«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕЙӘНСУРА ҺАНДУҒАСЫ
+  - 

Сибай ҡалаһында башҡорт йырын башҡарыусыларҙың XV "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы тамамланды. Еңеүсе бәхете Ейәнсура һандуғасы - Әлфиә Мырҙабаеваға йылмайҙы һәм ул бәйгенең төп бүләге -"Лада гранта" автомобиленә лайыҡ булды. Еңеүсегә елле бүләкте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

34 йәшлек йырсы сығышы менән Ейәнсура районының Ярғайыш ауылынан. Әлфиә Рәил ҡыҙы конкурс тарихында һәүәҫкәр башҡарыусылар араһынан Гран-при яулаған тәүге конкурсант. "Ирәндек моңдары"нда ул 2010 йылдан ҡатнаша. "Бәйгелә халҡыбыҙҙың иң зарлы, киң диапазонлы йырҙарының береһе "Буранбай"ҙы башҡарҙым. Уны мин Абдулла Солтанов яҙмаларын тыңлап өйрәндем. Көсөмә ышандым, еңеүгә ынтылышым көслө булды. Музыкаль белемем бөтөнләй юҡ. Хужабикә булараҡ, ир, балалар бағып, өйҙә ултырам. Водитель таныҡлығым бар, тыуған яғыма машинаны үҙем йөрөтөп ҡайтасаҡмын", - тине Әлфиә Мырҙабаева конкурсты ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәр белдереп.
Сибай ҡалаһының 65 йыллығы, "Урал аръяғы" инвестиция форумы сиктәрендә ойошторолған XV башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара "Ирәндек моңдары" конкурсының үҙәк майҙанда үткән йомғаҡлау сараһын республиканың мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова асты. Мәртәбәле конкурста быйыл республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан, Мәскәү өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән 183 кеше ҡатнашты. Шуларҙың 56-һы балалар булыуы халыҡ йырын башҡарыусыларҙың яңы быуыны үҫеп килеүен күрһәтте. Балаларҙың 11-е Гала-концертта ҡатнашты.
Бәйгелә Айзель Әҙелбаева, Рәмил Ҡотосов, Арсен Кәримов - III, Розалия Аҫылғужина, Юнир Һағынбаев, Ғаяз Ғәйетбаев - II, Гөлдәр Аллабирҙина, Фәттәх Аралбаев, Алмас Сирусин I урын яуланы. Балалар араһында Гран-приға Сибай ҡалаһынан Мира Харрасова лайыҡ булды. Мираға 16 йәш, ул сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Моңло тауышлы ҡыҙ быйыл ҡалала үткән "Урал аръяғы тауышы" шоу-проектында ла уңышлы сығыш яһаны. Халыҡ йырҙарын еренә еткереп, күңелен биреп башҡарыусы Мира 30 мең һум аҡсалата премия, электрон самокат менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, быйылғы "Ирәндек моңдары" конкурсы башҡа йылдарҙағынан айырыла. Бәйгенең I туры Сибай ҡалаһының "Мир" йәштәр йортонда онлайн форматта ойошторолдо.
Жюри составы яңырҙы: бәйгеселәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Иҙел Аралбаев, Сөмбөл Моратова, Раян Алтыншин, Рөстәм Шаһбалов, Эльвира Әхмәтйәнова баһаланы. Йырсыларҙың һәләттәрен баһалаусы 5 артист та төрлө йылдарҙағы "Ирәндек моңдары" бәйгеһе еңеүселәре. Улар ярышты төптән белгәнгә лә ғәҙел хөкөм сығарҙы.
- Халыҡ йырын автомобиль алам тип түгел, ә уны еренә еткереп өйрәнәм, оҫта башҡарам тип йырларға кәрәк, - тигән фекер белдерҙе жюри рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров. - Элек иң яҡшы йырлаған кешегә бер ат биргәндәр. Ул ваҡытта ат иң затлы бүләк һаналған. Бөгөн оҫта йырсыға бер машина бирәләр. Ул техника әллә нисәмә ат көсөнә эйә. Ә сифат барыбер аҡһай. Быйыл профессиональ йырсыларға ҡарағанда һәүәҫкәрҙәр көслөрәк булды. Уларҙың тауышы ла көслө, моңо ла, башҡарыу техникаһы ла шәп ине. Улар һирәк башҡарылған йырҙар йырлауҙары менән дә оттолар.
Тағы шундай яңылыҡ бар: жюри халыҡ йырҙарын башҡарыусыны моңло тип тапһа, йәшел төймәгә баҫты. Йырҙы еренә еткереп йырламаусыларҙы ҡыҙыл төҫ туҡтатты.
Шуны билдәләп китеү зарур: конкурстың беренсе туры ла, икенсеһе лә республиканың "Сәләм" , СТВ, Ютуб каналдары аша тура эфирға сыҡты. Конкурс барышын республиканан ситтә йәшәүселәр ҙә ҡарай алды.

Гөлдәр ҠАДАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.20 | Ҡаралған: 901

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru