«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЫ ӘХМӘТБАҠЫЙ ХӘҘРӘТ БҮЛӘСӘРЕ УЛ
+  - 


Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙы Шафиҡова менән осрашыуға ентекләп әҙерләндем, дәүләт хеҙмәте кешеһенә бирәсәк һорауҙарымды ҡат-ҡат барлап сыҡтым. Бөгөнгө гәзит уҡыусыларға уның ниндәй уй-фекерҙәре кәрәкле һәм фәһемле булыр икән, йәнәһе... Әминә Ивнәй ҡыҙы, ғәҙәтенсә, йүгерә-атлай "Киске Өфө" редакцияһына килеп кергәс, нисектер, күңелгә тыныслыҡ һирпелде. Карантин шартын тотоп, күрешеү-ҡосаҡлашыу булманы, ләкин ҡунаҡтың ҡыйыу сая күҙ ҡарашы, мөләйем йылмайыуы йылы ҡосаҡтарға алмаштырғыһыҙ самими-ихлас ышаныс уятты. Республика һәм баш ҡала өсөн башҡорт телендә ун алты битлек аҙналыҡ гәзит сығарып ултырған журналистарҙың ябай ғына эш бүлмәләренә күҙ һалып ҡарап сыҡты ул, шунан сәй өҫтәле янына үттек тә йәнле әңгәмә ҡороп ебәрҙек. Ни өсөн "йәнле" тигән һүҙ тура килә, сөнки мәҙәниәт министры баштан уҡ "дилбегәне үҙ ҡулына алды", йәғни үҙе беҙгә һорау ҡуйып: "Башлайыҡмы? Әҙерһегеҙме?" - тиеп, йәһәтләп һүҙ башланы. Беҙ уның беҙҙә лә үҙ кабинетындағыса иркен тотоуын, эргәһендәге кешеләрҙе йәтеш кенә ҡороҡлап алыуын көлөмһөрәп кенә күҙәтеп, диҡҡәтләп тыңлай башланыҡ.

- Мин Бөрйән ҡыҙы. Бөрйәндә тыуҙым, ете йәшемә хәтле шунда йәшәнем, шуға күрә бик яратам, бик һағынам, бик яҡын күрәм был төбәкте. Бөрйән минең өсөн бер ҡасан да төпкөл булманы, ә донъяның башы булды. Унда туған башҡорт телемде булмышыма һеңдерҙем, тәүләп музыка мәктәбенә йөрөнөм, бик матур ҡыҙҙар, малайҙар менән дуҫлашып, геү килеп уйнап рәхәтләндем...
Әсәйем Ейәнсура районы Үрген ауылынан, атайым Мәсетле районы Әбдрәхим ауылынан. Беҙҙең ғаилә эш буйынса һәр саҡ күсеп йөрөй - башта Йылайыр яғында Дмитриевка ауылында йәшәйҙәр, унда апайым Әнисә тыуа. Торараҡ йәш ғаилә Бөрйән районына Ырғыҙлы ауылына күсенә, унда икенсе бала булып мин донъяға килгәнмен. Миңә ете йәш булғансы Бөрйәндә йәшәгәнбеҙ. Тап шул осорҙа атайым Ивнәй Шафиҡов башҡорт тоҡомло ҡырағай бал ҡортон - солоҡ ҡортон өйрәнеү, эйәләштереү, республикала таратыу буйынса ғилми эш башлай. Атайым йәне-тәне менән тәбиғәт кешеһе, йөрөгән ерендә бары тик ер-һыу донъяһы менән ҡыҙыҡһына һәм бик яратып һөйләй - ҡош булһынмы, үлән-ағас булһынмы, бик яҡшы белә, һәр яҡтан оҫта тасуирлап, теләһә кемдең ауыҙын астырырлыҡ ҡыҙыҡлы итеп лекциялар уҡый. Ул һәр тәбиғәт күренешенә ифрат теүәл халыҡсан күҙәтеүсәнлек менән аңлатмалар бирә ала. Ә инде уның белеменең "тоҙо" - башҡорт солоҡ бал ҡорто. Ошо темаға мөкиббән киткән ғалим кеше ул, фән кандидаты дәрәжәһенә ирешеүе лә "Изучение и селекция бурзянских бортевых пчел Башкирского государственного заповедника" тигән темаға эҙләнеүҙәре менән бәйле. Ул ҡортсолоҡто оло һөнәрмәнлек итеп ҡараны, фәнни хеҙмәттәр яҙҙы. Бал алыусы һәм бал ашаусы булараҡ түгел, ә бал ҡорто цивилизацияһы менән йәнәш йәшәгән кешелек цивилизацияһы күҙлегенән өйрәнде был тармаҡты. 1990 йылдарҙа атайымдың "Бал ҡортоноң наҙы бар" тигән баш аҫтындағы яҙмалары республиканың бик күп матбуғат баҫмаларында донъя күрҙе, Башҡортостан халҡы тәү тапҡыр шундай төпсөр һәм аңлайышлы ғилми анализ-күҙәтеүҙәрҙе уҡып кинәнде, уйланды, тетрәнде...

Тәбиғәткә һөйөүегеҙ аңлашыла - Бөрйәндә һәм шулай уҡ тәбиғәткә битараф булмаған ғаиләлә тыуып үҫкәнһегеҙ. Ә һеҙҙең музыкаға мөкиббәнлек кемдән һуң?

- Бындай ырыҫыма ла атайым менән әсәйем ихлас итеп нигеҙ һалды, беҙҙе үҙебеҙҙең йыр-моң менән тәрбиәләне, тип ҙур рәхмәт тойғоһо менән әйтә алам. Әсәйем - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, махсус музыка мәктәбендә лә эшләне. Радио аша көнөнә өс мәртәбә башҡорт йырҙары концертын тапшыралар ине беҙ бала саҡта, шул да бик ҙур роль уйнаны беҙҙең тәрбиәлә, бөтә йырсыларыбыҙҙы тауышынан танып үҫтек, улар башҡарған халыҡ көйҙәрен күңелгә һеңдерҙек. Радионан ағылып торған был моңдаръя беҙҙә милли мәҙәниәт зауҡын үҫтергән йән аҙығы булды.
1981 йылда ғаиләбеҙ Өфөгә күсеп килде, һәр ял һайын тиерлек Башҡорт академия драма театрына, опера һәм балет театрына бармай ҡалмайбыҙ. Атайым менән бергәләп "Кармен" операһын, "Аҡҡош күле" балетын ҡарап ҡыуанғаным һаман иҫтә. Әсәйем мине Өфөләге бер музыкаль кисәнән дә ҡалдырмай йөрөттө. Беҙ ҡарамаған бер спектакль дә ҡалманы шикелле. Ошо үҙе бәхет түгелме ни? Атай-әсәйемдең илһөйәрлек тәрбиәһе, күңелемде байытҡан классик мәҙәни күренештәр миңә ғүмергә етерлек һабаҡ булды. Бигерәк тә халыҡ моңо миңә шулай уҡ бәләкәйҙән һеңгән, тип уйлайым, шуға күрә мин уны бик яҡын күрәм, аңлайым. Халҡыбыҙҙың музыкаль мираҫын яҡын күреүем - донъя сәнғәтенә асҡыс ул, шуға ла һәр халыҡтың йыр-көй сәнғәте миңә ҡыҙыҡлы һәм аңлашыла. Шулай итеп, академик музыканы ла тыңлап һәм үҙем дә фортепианола уйнап үҫтем, академик театрҙарҙа оло актерҙар уйнауын ваҡытында үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Башҡорт сәнғәте тураһында һөйләшеүҙәр беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт ғәҙәти күренеш булды, фекер алышыу бик ҡыҙыҡлы үтә ине. Шулай итеп, мәҙәниәткә һәм сәнғәткә битараф булып үҫмәнем, киреһенсә, һәр яҡшы йәки кире яңылыҡҡа ҡарата үҙ ҡарашым, үҙ баһалауым шулай уҡ бала саҡтан тәрбиәләнде.

Сәнғәт һәм мәҙәниәт бөтә кешегә лә яҡын, әммә бик һирәктәр тормош диңгеҙендә үҙҙәренең яҙмышына уларҙы ишкәк итеп ала, йәғни ғүмерен мәҙәни ижадҡа бағышлай, сәнғәткә хеҙмәт итә. Ундайҙарҙы ваҡытында һәм һәр ваҡытта дөрөҫ баһаларға, күрә белергә, ярҙам итергә кәрәк. Һеҙгә оло сәнғәткә юл нисек асылды?

- Бала саҡтан музыка мәктәптәрендә шөғөлләнеү, сәхнәләрҙә сығыш яһау, тәүге уңыштар, еңеүҙәр - береһе лә еңел генә, үҙ-үҙенән генә булмай. Етди конкурстарҙа, талапсан баһалама төркөмө алдында классик көйҙө башҡарыу - ябай ғына сығыш яһау түгел әле. Ана шул мәлдә характер ҙа формалаша, тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ, яуаплылыҡ һәм оҫталыҡ тигән сифаттар ҙа нығына. Халыҡ алдына сығыу - ул һәр көн һайын туғыҙ-ун сәғәтләп инструмент артында ултырыу, оҙайлы сәғәттәр буйы ҡабатланған күнекмәләрҙең һөҙөмтәһе. Уңыш тырышлыҡ һәм сыҙамлыҡ талап итә - ошо ябай ҡанунды оноторға ярамай. Ҡабатлап әйтәм, атай-әсәй беҙҙе эшкә, тырышлыҡҡа, ныҡышмаллыҡҡа өйрәтеп үҫтерҙе, шуға рәхмәтлебеҙ.

Дәүләт хеҙмәтенә, хөкүмәт эшенә әҙерлек мотлаҡмы? Уңышлы чиновник булыр өсөн ниндәй сифаттар йәки тәрбиәүи шарттар кәрәк?

- Эште яратырға, эштән ҡурҡмаҫҡа кәрәк! Шулай уҡ тырышып эшләгән кешеләрҙе танырға һәм хөрмәт итергә кәрәк. Әлбиттә, ойоштороу-әйҙәү һәләтең, административ яҡтан ниндәйҙер оһолоң-дарманың булмаһа, кешегә тота килеп дәүләт кимәлендәге эште йөкмәтмәйҙәр. 2012 йылда мине Хөкүмәт йортона саҡыртып, министрлыҡ эшен тәҡдим иткәндә мин Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры инем. Профессор статусым бар, эшемде яратам, эшем көйлө генә бара. Институттағы бөтә төр мәҙәни йүнәлешле бүлектәр менән танышмын, ә бөтә республикала был ижади йүнәлештәр әллә нисә ҡоштоң ҡанаты кеүек, бермә-бер киңәйеп, асылып китә. Мәгәр мин был киңлеккә осорға әҙер инем. Һәр хәлдә, институтта проректор, шунан аҙаҡ ректор булып ҡайнап эшләгән осор - минең тормошомда алтын дәүер, тип һанайым: кеше менән эшләргә, ижад кешеһе менән елғыуарҙарҙы - көндө-ваҡытты бушҡа үткәреүселәрҙе айырырға ла өйрәндем. Был осор минең өсөн ҙур мәктәп булды.
Министрлыҡтағы эшкә баштан-аяҡ сумып, һәр мәҙәни тарафҡа тулы диҡҡәт бүлеп, төрлө кимәлдәге белгестәрҙе дәррәү әйҙәп тотонорға тура килде. Минең бығаса дәүләт аппаратында эшләү тәжрибәм дә бар ине, был йәһәттән үҙемдең остазым тип һанаған шәхескә - Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улына рәхмәтем ҙур. Ул үҙе бөтә Рәсәйҙә күренекле етәксе - мәҙәниәт министры булды, уны һәр төбәктә хөрмәт иттеләр, ҡайҙа барһа ла һүҙе үтә, эште белеп ойоштора ине. Ул министрлыҡта йәш һәм берҙәм команда туплап алды, уны эшкә ҡуша белде. Ишморатов ҡулы аҫтында эшләп алған ваҡытты мин бик мөһим рухи сынығыу һәм белем туплау осоро, тип баһалайым. Беҙҙең ул саҡтағы аппарат бик теремек, төплө белемле кешеләрҙән торҙо. Дүрт йыл эшләнем мин ошо коллективта, күптәре хаҡында, ул минең бына тигән арҡаҙашым, фекерҙәшем, әйҙәүсем һәм уҡытыусым булды, тип әйтә алам.
Шуға күрә минең Мәҙәниәт министрлығы етәксеһе вазифаһында эш башлауым стратегик яҡтан еңел булды, тип әйтә алам, сөнки алда әйтеп киткән уҡытыусыларым миңә төп принциптарҙы, ойоштороу серҙәрен һәйбәт төшөндөрҙө. Ә инде иҫәп-хисап нескәлектәре, йәғни пландар, цифрҙар-һандар улар профессиональ белемдәре булған хеҙмәткәрҙәр ҡулында, шулай ҙа тап ошо яҡтан рычаг-тотҡа ныҡ булырға, дөрөҫ һәм ваҡытында хәрәкәткә килергә тейеш. Был яҡлап мин белгестәргә ышанам, таянам һәм үҙем дә был эште артабан өйрәнеүемде дауам итәм.
Мәҫәлән, минең эшкә башлаған мәлдәге иң тәүге аҙымым - республикала һәм баш ҡалала балалар музыка мәктәптәренең матди базаһын нығытыу, уҡыу шарттарын яҡшыртыу булды. Бығаса икешәр тиҫтә йылдар буйы ҡаралмаған музыка мәктәбе бүлмәләрендә ремонт үткәрелде һәм уйын ҡоралдары тулыһынса яңыртылды. Әүәлгесә арзан һәм сифатһыҙ эшләнгән инструменттар урынына, хаҡының ҡиммәтле булыуына ҡарап тормайынса, махсус оҫтаханаларҙа яһалған, яҡшы яҡтан баһаланған музыка ҡоралдары һатып алынды. Хәҙер инде был мәктәптәрҙән һәйбәт һөҙөмтәләр көтөргә һәм талап итергә була.
Матди етешһеҙлектәр мәҙәни тормошҡа аяҡ та сала, алға барырға ла сәмләндерә. Беҙ - Рәсәйҙә иң күп клубтар тотҡан республика. Мәҙәниәт йорттары ла бер өҙлөкһөҙ ремонт һәм реконструкция талап итә. Элек уларҙы колхоз-совхоз-заводтар ҙа ҡараған, әммә тейешле ҡоролмалар, кейемдәр һәм инструменттарҙың үҙ ваҡыты бар, уларҙы яңыртып торорға кәрәк.
Ләкин донъяның рухи байлыҡ тигән яғы ла бар. Бигерәк тә кеше таланты, яҙмыштары, кеше күңеле тураһында һаҡ уйлап эш итергә ине. Кешегә уңайлы булһын, файҙалы булһын ине беҙҙең бөгөнгө мәҙәни ҡаҙаныштар. Дәүләт эше лә мәңгелек түгел бит. Аҙаҡ, был эштән киткәс тә, һине хөрмәт итеүҙәре кәрәк. Минең балама ла, һинең әсәйең шулай булды, былай булды, тип ауыр һүҙҙәр ишетерлек булмаһын.
Шулай итеп, минең рухи булмышым хаҡында бер ауыҙ һүҙ менән әйткәндә: мин - халыҡ йыр-көй сәнғәтенә һәм классик донъя музыкаһына берҙәй тоғро кешемен, шунан һуң бергә тупланып эшләгән фекерҙәштәремде, арҡаҙаштарымды хөрмәт итәм, эргәмдәге эшлекле команда миңә бөгөн көс бирә. Ошо ике төп принцип, ике таяныс - бала саҡтан бирелгән маҡсатлы тәрбиә ул.

Башҡортостан Республикаһының бөгөнгө мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙы Шафиҡованы сая һәм тәүәккәл холоҡло кеше тип беләбеҙ. Эшегеҙҙә төрлө ваҡыттар була, күп осраҡта характер күрһәтергә тура киләлер...

- Характер булмаһа, бер ни ҙә эшләп булмай. Характер ныҡ булыуы бик мөһим. "Булыр бала биләүҙән", тигәндәй, бала саҡта минең менән бер ҡыҙыҡлы хәл булды. Уны әле булһа көлөп иҫкә ала яҡындарым. Дүрт йәштә инем. Әсәйем мине күрше апайға ҡалдырып, эшкә китте. Уянып китһәм, күк күкрәп ямғыр яуа, теге апай өйҙә юҡ. Мин тәҙрәне яра һуҡтым, һикереп тышҡа сыҡтым да апайҙы эҙләп киттем. Ошо ваҡиғала ниндәйҙер характер барлығы сағыла түгелме? Ләкин эштәге ҡәтғи аҙымдарҙы "Был - характер күрһәтеү", тип әйтмәҫ инем. Була шундай мәлдәр: миңә йөҙәрләгән ҡараш төбәлә, хәл иткес төп яуапты минән көтәләр. Бындай саҡта бөтә көсөмдө һалам: килеп тыуған мәсьәләне тиҙ һәм дөрөҫ сисергә, бер кемде лә рәнйетмәҫлек һәм кәмһетмәҫлек юлдар-яуаптар, һәр кешегә дәрт, ышаныс, илһам бирерлек алтын урталыҡты табырға.
Мөһим ҡарар ҡабул иткән ваҡытта мин ике шартты ныҡ тотам: беренсенән, үҙ-үҙем менән килешеүем, үҙемдең ышаныуым һәм теләүем кәрәк. Икенсе шарт: янымдағы коллегаларым менән кәңәшләшәм, уларҙың уй-фекерен ишетәм, үҙемдеке менән уртаҡлашам, әгәр аныҡ яуап табылмаһа, мәсьәләне ситкә ҡуйып торам, сабыр итәм. Минең быға ғына сыҙамлығым етә, бары тик дөрөҫ юл һәм фекер табылһын. Был характермы? Бәлки, ошо ла минең холҡомдоң төп сифатылыр...
Һәр хәлдә, етәксе булырға яҙғас, һинең үҙеңдең аҡыл һәм тәжрибә бизмәнең булырға, һәм ул бизмән һәр ваҡыт эшкә көйләнгән булырға тейеш. Һин ҡарар ҡабул итәһең, һин төп стратегия-эштең барышын билдәләйһең, һин эшеңде бөтә халыҡ һәм ил тормошона ярашлы, синхронлы, алға алып бараһың. Ошо өс баҫҡыс бер-береһенә бәйле: кешеләр менән һөйләшеү, кәрәкле ҡағыҙҙар һәм фармандар менән нығытыу - былары иһә формаль шарттар.
Мин урынбаҫарым, бүлек етәкселәре менән даими һөйләшәм, беҙгә кәңәшсе булырҙай шәхестәргә мөрәжәғәт итәм, ғөмүмән, күп ваҡытымды кәңәшләшеү-әңгәмәләшеү менән үткәрәм, сөнки беҙҙән өлкәнерәк, күпте күргән һәм тормошто тәрән аңлаған кешеләр бар бит әле, улар менән аралашыу - үҙе бер мәктәп. Ә белем бер ҡасан да артыҡ булмай.
Өҙә һуға торған ҡоро ҡәтғилек, ҡырҡа холоҡ күрһәтеү менән эш бармай, миңә бер кешенең генә фекере менән сикләнмәйенсә, киреһенсә, күп фекерҙе белешеп, уртаға һалып һөйләшеү, хатта бәхәсләшеү, күмәкләп уйлашыу, бер-береңде тыңлау һәм ишетеү нығыраҡ оҡшай, һәм бындай эш алымы беҙҙең заманда ысынлап та ышаныслы, емешле, өмөтлө юл, тиер инем.

Йыш ҡына ошондай һүҙҙәр яңғырай: "Беҙҙең республикала донъяны шаҡ ҡатырырлыҡ аҡыллы һәм талантлы кешеләр күп. Уларҙың хыялын, уйын, һәләтен илгә күрһәтмәү, йәшереү, юл ябыу - ҙур гонаһ. Сәхнәгә сығыу һәм халыҡты арбау көсө һирәктәргә бирелә, мәҙәниәт-сәнғәт етәкселеге уларҙы танырға, өҫкә ҡалҡытырға бурыслы". Был тәңгәлдә һеҙҙә ниндәй аныҡ фекерҙәр бар?

- Килешәм, һәләтлелек - Аллаһынан бирелә, тормош һәм яҙмыш ул һәләтте башҡаларға күрһәтерлек һәм таратырлыҡ форсат-шарт тыуҙыра. Ысынлап та, һин сәхнәгә сыҡһаң, йәнең дә, күңелең дә күренә. Үтәнән-үтә күренә бар булмышың, ошо мәлде тотороҡло кисерергә һәм үҙ-үҙең булып ҡалырға һәм аҙаҡ үҙ-үҙең булып сәхнәнән кире сыға белергә лә кәрәк. Бөйөк артистар халыҡ алдына сығыуы була, үҙенең энергияһы, күңел байлығы менән тотош һауаны тултыра, тамашасыны үҙенә ылыҡтыра, ышандыра, йөрәге менән асыла... Ошондай тәрән хиссиәт батшабикәһе, минең өсөн эталон булған башҡорт ҡатыны - бөйөк актриса Гөлли Мөбәрәкова. Ул сәхнәгә сығып баҫһа, бер һүҙ әйтмәһә лә, күңеленән бөркөлгән йылы һәм ҡеүәтле көс бөтә залға тарала, халыҡты ялмап ала ине.
Мин үҙемдә башҡорт кешеләренә генә хас булған сама һәм ихласлыҡ үлсәмдәрен һаҡларға тырышам. Беҙҙең башҡорт халҡына Хоҙайҙан һәм тәбиғәттән сама белеү тойғоһо бирелгән, ул яһалмалыҡты һәм бушҡыуыҡлыҡты ҡабул итмәй, ул ихлас йән сафлығы һәм тәбиғи һәләт менән һуғарылған тамашаны ғына аңлай һәм ярата. Арала әллә күпме күҙбуяуҙар йә үтә ялтырауыҡтар ҙа килеп сыға, әммә улар халыҡтың күҙен быуа алмай, ундайҙар үҙҙәренән-үҙҙәре янып көл була, тарих сүплегенә ҡойола бара.

Әлбиттә, һеҙҙә диктатор һыҙаттары юҡ, ләкин республиканың мәҙәни картаһында һеҙҙең исем менән бәйле тамғалар ҡалыуы ла кәрәк бит әле. Эҙ ҡалдырырлыҡ ниндәй эштәрҙе алға алғанһығыҙ йәки башҡарып ятаһығыҙ?

- Бөгөн башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау - төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора, тиһәк, һис тә хилаф булмаҫ, сөнки бөтә Рәсәйҙә милли мәҙәниәтте һәм туған телде яҡлау-һаҡлауға йөҙ борған яңы ҡараш йәйелә. Беҙҙең республикала яңы мәҙәни күренеш: рухи байлыҡтарыбыҙҙы патент менән раҫлау һәм нығытыу. Был парадокс, әммә заман талабы.
Был йәһәттән, мөһим ваҡиға: милли музыка ҡоралыбыҙ булған ҡурайға патент алыу. Дүрт йыл буйы юлланыҡ шул документты, меңәр йыллыҡ тарихыбыҙҙа ҡурай менән йәшәүебеҙҙе, ҡурай тотоп көрәшеүебеҙҙе, һаман да ҡурай уйнай-уйнай тарих арбаһында барыуыбыҙҙы бөтә яҡлап та иҫбатланыҡ.
Йәнә бер ҡот-бәрәкәтле эшебеҙ: башҡорт халыҡ йырҙарын барлау һәм һаҡлау ниәте менән дүрт йыл элек "Йөҙ башҡорт йыры" китабын баҫтырып сығарҙыҡ. Көй-моңдарыбыҙҙы быуаттар буйы һаҡлаған һәм бөгөн дә яратып башҡарған милләттәштәребеҙ генә түгел, ата-бабаларыбыҙ рухы шатланыр, килер быуын балаларыбыҙға бер ғорурлыҡ һәм илһам сығанағы булыр ул баҫма.
Өсөнсөнән, һеҙгә һәм илгә һөйөнсөләп әйтәм: әле күптән түгел өр-яңы ҡарарға республика Башлығы ҡул ҡуйҙы, йәғни беҙҙә "Нематериальное культурное наследие Башкортостана" тигән яңы закон сыҡты (14 июль 2020 йыл). Маҡсаты һәм асылы шул: Башҡортостанда йәшәгән бөтә халыҡтарҙың милли байлыҡтарын туплап, бер реестр-теҙмә булдырыу һәм ҡануниәт ярҙамында уларҙы яҡлау, үҫтереү, өйрәнеү юлдарын табыу. Был ҡанун нигеҙендә һәр бер йыр-көй, бейеү, һәр йола, кейем, музыкаль инструмент, эш һәм донъя көтөү ҡоралдары, ауыҙ-тел ижады өлгөләре - барыһы ла реестрға беркетелә, уларҙы раҫлағанда бөтә тарихи сығанаҡтар, варианттар, фәнни эштәр һәм бөгөнгө бар-булмыштары иҫәпкә алына. Бигерәк тә башҡорт халҡының меңәр йыллыҡ рухи хазинаһын - йыр-моңдарын башҡа яҡҡа тартҡылап йонсотҡан кешеләр өсөн дә иҫкәртеү булараҡ үҙ көсөнә инә был закон.
Академик сәнғәт буйынса ла уй-ниәттәребеҙ бик өмөтлө: беҙҙең Башҡорт опера һәм балет театры репертуарын башҡорт милли әҫәрҙәре менән тулыландырыу. Беҙҙең бөтә донъяла танылған опера йырсыларыбыҙ, балет бейеүселәребеҙ бар, тимәк, иҫ киткес тәрән фәлсәфәле һәм бай йөкмәткеле башҡорт легендаларын, иртәк-эпостарын академик сәхнәлә лә балҡытырлыҡ илһамлы көстәр етерлек.

Башҡортостанда "Башҡорт милли кейемен тергеҙеү" акцияһы бара. Был мәҙәни күренеште һеҙҙең министрлыҡ нисек баһалай, нисек ярҙам итә?

- Әйтергә кәрәк, милли кейемде тергеҙеү эшен башлаусы төп көс - "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы. Улар менән бергә Өфөлә милли кейем парадын өс мәртәбә ойоштороусы - беҙҙең министрлыҡтың Халыҡ ижады үҙәге менән Халыҡтар дуҫлығы йорто. Был халыҡсан йыйын - милли кейем парады хәҙер Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы һәм башҡа яҡтарҙа район һабантуйҙарының сағыу бер өлөшөнә әйләнә. Баш ҡалала 2016 йылғы тәүге йыйын-парадта өс йөҙләп ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет ҡатнашһа, һуңғыһында, 2019 йылда, өс мең ярымдан ашыу кеше ҡала урамы буйлап үтте - Башҡорт академия драма театры янынан Салауат Юлаев исемендәге майҙанға хәтле бер саҡрым араны тултырып, бөтә халыҡты хайран ҡалдырып, бер нисә башҡорт ырыуы кейемдәрен күрһәтеп уҙҙы улар. Минеңсә, һәр кем үҙ милли кейемен кейеп йөрөргә хаҡлы. Өйөндә, ҡунаҡ ҡаршылағанда, байрамдарҙа бигерәк тә урынлы милли биҙәктәр: хөрмәт һәм байрам билдәһе, тыныс һәм бәхетле тормош күрһәткесе булып тора улар. Форумдарға, конференцияларға килгән оло ҡунаҡтарҙы милли кейем менән ҡаршылау ғына ла шундай тантана һәм илһам өҫтәй. Ҡыҙғаныс, әлегә республикабыҙҙа милли кейемдәр бөтөнләй етештерелмәй. Уны һәр кем һатып алырлыҡ кимәлдә тегеүҙе еңел сәнәғәт предприятиелары, шәхси тегенселәр булдыра алыр ине. Ололар араһында ла, балалар араһында ла быға ихтыяж бар. Балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәребеҙгә ритмика, физкультура дәрестәре өсөн махсус кейем менән бергә милли кейемде лә мотлаҡ әҙерләп бирергә ине. Минең ҡыҙым былтыр балалар баҡсаһындағы Яңы йыл кисәһенә, үҙе теләп-һорап, башҡорт кейемен тектерҙе. Шыршы уратып бейегән принцессалар, мушкетерҙар араһында беҙҙең милли күлдәк-камзул бик тә йәмле күренде, һәммә кешегә оҡшаны. Уны күреп, күптәр үҙ балаларына шулай уҡ милли күлдәк тектерергә дәртләнде.

Бөгөнгө мәҙәни яңылыҡтар йәштәрҙә халыҡсанлыҡ тойғоһо уята аламы?

- Әгәр ҙә яңы күренеш беҙҙең тарихыбыҙҙа, холоҡ-тәрбиәбеҙҙә һәм күңелебеҙҙә булған икән, уларҙы яңыртыу ҙа тәбиғи һәм уңышлы буласаҡ. Мәҫәлән, төрки халыҡтар тарихында булған "Ылаҡ" уйынын тергеҙҙек. Элек башҡорт циркын ойоштороуҙа ҡатнашҡан, уның төп артистарының береһе булған Миҙхәт Солтангәрәев ағайға мөрәжәғәт иттек, ул йәштәрҙе йыйып, уйынды бөтә яҡлап өйрәтте, ойошторҙо, ошо фиҙакәр батырлығы өсөн оло рәхмәт яуһын уға. Егеттәребеҙ Ҡырғыҙстанға барып, "Бөтә донъя күсмә халыҡ уйындары фестивале"ндә ҡатнашты, уларҙы үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтты. Бөгөн һабантуйҙарҙа "Ылаҡ"сылар булмаһа, байрам төҫө етмәй ҡала. Халыҡ ифрат яратып, ҡабат-ҡабат һорап уйната. Тимәк, милли ярыш-уйындың сихри көсө әле лә ҡайтмаған, тик бер осҡон етә - хәтер уты дөрләп ҡабына.

Шулай уҡ Башҡортостанда киң тарала барған "Мәргән уҡсы" йәмәғәт ойошмаһы да Мәҙәниәт министрлығы эшмәкәрлеге менән бәйлеме? Шулай уҡ "Евразия йөрәге" лә һеҙҙең башланғыс булды бит инде...

- Әлбиттә, туранан-тура бәйле. "Мәргән уҡсылар" - мәҙәни-тарихи күренеш. Мәргән уҡсылар идеяһы миндә 2014 йылда тоҡанды - Мәскәүҙә Тыва республикаһының мәҙәниәт министры Алдар Тамдын менән таныштым, ул ВДНХ-ға барыуын, ундағы магазиндан уҡсылар кейемен алырға йыйыныуын әйтте. Тывала традицион уҡ атышыу ярыштары тергеҙелә, тине ул. Бөтә төрки халыҡтарҙа ла булған был ир-егеттәр оһолон беҙ ҙә тарихыбыҙ буйынса, бөтә ауыҙ-тел мираҫы, әкиәт һәм эпос батырҙары аша беләбеҙ: башҡорттар - иң мәргән уҡсылар, рус армияһы сафында Наполеон яуын ҡыуып, Парижға еткән "Төньяҡ амурҙары" булып тарихҡа ингән, ә Европа халҡы уларҙың уҡ-һаҙағы ҡеүәтен һәм оҫталығын әле лә онотмай. Мәскәүҙән ҡайтҡас та урынбаҫарым Ранис Алтынбаев менән уҡсыларҙы йыйҙыҡ. Егеттәр шундай ихлас тотондо. Бөтә республика буйлап таралды мәргән уҡсылар - йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар дәррәү ҡуҙғалды, тәүге турнирҙар үтте, Башҡортостан Башлығы гранты алып, һәр төбәктә ярыштар-дәрестәр ойошторалар. Ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин барыһына ла өлгөрә, уның ярҙамсылары, алмашсылары ла бик күп. Тимәк, халыҡсан уйын боронғо рухты уята һәм тәбиғи рәүештә мәҙәни тормошто байыта ала. Һәм тағы. "Сердце Евразии" - "Евразия йөрәге" тип аталған яңы халыҡ-ара милли йыр-моң фестивале ике ҡитғаны тоташтырырлыҡ йәш тауыштарҙы һәм башҡарыусыларҙы Өфөгә - Урал тауҙарына, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы этнопаркка йыя. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: ғүмерендә бер мәртәбә концерт залына бармаған, милли музыканы ишетмәгән халыҡ бушлай, асыҡ һауала, тәбиғи амфитеатрҙа ярым космик донъяны тыңлай - төрлө халыҡ йырсыларын һәм музыканттарын күрә. Йәғни Евразия йөрәге изге халыҡ моңдары тантанаһына шаһит була, ғашиҡ була, таҙарына, ял итә... Бына нимә ул "Евразия йөрәге"!
Мотлаҡ булырға тейешле мәҙәни проект - "Оҙон көй", сөнки беҙҙәге кеүек йыр байлығы, бейеү төрлөлөгө бүтән бер халыҡта ла юҡ! Аяныс, бөгөн телеэкранда оҙон көй яңғырамай тиерлек. Мин тележурналист Гүзәл Хәмитованың "Алтын мираҫ" тапшырыуҙарын һоҡланып ҡарай торғайным - улар үҙе бер хазина, милли көй мәктәбе ине. Ошоно дауам итеп, тотош бер "Оҙон көй" телеканалы асырға кәрәк ине ул.

Башҡорт миҫалиәте-мифологияһында халыҡтың аҡыл-фәлсәфәһе, донъяға ҡарашының үҙенсәлеге, тәрәнлеге сағыла, был образдар менән дә күп мәҙәни асыштар яһарға мөмкин. Сәсәндәр борондан мәҙәниәт министрлығы эшен атҡарған түгелме?

- "Сәсәндәр мәктәбе"н 2014 йылда Сибайҙа, сәнғәт колледжында астыҡ, ул мәктәпкә йөрөгән ун биш баланың, исмаһам, бер-икеһе киләсәктә сәсән булараҡ эш алып барһа ла бик мәслихәт булыр ине, әммә улар фольклорсы, халыҡ ижадын яҡлаусы, таратыусы һәм ғалимдар буласаҡ. Бөгөн беҙҙә сәсәндәр түгел, ҡобайыр һөйләүселәр генә бар. Беҙгә ысын сәсәндәр, артабанғы хеҙмәт юлын башҡорт эпосын ныҡлап өйрәнеүгә бағышлаған ғалимдар, белгестәр тәрбиәләү фарыз. Өфөлә ике тапҡыр, 2016 һәм 2018 йылдарҙа, Ҡобайырсы-сәсәндәрҙең бөтә Рәсәй асыҡ фестивале үтте. Башҡортостандың төрлө яғынан ҡырҡ-илле сәсәнһүҙ оҫтаһы йыйылды, Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән, Ҡырғыҙстан, Дағстан, Ҡаҙағстан, Саханан бөтә донъяға танылған аҡын, сказитель, олонхосуттар менән бер сәхнәлә осрашты беҙҙең һүҙ оҫталары. Әммә шуныһы ҡыҙғаныс: беҙҙә әле ошондай сығыштарҙы тыңларға өйрәнмәгән халыҡ. Мәҫәлән, күптән түгел Ҡырғыҙстанға барған "Арғымаҡ" этнотөркөм солисы Ринат Рамазанов менән йәш ҡырғыҙ аҡыны үҙ-ара шундай үткер һәм оҫта әйтеш әйтеп ташланы, барса кеше геү килеп ҡул сапты. Йәштәргә ошондай теремек аудитория, ҡыҙыҡлы башҡарыу оҫталығы, бөгөн донъяла бик популяр булған интерактив аралашыу ғәләмәт ныҡ оҡшай - тап шул саҡ сәсәнлектең үткерлеге, зирәклеге, бөтмәҫ энергетикаһы күренә бит! Бындай халыҡсан күренеш бер ҡасан да ялҡытмай һәм моданан да сыҡмаясаҡ. Бына шундай сәсәнлек мәктәбе булдырырға кәрәк беҙгә.

Мәҙәниәт министрлығының Халыҡ ижады үҙәге халыҡ һөнәрмәндәре эшмәкәрлеген үҫтереүҙе хәстәрләп, уларҙың күргәҙмәләрен ойоштороу менән генә түгел, һөнәр-кәсеп серен тергеҙеү, таратыу, өйрәтеү өсөн дә яуаплылыҡты тарта. Кейеҙ баҫыу, аҫалы балаҫ һуғыу, дебет шәл бәйләү, һандыҡ эшләү, эйәр-өпсөн яһау, күн әйберҙәр етештереү, бигерәк тә милли кейем тегеү - бөтә эш Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында. Шуға ла беҙ һөнәрмәндәр етештергән уникаль әйберҙәрҙе һатыуҙарҙа түгел, күргәҙмәләрҙә генә күрәбеҙ...

- Эйе, беҙҙең башҡорт халыҡ оҫталары башлыса үҙҙәре һәм күргәҙмәләр өсөн генә эшләй, алыпһатырлыҡ-сауҙа итеү нескәлектәрен бик һирәктәр белә. Ә бит халҡыбыҙ элек-электән шәл бәйләп йә һуғып, балаҫ һуғып, кейеҙ баҫып, тун-елән тегеп, алыш-биреш итеп йәшәгән. Халыҡ һөнәрмәндәре өсөн иркен сауҙа итеүгә һәм етештереү кәрәк-ярағына юл асылырға тейеш. Былтыр "Ладья" фестивалендә балаҡатайҙар ҡайылған ҡара күлдәк килтергәйне, күптәр һатып алырға теләк белдерҙе уны, тик ул күргәҙмә өсөн генә эшләнгән, һатылмай булып сыҡты. Улай булырға тейеш түгел.
Мәҫәлән, борондан һәр башҡорт ҡыҙының туй һандығы булған, ул бөгөн дә булырға тейеш. Оҫталар бар, һандыҡтар эшләнә. Никах туйында ла кәләш менән кейәү мотлаҡ милли кейемдә булһын ине.
Стилләштерелгән милли кейемдәр бар ул, үтә ситкә тайпылғандары ла етерлек, уларҙы айырым автор эштәре булараҡ ҡына ҡарап булалыр. Башҡорт милли кейемен тергеҙер өсөн башҡорт традицион кейемен бик-бик яҡшы белеү, ентекләп өйрәнеү, һәр биҙәкте-орнаментты бик уйлап ҡулланыу кәрәк. Әгәр беҙ "бөтә нәмә рөхсәт ителгән" тигән уй менән, батшаһыҙлыҡ, тимәк башһыҙлыҡ һәм бәйһеҙлек менән, күргәҙмәләрҙе шаҡы-шоҡо кейем һәм мәғәнәһеҙ биҙәүестәр менән тултырабыҙ икән, уларҙың файҙаһынан зыяны күберәк, бөтәһен бергә ут төртөп яндырғы килә башлаясаҡ. Шуға күрә, милли кейем тергеҙеүселәр был милли "ут" менән бик һаҡ эш итһендәр, белгестәрҙе, уҡытыусыларҙы, оҫталарҙы, ғалимдарҙы ишетһендәр ине. Бына әле милли кейемде тергеҙеү буйынса "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы ҙур эш башҡара, әлеге лә баяғы халыҡтың күңелендә, булмышында, тарихи хәтерендә булған төп нөсхәләге кейемде тергеҙә. Әлбиттә, уларға матди ярҙам, гранттар бүлеү мотлаҡ кәрәк. Ғөмүмән, беҙ аныҡ һөнәр-кәсепте тергеҙеүселәргә ярҙам итергә әҙер. Бөрйәндә сергетыш, Учалыла флүр яулыҡ менән сарыҡ, Ейәнсурала дебет шәл, Хәйбуллала һәм Бөрөлә һуҡма шәл, Дәүләкән менән Әлшәйҙә аҫалы балаҫ, Миәкәлә кейеҙ тирмә һ.б. Беҙ һәр бер оҫтаны күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышабыҙ. Тик был тәңгәлдә ентекле эшләйһе эштәр бихисап әле.

Быуындар бәйләнешенә таянып яңы заманда йәшәү - Мәҙәниәт министрлығы өсөн шулай уҡ бик әһәмиәтле шарт булып тора. Быуындар бәйләнешенең үҙегеҙҙең тормошҡа ҡағылышы-сағылышы бармы?

- Бар тигәс тә, ҡалайыраҡ әле! Әлбиттә, быуындар бәйләнеше минең һәр тынымда, һәр аҙымымда. Әйтәйек, минең үҙемдә Мәсетленән килгән монаят - өләсәйемдең һандығы бар. Ул өйөмдә тора. Уға хәҙер илле йыл, тиҙҙән ул антиквар буласаҡ. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың өләсәләренән ҡалған биҙәүестәренә һоҡланып ҡарайым, миндә, әлбиттә, ундай монаят юҡ. Әммә минең ҡыҙымда ул буласаҡ. Был да башҡорт йолаһын тергеҙеү.
Әсәйемдең ҡартатаһы Әхмәт-Баҡый хәҙрәт - әүлиә. Ул минең ҡарт ҡартатайым. Эйе, эйе, Ейәнсура районы Үрген ауылынан арҙаҡлы Әхмәт-Баҡый мулланың бүләсәре булам мин. Уның илгә эшләгән яҡшылығын халыҡ белә һәм 1930 йылдарҙа сәйәси репрессияға дусар булғанын да иҫтән сығармайҙар, ул вафат булғас, күккә яҙылып ҡуйылған илаһи ауазды - "Әхмәт-Баҡый хәҙрәт вафат булды" тигән яҙыуҙы ла кешеләр онотмай... Мин дә бөгөн шундай ҡарт ҡартатайымдың лайыҡлы бүләсәре булырға ынтылырға тейешмен. Киләсәктә ағинәй булырмын, тигән өмөт менән йәшәйем. Ағинәй булһам ине, тип хыял итәм хатта. Күп сифаттарҙы мин үҙемдә яңы асам, ҡанымда һәм аңымда булған донъяны мин бөгөн килеп табам, тимәк, мәле еткәндер...
Бала саҡта атай-әсәйем менән бергә күп урындарҙа йәшәнек, Башҡортостандың төрлө һауаһын һулап, төрлө һыуын тәмләнек, шулар йөрәгемдә йылы тамырҙар йәйгән - мин үҙемде бөрйән, үҫәргән, дыуан, әйле ырыуы ҡыҙы тип хис итәм. Ҡайҙа барһам да Башҡорт илендә мин үҙ еремдә, шул бәхетле хис-тойғо миңә көс бирә. Бөтә ырыу кешеһен дә яратам, яҡын итәм, алға сығарам.

Һеҙ мәҙәниәт тормошоноң тағы бер яғын - театрҙарҙы - башта уҡ телгә алдығыҙ. Бөгөн театр сәнғәтен үҫтерерлек йәш режиссерҙар, актерҙар уҡыймы, һеҙ уларҙы белем алырға ҡайҙа ебәрәһегеҙ?

- Театр буйынса уҡытыу өсөн бөгөн мөмкинлек бар, Мәскәү вуздары көтә уларҙы. Ләкин уларҙа уҡый торған кеше тап ошо йүнәлеште һайлаған, яҙмышын һәм эшмәкәрлеген ошо эшкә бәйләргә риза, мөкиббән бирелгән булырға тейеш. Мәктәп эскәмйәһенән генә театр донъяһына инеп китеүселәр аҙаҡ йыш ҡына кире уйлай. Дирижер булырға теләгән кеше лә тап шул хеҙмәтте яратырға тейеш. Йәш белгестәр араһынан теләүселәр булһа, уҡырға ебәрәбеҙ. Беҙ актер Фирғәт Ғариповты режиссерлыҡҡа уҡыттыҡ. Наил Абдуллин, Антон Макаров дирижерлыҡҡа стажировка үтә. Киләһе йылда төп театрға яңы щепкинсылар төркөмө уҡып ҡайтасаҡ.

Хаталарҙан ҡурҡаһығыҙмы?

- Хаталаныу-яңылышыу тере кешегә генә хас, үлгәндәр быны булдыра алмай. "Хаталар булһын ул, тик төҙәтерлек булһын", тигән ти бер аҡыл эйәһе. Хаталаныуҙың бер сәбәбе - ҡабаланыу, шунан йәнә бер хата: күпте эҙләп, аҙҙан тороп ҡалыу. Мин ҡурҡҡан тағы бер "хата" - дилетантлыҡ, йәғни белер-белмәҫ көйө тотоноп, эштең асылын һәм төп маҡсатын таба алмау. Һәр тема, һәр аҙым бик ныҡ тәрәндән алып өйрәнеүҙе, ентекләп тикшереп башҡарыуҙы талап итә. Бигерәк тә мәҙәниәт эшендә. Беҙ бит тиҫтә йылдар, быуаттар өсөн эшләйбеҙ. Кеше хәтеренә һәм йөрәгенә яҙылырлыҡ, ил тарихына һәм яҙмышына уйылырлыҡ эштәр эшләйбеҙ, тип уйлайым. Халыҡты алға алып барырлыҡ баҫҡыс булайыҡ, уны артҡа йә упҡынға тартмайыҡ.

Кеше йәмғиәттә йәшәй, дәүләт эшендә эшләй, әммә ғаиләлә тормош тәмен тоя. Һеҙҙең өсөн ғаилә ҡиммәте ниҙә?

- Ғаилә ҡиммәте, минеңсә, ағинәйҙәр аҡылында. Ағинәйлек беҙҙең күңелгә бик яҡын бит. Иң беренсе аҡ күңелле, изге ниәтле ҡатын үҙенең ғаиләһендә ағинәй була. Ағинәйе булмаған өйҙә ҡот юҡ. Ғаилә ҡиммәте, ғаилә ҡото уның хужаһы - йәғни атаһы - аҡһаҡалы булғанда ғына тулыһынса асыла. Аҡһаҡалы булмаған йортта бушлыҡ, һаҡ-ҡарауыл юҡ. Әйткәндәй, күп райондарҙа ағинәйҙәр ауыл ир-уҙамандарын алға сығара, улар артынан йөрөй, аҡһаҡал-уҙамандарҙы "Һөнәрмәндәр" хәрәкәте менән күтәрә. Бик тә дөрөҫ эшләйҙәр, улар ғаилә ҡиммәтенең ҡәҙерен белә, тип иҫәпләйем.
Мин эшемдә лә арҡаҙаштарым - йәш кадрҙар, белгестәр, етәкселәр менән ошо хаҡта йыш һөйләшәм. Күпте беләләр, аңлайҙар, республика мәнфәғәтендә эшләргә теләктәре ихлас. Мәҙәниәт министрлығында йөрәге янмаған осраҡлы кешегә урын юҡ. Минең эшкә бирелеп китеп, ғаиләмде оноторға ла хаҡым юҡ. Башта әйткәнемсә, бер туған апайым Әнисә исемле, минән дүрт йәшкә өлкән ул, һөнәре буйынса химик. Беҙҙең ғаилә ҡиммәте - ҡартатай-өләсәй, атай-әсәй, инәй-олатай. Һәм балалар, улар - тормош сәскәһе, мәғәнәһе. Беҙҙең ғаилә йырлай. Атайым да, әсәйем дә һаман да матур, асыҡ тауышлы. Атайым гармунда, әсәйем мандолинала, мин пианинола көйҙәр уйнап рәхәтләнәбеҙ. Атайыма - 84, әсәйемә 80 йәш. Әсәйем әле минең баламды ҡараша, бик теләп-бәпләп үҫтерешә. Туған тел дәрестәрен бирә. Ҡыҙым миңә "әсәй" тип өндәшә, башҡортса ла һөйләп ебәрә ҡайсаҡ. Ҡыҙым инглиз төркөмөнә йөрөгәйне балалар баҡсаһында, инглиз телен яҡшы белә, һөйләшә ала. Башҡортса һөйләшкәс, "һ", "ҙ", "ҫ" өндәрен бик асыҡ, акцентһыҙ әйтә. Шулай. Ғаиләм - ҡәлғәм, тиҙәрме әле? Һәр кемгә лә иң тәүҙә ғаилә бәхете кәрәк.
Ә эшемде яратып эшләйем, ҡайсаҡ "Әлдә эшемде яратам әле" тип эстән генә ҡыуанып ҡуям. Иҫән-имен торһон замандар, кинәнеп кенә эшләргә яҙһын һәммәбеҙгә. Тормош үҙгәрҙе бит. Коронавирус сәбәпле үҙизоляцияла кабинетта ултырып, йәмле яҙҙарҙы еткерҙек. Ниһайәт, июнь айында Абдразаҡовтар концерт ойошторҙо. Битлектәр кейеп булһа ла, күңел булғансы классик моңға сумдыҡ, тере һыу уртланыҡмы ни! Шунан һуң республика Башлығы мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен тантаналы бүләкләне. Ифрат шәп осрашыу булды, барыһы ла ҡыуанды. Беҙ бит халыҡ араһында йөрөп, халыҡ менән аралашыуҙан йәм табып өйрәнгәнбеҙ. Татыу һәм ижади йәшәүҙең ҡәҙерен белерлек булдыҡ инде, тик донъялар имен торһон. Бөтә кешегә һаулыҡ, мөхәббәт, ғаилә бәхете, ижад бәхете теләйем.

Сәрүәр СУРИНА
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.20 | Ҡаралған: 1091

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru