«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЛАНЫ МАҠТА ЛА, АУЫЛДА ЙӘШӘ...
+  - 

Ауылда етештерелгән ризыҡ ҡаланыҡынан, йәғни магазиндыҡынан күпкә тәмлерәк. Быны хәҙер ғүмер буйы ҡалала йәшәгәндәр ҙә белә. Ҡайһы берҙә магазиндыҡы ла танһыҡ булып китә, әммә уның бер бәрәкәте юҡ.

Миҫалға колбасаны ғына алайыҡ: бер килограмы бер ултырып ашарға ла етмәй бит уның, туҡлыҡлы ла түгел. Унда әллә ит бар, әллә юҡ тигәндәй. Ә бына үҙең әҙерләгән тултырма, ҡаҙы оло ҡунаҡҡа етә, тәмле лә. Ауыл тауығын ашап ҡарағандар магазиндыҡын үҙ итмәгәнен дә беләм, сөнки һатып алғандың һурпаһын эсерлек тә түгел.
Элегерәк, әле инкубаторым булмаған ваҡытта, тауыҡтарҙы бер нисә йәшкә тиклем йәшәтә инем. Бер тауығым хатта ете йыл йәшәне. Ҡара яҙҙан баҫа ла, ҡайһы йылды ике тапҡыр себеш сығарғаны булды, һыуыҡ еткәнсе бер сепейен дә үлтермәй, матур итеп ҡарап, ҡышҡы һыуыҡта бирешмәҫлек итеп үҫтерә ине. Ә хәҙер тәүге партия себештәр араһында тауыҡтары күп күренһә, уларҙы һуйҙыра башлайым. "Атай-олатай йолаһы, мәнфәғәтеңде күрҙек, балаларыма һурпа бешерермен..." - тип һамаҡлап, иремдең алдына аяғы бәйләнгән тос ҡына тауыҡтарымды килтереп тә һалам.
Өй тауығы һурпаһы бик тәмле бит. Үҙең йәйеп ҡырҡҡан туҡмасты, ҡорот һалып эсһәң, телеңде йоторлоҡ, файҙалы ла. Магазиндағы иң юғары сифатлы маркалы ҡош ите лә уға тиңләшә алмай. Күптән түгел бер еңгә менән шул хаҡта һөйләшеп ултырабыҙ.
- Ат урынына эшләгәнгә ауылда бөтөн ризыҡ тәмле...- ти ул.
- Еңгә, һин ҡалала эшләгән кешене белмәйһең. Унда ат түгел, трактор һымаҡ эшләүселәр бар. Әллә бөтәһе лә биҙәнеп-төҙәнеп, рәхәт кенә аҡса ҡайырып ала тип уйлайһыңмы? Юҡ шул. Ҡалала йәшәр өсөн дә ныҡышмаллыҡ, егәрлелек, түҙемлек кәрәк. Үҙем эшләп ҡайтҡас, беләм инде... - тигән булам.
Ҡайһы берҙә ауыл мәшәҡәттәренән арып китһәм, эшең булып, ҡалала йәшәһәң ине, тигән уй миңә лә килә ул. Эштән һуң ял итәһең, отпускыла ауылға ҡайтып ятаһың, тип хыялланам. Ә үҙем хыял менән ысынбарлыҡ араһында иртән башҡарасаҡ мәшәҡәттәремде барлайым: балалар уянғансы ҡоймаҡ ҡояһы, кистән ҡалған түтәлдәргә һыу һибәһе бар. Орлоғо бешеп ҡойолғансы картуф араһындағы алабутаны йолҡоп сығырға ла кәрәк, тағы ҡош-ҡортҡа бешерәһе... Шулай бөгөн эшләнәһе эшемде сиратлап башыма теҙеп ҡуям да, иртәнән кискә тиклем баш баҫып эшләп тик йөрөйөм. Юғиһә, ауылда эш юҡ, тип аптырайҙар. Ул эшһеҙлек арҡаһында ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ваҡиғаларға тарып бөттөм инде. Күптәр, икеһенең дә тәғәйен генә эш урыны юҡ, тимәк, аҡса төҫө күрмәй, тип уйлай, ахыры.
Бер ун биш йыллап бармы икән, бер инәй магазинда осратып, "Йомортҡа һатмайһыңмы, килен?" тип һораны. Мин ни, йомортҡаларымды ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән кеше, һатам, һатам, тип ҡыуанып киттем. Утыҙҙы һанап, бәләкәй күнәккә һалып, өйөнә үк алып барып та еткерҙем. Инәйем сәй ултыртты, алдыма бутҡа ҡуйҙы. Сәй табынында ипләп кенә һораша был:
- Иреңдең дә эшләгән урыны юҡ шикелле, дүрт балаға нимә ашатаһығыҙ, нисек кейем еткерәһегеҙ? - ти.
- Ярай, инәй, ҡайта һалайым әле, ҡамырым ташалыр, билмән дә эшләргә кәрәк, туҡмас ҡырҡаһы ла бар, - тип һүҙҙе икенсегә борҙом да, ҡайтырға ашыҡтым...
Инәйем ашығып, ҡалған бутҡаһын полиэтилен моҡсайға тултырып торған еренән шып туҡтаны ла:
- Йә инде, күмәк бала менән шулай бирешмәй донъя көтөүеңде әйт, - тип уйлағанын әйтеп һалды.
Йомортҡа һатып, аҡса эшләйем тип йөрөйҙөр, тип йәлләгәндер инде. Эш урыныбыҙ булмаһа ла, беҙ бит үҙебеҙгә, шәхси хужалығыбыҙға эшләйбеҙ. Мал аҫрайбыҙ, баҡсабыҙҙа бил бөгәбеҙ, шуға ла итһеҙ, майһыҙ, картуф-йәшелсәһеҙ ултырғаныбыҙ булманы, шөкөр. Түләүҙәрҙе лә ваҡытында түләйбеҙ, йомарлап аҡса тотоп йөрөмәһәк тә, балаларыбыҙ ҙа башҡалар араһында кәм-хур булманы. Һәр береһе тырышып уҡып, үҙ юлын тапты. Бына шулай, йәмәғәт. Ауылда эш тә бар, аш та бар. Белмәһәгеҙ, һөйләмәгеҙ, белгегеҙ килһә, килегеҙ, күрегеҙ. Һеҙгә лә һыйым етер...

Айгөл МИҢЛЕБАЕВА.
Күгәрсен районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.20 | Ҡаралған: 673

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru