«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛАН ЫРЫУЫНАН, БОРОНҒО БАШҠОРТ ЗАТЫНАН БЕҘ
+  - 

(4-се бүлек)

Мәскәү дәүләтенә ҡушылғандан һуң байтаҡ ҡына йылдар буйына Нуғай Урҙаһы кешеләре көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш башҡорттары биләгән урманлы-далалы ерҙәргә килеп, бындағы мул үләнле көтөүлектәрҙә үҙҙәренең малын көтөп, күсеп йөрөй. Әммә XII быуат башында уларға ҡалмыҡтар һөжүм итә, инде тамам көсһөҙләнгән Нуғай Урҙаһы уларға артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. 1610- 1613 йылдар арауығында Оло Нуғай Урҙаһы олоҫтары бер-бер артлы Волга аръяғына, артабан Төньяҡ Кавказ һәм Кубань тарафтарына күсеп китә.
Нуғайҙар киткәндән һуң ҡалған ерҙәрҙе төрлө ырыу-аймаҡтар араһында юридик яҡтан теркәү мәсьәләһе килеп тыуа. Әйтергә кәрәк, башҡорт ырыуҙары башлыҡтары был эште тиҙ арала Мәскәү дәүләте хакимиәте чиновниктарынан раҫлата алыуға өлгәшә. Улар үҙҙәре биләгән ерҙәргә раҫлаусы (подтвердительные), бүлеүсе (раздельные) һәм һаҡлаусы (оберегательные) грамоталар ала. Бындай грамоталар XVII быуаттың беренсе яртыһында башҡорт бейҙәренә һәм тархандарына батшалар Михаил Федорович һәм Алексей Михайлович хакимиәттәре тарафынан тапшырыла. Шул уҡ ваҡытта Йылан (Елань) олоҫо башҡорттары ла үҙҙәренә ошондай грамоталар ала. Мәҫәлән, ошо осорға ҡараған бер документҡа ярашлы, атап әйткәндә, 1618 йылда Танып һәм Ағиҙел йылғалары үҙәнендәге ерҙәрҙе биләү хоҡуғы (владенная грамота), ошо грамотала теркәлгән ике башҡорт кешеһенә бирелә: "уфимские башкирцы Казанской дороги Яски-Еланской волости Мухамет Абдулов, Базайка Байметов с товарищи", тиелә бында.
XVII быуат башында Йылан олоҫо ике тармаҡтан - Эске Йылан һәм Ҡыр Йылан (Тышҡы Йылан) аймаҡтарынан хасил була. Уларҙан бер ни тиклем айырымланған Баҙраҡ аймағы ла була, ул П.И. Рычков списогында теркәлгән. Ошо аймаҡ исеме менән аталған 3 ауыл бар: Оло Баҙраҡ һәм Кесе Баҙраҡ ауылдары (Борай районында), Тәүбаш Баҙраҡ ауылы - Дүртөйлө районында.
Йылан олоҫо башҡорттары тарихи Башҡортостан ерлегендә тоҡанған барса ихтилалдарҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 1662- 1664 йылдарҙағы хәрәкәт осоронда Минзәлә ҡәлғәһендә аманат итеп тотолған башҡорттар хаҡындағы бер документта былай тип әйтелә: "Иланские волости и деревни Мамбетко Сабачеев, в ево место быть Янчюре Ногаеву или Ирысаю Аккучюкову". Бында теркәлгән Йылан ауылы кешеһе Ейәнсура Нуғаев һуңғараҡ осорҙа киң билдәлелек тапҡан йәмәғәт эшмәкәре Йәркәй Ейәнсуриндың (Янчурин) атаһы була.
Йылан ырыуы башҡорттары Петр I батшалыҡ иткән осорҙа, 1704-1711 йылдарҙа башҡорттарҙың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн алып барған оҙайлы көрәшендә ҡатнашып, батша ғәскәрҙәренә ҡаршы байтаҡ ҡына алыштарҙа уңышҡа өлгәшә. Был ихтилал Ижора (Ингерманланд йәки Семенов) канцелярияһы тарафынан башҡорттарға ҡарата ҡылынған иҫ киткес ғәҙелһеҙлектәргә һәм яуыз ғәмәлдәргә ҡаршы тоҡанған протест рәүешендә башланып китә. Шул уҡ ваҡытта ихтилалдың төп сәбәптәре Петр Беренсе Өфө өйәҙен туранан-тура Ҡаҙан губернаһына буйһондорғандан һуң бында йәшәгән башҡорттарҙың уҫаллығы һәм яуызлығы менән билдәле булған Ҡаҙан комиссары Сергеев тарафынан аяуһыҙ йәберләнеүе һәм мыҫҡыл ителеүе менән дә бәйле. 1705 йылда Сергеев башҡорт илселәренә туранан-тура Мәскәүгә барып, ундағы батша хакимиәте чиновниктарына үҙ һорауҙары менән мөрәжәғәт итеүҙе ҡәтғи тыя. Кемдәр был тыйыуҙы боҙа, улар аҫып үлтерелә. А. Сергеев башҡорт старшиналарына былай ти: "…покуда де он в Уфе, будет то и Москва". Байлар олоҫоноң күренекле башҡорто Дөмәй Ишкәев, был тыйыуға ҡарамай, үҙ эштәрен хәл итеү маҡсатында, Әстерхан аша урау юл уҙып, Мәскәүгә килеп етә. Ошо хәл Ҡаҙандың вице-губернаторы Н. Кудрявцевҡа мәғлүм булғас, "башбаштаҡ" Д. Ишкәевты тотоп алыу өсөн махсус операция ойошторола, ул Ҡаҙан ҡалаһына алып ҡайтыла һәм язалап үлтерелә. Ҡаҙандан ебәрелгән комиссар А. Сергеев башҡорттарҙы эҙәрлекләүҙә һәм мыҫҡыллауҙа үҙенең начальнигынан да арттырып ебәрә. Ул байтаҡ ҡына арҙаҡлы башҡорт бейҙәрен, дин әһелдәрен Өфөгә "ҡунаҡҡа" саҡырып, "һыйлау" ойоштора: "…вина и меду поставя и зелья положа, в неволю поил, кто и век свой меду и вина не пивали, азей и муллов и ахунов их поил; а ежели кто не станет пить, тех бив палками и насильно поил, и напившися де лежали без памяти, и лежачих де людей порохом палил, солому огнем зажигал, на руки свечи прилеплял, другим в горсти пороху насыпав огнем палил, а збережась лежалых людей сызнова подняв по неволе поил, хотя поморить… всякому пьяному лежачим людям, держав против солнца зеркало свое, рожи и головы жег и, который тронется, еще поил, чтобы поморить…"

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.20 | Ҡаралған: 464

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru