тип илап тик торҙом. Ахырҙа, был ағай мине ауылға кире ҡайтармау ысулын тапты, яңы асылған һыра заводына комсомол секретары итеп ебәрҙе. Шулай итеп барып ҡаптым мин артабан ғүмеремдең 30 йыллабы үтәсәк был заводҡа.
Предприятиела комсомол секретары итеп кенә түгел, секретарь-машинист итеп тә, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре итеп тә ҡуйҙылар. Бар сараларҙы ойошторам, спорт ярыштарында ҡатнашам, саңғыла ла, еңел атлетикала ла разрядым бар, бейейем, йырлайым, агитбригадаларҙа йөрөйөм, ҡыҫҡаһы, бик әүҙем тормош менән йәшәйем. Ҡайһы көн эштән ҡайтмайым, заводта ултырғыстар теҙеп ятып йоҡлайым.
1968 йылда Баймаҡтың 30 йыллығына арналған концертта йырланым. Репетиция ваҡытында композитор, ул саҡта Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры Заһир Исмәғилев тыңлап ултырған икән. Мин ул саҡта тал сыбығындай ғына ҡыҙыҡай, шаянмын үҙем килеп. Заһир ағай мине Өфөгә уҡырға саҡырҙы. Был тәҡдимдән ҡанатланып осоп ҡайтып киттем, ауылғаса йәйәү йүгерҙем. Тик әсәйем ҡырҡа ҡаршы төшөп, артист та булдымы һөнәр, тип кире дүндерҙе. Беҙҙең халыҡта борондан артист һөнәрен ниндәйҙер түбән хеҙмәт итеп ҡабул иттеләр бит, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Бына шулай итеп был мәсьәләне япты ла ҡуйҙы әсәйем. Ул әйткән һүҙ минең өсөн закон ине, барманым. Һыра заводында ҡалдым...
Эш кенә түгел, башҡорт ҡыҙҙарына хас булғанса, йәшләй генә тормошҡа ла сыҡҡанһығыҙ, әсәй ҙә булғанһығыҙ...
- Буласаҡ ирем менән бергә бейеп, саңғы ярыштарында ҡатнашып, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөнөк. Ул минән ун айға ғына өлкән ине. Ахырҙа, мин уҡырға, ул армияға китмәгәс, өйләнешергә булдыҡ. Миңә ун һигеҙ, уға ун туғыҙ йәш. Ул күмәк ғаиләнән, мин үгәй атай йортонда сит баламын, шулайтып, бер түшәк, бер ҡалаҡ менән йәшәп киттек. Ирем Волгоградта уҡып ҡайтып, машзаводта мастер булып эшләп йөрөй. Мин дә ул саҡта инде райсовет депутаты булып киттем. Эш бар, аҡсаны арыу ғына алабыҙ, йәшәр мөйөш тә бирҙеләр. Ул заманда эшләгән кешегә юлдар асыҡ ине бит. Торараҡ иремде армияға алдылар. Ул ике йыл хеҙмәт итеп, арыуыҡ ҡына боҙолоп, эсергә өйрәнеп ҡайтты. Ҡайтты ла уңлы-һуллы йөрөп китте. Ҡайным сыбыртҡы тотоп эҙләргә сығыр, ярып алып ҡайтып һалыр ине. Шундай хәлдәр ҙә булғыланы...
Ә беҙҙең заводта белгестәр етешмәй, ситтән саҡырылғандар бер-ике йыл эшләй ҙә китәләр. СССР ваҡытында Одессала тиҙ арала белгестәр әҙерләй торған Ломоносов исемендәге институт бар ине. Шунда уҡырға ебәрҙеләр мине. Һигеҙ ай уҡып, производство мөдире, технолог, лаборатория мөдире, мастер тигән танытмалар алып ҡайттым. Мастер итеп ҡуйҙылар.
Иремдең эске-уйынға, ҡатын-ҡыҙҙарға әүрәүе арҡаһында ғаиләнең тыныслығы китте. Тик һынау был ғына булманы әле: ирем төндә һуҡмыш ҡайтып, газды асыҡ ҡалдырған да, мин белмәй барып ҡабыҙып... 25 йәшемдә тәнемдең һикһән дүрт проценты бешеп, дүрт ай ярым Өфө дауаханаһында яттым. Ике ай буйы бөтөнләй ҡуҙғалманым, күмер шикелле булғайным. Тере ҡалырыма берәүҙең дә өмөтө юҡ ине...
Иң тәүҙә ике бармағым ҡыбырлап китте. Хирургка шул ике бармағымды күрһәтәм, "Үлтермә, зинһар, ике балам бар", тигәнде аңлатырға тырышам, аңланы: "Тырышабыҙ, шул балаларың хаҡына һин дә көрәш",- тине. Аҙаҡ шул хирург мине студенттарына күрһәтеп: "Был ҡатын тере ҡалырға тейеш түгел ине, бер ышаныс та юҡ ине, бары тик үҙенең рухи көсө, характер ныҡлығы менән генә бирешмәне, иламаны, һынманы",- тип һөйләне. Үкенескә ҡаршы, ирем бер тапҡыр ҙа килеп хәл белмәне...
Күп нәмәләр үҙгәрҙе ошо хәлдән һуң. Беренсенән, миңә дүрт кило ла һигеҙ йөҙ грамм сит ҡан ҡойолдо һәм организмда гормондар тайпылышы китте, уны контролдә тотоу бик ауыр булды. 62 килонан 122 килоғаса тиклем һимерҙем. Элекке сағыу тауышым урынына ғырылдаҡ ирҙәр тауышы килеп сыҡты, сөнки тын юлдары, тауыш бәйләүестәре зарарланғайны. Битемдә һәм тәнемдә янғын эҙҙәре, ҡалын-ҡалын йөйҙәр, сөйәлдәр барлыҡҡа килде, сәс юҡ. Ошо хәлдәр ҙә һынау булғандыр инде ирем өсөн, ул уны үтә алманы. Шулайтып, 27 генә йәшемдә ике бала менән яңғыҙ тороп ҡалдым. Ирем киткәс, нервыларҙандыр инде, аяҡтарым йөрөмәй аптыратты, кис етһә, телем көрмәлер булып китте. Табиптар ҙа, булдыра алғандың барыһын да эшләнек, артабан үҙеңдән тора, тинеләр. Шул саҡ мин "Нисек тә аҙаҡҡа тиклем көрәшергә", тигән ҡарарға килдем. Халыҡ табиптарына йөрөп өшкөрөлдөм, велосипедҡа ултырҙым, йүгерҙем, саңғыла елдем, һыу индем, спорт залынан ҡайтманым, сыныҡтым. Иртәнге алтыла ике баламды ла эйәртеп, йүгерергә сығам, уларҙы ла спортҡа күнектерҙем. Шундай ваҡыты ла булды тормошомдоң һәм, Аллаға шөкөр, үтеп китте...
Баймаҡ һыра заводын етәкләргә нисек батырсылығығыҙ етте?
- Яйлап тормошом яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы, маҡсаттарым да, вазифаларым да, дәрәжәм дә үҫте. Мине тағы Мичуринский, Воронеждағы квалификация күтәреү институттарына уҡырға ебәрҙеләр. Уҡып ҡайтҡас, ҡалалағы Мебель фабрикаһына, унан баш тартҡас, Икмәк заводына етәксе итеп ҡуйырға өгөтләнеләр. Быныһынан да баш тартҡас, үҙем эшләгән һыра заводына ҡоҙаланылар. Ете-һигеҙ айҙай хужаһыҙ ине завод. Тағы ла баш тартырға сәбәптәр таптым. Әммә икенсеһендә саҡыртып өгөтләп тә торманылар, был вазифанан баш тартыу - ул партбилетты өҫтәлгә һалыу икәнде аңғарттылар. Шулай итеп, 29 йәшемдә мин һыра заводында директор булып киттем.
Завод тауыҡ тәпәйҙәрендә генә торған бер ҡоролма ине ул саҡта. Ете вагон-һауыт асыҡ һауала ерҙә ята. Складтар юҡ. Станоктар ҡул менән эшләнә, кешеләр итектәрҙә һыу кисеп йөрөй. Уйланым-уйланым да, райкомға мөрәжәғәт иттем, заводты яңыртырға кәрәк, тимен. Йәш кенә башым менән шундай оло хәбәр һөйләп килгән миңә аптыранылар башта. Унан иркемә ҡуйҙылар, йәнәһе, ни башҡара алаһың? Тап шул мәл Йылайыр совхозы комбайнеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың Юғары Совет депутаты Риза Яхиндың Мәскәүгә съезға юллана икәнен ишетеп ҡалдым. Ул үҙе менән Мәскәүгә тағы бер кешене алып бара ала икән. Риза Хажиәхмәт улына шылтыратып, мине юлдаш итеп алыуын үтенеп, эйәреп тә киттем. Съезд барған мәлдә тәнәфес ваҡытын көтөп тороп, СССР Юғары Советы рәйесе Косыгиндың кабинетына барҙым да индем. Бөтөн хәбәремде бер юлы теҙеп, райондың һәм Хеҙмәт Геройы Риза Яхындың хатын күрһәтеп, шул ҡағыҙҙарға рөхсәт имзаһы һуҡтырҙым. Бала саҡта "Берәй ваҡыт мин булырмын Косыгиндың килене" тип йырлап йөрөгән шәхескә килдем бит! Килене үк булмаһам да, ышанысына инеп, 180 дикалитрға тип планлаштырылған завод урынына 250 мең дикалитрға иҫәпләнгән, тутыҡмай торған ҡоростан ҡойолған яңы ҡоролмаларға йүнәлтмә йүнләнем. Урындағы, республикалағы баҫҡыстарҙы һәм етәкселәрҙе урап үтеп, туранан-тура Косыгинға барып атҡарҙым был эште һәм тауарым да төбәп кенә Баймаҡҡа килеп төштө.
1984 йылға яңы ҡоролмаларҙы ҡороп бөтөп, эшләй генә башлағайныҡ, Горбачев алкоголле эсемлектәр заводтарын яба башланы. Иҡтисади планды үҙгәртергә мәжбүр булдыҡ. Коллективты урамға сығарып ебәреп булмай бит. Тиҙ генә яңы технологиялар үҙләштереп, мармелад, помадка, петушоктар, газлы һыуҙар, вермишель етештерә башланыҡ. Аҙағыраҡ һыра етештереүгә лә рөхсәт булды. Чехославакиянан, Американан вагон-вагон арпа, Сыуашстандан ҡомалаҡ килә, үҙебеҙҙәге ҡомалаҡ ярамай икән был эсемлеккә. Производствоны киңәйттек, реконструкциялар үткәрҙек. Продукция бөтөн ил буйлап таратыла. Йоҡларға өс-дүрт сәғәткә генә ҡайта алам. Балаларҙы уятып, сәстәрен үреп, мәктәпкә оҙатам да, тағы завод донъяһына сумам. Шулай хеҙмәт ителде. Заводтың гөрләп, шаулап эшләп торған ошондай ваҡыттары булды. Үкенес, хаҡлы ялғаса эшләргә яҙманы. Заводта утыҙ йыл эшләнем, 20 йыл директор булдым, киткәндә хатта һаҡлыҡ кенәгәм дә юҡ ине. Өләсәйем менән әсәйемдең "Хөкүмәттекенә теймә!" тигәне мейемә һеңгән ине, ғүмер буйы шул кәңәште тоттом. Һәм тағы. Утыҙ йыл һыра еҫен еҫкәп эшләргә тура килде. Шул дәүер эсендә өс бокал да һыра эсмәгәнмендер. Яратманым. Сифатын төҫөнә ҡарап, бик булмаһа, бармағымды тығып ялап та билдәләй ала инем...
Хеҙмәт батыры булған Бибисара Азаматова ни арала йырсы Бибисараға әүерелде?
- Ә улар ғүмер буйы икеһе бергә йәшәне ул. Хеҙмәткәр һәм йырсы Бибисара булдым мин. 1997 йылда беренсе тапҡыр радиоға "Халыҡ таланттары" тапшырыуына һигеҙ йыр яҙҙырғайным. Унан "Юлдаш йыры"на саҡырҙылар. Шунда "диск сығарығыҙ" тигән тәҡдим булды ла, мин дәртләнеп киттем һәм ун алты йыр менән диск сығарҙым. Ул ваҡыт Өфөлә йәшәй инем һәм беренсе концерт менән Баймаҡҡа ҡайттым. Биш баянсы алып барып, шуларҙың алмашлап уйнауына ҡушылып йырлап, тулы залдарҙы илаттыҡ. Миңә ул саҡта 56 йәш ине.
Һәр кеше тәбиғәттәге бер нәмәгә, йәнлек-хайуанғамы, үҫемлеккәме оҡшай тиҙәр. Һеҙ кемгә оҡшатаһығыҙ үҙегеҙҙе?
- Яңғыҙ ҡарағасҡа. Хатта шулай итеп тоям да үҙемде. Тамырҙарым ныҡ, көслө минең. Өләсәйем шулай булды, унан әсәйем... Икеһе лә ҡара көс, сабырлыҡ, талғын аҡыл менән йәшәнеләр, балалар үҫтерҙеләр. Уларҙың шул яҙмышын мин ҡабатланым. Бер кемгә, бер нәмәгә ышанмайынса, һалышмайынса, ярҙам көтмәйенсә, беләктәремде һыҙҙым да, ике ҡулымды эшкә ҡуштым. Үкенескә ҡаршы, әлеге яҙмыш ҡыҙҙарыма ла ятты... Был ниндәйҙер бер һыҙат беҙҙең затта, ҡатындар балаларҙы яңғыҙ үҫтерә...
Яңғыҙлыҡты тормош иптәше булмауға ҡайтарып ҡалдыраһығыҙмы? Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер урын биләгән ир кеше булдымы йылдар ағымында?
- Миңә терәк булыр ир табылманы. Мин ирҙәргә таянырға кәрәктер, уларҙан яҡлау эҙләргәлер, тип, уйламаным да хатта. Киреһенсә, үҙем туған-заттағы ир-егетте етәкләп, коллективтағы ир-атты өҫтөрәп, тәрбиәләп, ғаиләһенә атай итеп йәшәттем. Ирҙәрҙең исемен, данын, намыҫын яҡлап та аҙ даулашманым. Шуға ла ирҙәр мине тиңдәш, фекерҙәш итеп ҡабул итте. Бөгөн дә ветерандарымды барлап, шылтыратып, гәзит-журналдар яҙҙырып торам.
Һеҙ халыҡсан характерлы, оло хужалыҡ менән идара иткән боронғо бейбисәләргә, халыҡ кәңәшкә килер ағинәйҙәргә оҡшағанһығыҙ, был аралашыуҙа һиҙелә...
- Эйе, мин хакимә. Әммә ҡаты күңелле ҡатын түгел. Ғәфү итә һәм үтенә беләм. Телем тупаҫ, тупһыҙ түгел. Кәрәк саҡта һығылмалы ла була алам. Сигенә, позицияны ҡалдыра беләм. Әммә алға барыуҙы һәм көрәшеүҙе туҡтатмайым. Ҡул ҡаушырып ултырыу хас түгел миңә.
Йырҙарығыҙ үтә лә зарлы... Башлыса ретро йырҙар йырлайһығыҙ. Заманса йырҙар ылыҡтырмаймы?
- Әлеге мәлдә етмеш өс йырым бар, береһе лә еңел-елпе һәм осраҡлы йыр түгел. Уларҙың күптәрен бала саҡтан ишетеп, йырлап үҫкәнмен. Яҙмышыма яғылып килгән улар, шуға ла бик тә зарлылар һәм йәнемә ауаздаштар. Өләсәйемдең, әсәйемдең, ауылдағы апайҙарҙың йырҙары. Ниндәйҙер ваҡиғаларға, ғүмер боролоштарына, кисерештәргә бәйлеләр.
Заманса йырҙарым да бар, тик уларҙы ла эстәлекле, мәғәнәле итеп кенә һайларға тырышам. Бөгөнгө йырҙарҙың хаҡы ҙур ҙа, баһаһы самалы һәм ғүмерҙәре лә ҡыҫҡа. Шуға мин халыҡ тарафынан ижад ителгән һәм һәр кемдең йөрәгенә үтеп инер сере булған йырҙарҙы һайлайым...
Йәштәр менән эшләп алдығыҙ, шоу-бизнеста ла ярайһы ғына тәжрибә тупланығыҙ. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, нисек ул бөгөнгө эстрада донъяһы?
- Ике тапҡыр "Юлдаш йыры"нда, ике тапҡыр "Башҡорт йыры"нда Гран-при яуланым. Был үҙе лә эстрадалағы бер күренеш булды. Ә йәштәр менән эшләүгә килгәндә, улар араһында мин үҙ кеше. Улар минән ситкә тайпылманы. Гастролдәрҙә әсәй генә түгел, өләсәй һымаҡ та инем, уларҙы ҡарап, бәпләп йөрөттөм. Егеттәр-ҡыҙҙар шылтыратып торалар, бөгөн дә әле бергә ижад итеүгә тәҡдимдәр бар.
Шоу-бизнес - ул алыш-биреш, аҡса донъяһы. Унда ижад һәм һәләт артыҡ кәрәкмәй ҙә һымаҡ. Унда мине лә алдарға, файҙаланырға тырышыусылар булманы түгел. Был өлкәлә тәжрибәһеҙ оло кеше итеп ҡаранылар, буғай. Ә минең нисә йылдар оло коллектив менән етәкселек иткәнемде, СССР кимәлендәге завод проблемаларын хәл итеп йәшәгәнемде күҙ уңынан ысҡындырҙылар. Мин бит йәштән йырлап-бейеп кенә йөрөгән һәм сәхнәнән башҡа донъя күрмәгән артист түгел, мин производство хеҙмәте менән сыныҡҡан, тормоштоң әсе-сөсөһөн күргән, яҡшы менән яманды айырып өйрәнгән ветеранмын. Ә йырлау - ул минең күңел торошом ғына. Йыр миңә һалынған, минең менән ҡуша яралған һәм бер ваҡытта ла ташламаған тормош юлдашым, яҙмышым сатҡыһы. Мин бөгөн йыр аша дан яуларға ла, аҡса эшләргә лә, исемдәр алырға ла тырышмайым. Ирекле рәссам кеүекмен. Теләгем һәм күңелем булһа, йырлайым, юҡ икән, әллә кемдәр бергә йырларға саҡырып торғанда ла баш тартам. Һәм, йырҙарымды популярлаштырам, тип, телемде лә алыштырмайым. Ундай тәҡдимдәр ҙә булды, баш тарттым. Телем башҡортса асылған һәм тәүге йырҙарҙы өләсәйем туған телемдә өйрәткән икән, мин шул телемә һәм рухыма тоғро булып ҡалам инде. Минең холҡом шундай. Тоғролоҡ - ул намыҫ.
Шулай итеп, "Бибисара" тигән серҙе астым үҙемә. Һәм һеҙгә был ҙур яҙмыш үткән, һынауҙар кисергән һәм һаман да күңелендә эскерһеҙ йырлы донъя йөрөткән апайҙы бөтөн тәрәнлегендә күрһәткем килде. Көслө рухлы, тандыр тәбиғәтле, йомарт һүҙле ағинәй, ижадсы ул.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА