«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРСАУЛЫҠТА НИСӘ АЙЫУ?
+  - 


Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә йыл әйләнәһенә ҡырағай йәнлектәрҙең иҫәбен алыу эштәре башҡарылып килә. Мышы, марал, айыу, илек, бүре, һеләүһен, ҡабан, ҡама, ҡондоҙ, аҫ, йәтсә, тейен, ҡуян, терпе (һанай китһәң, күп инде улар) артҡанмы-кәмегәнме икән - бына ошо һорауҙы асыҡлай инде иҫәпте алыу эштәре.

Иҫәп-хисап эштәренең береһе менән яҡынданыраҡ танышып китәйек әле. Бына июль айында урмандың төп хужаһы булған айыуҙың иҫәбен алыу эштәре башҡарылды. Ә уны нисек һанайҙар икән? Әлбиттә, бындай һорауҙы күптәр үҙ-үҙенә биргәндер. Тайыштабанды һанау тәртибен аңлатып китәйем. Күптәр беләлер (ә, бәлки, белмәйҙер ҙә), айыуҙың төп аҙығы булып ит түгел, ә үлән, уның тамырҙары, өлгөрөп еткән емеш-еләк иҫәпләнә. Күптәр, айыу әйләнгән һайын йә һыйырҙы, йә атты, йә боланды тотоп ашай, тип яңылыш уйлай. Улай түгел шул. Дәү кәүҙәле айыу күберәген үлән-тамыр менән туҡлана. Июль башында уларға аҙыҡ етәрлек. Был мәлдә, бигерәк тә йылға буйҙарында, үлән кеше бейеклеге булып үҫеп ултыра. Айыуҙы һанау ысулын тәҡдим иткән ғалимдар тап бына ошо хәлде иҫәпкә алған. Һәм бына ошондай ысулды тәҡдим иткәндәр - июль айында таң менән, ысыҡ кипмәҫ борон, йылға үҙәндәре буйлап үтергә һәм айыуҙарҙың эҙҙәрен һанарға! Әйтергә кәрәк, ғалимдарҙың фаразы дөрөҫкә сыҡҡан. Ысынлап та, был мәлдә йылға буйҙарында айыу күпләп туҡлана һәм ысыҡ кипмәҫ борон уның эҙе асыҡ күренә икән. Ыңғай һөҙөмтә биргән был ысул үткән быуаттың 70-се йылдарында тәҡдим ителгән һәм ул бөгөн дә уңышлы эшләп килә. Уны бөгөн дә илдең башҡа ғалимдары, был ысул ябай, әммә уңышлы, тип һанай. Ярты быуат буйы ошо һыналған ысул менән илдең барлыҡ ҡурсаулыҡтары эшләй. Ошо урында бер аҙ маҡтанып китергә лә форсат бар - был ысул тап беҙҙең Башҡорт ҡурсаулығында тәҡдим ителгән һәм тәү башлап беҙҙә башҡарылған. Ҡурсаулыҡ биләмәһе буйынса бөтәһе 14 маршрут һалынған. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 224 км тәшкил итә. Һәр маршрут буйлап йәйәүләп икешәр кеше йөрөй. Айыуҙар һаны үтелгән маршруттарҙың һөҙөмтәһе буйынса билдәләнә.
Ярай, бер аҙ тарихҡа байҡау яһаныҡ. Хәҙер бөгөнгө көнгә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Бына беҙгә 9-сы маршрут эләккән. Беҙ, тигәнем, мин һәм бүлек дәүләт инспекторы Фирзар Мортазин. Ҡағыҙға төшөрөлгән маршрутҡа күҙ һалам. Тәғәйен юлыбыҙ 6 йылға үҙәне буйлап үтә. Беҙ үтәһе йылғалар барыһы ла үҙ һыуҙарын Үҙән йылғаһына ҡоя. Дөйөм үтәһе юлыбыҙҙың оҙонлоғо сама менән 18 км. Тотош маршрутты бер көндә үтеп булмаясаҡ, сөнки ысыҡ кибеп өлгөрәсәк. Кәм тигәндә лә ике көн ваҡыт кәрәк буласаҡ. Бөгөн тәүге көн. Беҙ таңғы 6-ла урман төпкөлөндә, Үҙән йылғаһы буйында, баҫып торабыҙ. Урманға ҡарап шуны уйлап торам, ул әле тулыһынса уянып бөтмәгән. Ара-тирә ишетелеп ҡалған ҡош тауыштарын иҫәпкә алмағанда, урманда тынлыҡ һәм тыныслыҡ хөкөм һөрә. Әммә мин (моғайын, Фирзар ҙа шул хәлдәлер) тулыһынса уянып бөткәнмен. Үҙем дә һиҙмәй ҡалам, һәр тауышҡа, һәр ҡыштырлауға баш шул яҡҡа ялп итеп ҡала. Ғалимдарҙы әйтәм, улар тәҡдим иткән ысул ябай, әммә барыбер ҡурҡыныс икән. Бында таһыллыҡ та, оҫталыҡ та һәм башҡаһы ла кәрәк. Ни тиһәң дә, урман хужаһы булған айыуҙың иҫәбен алырға китеп барабыҙ бит. Ә улары был ваҡытта йоҡлап ятмай. Күптән инде урман буйлап ашарға эҙләп тегеләй-былай йөрөп ята.
Беренсе үтәһе юлыбыҙ - Әлмөхәмәт йылғаһы. Бисмиллалар әйтеп, уның үҙәненә тәүге аҙымдарҙы яһайбыҙ. Күп тә барманыҡ, айыу эҙенә тап булдыҡ. Тирә-яҡты байҡай һалып (берәй ерҙә боҫоп тормаһын), уның эҙен-эшмәкәрлеген өйрәнәбеҙ. Был айыу унан-бынан ғына, йыбанып ҡына ҡырмыҫҡа ояһын туҙҙырып киткән. Был тайыштабан әллә ни ҙур түгел. Табан яҫылығы 12 см. Әйткәндәй, айыуҙың ҙурлығын уның табан яҫылығына ҡарап билдәләйҙәр. Ғалимдар бына ошондай һандар килтерә. Әгәр табан яҫылығы 8-9 см икән, тимәк, был быйылғы (йәше тулмаған) айыу балаһы, уның ауырлығы 40-50 кг-дан артмай. Былтырғы (бер йәше тулған) айыу балаһы 11-12 см-ға еткән эҙ ҡалдыра, уның ауырлығы 70-80 кг була. Табан яҫылығы 13 см икән, тимәк, был өсөнсө йәше менән барған айыу, ауырлығы 130-150 кг. Дүрт-алты йәшлек айыу 14-15 см эҙ ҡалдыра, уның кәүҙә ауырлығы 180-190 кг була. 16 см-ҙан үткән табан яҫылығы алты йәштән өлкән айыуҙыҡы (180-220 кг). Әгәр 17-18 см булһа - был үтә ҙур кәүҙәле айыу, ауырлығы 400 кг-дан күберәк. Әйткәндәй, былтыр ҡурсаулыҡ биләмәһендә табан яҫылығы 22 см булған айыу эҙе осраған. Был әлегә дөйөм ҡурсаулыҡ буйынса иң юғары күрһәткес булып иҫәпләнә. Бындай дәү айыуҙың кәүҙә ҙурлығын күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс.
Тәүге айыу эҙен ҡағыҙға теркәйбеҙ ҙә юлды артабан дауам итәбеҙ. Күп тә бармайбыҙ, бына тағы айыу эҙе. Быныһы мүкле ерҙән үтеп киткән. Фирзар усы менән эҙгә баҫып, уның ҙурлығын самалай. Сама менән табан яҫылығы 16 см, тигән һығымтаға килә ул. Бер аҙ шомло булып китә, сөнки бындай табанлы айыу ҙурҙар исемлегенә инә (Әйткәндәй, бәләкәй айыу менән дә күҙмә-күҙ осрашмауың хәйерле, уны барыбер еңеп булмаясаҡ). Бер аҙ уның эҙе буйлап барабыҙ. Бына ул бер урында ерҙе соҡоп киткән. Тамыр ашаған ул. Ярай, имен-аман йөрөһөн, бары тик беҙгә осрап ҡуймаһын, тип юлыбыҙҙы кире йылға үҙәненә борабыҙ. Ике-өс саҡрым үткәс, тағы айыу юлына юлығабыҙ. Йөрәк дөп-дөп итеп ҡала. Табан яҫылығына ҡарағанда, теге 16 см размерлы "аяҡ кейеме" кейеп йөрөгән ҙур айыу, буғай. Бында ул көртмәле ашаған. Әйтергә лә түгел, таҙа йыйған. Беҙ унан тороп ҡалған бер нисә көртмәлене ашап "кинәндек". Аллаға шөкөр, Әлмөхәмәт йылғаһын имен-аман тикшереп бөттөк. Хәҙер беҙгә Ҡарамансал йылғаһы буйлап үтергә кәрәк. Фирзар сүкәйә төшә һәм картаны тубығына һалып, үтәсәк юлды билдәләй. Был йылғаға эләгер өсөн текә тауға менергә һәм унан аша төшөргә кәрәк икән. Бер аҙ тын алып торабыҙ ҙа яйлап тауға үрмәләйбеҙ. Ҡурсаулыҡ тауҙары бигерәк текә. Үрмәләй-үрмәләй хәл бөттө. Бына беҙ, ниһайәт, бейек тауҙың башында. Барлыҡ тирә-яҡ беҙҙең алда йәйелеп ята. Фирзар ҡулы менән күрше тауға күрһәтә. Ҡапылғара аңғарып булмай, ә шулай ҙа күреп ҡалдым: бына күрше тау башына ниндәйҙер урман йәнлеге менеп баҫты. Бинокль-фәлән булмағас, аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Мышы йә маралдыр, тигән уртаҡ фекергә киләбеҙ. Икенсе бер тау итәгендә кемдер туҡланып йөрөгәнгә оҡшай. Быныһы ниндәй йәнлектер инде, белеп булмай. Бер аҙ хәл йыйып алғас, аҫҡа табан юл алабыҙ. Текә тауға үрмәләүе бер бәлә булһа, төшөүе тағы бер бәлә икән. Йә аяҡ тайып китә, йә ташы тәгәрәп китә. Имен-аман төшөп еттек Ҡарамансал йылғаһына. Йылға апаруҡ тулы һыулы. Үләне шәп килеп тороп. Йылға үҙәнен ике яҡтан ике тау ныҡ ҡыҫҡан, шуға күрә бында күпкә ҡараңғы һәм шомло. Етмәһә, үләне беҙҙән бейек. Бындай бейек балтырған бар ерҙә, әлбиттә, айыуға хөрриәт. Күп тә барманыҡ, ике айыу эҙенә юлыҡтыҡ. Фирзар менән һығымта яһайбыҙ - инә айыу былтырғы балаһы менән йөрөп ята. Йылға үҙәне буйлап беҙҙең алдан ғына оҙаҡ барҙы былар. Аҙаҡ тауға үрмәләп менеп киттеләр. Гел үләнде йығып-тапап йөрөгәстәре, уларҙың эҙ ҙурлығын билдәләп булманы. Тора-бара тағы бер айыу эҙенә тап булдыҡ. Уртаса айыу был. 12-13 см-ҙан үтмәй табан ҙурлығы. Яңыраҡ өс йәше тулған уға. Фирзар ҡарағай олонона күрһәтә. Ҡарағайға тырнаҡтары менән бер нисә урындан һыҙып киткән. Үҙ биләмәһен билдәләп йөрөй микән әллә, тип уйлап ҡуябыҙ. Улай тиһәң, эргә-тирәләге башҡа ағастарҙа бындай билдә күренмәй. Тамам ысыҡ кибеүгә, беҙ Ҡарамансал буйлап Үҙән йылғаһына килеп еттек. Бына ошолай имен-аман тамамланды беҙҙең беренсе көн.
Икенсе көн беҙ тағы таңғы 6-лар тирәһендә урманда инек. Тәүге юлыбыҙ - Ағуй йылғаһы (исемен Аҡ өй менән бәйләйҙәр). Төнөн ямғыр яуғайны. Оҙон үләндәр тапап күп тә барманыҡ, лысма һыу булдыҡ. Ағуй урыны менән ҡороған, урыны менән сөбөрләп ағып ята. Яҙғы ташҡын һыу шәп булғандыр инде. Йырыны апаруҡ тәрән. Беҙҙең ҡарамаҡҡа урын матур, әммә бында айыу эҙе осраманы. Был үҙәндән сығабыҙ һәм Әнкәс йылғаһына табан юл тотабыҙ. Бында үтә абай булырға кәрәк, сөнки был йылға үҙәнендә борон-борондан айыу күп булған. Был юлы ла шулай булып сыҡты. Күп тә барманыҡ, ике айыу эҙенә осраныҡ. Инә һәм ата айыу былар. Эре айыуҙар, табан яҫылығы 16 см-ҙан күберәк. Парлашып йөрөгән айыуҙарға осрамауың хәйерле. Шуға күрә был тирәнән мөмкин тиклем тиҙерәк китергә тырышабыҙ. Юлды артабан дауам итәбеҙ. Йылға башында тағы парлы айыуҙар эҙҙәрен осратабыҙ. Беҙҙең уйыбыҙса, былар яңы айыуҙар түгел, теге тәүгеләре Әнкәс буйын ошолай ҡыҙырып йөрөй. Аллаға шөкөр, дүртенсе йылға буйын да имен-аман тикшереп бөттөк. Бишенсе үтәһе юлыбыҙ - Шалтран йылғаһы. Бында бер генә айыу эҙе осраны. Ул өсөнсө йәше менән барған айыуға оҡшай. Был айыу нишләптер бешмәгән муйыл ашап йөрөгән. Ниһайәт, һуңғыһы булып иҫәпләнгән Йүкәле йылғаһын буйлайбыҙ. Фирзар менән уртаҡ фекергә киләбеҙ: был төпкөлдә эре айыуҙар көн күрә икән. Уларҙың эҙҙәре ике урында осраны. Ике осраҡта ла айыуҙар парлашып йөрөгән. Бына, ниһайәт, беҙгә тәғәйен маршрутты ике көн эсендә тулыһынса үтеп бөттөк. Хәҙер уның буйынса дөйөм һығымта яһарға була - быйыл июль айында был төбәктә дүрт яңғыҙ айыу, балаһы менән бер инә айыу һәм ике парлы айыу көн күрә. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, тайыштабандарҙың һаны артыуы күҙәтелә. Былтыр был осорҙа өс яңғыҙ айыу эҙҙәре иҫәпкә алынған. Ҡурсаулыҡ биләмәһенең был мөйөшөндә айыуҙар нишләп артҡан икән, ә башҡа маршруттарҙа хәл-торош нисек икән - әлбиттә, был һорауҙы өйрәнеү-тикшереүҙәр асыҡлар.

Әғләм ШӘРИПОВ,
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының
өлкән ғилми хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.20 | Ҡаралған: 483

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru