«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМГӘ ЭСКЕ ИХТЫЯЖ ЕТЕРЛЕК ХӘҘЕР
+  - 


Башҡорт милли кейеме дәүләт тарафынан яҡлауға мохтаж. Ошо фекерҙе 11 сентябрҙә, Милли кейем көнөндә, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының конференц-залында ойошторолған түңәрәк ҡорҙа сығыш яһаусылар яңғыратты һәм халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, рухи байлығы, күңел донъяһының, тормош-көнкүрешенең туранан-тура сағылышы булған милли кейемебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, тергеҙеү һәм популярлаштырыуҙың ысын мәғәнәһендә көнүҙәк мәсьәлә булыуын раҫланы.

Ҡорҙо Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова асты һәм алып барҙы.
- Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан республикала йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө үткәрергә тигән мөһим ҡарар ҡабул ителде. Байрам атай-олатайҙар тарихы һәм мәҙәниәтенә тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итеү, үҫеп килеүсе быуын араһында әхлаҡи ҡиммәттәрҙе таратыу мөмкинлеген бирәсәк, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ быйыл БР Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән беҙҙә "Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫы" тигән яңы Закон ҡабул ителде. Был ҡанун нигеҙендә беҙҙең һәр йыр-көй, бейеү, һәр йола, кейем, музыкаль инструмент, эш һәм донъя көтөү ҡоралдары, ауыҙ-тел ижады өлгөләре - барыһы ла реестрға беркетелә, уларҙы раҫлағанда бөтә тарихи сығанаҡтар, варианттар, фәнни эштәр иҫәпкә алына. Бигерәк тә башҡорт халҡының меңәр йыллыҡ рухи хазинаһын - йыр-моңдарын башҡа яҡҡа тартҡылап йонсотҡан "йылғырҙар" өсөн дә иҫкәртеү булараҡ үҙ көсөнә инә был закон. Был беҙгә шулай уҡ башҡорт халҡының милли кейеме үҙенсәлеген һаҡлап алып ҡалыуға этәргес бирәсәк. Беҙҙең кейемдәрҙе ситтәрҙең үҙләштереүе шулай уҡ ҙур мәсьәлә бит. Бөгөн беҙ был хаҡта ла һөйләшергә тейешбеҙ. Тарихи дөрөҫлөктө яҡлар өсөн дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары яғынан ҙур аңлатыу эше алып барылырға тейеш, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлләриә Ялсыҡаева ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
- Бөгөн Башҡортостанда бик матур көн - Милли кейем байрамы. Мәғлүм булыуынса, был сара артабан республикала ике тапҡыр, апрелдә һәм сентябрҙә үткәреләсәк. Пандемия шарттарында быйыл яҙын саралар онлайн-форматта үтте. Уның сиктәрендә бик күп оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Бөгөнгө ҡорҙа иһә башҡорт милли кейеме традицияларын һаҡлау, тергеҙеү буйынса эшләгән йәмәғәтселәр, ғалимдар, этнографтар, фольклорсылар, шулай уҡ башҡорт милли биҙәүестәрен эшләүсе оҫталар ҡатнашыуы, уларҙың фекерҙәрен тыңлау ҡыуаныслы. Һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булыр, тип ышанам. Ә һөҙөмтә, әлбиттә, халҡыбыҙҙа, бигерәк тә йәштәребеҙҙә үҙенең милли традицияларына тоғролоҡ, уны һаҡлауға, тергеҙеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу уятыу. Шуға ла бындай саралар, һөйләшеүҙәр йыш ҡабатланып торорға тейеш, - тине.
Сараға зум-конференция аша онлайн-режимда район-ҡала ҡоролтайҙары, йәмәғәт ойошмалары, тарихи-мәҙәни үҙәк вәкилдәре, сит тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡушылды.
Ҡорҙо артабан дауам итеп, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова милли костюмдарҙы популярлаштырыу һәм һаҡлау йәһәтенән ведомство алып барған эшмәкәрлек хаҡында һөйләне:
- Быға тиклем милли кейемде беҙ тик сәхнәләрҙә генә күрә инек. Шуға ла "милли кейем" тигәндә беҙ уны сәхнә кейеме булараҡ ҡына күҙ алдына килтерҙек. Ләкин музейҙарҙа, милли кейемгә арналған фәнни эштәрҙә, китаптарҙа беҙ башҡорт милли кейеменең ни тиклем бай һәм төрлө булыуын да күрә йөрөнөк. Беҙҙә барыбер ҙә милли кейем традициялары, ул кейемдәрҙе төп нөсхәлә күрһәтерлек материалдар, китаптар һаҡланған. Уларҙы ҙур түҙемлек һалып өйрәнеүгә, фәнни эшмәкәрлеккә йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Ошо йәһәттән мин республикала эшләп килгән ағинәйҙәргә һәм "Мәргән уҡсы"ларға рәхмәт әйтер инем - улар бөгөн башҡорт милли кейемен тергеҙеү, өлгөләрҙе хаталарҙан арындырыу буйынса ҙур эш алып бара. Милли кейем кейеүгә быға тиклем эске ихтыяж булманы. Хәҙер ул бар - кеше милли кейем кейеп, биҙәүестәр тағып йөрөргә теләй. Төрлө милләт халыҡтарының йыл һайын үткәрелгән Милли кейем парадына дәррәү ҡушылыуы ошо хаҡта ла һөйләй. Бына быйыл республика Башлығы Радий Фәрит улы халыҡ алдына стилләштерелгән башҡорт костюмында сығып күренгәйне, уны башҡа етәкселәр, шулай уҡ беҙҙең мәҙәниәт әһелдәре лә тиҙ генә элеп алды. Ғөмүмән, милли кейемде тергеҙеү, ҡулланылышҡа индереү өсөн ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү мөһим. Төп нөсхәләрҙе, ғалимдарҙың хеҙмәттәрен өйрәнеү, милли кейем тегеү буйынса пособиелар булдырыу кәрәк. Ошо арала милли кейемде һаҡлауға, үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк "Тамға" халыҡ-ара конкурсы иғлан итәбеҙ. Ни өсөн халыҡ-ара, сөнки сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә унда ҡатнашырға теләйәсәк. Был сара "Башҡорт милли кейеме" брендын булдырыу буйынса талаптарға яуап бирәсәк. Һәләтле оҫталарҙы асыҡларға, уларҙы дәртләндерергә, халыҡта милли кейем традицияларын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға булышлыҡ итәсәк. Конкурс йыл һайын ойошторолоп, еңеүселәр биш номинацияла билдәләнәсәк: "Башҡорт милли кейеме - реконструкция", "Заманса автор кейеме", "Балалар кейеме", "Башҡорттарҙың йолауи байрам кейемдәре", "Башҡорт милли биҙәүестәре, аксессуарҙар". Конкурсҡа 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә йомғаҡ яһаласаҡ.
Артабан тарих фәндәре кандидаты, Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода сығыш яһаны. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме дөрөҫ тегеләме, кейем тегеү оҫталары милли өлгөләр менән танышмы, яңы кейем теккәндә тарихи фотоларға, документаль сығанаҡтарға таяналармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға ярҙам итте уның сығышы. Шулай уҡ ғалимә башҡорт милли кейемен һаҡлау, өйрәнеү һәм уның хаҡында баҫма хеҙмәттәр булдырыу мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Уның сығышында милли кейемдең тарихи өлгөләренә ҡарата бәхәс тыумаһын өсөн, уларҙы ике-өс томлыҡ фотоальбомға туплап, теркәп, баҫып сығарырға кәрәк, тигән тәҡдим яңғыраны. "Милли кейемдәрҙең тарихи сығанаҡтарының ҙур өлөшө музейҙарҙа, һүрәттәрҙә һаҡланған. Шулай уҡ уларҙы шәхси ғаилә альбомдарында табырға мөмкин. Мәктәп, ауыл музейҙарында ла осратырға була. Шуға күрә традицион милли кейемде тергеҙеү өсөн республика район-ҡалаларына, Рәсәйҙең башҡа субъекттарындағы этнография, тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейҙарындағы өлгөләргә, шәхси коллекцияларҙағы, ғаилә архивтарындағы фотоһүрәттәргә күҙ һалыу мөһим. Был тәңгәлдә сыуаштарға көнләшеп ҡарайым. Улар бөтә локаль төркөмдәрҙе йөрөп сығып, бына тигән альбом сығарҙы. Ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәнеләр. Беҙгә лә шулай эшләргә була бит. Башҡорт милли кейеме буйынса кисекмәҫтән өс томлыҡ йыйынтыҡ әҙерләргә тәҡдим итер инем", - тине Елена Евгеньевна.
"Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, "Киске Өфө" гәзите баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева үҙенең сығышын Милли кейем көнөнөң әһәмиәтен билдәләүҙән башланы.
- Был байрам иғлан ителгәс, күптәрҙә "Ул кәрәкме икән?" тигән һорау тыуҙы. Бик тә кәрәк. Милли кейемебеҙҙең матурлығын күрһәтеү өсөн генә түгел, ә уның әхлаҡи әһәмиәтен баһалау өсөн дә кәрәк. Ниһайәт, гүзәл заттарыбыҙ милли кейем кейеп, сит күҙҙәрҙән ҡаплаулы, яҡлаулы булып була икәнен үҙ иңендә татып ҡараны бит. Ун йыл элек республикала ағинәйҙәр хәрәкәте барлыҡҡа килгәс, беҙ иң беренсе эште милли кейем тегеп кейеүҙән башланыҡ. Тәүҙә теккәндәребеҙ сәхнә кейемдәре өлгөһөндә ине. Артабан музейҙарыбыҙҙағы традицион милли кейем өлгөләре менән танышып, һәр төбәккә, хатта ырыуға хас кейемдәрҙе тергеҙеү эшен башланыҡ. Тәүге мәлдә оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә белгестәребеҙ ҙә булмаһа, хәҙер улар төбәктәрҙә етерлек. Китаптар ҙа, фәнни хеҙмәттәр ҙә бар. Шулай ҙа беҙҙә этнографтар эшмәкәрлеген яйға һалыу мәсьәләһе бик киҫкен тора. Тағы бер мәсьәлә бик борсой һәм ул бөгөнгө ҡорҙоң резолюцияһында мотлаҡ урын алырға тейеш: башҡорт милли кейеме өлгөләрен дә үҙләштереүҙәр күҙәтелә. Яңы ҡабул ителгән "Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫы" тигән законға таяныпмы, башҡа юридик нигеҙләмәләр ярҙамындамы, башҡорт милли кейеме өлгөләрен патентлау тураһында һүҙ башлау ваҡыты етте, тип уйлайым, - тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Артабан республика Халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина башҡорт халыҡ кейеменең төбәк үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. "Мәргән уҡсы" хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин ир-егеттәр кейеменең тегелеш үҙенсәлектәре тураһында һөйләп, ихтыяж ҙур булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың бесеү өлгөләре булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Милли музей хеҙмәткәре Сәлимә Усманованың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли өҫ кейеме - елән, ә "Башҡорттарҙың түш биҙәүестәре" китабы авторы Азат Ғариповтың аяҡ кейеме - сарыҡ тураһында һөйләүе шулай уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Фекер алышыуҙа фольклорсы ғалимә Розалия Солтангәрәева, "Ағиҙел" предприятиеһы генераль директоры Гүзәл Кәримова, "Сәрби" милли кейем тегеү ательеһы директоры Саймә Хәсәнова, Учалы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Туймазының "Тамға" ижади берекмәһенән Флорид Вахитов ҡатнашты. Һәр сығышта башҡорт милли кейемдәренең үҙенсәлектәрен һаҡлау, төп нөсхәнән тайпылмау, альбомдар, һүҙлектәр сығарыу тураһында тәҡдимдәр әйтелде.
Түңәрәк ҡор йомғаҡтары буйынса резолюция проекты ҡабул ителде. Унда "Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫы" Законы сиктәрендә традицион башҡорт милли кейемен һаҡлау буйынса программа эшләргә, "Башҡорт халҡының милли кейеме" патентын алыуға әҙерләргә, башҡорт кейеменең төп нөсхәһен тергеҙеү өҫтөндә эшләүҙе, етешһеҙлектәрҙе төҙәтеүҙе дауам итергә, этнография тикшереүҙәре өсөн ижади лаборатория булдырырға, С.В. Шитованың, А.Камалееваның һәм С. И. Руденконың хеҙмәттәрен ҙур тираж менән яңынан баҫтырырға, "Ағиҙел" предприятиеһында милли биҙәүестәр әҙерләү буйынса цех асырға, юғары уҡыу йорттарында башҡорт халҡының этнографияһы менән шөғөлләнгән махсус курс булдырырға тигән пункттар индерелде.
Сара һуңында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған "Минең милли биҙәүесем" флешмобына йомғаҡ яһалды. Уның сиктәрендә Өфө районы ағинәйе Фәнүзә Аллағолова диплом менән бүләкләнде. Ултырышта ҡатнашҡан һәр кем артабан башҡорт милли кейеме, биҙәүес өлгөләре йәмәғәтселек яғынан ғына түгел, дәүләт тарафынан да яҡлау табыр, тигән өмөт менән таралды.

Лена БАРЫЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.20 | Ҡаралған: 596

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru