"Атаң барҙа - ил, атың барҙа юл таны" тигән әйтемдең мәғәнәһе бик ҙур. Борон-борондан халҡыбыҙ ер-һыу атамаларына, уларҙың килеп сығыу тарихына ҙур иғтибар бүлгән. Минең өләсәйем дә беҙгә был тәңгәлдә ҙур тәрбиә бирҙе. Бер аҙ тамаҡ ялғарлыҡ аҙыҡ ала ла, арҡаһына дәү киндер тоғон артмаҡлап, беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен, күрше-тирә балаларын эйәртеп, ер-һыу танытырға алып сыға торғайны.
Тау эргәләтеп кенә Тутинәй сабыны аша Арҡаға йәки Мәмбәтһыпы буйлап Һаҡҡарағайҙы үтеп, Шәмәй һаҙы аша Ҡарагисеү буйына төшәбеҙ. Бәләкәй йылға аша Заһиҙә үҙәгенән Элгеләүгә күтәреләбеҙ. Йылға буйында балтырған, шыма көпшә, ҡаҡы, тауҙа йыуа, ҡуҙғалаҡ өҙөп, иҫке ауыҙға яңы аш, ауырыуым булһа, тиҙерәк ҡас, тип һамаҡлай-һамаҡлай ашайбыҙ. Был тәбиғәт тәғәмдәрен һаҡ ҡына, тамырына зыян итмәй генә, орлоҡлоҡ ҡалдырып өҙөргә ҡуша торғайны өләсәйем. Йөрөгән еребеҙҙәге һәр ҡалҡыулыҡтың, түңгәктең, инештең атамаһы нисек килеп сыҡҡанын һөйләй. Уларҙың һәр береһендә башҡорт халҡының боронғо йәшәйешен күрергә, сырамытырға мөмкин. Кәбән һалғанда Бибихөснә өләсәйебеҙ бала тапҡанын, уны ҡотоҡта йыуындырғанын да ошонда беләбеҙ. Үрге һәм Түбәнге Әүжән урыҫтарының мал көтөүен, 1914 йылдарҙа алтын эҙләгән заводчиктарҙың ауылды яндырыуын, Шәмсетдин олатайҙың нисек итеп дегет ҡайнатыуын да тәфсирләп һөйләй ине.
Күскәнҡарағай, Күкһыуатылған, Ирек ҡотоғо, Симун, Күҙгәнәк, Алтынмөйөш яландары, Шәмәй һаҙы тип аталған урындар ҙа бер быуатлыҡ тарих һаҡлай. Күп ер-һыу атамалары заманына ҡарап үҙгәреп тә бөткән инде. Өләсәйем һөйләгән ошо ваҡиға күңелдә әле һаҡлана: һуғыш ваҡытында ауылдың бер нисә ҡатын-ҡыҙы илеккә, йәғни ҡыр кәзәһенә һунарға сыға. Ҡырағай хайуандарҙы баҫтырып, арытып, һуғып, һуйып алып ҡайтып, бөтә ауылға таратып бирәләр. Ул ерҙе беҙ бала саҡта "Кәзә һуйған ер" тип йөрөтә торғайнылар. Хәҙер унан оло юл үтә. Үткән быуаттың 50-60-сы йылдарында бесән мәлендә үҫмер малайҙар ат йөҙҙөргән күлдән әле бер нәмә лә ҡалмаған. 85-90-сы йылдарҙа ул тирә һаҙмат булып, ҡарағат күп була торғайны. Тора-бара был күл эргәһендәге яланға бойҙай түгелеп, Буҙайғырбатҡандан Бойҙайгүленә әйләнде.
Өләсәйем йыш ҡына: "Беҙҙән һыу ҙа ҡасыр инде. Алтын тапап, һыу эҙләрҙәр, тип яҙылған анауы минең ҡалын китабымда", - ти торғайны. Ул үҙе бер класс та уҡымаһа ла, ғәрәпсә, башҡортса уҡый белә ине. Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен яратты. Һорағандарға доғалар яҙып бирҙе. Үлән, доға менән дауалау һәләте лә бар ине. Биш намаҙын ҡалдырмай уҡыны.
Ә һыуға килгәндә, ысынлап та, ҡаса башлаған ул. Мәһәҙей ауылы тирәһендәге үрҙә атап кителгән шишмә-йылғалар юҡ. Һыу булмағас, үҫемлектәре лә ҡорой. Ҡыҫыр ерҙәр күбәйә. "Юлһыҙ ерҙә йөрөм булмаған кеүек, һыпылар ҙа, юлдарын таҙалап, асып тормаһаң, үпкәләп, ер аҫтына ҡаса", тип эргә-тирәһен таҙалатып, ҡый-ғыпырын бер ергә өйҙөрөп ҡуя торғайны ҡәҙерле кешебеҙ. Булған ниғмәттең ҡәҙерен белергә кәрәклеген тыҡып ҡына торҙо.
Ер-һыу танырға сыҡҡанда иң көтөп алынғаны - берәй матур урынға туҡтап, өләсәйҙең тоҡсайындағы теге тәмле икмәкте еләк-емешкә ҡушып ашау ине. Ял иткәндә лә тик ултырмайбыҙ. Мәҫәлән, бармаҡтарҙы эшләтәбеҙ: "Башбармаҡ бура бурай, урта бармаҡ утын яра, һуҡ бармаҡ һуған әрсей, сығанағы сығып ҡаса, сәтәкәйе сәпәкәй итә", тип уйнайбыҙ. Оҙон тынлы, оҙон ғүмерле булыр өсөн: "Етегән тигән ете йондоҙҙо ете уратып әйтһәм, һауап була", - тип бер тынала әйтергә тейешбеҙ.
Ялға туҡтағансы өләсәйемдең тоғо кәрәкле үлән, япраҡ, сәскә менән тулған була ине. Ҡайтҡанда Элгеләүгә һуғылырға тырышабыҙ. Йылдың дүрт миҙгелендә лә унда үҫкән ҡарағастарҙан һағыҙ сәйнәргә була. Уны алыр өсөн өләсәйҙең йәтеш кенә бәкеһе бар. Ул күрһәткән ерҙән үҙебеҙгә таҙа итеп, ҡабығын ҡушмай ғына соҡоп алабыҙ. Һағыҙҙы ауыҙҙы шапылдатмай, ипле генә сәйнәргә тейешбеҙ. Оҙаҡ сәйнәргә ярамай: тел иҙелеүе, яңаҡ талып, тартышыуы бар.
Ҡайтҡас, үләндәрҙең киптергәнен киптереп, быҡтырғанын быҡтырып, тоҡсайҙарға һалып, соландағы, келәттәге урҙаға элеп ҡуя. Беҙ уларҙы тышынан еҫкәргә ярата торғайныҡ. Диндар өләсәйебеҙ ил-йортҡа тыныслыҡ, йән-тәнебеҙгә сәләмәтлек, һәр кемебеҙгә күркәм холоҡ-фиғел, эш-аш бәрәкәте һорап, аҡ намаҙлығына баҫһа, беҙ эргәһендә шым ғына ултырабыҙ. Беҙгә лә ризыҡ-тәғәме өсөн рәхмәтле булырға ҡуша. Бөгөн ошоларҙы иҫләп, өләсәй беҙгә бик ҙур тормош мәктәбе биргәнлеген, уның менән үткәргән ваҡыттың иң бәхетле миҙгел булыуын аңлайым...
Фәнүзә ИШБАЕВА.
Бөрйән районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА