«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ТАРИХ ТӘРБИӘЛӘЙ, ҺАБАҠ БИРӘ, РУХТЫ УЯТА
+  - 


Билдәле режиссер, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Булат Тимербай улы Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмы С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Һынылышлы мәл алдынан режиссерҙың үҙенә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итек.

Булат Тимербай улы, тамашасы бер-бер артлы ҡараған билдәле фильмдарығыҙ халыҡҡа ниндәй мәғлүмәт алып килергә тейеш ине: республиканың йөҙ йыллығына бәйле тарихтымы, әллә айырым шәхестәр хаҡындағы иҫтәлектеме?

-"Беренсе Республика" фильмы тәүге төшөргән "Бабич" фильмының дауамы. "Бабич" фильмы уҙған быуаттың 20-се йылдар башындағы сағыу ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, шағир Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад тарихы ине. Картинала төп ролде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илгиз Таһиров башҡарҙы. Был тема менән 1996 йылда уҡ, Ғәзим Шафиҡовтың Бабичҡа арналған китаптарын уҡығандан һуң дәртләнеп киткәйнем. Унан студенттарҙың авторҙары Таңсулпан Бабичева һәм Гөлсәсәк Саламатова булған "10 июль" диплом спектакле йәнә темаға әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итте. Ошо темалар минең тыуасаҡ фильмымдағы бөтә геройҙарҙы күҙ алдына баҫтырҙы ла ҡуйҙы. "Бабич"тан һуң, йәғни республиканы төҙөүселәр, ҡороусылар, уға нигеҙ һалыусылар быуынынан һуң, республиканы артабан үҫтереүсе, формалаштырыусы, рухи яғын бар итеүселәр тураһында фильм тыуырға тейеш ине.
Башта миңә тулы метражлы сериал төшөрөргә һәм унда һәр герой үҙ тарихы менән бер серияны биләргә тейеш һымаҡ тойолғайны. Мәҫәлән, беренсе серия "Бабич" булһа, икенсеһе театрға, әҙәбиәткә, өсөнсөһө Дауыт Юлтыйға, дүртенсеһе Амантайға һәм башҡаларға арналырға тейеш ине. Был тәңгәлдә һөйләшеүҙәр, бәхәстәр барҙы һәм беҙ, ижади коллектив, әле һеҙ күргән вариантта туҡталдыҡ.
Беҙ был фильмдар менән тамашасыға нимә күрһәтергә теләнек? Бына ошондай бөйөк шәхестәребеҙ репрессияланған тигәнде генә түгел, ә бына ошо бер быуын беҙҙең бөгөнгө телдең, әҙәбиәттең, мәҙәниәттең, мәғарифтың, сәнғәттең нигеҙен булдырған, үҙ милләтебеҙ вәкилдәре эшләгән быны, ә кемдәрҙер ситтән килеп түгел. Һәм улар беренсе республиканы яһаусылар, йәғни ошо идеяны уйлап табыусылар һәм беренсе булып тормошҡа ашырыусылар. Йәғни, улар уникаль, ҡабатланмаҫ, ҡыйыу, белемле, һәләтле кешеләр. Һәм бына ошо беренселәр - улар тап беҙҙең милләт вәкилдәре. Улар алғы сафта, беренселектә барып, үҙҙәрен шәһит иткән, ҡорбанлыҡҡа биргән. Улар ошо юлды үҙ ирке, аңы менән һайлаған. Дан өсөн, мал өсөн, исем өсөн йәшәмәгән улар, ә тап үҙ милләтенең киләсәге өсөн үҙ ғүмерҙәрен фиҙа иткән. Бына шундай шәхестәребеҙҙе һәм улар башҡарғанды күрһәтергә теләнек беҙ бөгөнгө быуынға. Белһендәр, онотмаһындар, әленән-әле хәтерҙәренә төшөрөп торһондар өсөн.

Ә бөтөн ошо геройҙарыбыҙҙың яҙмышы трагик тамамланыуы, йәғни уларҙың атылыуы, аҫылыуы, язалап үлтерелеүе ниндәйҙер агрессияға йәки өмөтһөҙлөккә алып килмәйме?

- Юҡ, сөнки был фильмдар беҙҙең тарихты белгән, аңлаған тамашасы өсөн. Йә булмаһа, ошо фильмдарҙы ҡарағандан һуң халҡыбыҙ тарихын белергә теләк уянһын өсөн. Фильм геройҙарының барыһы ла ил алдында аҡланған һәм иң мөһиме беҙ улар нигеҙ һалғандың өҫтөндә ил төҙөйбөҙ, тимәк, был хаҡлыҡ юлы.
Беренсе республика төҙөүселәрҙең барыһы ла тигәндәй бер нисә тәүлек эсендә ҡулға алынып, атып бөтөрөлгән, был тарихи хәҡиҡәттән дә ҡасып булмай. Әммә беҙ был асылдан ниндәйҙер сәйәсәт тә, агрессияға йәки өмөтһөҙлөккә этәргес, ҡаралыҡ та эҙләмәйбеҙ. Беҙ бөгөнгө барлығыбыҙға ниндәй хаҡтар түләнгәнде генә күрһәтәбеҙ. Тимәк, ошо факттарҙы белгән быуын, йәшәйештең ҡәҙерен белеп, һаҡлап һәм тағы ла юғарыраҡ үҫештәр даулап көн итергә тейеш. Туған телде, мәҙәниәтте, сәнғәтте, фәнде, әҙәбиәтте һаҡлау өсөн генә кемдәрҙер ғүмерҙәрен йәлләмәгән, ә беҙ шуны күрһәтергә лә ҡурҡып ултырайыҡмы? Был дөрөҫ булмаясаҡ.

Милләттең милләт булараҡ күрһәткесе барыбер ҙә уның рухи ҡиммәттәренә ҡайтып ҡала, шулай бит?

- Быны беҙгә тарих быуаттар аша ҡайта-ҡайта иҫбатлай, әммә күптәр шуны аңламай аптырата. Әллә ҡасан ер йөҙөнән юғалған халыҡтар һәм цивилизациялар хаҡында ла беҙгә уларҙан ҡалған рухи ҡиммәттәр генә һөйләй. Беҙ уларҙан ҡалған әҙәбиәтте, сәнғәтте, тарихты, фәнде һәм башҡаларҙы өйрәнәбеҙ. Уларҙың сәйәсәте, иҡтисады, закондары йәки башҡа матди төшөнсәләре ҡалмаған, улар һаҡланмай торған ҡиммәттәр. Һәм беҙҙә лә шулай. Киләсәк быуындарыбыҙ ниндәйҙер сода заводын, акцияларҙы, кемдәрҙер менән килешеүҙәрҙе мираҫҡа алып ҡалмаясаҡ. Замандар үҙгәргән һайын ул заводтарҙың һәм килешеүҙәрҙең яңынан-яңылары төҙөләсәк. Ә рухи ҡиммәттәр, мәҙәни ҡиммәттәр һаҡланасаҡ һәм йөҙ, мең йылдан һуң да да милләттең күрһәткесе буласаҡ.
Һәр бер шәхестә ижадһыҙ үҫеш булмаған кеүек, илдә лә ижади кешеләрһеҙ алға китеш булмаясаҡ. Ижади кешеләр улар донъяны барлыҡҡа килтерә: яҙа, уйлап таба, яңылыҡ аса, идеялар тыуҙыра. Бөгөн төрлө программалар, телефондар, интернет селтәрҙәре, бестселлерҙар, фильмдар, фәнни асыштар уйлап табыусылар ҙа шулар. Кешелек ана шул ижади йәндәрҙең илһамына күҙ терәп тора, әммә һаманға тиклем ижадилыҡты баһалай белмәй. Ижад халыҡтың рухи кимәлен, эмоцияларын күтәрә ала торған көс. Һәм бары рухи күтәренкелеге булғандар ғына әллә ниндәй батырлыҡтарға, байлыҡ туплауға, ерҙәр үҙләштереүгә һәм хатта һуғышҡа күтәрелә ала икәнде онотмайыҡ.

Тағы ла бер фильм әҙерләгәнегеҙҙе беләбеҙ. Шул хаҡта ла һөйләп китһәгеҙ ине.

- "Бабич" һәм "Беренсе Республика"ны дауам итеүсе фильм үҙенән-үҙе үк аңға һалынды, ул - Рәми Ғарипов. Башҡорт халҡында милли аң һәм рух тергеҙеүсе шәхес. Ул шағир ғына түгел, ә милләттең үткәнен, үҙ заманын һәм киләсәкте бәйләп тороусы бер ыҙан да. Ул үткәндәр йәки үҙ тормошо хаҡында ғына зарланып, һағышланып яҙыуҙы үҙәккә ҡуймаған, ул хатта үҙ заманы өсөн дә түгел, киләсәк быуындарға төбәп яҙған. Замандаштары тарафынан ҡабул ителмәй йәшәгәндә лә бөгөн беҙ һәм беҙҙең балалар нигеҙләнер әҙәби байлыҡ ҡалдыра алған. Һәм әле беҙгә тап шундай Рәмиҙәр етмәй. Мәктәптәргә, гәзит-журналдарға, заводтарға, хакимиәткә, ил етәкселегенә етмәй Рәмиҙәр...
Бындай фильмдар халыҡты үҙгәртергә, уны таҙараҡ, изгерәк, юғарыраҡ булыуға ынтылдырырға тейеш. Бөгөн иң беренсе сиратта беҙгә үҙебеҙгә үҙгәрергә кәрәк һәм шунан һуң ғына беҙҙең тәбиғәткә, донъяға, бер-беребеҙгә ҡарашыбыҙ асыласаҡ. Рәми Ғарипов үҙенең ниндәй ҡыҫҡа ғына ижад юлында тотош бер быуын ҡәләмдәштәрен тәрбиәләп ҡалдырған. Унда шундай илаһилыҡ, изгеләргә генә хас юғары фәлсәфәүи аң, кешеләргә үсләшмәй ижад итә белеү төшөнсәләре булған. Ул донъялыҡтың бысраҡтары менән буталмаған. Хатта ябай ғына көндәлектәрендә лә, юҡлыҡ, сикләнгәнлек араһында ла бөйөклөк ярылып ята. Асылда, был кешенең, ысын Кешенең булмышы. Һәм киләһе фильм тап шул ысын Кеше хаҡында буласаҡ та.

Республикабыҙҙа кино сәнғәте нисек үҫешә? Уның киләсәге бармы?

-Үкенескә ҡаршы, беҙҙә кино сәнғәте һаманға тиклем етди ҡараш көтә. Етәкселек менән был өлкә араһында килешеү булдырылмаған. Ни өсөн дәүләткә кинематография кәрәк? Сөнки был өлкә мәғариф, мәҙәниәт, сәнәғәт кеүек үк, илдең йәшәйешендә ҙур роль уйнай торған звено. Ул мәктәп һымаҡ уҡ тәрбиә эшен алып бара, институт кеүек үк белем бирә, мәҙәниәт һымаҡ уҡ биҙәй, арбай. Юлдарҙы төҙөү, дауаханалар булдырыу, космосты өйрәнеү кәрәк булғандай, кинематография ла йәмғиәттең алға китешенә йоғонто яһаусы өлкә. Беҙ әле "Беренсе Республика"ны ла Башҡортостан буйлап йөрөтөп күрһәтәбеҙ, халыҡҡа еткерергә тырышабыҙ. Иң мөһиме, ошондай фильмдарҙың халҡыбыҙға кәрәк икәнен тоябыҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.20 | Ҡаралған: 663

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru