«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЛӘЛ РИЗЫҠ - ҮҘ ЕРЕҢДӘ ҮҪКӘНЕ
+  - 


"Башҡортостанда Көньяҡ Американан килтерелгән 100 килограмға яҡын һыйыр ите яндырылды... Өфөнөң "Мясоопторг" йәмғиәтенә бешмә сире таралған биләмәнән - Сантандер департаментынан 92,8 кг ит килтерелгән. Был продукциялар 8 сәғәт дауамында көлгә әйләнгәнсе яндырыу юлы менән юҡ ителгән..."

Республика киң мәғлүмәт сараларында баҫылған бындай хәбәрҙәргә ғәжәпләнмәҫкә өйрәндек инде: күренеүенсә, яҡшы хәбәрҙәргә ҡарағанда, хәүефлерәктәре, яманыраҡтары күберәк һағалай бөгөн беҙҙе һәм уларға ҡарата битарафлыҡ, бошмаҫлыҡ тигән "иммунитет" та барлыҡҡа килә бара, ахыры. Ә шулай ҙа үҙ ҡайғыңды үҙеңә хәстәрләү, үҙ хәүефһеҙлегеңде үҙең күреү кәрәклеген генә оноторға ярамаҫ бөгөн. Сит ил ризыҡтарына ҡыҙыҡмаҫҡа, Башҡортостан ерлегендә таралған, әммә һуңғы осор көн үҙәгенән юйыла барған "Выбирай свое - покупай родное!" лозунгыһын шулай ҙа һәр саҡ иҫтә тотоу кәрәклеген тағы бер киҫәтә юғарыла килтерелгән хәбәр.
Эйе, һәр кем бик теләп һатып алыр ине үҙебеҙҙекен, тик ҡайҙа һуң улар? Баҙарҙарҙа ла, магазиндарҙа ла күпселек төр аҙыҡ-түлек - ситтән килтерелгән, тик уларҙың да байтағы сауҙа кәштәләренә килеп етмәй. Һуңғы биш йыл эсендә Рәсәйгә сит илдән килтерелгән 21 тонна аҙыҡ-түлек ана шулай яндырылып йә бульдозерҙар менән тапатылып, иҙелеп юҡ ителгән. Был хаҡта РФ Таможня контроле идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Рөстәм Яҡупов хәбәр итә. Ошо ризыҡтың күпселек өлөшө йәшелсә, емеш-еләк тиһәләр ҙә, унда әлеге һыйыр, сусҡа, ҡош иттәре лә, балыҡ һәм һөт продукттары ла бар икән. Бындай акцияның төп сәбәбе санкция икәнен дә беләбеҙ, шуға күрә был турала һүҙ ҡуйыртып тормайынса, туранан-тура күптән күңелде өйкәгән ошо һорауҙы бирмәйенсә булмай: үҙебеҙҙә етештереү мөмкинлеге була тороп та, ни өсөн һуң шул тиклем аҙыҡ-түлек беҙгә ситтән килтерелә? Бынан бер нисә йыл элек кенә Рәсәй сауҙаһындағы аҙыҡ-түлектең 80 процент самаһы - сит илдеке, тип яҙып сыҡҡайнылар, әле килеп ошо йылдың февралендә генә РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры Д.Мантуров, беҙҙең ил магазиндарындағы импортты тулыһынса ватан туҡланыу тауарҙары алмаштырҙы, тип рапорт бирҙе. Кемдәрҙер был хәбәргә ышанып етмәне, икеләнеү белдереүселәр күп ине, сөнки, ысынлап та, үҙебеҙҙең Өфө магазиндары һәм баҙарҙарына ғына инеп ҡарағанда ла, кәштәләрендә һаман да - төрөк помидоры, ҡытай һарымһағы, Израилдә үҫтерелгән кишер, редиска, укроп-петрушкаһы, ҡомо ҡойолоп ятҡан Египет картуфы... Израиль, тигәндәй, был ил хәҙер Рәсәйгә... ҡара ыуылдырыҡ һата башлаған хатта! Уның тарихы ла туранан-тура беҙҙең илгә бәйле икән. Бикре үрсетеүсе Рәсәй тәжрибә институтынан аталандырылған ыуылдырыҡ алып ҡайтып, йәһүд фермерҙары тиҫтә йыл эсендә тиҙләтелгән ысул менән гигант бикреләр үрсетеп, ҡара ыуылдырыҡ һатыусы донъяла иң эре экспортерға әйләнә һәм һуңғы биш йыл эсендә был ҡиммәтле продукцияны Рәсәйгә лә һата башлаған. Ошо кескенә, Рәсәйҙән 800 тапҡырға бәләкәй ил үҙ халҡын тулыһынса тип әйтерлек - 95 процентҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, сит илдәргә лә, шул иҫәптән Рәсәйгә лә өҙлөкһөҙ рәүештә йәшелсә-емеш экспортлай. Ә ситтән үҙенә фәҡәт иген, ит, кофе, шәкәр генә һатып ала икән. Израилдең Иордания менән сиктәш Арагва бушлығында урынлашҡан тиҫтәләп фермер хужалығы саң һәм ҡом өҫтөндә ожмах баҡсаһы булдырған, беҙҙәге кеүек "икмәккә яғырлыҡ" уңдырышлы тупрағы ла, һыу ҙа, ямғыр ҙа булмаған сүллектә заманса теплица һәм фермалар төҙөп, гөрләтеп йәшелсә, емеш-еләктәрҙең барыһын да үҫтерә, үҙ халҡын да, сит илдәрҙе лә, шул иҫәптән Рәсәйҙе лә туйындырып тора.
Әйткәндәй, Америка Ҡушма Штаттары ла беҙҙең кеүек күпләп сит илдән аҙыҡ-түлек һатып алмай, тиҙәр. Уларҙың супермаркеттарында фәҡәт үҙҙәрендә етештерелгән ризыҡ ҡына, ә ситтән килтерелгән ҡайһы бер продукттарға бәләкәй генә урын бүленеп, улар деликатес рәүешендә генә һатыла икән. Ә Ҡытай тураһында әйтеп торорға ла түгел: тауарҙары беҙҙә тулып ятһа ла, шунсама халҡын да үҙ ризығы менән тәьмин итә ала улар. Был илдәр үҙҙәренең аҙыҡ-түлек проблемаларын үҙаллы хәл итә, сөнки уларҙа ауыл хужалығы фермерҙары эре кооперативтарға берләшеп, системаға һалынған тәртип буйынса эшләй.
Яңыраҡ бер кәңәшмәлә РФ Премьер-министры М.Мишустиндың әйтеүенә ҡарағанда, Рәсәй агросәнәғәт комплексында ла фермерҙар һәм шәхси эшҡыуарҙар өлөшө нығына бара. Дәүләт гранты алып эшләүсе фермерҙар һәм эшҡыуарҙар ауыл хужалығы етештереү күләмен байтаҡҡа арттырыуға өлгәште, тине ул. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ысынбарлыҡ икенсерәкте һөйләй. Рәсәй фермерҙары һәм эшҡыуарҙары кооперативтарға берләшеп, Европа кимәлендә үҫешеп, тулы ҡеүәтенә аяҡҡа баҫып китә алмай әле. Дөрөҫ, документтарҙа кооперативтар һаны байтаҡ күренһә лә, һөҙөмтә юҡ кимәлендә. Беҙҙең илдә ауыл хужалығы эре агрохолдингтар төҙөү юлы менән барғандай, ә ваҡ һәм бәләкәй фермер хужалыҡтарының эш һөҙөмтәләре уларҙың үҙ ихтыяждары һәм эске проблемаларынан ары китә алмай, күрәһең. Картуфтың картуфын - Рәсәйҙең икенсе икмәген, үҙебеҙҙә үҫтерелгән кәбеҫтә-кишерен, һуған-һарымһағын да хатта теләгән бер магазинға инеп һатып ала алма әле! Рәсәйҙәрҙең яратҡан һәм традицион борщ менән щи кеүек милли аш-һыуын, шулай итеп, ете-ят ситтән, диңгеҙ аръяғынан килгән йәшелсәне турап бешерергә мәжбүрбеҙ. Баҙарҙа ла хәҙер үҙе үҫтергәнде һатҡан эшҡыуар йә фермер эшсәнен, йә урындағы продукцияны тәҡдим иткән аралашсыны осратыуы ауыр. Һатыусыларҙың күбеһе шулай уҡ ситтән килтергәнде реализациялай. Һарымһаҡ, ҡабаҡ йә тәмле баҡса помидорын баҡсасы әбей-һәбейҙән генә һатып алырға ҡала...
Һөт һәм һөт ризыҡтары менән дә шундай уҡ хәл. Ҡайҙан ғына, ниндәй юлдар аша үтеп килеп етмәй улар беҙгә. Ярай әле улары, исмаһам, сит-яттан булмаһа ла, үҙебеҙҙең Рәсәй төбәктәренән, тип йыуанырға ҡала. Ә шулай ҙа... Ҡаҙағстандан да, Белорустан да, Брянскиҙан да, Удмуртиянан да, Мәскәү өлкәһенән дә - тағы әллә ҡайҙарҙан килгән яртышар, берәр йыллыҡ һаҡлау ваҡыты һуғылған һөт ҡаптары күргәҙмәләге кеүек теҙелеп тора - алыусы бик һирәк уларҙы. Ә бына ярайһы тәмле һәм сифатлы булараҡ танылған үҙебеҙҙең Яңауыл һөтөн һәм һөт ризыҡтарын эҙләп тә таба алмаҫһың, бәләкәй генә фирма магазиндары ла бик һирәк нөктәләрҙә урынлашҡан баш ҡалабыҙҙа. Ауылдыҡыса етештерелгән Илеш ҡаймағы ла юҡҡа сыҡты, дәүләт ярҙамы менән яңыраҡ ҡайтанан эш башлаған Миәкә заводының "Белое облако", Бөрө, Стәрлетамаҡ һөт ризыҡтарын да гел алып булмай, булған хәлдә лә, һаҡланыу ваҡыты үтмәһә лә, иҫкереп өлгөргән улар - 3-4 көн элеккеләре генә моңайып яталар.
Шулай итеп, үҙебеҙҙә етештерелгәнде һатып алайым, тиһәң, коронавирус-пневмониянан ҡурҡмаһаң, урау юлдар үтеп, нышып тултырылған автобуста Үҙәк баҙарға киләһең инде. Бындағы баҙарҙа ла күп ризыҡ ситтеке, ләкин, исмаһам, урындағы етештереүселәргә лә бәләкәй генә урын бирелгән. Мәҫәлән, Тәүәкән ризыҡтары билмән, кәтлит, манты, ҡырҡылған туҡмас, рафинирланмаған көнбағыш майы кеүек ауылса әҙерләнгән ярымфабрикаттар тәҡдим итә. Турбаҫлы ҡошсолоҡ предприятиеһы ризыҡтарын да ошонда һатып алыу хәйерле: ассортимент төрлө һәм яңы килтерелгән ҡош ите һатып алырға була. Бындай үҙебеҙҙә етештерелгәнде һатыусы сауҙа нөктәләре баш ҡалабыҙҙың башҡа урындарында ла барҙыр, моғайын, ләкин күптәр уларҙың ҡайҙалығын да, нимәләр һатылыуын да белмәй. Шуға күрә, Башҡортостан етештереүселәре республика киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа хәбәр бирһә, бер аҙ ғына үҙ тауарҙарын рекламаларға өйрәнһә, бер ҙә яҙыҡ булмаҫ ине был. Хеҙмәт емешеңде замансараҡ кимәлдә күрһәтә, таныта белергә, һатырға өйрәнергә күптән ваҡыт инде беҙгә.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.20 | Ҡаралған: 471

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru