«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЯРАТҠАН ӨС ХӘРЕФ
+  - 


Айбулат СИСӘНБАЕВ

(4-се бүлек)

Тауышҡа Саша йүгереп сыҡҡан. Елкәһендә алһыу бинт, күҙҙәрендә- ярһыу.
- Нимә эшләйһең, маңҡа малай? - Ир бар кәүҙәһе менән Димгә ябырылып, уны ергә ҡолатты. Танауға беренсе йоҙроҡ килеп эләкте, икенсеһе...
- Тор унан! Саша, нимә эшләйһең? - Тамара ҡулға эләккән беренсе таяҡты тотоп, күршеһенең арҡаһына һуҡты. Саша ашыҡмай ғына торҙо. Йоҙроғонан ҡан тамсылары тама. Тын алышы йышайған.
- Нимә, эттәр кеүек сыйнашып ятаһығыҙ? - Тамара ҡысҡыра башланы.
- Ул Маһмайға атты! - тип ҡысҡырҙы Александр.
- Шунан? Ул берәҙәкте күптән аҙаштырырға кәрәк ине. Йөрөй шунда кеше ҡурҡытып!
- Ул - минең дуҫым. Теймәгеҙ уға! - Саша күҙендә йәш тамсыһы күренде.
Дим аңына килеп, торорға маташты. Булдыра алманы. Аяҡтарын һуҙып ултырҙы.
- Тамара инәй, баҙҙың асҡысын бирегеҙ. Унда минең Гөлөм! - Димдең тауышы саҡ сыҡты, әммә быны ике күрше лә яҡшы ишетте. Саша Тамараға ҡараны. Йөҙөндә ғәжәпләнеү күренә ине.
- Мин уны сөгөлдөр артынан төшөргәйнем. Бар, кит бынан! - тип Тамара күршеһен ҡыуып ебәрҙе. - Тор әйҙә, битеңде йыуайыҡ.
- Гөл! - тине Дим әбейҙең ҡулына тотоноп.
- Ниндәй гөл тағы? Юҡ унда бер нәмә лә. Башыңа ныҡ тейгән, ахыры, меҫкенкәй. Бар, өйөңә инеп ятып тор.
- Асҡысты бирегеҙ.
- Үәт, малай! Асҡыс һорай тағы. Өйөңдә ашарыңа юҡмы? Минең сөгөлдөрөмә күҙең төштөмө? Ин бар! Башҡаса күҙгә күренеп йөрөмә!
- Саша унда кешеләрҙе урлап тота! - Дим бирешмәне. Башы әйләнһә лә ул хәҙер аяғында ныҡ тора.
- Кешеләрҙең юғалыуы албаҫтының эше! Телевизор ҙа ҡарамайһыңмы ни? Күпме әйттем был ерҙә шайтан эйәләгән тип, юҡ, бер кем дә ышанмай! - Әбей өс тапҡыр төкөрөндө.
Дим ерҙә ятҡан пистолетын алып, өйөнә инеп китте. Быны күҙәтеп торған Тамара ишек ябылыу менән таяғы менән уны тыш яҡтан терәтеп ҡуйҙы.
Дим битен йыуып, диванына ятты. Ауыртыу бөтөп бара, тик барыбер хәл юҡ. Өй янында ниндәйҙер шыбырлашыуҙар ишетелә, әммә бер һүҙҙе лә аңлап булмай. Димгә уларҙы тыңларға үҙ уйҙары ҡамасаулай.
Ни булһа ла Тамаранан асҡысты алырға кәрәк. Үҙе бирмәгәс, урларға! Бына төн генә етһен. Төнөн ул күрше әбейҙең өйөнә төшәсәк.

* * *

Йоҡо аралаш һаташып ятҡандан һуң Дим уянды. Баш бахмурҙағыса ауырта. Ҡайһы саҡ көндөҙ йоҡлаһаң, шулай була ул. Сәй эсеп, бер аҙ хәл йыйырға кәрәк. Тик ҡараңғы төшөүенә ҡарамаҫтан, өйөндә ут ҡабыҙмаҫҡа булды егет. Өйҙә юҡ, йә йоҡлай, тип уйлаһындар.
Ишек берҙе көслө итеп эткәндән һуң асылып ҡуйҙы. Ҡолаған таяҡ тауышы ишетелде. Дим нисек булһа ла үҙен шымыраҡ тоторға тырышты. Тышта әкрен генә ел иҫә. Был саф еҫ егеткә көс өҫтәне. Күктә болоттар артынан тоноҡ ай яҡтыһы күренә. Төҙөлөштәге кран туҡтаған. Прожекторҙар ҙа яҡтыртмай. Өфө йоҡлай.
Тамараның ишеге, әлбиттә, бикле булып сыҡты. Ул көндөҙ ҙә йоҙаҡланып ултыра. Төнөн асыу ҡайҙа? Дим әбей өйөн тирә-яҡлап урап сыҡты. Был йорт та күптән ремонт күрмәгән. Бүрәнәләр араһындағы мүк елгә осоп бөткән, ҡайһы бер урында ярыҡ аша өй эсен дә күрергә була. Бахыр әбей бында нисек өшөмәйҙер?
Димдең ҡарашы тәҙрәгә төбәлде. Боронғо ауыл тәҙрәһе был. Ике рама һәм уға ҡатып ҡуйылған сөйҙә нығытылған быяла. Тырышһаң, бөгөлгән сөйҙө урынынан шылдырып, быяланы алырға була. Димдең шулай ауылда тәҙрә ысҡындырғандарын күргәне бар ине.
Ерҙә ятҡан таш осо менән тәҙрә буяуын сыйып бөтөргәндән һуң ул бар булған көсө менән сөйгә баҫты. Әһә, беренсеһен ҡуҙғатты. Тағы бер-нисәүһен ҡаҡшатырға кәрәк һәм быяланы алып була.
Дим шым ғына быяланы алып, нигеҙгә терәтеп ҡуйҙы. Әле сатлама һыуыҡтар етмәгән, шуға ла тәҙрә бер ҡат ҡына. Бәлки, әбейҙә бөтөнләй икенсе ҡат тәҙрә юҡтыр.
Бер аҙ маташҡандан һуң Дим өй эсенә инә алды. Телефонындағы фонаригын ҡабыҙып, уның утын бармағы менән ҡапланы һәм кескәй генә ярсыҡ ҡалдырып, тирә-яғын ҡараштырҙы. Иң мөһиме, әбей ятҡан бүлмәгә юлыҡмаҫҡа.
Танауға ҡартлыҡ еҫе бәрелде. Аяҡ аҫтында кипкән үлән ҡыштырҙай. Фонарик нуры стена буйлап үрмәләп, ундағы рам эсендәге фотоһүрәткә юлыҡты. Ә фотола Тамара һәм... Саша. Уның янында тағы бер фото. Быныһында өс кеше: йәшерәк Тамара, уның йәшендәге ир һәм үҫмер Александр. Нимә-нимә, ә был егеттең йөҙөн меңдәр араһынан да танырһың. Башҡа шикләнеүҙәр ҡалманы. Саша - Тамараның улы.
Ҡапыл эргәлә генә ниндәйҙер ыңғырашыу ишетелде. Дим ипләп кенә телефонын тауыш яғына борҙо. Фонарик яҡтыһы иҙәндә ятҡан ҡыҙ һынын ялманы. Ул яланаяҡ һәм еңел йәйге күлдәк кейгән. Уң ҡулында наручник, икенсе осо батареяға эләктерелгән. Дим был кешелә күңеленә яҡын Гөлөн таныны.
Егет уның эргәһенә сүкәйеп ипләп кенә башынан һыйпаны. Ҡыҙ тертләп уянды.
- Ҡурҡма, был мин - Дим, - тип шыбырланы егет һәм фонарик менән үҙенең битенә яҡтыртып күрһәтте.
- Дим, - көсһөҙ генә ысҡынды исем.
- Мин һинең артыңдан килдем. Хәҙер асҡыс табам! - Димдең тауышы нығыраҡ яңғыраны.
Ҡапыл бүлмә яҡтырып китте. Түбәлә эленеп торған армыт яҡтыһына күҙҙәр ауыртты. Бер күҙ өйрәнгәс, ишек уйымында торған Тамара һыны күренде. Былай ҙа матурлыҡҡа бай булмаған әбей төнөн тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Ҡыҫҡа сәстәре туҙған, ә һарғайып бөткән төнгө күлдәге бына-бына сереп ҡойолорға әҙер. Быялаһыҙ тәҙрәнән ел өрөп, пәрҙә менән уйнай башланы. Бер күренеп, бер күренмәй яҡынлашҡан Тамара әкиәттәрҙәге Мәскәй әбейҙе хәтерләтә. Бына ул кем ысын албаҫты! - Кем һине бында индерҙе? - Ҡарсыҡ тауышынан хатта ел тымды. - Ниңә тәҙрәмде ваттың? Малай, тыныс ҡына йәшәй алманыңмы?
Дим урынынан һикереп торҙо.
- Хәҙер үк наручниктарҙың асҡысын бирегеҙ. Юғиһә, полиция саҡыртам!
- Саҡырт. Мин әле Сашкаға шылтырата торайым. Ул бында тиҙерәк килеп етер, - Тамара боролоп, икенсе бүлмәгә юлланды. Дим күп тә уйлап тормай, уны артынан барып этеп ебәрҙе. Иҙәнгә һуҙылып ятҡан әбейҙең муйынынан бауға бәйләнгән бәләкәй асҡыс килеп төштө.
Гөлдөң ҡулы бығауҙарҙан ысҡынды. Тик азатлыҡҡа - тышҡа илтеүсе ишектең йоҙағы эс яҡтан да асҡыс менән бормалы булып сыҡты.
- Сынок, теге жулик йортома инде, - Тамара тәким телефонына барып еткән булып сыҡты.
Дим бар булған көсө менән аппаратты стенаға һелтәне. Гөлдөң хәле бөтөнләй юҡ, ишеккә терәлеп ятҡан. Егет наручниктарҙы алып, Тамараның ҡулдарын бығаулай башланы.
- Алйот! Ул бит бары уйнай ғына. Һин аңламайһың! - Әбей әллә үҙен, әллә улын аҡларға тырышып, ҡысҡыра башланы.
Туҡ-туҡ-туҡ! Ишеккә туҡылдаталар. Ҡурҡыштан Гөл дә үҙендә көс табып, аяҡтарына баҫты.
- Мам, ты в порядке? - Ишек артынан тауыш ишетелде.
Дим ниҙер яуапларға маташҡан әбейҙең ауыҙына сепрәк тығып, Гөл менән тәҙрә аша сығып ҡасты. Бүлмәлә ел генә уйнап ҡалды.

* * *

Си Цзиньпин урамында көҙҙөң сағыу мәле. Киң тамырлы олпат ағастарҙың япраҡтары ергә ҡойолоп ҡуйы, һары келәм түшәгән. Ҡояш нурын сайҡатып, күл тулҡындар уйната. Ахунйәнов трамвай туҡталышы ҡаршыһындағы йортта туҡталып, башын өҫкә күтәрҙе.
- Һеҙгә повестка, - тине ул ҡыйыҡ башында йөрөгән Димгә ҡарап. Егет, ниһайәт, мәңге шығырҙаған ҡалай киҫәктәрен нығыта.
Ҡағыҙҙы ҡарайған йорт таҡталарын һарыға буяп йөрөгән Гөл алды.
- Тәфтишсе барлыҡ уликаларҙы йыйҙы, бер аҙнанан суд. Һеҙ - төп шаһиттар. Шуға күрә, һуңламағыҙ, - капитан Ахунйәнов кәпәсен күтәреп хушлашты ла ҡояш байыған яҡҡа атланы.
Дим Гөлдөң янына төшөп, уны биленән ҡосаҡланы. Туҡталышта бышылдап трамвай туҡтаны. Хәҙер барыһы ла яҡшы буласаҡ...
...Миллионлаған кеше йәшәгән ҡаланың һәр трамвай туҡталышында ла, бәлки, ошоға оҡшаш тарих геройҙары йәшәйҙер. Күп ҡатлы йорттарға ҡарап, уның һәр тәҙрәһе артында кешеләр яҙмышы йәшәгәнен аңламаҫһың да... Ә был бит көн һайын Өфө урамдарында булған меңәрләгән тарих, миллион яҙмыш, тигәнде аңлата.

(Аҙағы. Башы 35-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.20 | Ҡаралған: 587

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru