Сибай концерт-театр берекмәһенең "Эйәрле ат беҙ менгәндәр" тамашаһын "Ҡурай" каналынан ҡараныҡ. Тамашасы йыя алмаған сикләнгән ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, яңы программа сығарып, халыҡҡа күрһәтеү юлын тапҡан бит әле сибайҙар.
Бөйөк Еңеүҙең һәм Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллыҡ данлы юбилейына һәм халҡыбыҙ батыры Миңлеғәли Шайморатовтың Герой йондоҙон алыуына арналған берҙән-бер ошо кимәлдәге мәҙәни сара булды был программа. Кино кеүек итеп ҡараныҡ. Сюжетлы, кульминациялы, лирик сигенеүҙәр һәм музыкаль биҙәлештәргә бай булған нәфис фильм итеп ҡабул иттек. Быға аптырарға ла түгел, тамашаның сценарий авторы билдәле яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова һәм уның тәҡдимендәге музыкаль драма бер тамашасыны ла битараф ҡалдырмай. Әҫәрҙе сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күп кенә программаларҙы сәхнәләштереүсе Миңзәлә Ҡотошова ҡуйған. Музыкаль драмала яңғыраған йырҙарҙың композиторы - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле композитор һәм йырсы Рәмил Туйсин. Хореографы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, тиҫтәләгән бейеүҙәр авторы Фәнил Әсәҙуллин.
Программала Еңеүгә арналған яңы йырҙар яңғыраны. Һуңғы Еңеү тураһындағы йырҙарға ла ярты быуаттан ашыу йәштер инде, был өлкәлә ижад итеүселәр булмай торҙо. Һәм бына, Сибай концерт-театр берекмәһе ошо концертында Башҡорт атлы ғәскәренә һәм Бөйөк Еңеүгә бағышланған бер түгел, дүрт яңы йыр сығарҙы. Әйткәндәй, был йырҙар "Юлдаш" радиоһының хит-парадында ла беренселекте яуланы. Халыҡ тарафынан яратылып, радиола йыш яңғырап, Еңеү байрамы миҙгелен биҙәп торҙо.
Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади эшмәкәрлеген аңғармай булмай. Был коллектив илдәге һәм республикалағы иң мөһим, халыҡҡа кәрәкле булған ваҡиғаларҙы яҡтыртып бара. Уларҙың программалары һәр ваҡыт актуаль һәм көнүҙәк була. Әлеге "Эйәрле ат беҙ менгәндәр" программаһы ла Бөйөк Еңеүҙә Башҡорт кавалерия дивизияһының өлөшө ҙур булыуын, Башҡортостан Республикаһының был изге яуҙа ир-егете һәм ҡатын-ҡыҙы ғына түгел, ә аттарына тиклем оло яу юлы үтеүен, батырлыҡтар ҡылыуын һәм герой исемдәренә лайыҡ булыуын күрһәтә. Һәм бөтөн шул яугир аттарҙың рухы барыбыҙға ла билдәле булған герой-ат Керчь сүрәтендә килеп баҫа.
Берекмәлә филармония һәм "Сулпан" балалар театрының берләшеүе коллективтың ижади эшмәкәрлеген күтәреп ебәрҙе. Театрлаштырылған тамашаларҙың юғары художестволы килеп сығыуының сәбәбе бында йырсы-бейеүселәр менән берлектә һәләтле драма артистарының да уйнауынандыр. Һәр кем үҙ һөнәрен белгән һәм ихлас башҡарған ойошмала концерт программалары ла халыҡсан, бай йөкмәткеле һәм тамашасы күңелен арбарлыҡ кимәлдә килеп сыға.
Сибай концерт-театр берекмәһенең "Эйәрле ат беҙ менгәндәр" тип исемләнгән театрлаштырылған тамашаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен хуплайбыҙ һәм коллективҡа юғары уңыштар теләйбеҙ.
Сәрүәр СУРИНА,
драматург, фольклор белгесе.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|