«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЭПОСТЫ ӨЙҘӘН ТОРОП ҺӨЙЛӘНЕЛӘР
+  - 

"Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсы быйыл дистанцион рәүештә уҙғарылды. Егерме икенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста Башҡортостандың 31 район һәм 7 ҡала округтарынан, Татарстан, Ханты-Манси автономиялы округы, Канаданан 101 уҡыусы ҡатнашты.

Республиканың Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан, Өфө, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан ҡатнашҡан уҡыусылар юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Быйылғы конкурста Гран-прины Илеш районы Ябалаҡ ауылы мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Диана Әғәлиева яуланы, етәксеһе - Лилиана Әғәлиева.
Шулай уҡ "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың XXII республика конкурсында башланғыс синыф уҡыусылары араһында I урынды Ейәнсура районы Яныбай ауылы урта мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы Зәйтүнгөл Байгилдина, уртансы синыфтар араһында Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенән 6-сы синыф уҡыусыһы Ҡәҙриә Йәрмөхәмәтова, юғары синыф уҡыусылары араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы Дж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның 8-се синыф уҡыусыһы Ләйлә Тимерғәлиева яуланы. Бынан тыш, ярышта икенсе һәм өсөнсө урындарҙа барлығы 12 уҡыусы, төрлө номинацияларҙа һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының махсус призына лайыҡ булыусылар билдәләнде. "Мин "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын 2-се синыфтан алып ятлай башланым, хәҙер тулыһынса беләм. Яңы форматта үткән конкурсҡа 3 сәғәтлек видео төшөрөп һалдыҡ. Шунан һәр ҡатнашыусы билдәле бер ваҡытта "Zoom" программаһы ярҙамында өйҙән жюриҙар менән бәйләнешкә сығып, улар беҙҙе бүлдерә-бүлдерә тыңланы. Бер аҙ тулҡынланһам да, алтынсы йыл рәттән ҡатнашыуым һәм эпосты яҡшы белеүем ярҙам итте. Әйткәндәй, былтыр "Артек" Халыҡ-ара балалар үҙәгенә барғанда ла "Урал батыр" эпосын туған телемдә яттан һөйләп, "Актерлыҡ оҫталығы" номинацияһында еңеү яулағайным", - ти Диана Әғәлиева конкурс тураһында.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.20 | Ҡаралған: 714

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru