«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАНДА - БЕРЕНСЕ!
+  - 


Июль башы Башҡортостан өсөн ҡыуаныслы булды: ЮНЕСКО Ассамблеяһы ултырышында "Янғантау" геопаркын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя селтәренә индереү тураһында иғлан ителде.

Геопарк - ул асыҡ һауалағы музей. Уның төп экспонаттары булып тауҙар, мәмерйәләр, геологик киҫелештәр, минералдар һәм файҙалы ҡаҙылмалар тора. Инеү сикләнгән милли парктарҙан айырмалы, геопарк туристар өсөн һәр саҡ асыҡ. Геопарк урындағы халыҡтың матди һәм матди булмаған мираҫын, мәҙәниәтен һаҡлау маҡсатында ойошторола. Уның икенсе әһәмиәтле йүнәлеше - төбәкте иҡтисади йәһәттән үҫтереү. Өсөнсө бурысы - йәш быуынды тәрбиәләүҙәге фәнни һәм мәғрифәтселек мөмкинлектәре. Ике йыл самаһы ваҡыт эсендә бында ҙур эш башҡарылған: туристик маршруттар эшләнгән, ял урындарында реакреацион зоналар булдырылған, ҙур фәнни эшмәкәрлек алып барыла. Геопарк штатында геологтар, биологтар, экскурсиялар ойоштороусылар бар.

Геопарктың йөрәге - үҙенсәлекле термаль быулы Янғантау тауы. Ғалимдар уның килеп сығышы тураһында һаман да бәхәс ҡорғанда, ябай халыҡ рәхәтләнеп тәбиғәт дауаһын файҙалана. "Янғантау" шифаханаһы йыл һайын 30 меңдән ашыу ял итеүсене ҡабул итә. Медицина процедураларынан тыш, бик күп күңел асыу саралары ҡаралған. Берәүҙәр экскурсияларға барғанда, икенселәр аттарҙа йөрөй (иппотерапия), бәғзеләр йәйәүле прогулкаға сыға. Парк территорияһында төрлө оҙонлоҡтағы маршруттар бар. Таҙа, бөхтә, төҙөк, кисен юлдар яҡтыртылған юлдарҙан йөрөү - үҙе бер рәхәтлек.

Мәсетле киҫелеше - бер нисә геологик дәүерҙе үҙ эсенә алған ҡатлам. Бында Ерҙә тормоштоң үҫешен ҡылыҡһырлаған 15 ҡатлам - геологтар өсөн ҙур табыш. Мәсетле киҫелешендә Ерҙең 5 миллион йыллыҡ геологик тарихы һаҡланған. Башҡорт ерҙәрендә динозаврҙар йөрөгәнме? Юҡ, башҡорт ере Ерҙең динозаврҙарға тиклемге формалашыу тарихын һаҡлай. Уның ҡарауы, Башҡортостанда 280-250 миллион йыл элек диңгеҙ йәйрәп ятҡан. Мәсетле киҫелешендә табылған ҡалдыҡтар ҙа ошоно раҫлай. Диңгеҙ яйлап һайыҡҡан, уның ярҙарында һаҡланып ҡалған табыштарҙы ғалимдар бөгөн дә таба. Бында 100-ҙән ашыу балыҡ, моллюск, ылымыҡ төрө асыҡлана. Мәсетле киҫелеше - Рәсәйҙә тиңе булмаған Ерҙең геологик тарихы таныҡлығы, уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Спелеологтар баһалауынса, геопарк территорияһында 200-ҙән ашыу мәмерйә бар. Уларҙың иң билдәлеһе - Иҙрис йәки Салауат мәмерйәһе (шулай уҡ Киҫәташ, Краснополь, Һарай тип тә йөрөтәләр). 1774 йылда баш күтәреү баҫтырылғандан һуң, Салауат Юлаев тап шунда йәшенгән тигән төрлө легендалар йәшәй. Мәмерйә эргәһендәге ҡаяларҙа мезолит дәүеренең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре табыла. Иҙрис мәмерйәһе - федераль әһәмиәттәге археология һәйкәле. Уға махсус ҡорамалдарһыҙ ҙа инеп була.
Урмантау мәмерйәһе, киреһенсә, насар әҙерлекте яратмай, сөнки ул туннель һәм коридорҙар лабиринтынан тора, иҙәнендә балсыҡ һәм таш ята, ә ингән урында хатта йәйгеһен дә боҙ иремәй. Шуға күрә махсус ҡорамалдарһыҙ инеү тәҡдим ителмәй. Ә инде әҙерлекле туристар боҙ сталактиттарын һәм сталагмиттарын күрә ала.
Лаҡлы мәмерйәһе лә - иң популяр урындарҙың береһе. Атамаһын ул ошо атамалы ауылдан алған. Мәмерйәгә төшөү өсөн уңайлы баҫҡыстар эшләнгән. Уның эсендә хатта йәйге эҫе көндә лә ныҡ һыуыҡ. Дөйөм оҙонлоғо - 252 метр. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге иң ҙур мәмерйә.

Геопарк маҡсаттарының береһе - ауыл иҡтисадын күтәреү өсөн туристар ағымын арттырыу. Ауыл халҡы туристарҙы торлаҡ, туҡланыу менән тәьмин итә, такси хеҙмәтен күрһәтә. Бынан тыш, килеүселәр үҙҙәре менән еләк, ҡайнатма, бал, һөт һәм һөт ризыҡтары, ҡул эштәре алып ҡайтырға тырыша. Ҡулы эш белгән кешегә хөрриәт. Мәҫәлән, мәктәптә информатика уҡытыусыһы булып эшләгән Илфат Исмәғилев Иҙрис ауылында "Шайтан-көҙәй" тирмәләр кемпингын булдырған. Йәйге каникулда ул эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Эшен тәүҙә бер генә тирмәнән башлаһа, хәҙер инде киңәйә бара. Йылғанан ағыуҙар, көршәк эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа ҡыҙыҡлы шөғөлдәр ойоштора.
Шулай уҡ урындағы халыҡ үҙ ҡулдары менән эшләгән сувенирҙарын геопарктың визит-үҙәге аша һата ала. Күп балалы Кинзиндар ғаиләһе ҙур сувенирҙар палаткаһы асҡан. Ойоҡбаштар, бал, миндек һәм магниттарҙан тыш, Башҡортостан тәбиғәтен сағылдырған пейзаждарҙы туристар яратып ала.

Урмансылағы этнойорт - геопаркта барлыҡҡа килгән ҙур булмаған, әммә тотороҡло бизнес өлгөһө. Башҡорт мәҙәниәтенә мөкиббән ғашиҡ, районда билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, төрлө конкурстар лауреаттары, башҡорт музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы Сафуан менән Лидия Сәйетғәлиндар үҙҙәренең шөғөлөн аҡса эшләү ысулына әйләндергән. Йәше бер быуаттан ашҡан олаталарының ике иҫке өйөндә улар башҡорт йорто музейы асҡан. Унда башҡорттарҙың көнкүреш һәм мәҙәниәт әйберҙәре тупланған.
Этнойортта мейес тә бар, тимәк, туристар утын ярып, мейес яғып ҡарай ала. Хатта кәзә һауып ҡарарға ла мөмкин. "Күптән түгел Мәскәүҙән ейәне менән бер ханым килде. Баҡсалағы ҡыярҙы өҙөп алырға мөмкинме, тип һораны. Әлбиттә, рөхсәт иттек." Бер ваҡытта ла түтәлдәрҙе, ҡыярҙың нисек үҫкәнен күргәнем булманы. Уларҙы ғүмер буйы магазиндан һатып алам, тип һөйләне", - тип көлә Сафуан.
Ҡунаҡтар боронғо әйберҙәр менән генә танышып ҡалмай, Сәйетғәлиндар уларға ҙур булмаған тамаша - музыка ҡоралдарында уйнап-йырлап күрһәтә. Һуңынан инде мотлаҡ рәүештә самауыр тирәләй йыйылып сәй эсәләр. Ҡыҫтыбый бешереү өсөн хужабикә таң менән тора, ҡамыр ҡуя. Үҙҙәренең эшмәкәрлеген улар бизнес тип атарға тартына, әммә йәйгеһен ҡунаҡтарға еләк һәм бәшмәк һатып ҡына бер нисә йөҙ мең аҡса эшләйҙәр. Шулай уҡ сувенирҙар эшләүгә ауылдаштарын да йәлеп итәләр. Ҡунаҡтар көн һайын тигәндәй килә. Уларҙа Ирандан, Австриянан, Швейцариянан, Англиянан, Ирландиянан, Франциянан, Германиянан, хатта Уругвайҙан да туристар булған. Сит ил ҡунаҡтарын ике нәмә һоҡландыра: мейес һәм хужабикәнең селтәре.

Салауат районында 22 мәсет бар. Уларҙың иң ҡыҙыҡлыһы - Лаҡлы ауылы мәсете. Шулай уҡ геопарк һәм район музейҙары менән дә маҡтана ала. Ауыл мәктәбе бинаһында урынлашҡан Лағыр ауылы крайҙы өйрәнеү музейы ла геопарк маршрутына инә һәм унда боронғо хайуандарҙың һөйәктәрен күрергә мөмкин. Малаяҙҙа Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев музейы урынлашҡан. Уның экспонаттары араһында батырҙың ҡылысы һәм эйәре һаҡлана. "Янғантау" шифаханаһында ғәҙәти булмаған "Каравелла" диңгеҙ музейы эшләй. Уны заманында Кубала хеҙмәт иткән Рауил Саматов булдырған. Әрме хеҙмәтенән бер сумаҙан ҡабырсаҡ тейәп ҡайтып, тиҫтә йылдар эсендә ул ҙур коллекция туплауға өлгәшкән. Шулай уҡ Арҡауыл ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың йорт-музейында булырға, уның шәхси әйберҙәре менән танышырға мөмкин.
Теләүселәр "Ҡорғаҙаҡ" һыуын һауыттарға тултырыу цехына экскурсияға бара ала. Әммә бынан алда цехтан бер нисә километр алыҫлыҡта ятҡан минераль һыу сығанағына мотлаҡ сумып сығырға кәрәк!
Ҡыҫҡаһы, бөгөн донъяла ЮНЕСКО-ның 147 глобаль геопаркы бар (иң күбе Ҡытайҙа). "Янғантау" геопаркы - әлегә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә берҙән-бер үҙенсәлекле объект. Ошо беренселекте мөмкин тиклем файҙалыраҡ итеп ҡулланып ҡалырға ғына кәрәк.

Ольга МАЛОВИЦА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.20 | Ҡаралған: 609

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru