«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЛДӘ УҠЫТЫУСЫМЫН!
+  - 


Үткән аҙнала Ғафури районында уҙған Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән 250-гә яҡын кеше йыйҙы. Башҡорт теле йылына арнап ойошторолған форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде һәм ҡатнашыусылар менән аралашты, форум сиктәрендә уҙған фекер ҡорҙары һөҙөмтәһендәге тәҡдимдәрҙе тыңланы, залдан яңғыраған һорауҙарға яуап бирҙе.

Республика етәксеһе форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, былтыр оло съезд уҙғарылыуы, унан һуң башҡорт телен үҫтереү йүнәлешендә бик күп эштәр атҡарылыуы тураһында телгә алды. Артабан һүҙен башҡортса былай тип дауам итте: "Хөрмәтле уҡытыусылар, донъяла ике миллионға яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың бер миллион ярымы - Рәсәйҙә, бер миллион 172 меңе - Башҡортостанда. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, бөтәбеҙҙе лә башҡорт теле, башҡорт тарихы, башҡорт әҙәбиәте берләштерә, бәйләп тора. Беҙ бары тик Башҡортостанда ғына башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәтеү, уны үҫтереүҙе ойоштора алабыҙ икәнде барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Шуға был мөһим эште бергә тормошҡа ашырабыҙ", - тине Радий Фәрит улы. Артабан ул һүҙен башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү хаҡында дауам итте һәм Хөкүмәттә, Дәүләт Йыйылышында, район хакимиәттәрендә уҙғарылған кәңәшмәләрҙә башҡортса сығыш яһаусыларҙың һаны артыуы, бының да бик кәрәкле ғәмәл икәнен билдәләне. Шулай уҡ республика етәксеһе 2018 йылда булдырылған Башҡортостан Башлығы грантының һөҙөмтәһен, Башҡорт телен үҫтереү фонды эшләгән биш ҡушымтаны ла телефондан ҡулланыуы тураһында, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектына бәйле проекттарҙың да мөһимлеген, был йүнәлештә эштәрҙе дауам итеү кәрәклеген белдерҙе. "Бынан бер аҙна элек коллегаларым бик матур бүләк бирҙеләр миңә. Ул - "Эшлекле башҡорт теле" китабы. Башҡорт теле - ул дәүләт теле. Шуға күрә был китап күптән кәрәк ине. Коллегаларға таратырға ҡуштым. Хакимиәт башлыҡтары ҡарарға, өйрәнергә һәм ҡулланыуға индерергә тейеш. Тағы ла бер проект - полилингваль гимназиялар тураһында әйтергә теләйем. 2024 йылға тиклем беҙҙә 15 полилингваль гимназия асыласаҡ. Әле өс гимназия бар. Икеһе - Өфөлә, береһе - Стәрлетамаҡта. Полилингваль гимназия ул башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү буйынса локомотив булырға тейеш, тип уйлайым", - тип тамамланы сығышын Башҡортостан Башлығы.

Теманы дауам итеп, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумында ҡатнашҡан педагогтарҙың да фекерен тыңланыҡ.

Эльза Толомбаева, Өфө ҡалаһының "35-се белем биреү үҙәге" башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы яңы форматта, эшлекле шарттарҙа барыуы менән күңелгә ятты. 13 майҙансыҡта минең өсөн бик үк яңы булмаған, әммә мөһим темалар: юғары уҡыу йорттары менән белем биреү учреждениелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек формалары, юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыу, башҡорт телен дистанцион уҡытыу, федераль конкурстарҙа ҡатнашыу, республика гранттарын юллау тәртибе, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен алып барыу, башҡорт телендә мәктәп телевидениеһын ойоштороу, төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт теле һәм башҡа мәсьәләләр яҡтыртылды. Тәүге көндә үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәрендә дистанцион уҡытыуға әҙер булған, мәғлүмәт, материалдар табырлыҡ яңы порталдар, сайттар менән таныштыҡ, стресҡа ҡаршы тороу, лидерлыҡ, һөҙөмтәле коммуникациялар, уңышҡа өлгәшеү ресурстары кеүек уҡытыусылар өсөн бик актуаль мәсьәләләр буйынса тренингтар үттек. Интерактив һәм мультимедиа ресурстарҙы күреп, уларҙы дәрестәрҙә ҡулланып, иң битараф баланың да иғтибарын йәлеп итергә мөмкин, тигән һығымтамды нығыттым был аралашыуҙарҙан һуң. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән осрашҡанда яңғыраған эшлекле тәҡдимдәр күңелгә ятты. Мәҫәлән, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре "Йыл тәрбиәсеһе" республика конкурсын башҡорт төркөмдәрендә эшләүселәр араһында айырым үткәрергә тәҡдим итте. Эшкә урынлашҡанда инглиз теленән сертификаттар булыуы хеҙмәткәргә өҫтөнлөк бирә, башҡорт теленән дә шундай сертификат булдырыу һәм эшкә алғанда өҫтәмә "плюс" итеп ҡарау кәрәклеге хаҡында ла тәҡдим яңғыраны. Башҡа милләт балаларына башҡорт телен уҡытҡан педагог булараҡ, миңә иң мөһиме эшемә еңеллек килтерерҙәй "Мин башҡортса һөйләшәм" тигән онлайн платформа булдырыу һәм шул рәүешле дистанцион уҡытыуға ярҙам итеү тәҡдиме оҡшаны. "Elschool" берҙәм электрон проектты айырмалы рәүештә башҡорт теле буйынса эшләнгән платформаның етешһеҙ яҡтары булырға тейеш түгел. Республика етәксеһе бар тәҡдимдәребеҙҙе ыңғай ҡабул итте һәм бигерәк тә Башҡортостанда төрки телдәр буйынса халыҡ-ара олимпиада ойоштороуға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумдан күтәренке кәйеф менән ҡайтты. Бер коллегам "Бөрөләнеп кенә килгәйнем, сәскә атып ҡайттым", - тип ебәрҙе хатта. Республика етәкселегенең ябай уҡытыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, башҡортса һөйләшеүе һәм хөрмәт белдереүе шулай ҡанатландырҙы. Бығаса булмаған күренеш бит был. Ә киләһе йылдың яҙ айҙарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы ла уҙғарыласаҡ, тип вәғәҙәләне Радий Фәрит улы. Тимәк, күңел һалып эшләргә, һөнәри үҫешкә ынтылырға сәбәп бар.

Фәйрүзә Үтәбаева, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: 20 йыл уҡытыусы булып эшләүем осоронда мәғариф өлкәһендә үҙгәрештәр, башҡорт теле уҡытыусыһына ҡағылышлы хәл-ваҡиғалар күп булды. Әммә нәҡ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы форматында бындай сара үткәрелгәне юҡ ине. Беренсе көн Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәк төрлө темаларға арналған 13 майҙансыҡ эшен ойошторҙо. Һәр уҡытыусы үҙенә кәрәк тип тапҡан оҫталыҡ дәрестәрен ҡарай алды, мин "Башҡорт теленән дистанцион уҡытыуҙы нисек алып барырға" тигәнен һайланым. Бөгөн был иң көнүҙәк тема һәм дистанцион дәрестең үҙ алгоритмы бар, кейс-пакеттар төҙөү, онлайн платформаларҙы дөрөҫ һайлау, эш төрҙәрен ваҡытты күп сарыф итмәй әҙерләй белеү кәрәк. Онлайн уҡыуға күскәс, быларҙың барыһын да һәр кемебеҙ үҙ тәжрибәһендә өйрәнгәйне, белемдәрҙе дөйөмләштерҙек, ниһайәт. Ни тиһәң дә, балаларға башҡорт теле интернет киңлегендә лә урын алыуын, уның үҙ даирәһе барлығын күрһәтеү бик мөһим. Был йәһәттән башҡорт теле уҡытыусыһы ла эшләрлек әҙер платформалар бар, ә унда ҡулланырлыҡ материалдар һирәк ине һәм күнегеүҙәр, һораулама, тест, кейстарҙы һәр кем үҙе әҙерләне. Дистанцияла уҡыу бына ошондай мөһим эштәрҙе атҡарыуға, интернет киңлегенә башҡорт телен индереүгә һәм уҡытыусыларға кәрәкле материалдарҙы туплау эшен яйға һалырға булышлыҡ итте. Әйткәндәй, башҡорт теле уҡытыусылары былтыр сентябрь айында уҡ Zoom платформаһын үҙләштерҙе. Ресурс үҙәге "Туған тел илселәре" тигән проект сиктәрендә алдынғы уҡытыусыларға тап ошо платформа аша башҡорт телен өйрәтеү бурысын ҡуйғайны. Улар араһында мин дә бар инем. Шулай итеп, башҡа предмет уҡытыусыларынан айырмалы, беҙ дистанцион уҡытыуға Zoom үҙенсәлектәрен белеп индек. Быйыл иһә Ресурс үҙәк эшебеҙҙе еңелләштерер тағы ла бер ғәмәл башҡарған: "Мир родного языка" тигән портал-навигатор ойоштороп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына кәрәк булған бөтә материалды бер урынға туплаған.
Икенсе һайлаған оҫтаханам "Цифрлаштырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының һөнәри компетентлығы" тип аталды. Унда М. Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыусылары онлайн эш алымдарында QR-кодтарҙы ҡулланырға өйрәтте һәм ниндәй курстар ойошторасаҡтары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Уҡытыусы заман талаптарына яуап бирерлек булырға тейешлеген аңлайым һәм бөгөнгө уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек, тимәк, дәресеңде көтөп алырлыҡ итеп ойоштороу еңел эш түгеллеген беләм.
Форумдың икенсе көнөндә биш тема буйынса фекер ҡорҙары ойошторолдо һәм мин "Туған телде өйрәнеүҙә яңы талаптар һәм уны уҡытыу методикаһын камиллаштырыу" бүлегендә ҡатнаштым. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Мөхәрәм улы Йәғәфәров алып барған ҡор ысын мәғәнәһендә төплө тәҡдимдәр майҙанына әүерелде. Тағы "Лидерлыҡ - хәҙерге заман уҡытыусыһының төп компетенцияһы" тип аталған тренингта ла булып өлгөрҙөм әле. "Башҡаға дөйәләй талабың булғансы, төймәләй даланың булһын" тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Даланды ла үҫтерә белергә кәрәк.
Ғөмүмән, форум барышында Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың да башҡорт теленә һәм был өлкә белгестәренә булған иғтибарын тойҙоҡ. Шуны аңланым: беҙҙе тап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ ихтирам итәләр, иғтибар бүләләр. Ана бит, беҙгә ниндәй ҙур ышаныс белдерәләр! Эшебеҙҙең мөһимлеген аңлайҙар, аңларға тырышалар. Үҙебеҙҙән үк кәңәш һорайҙар, теләктәребеҙҙе үтәрлек юлдар эҙләйҙәр. Шатланып, күңелем үҫеп ҡайттым. Әлдә уҡытыусымын!

Ғәлиә Кәлимуллина, Ә.-З. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы: Форумға Ишембай районынан 6 кешенән торған делегация барҙыҡ һәм ойоштороусылар ҡушыуы буйынса төрлө фекер алышыу майҙансыҡтарында эшләнек. Бөтәбеҙҙе лә, билдәле булыуынса, тәү нәүбәттә дистанцион уҡытыуға арналған майҙансыҡ эше ҡыҙыҡһындырҙы.
Борсоған һорауҙар күп, әлбиттә. Туған телебеҙ - белем усаҡтарының ғына түгел, кеше, шәхес булараҡ, тәү сиратта, үҙебеҙҙең йөкмәткебеҙ, булмышыбыҙ, рухыбыҙ. Бына ошо ҡиммәттәр форум тәҡдим иткән ялтырауыҡ тәтәйҙәр, ҡурсаҡтар, заманса әүрәткестәр араһында юғалып ҡалмаҫмы йәки, бер көн килеп, ул ҡулайламаларҙы уйлап табыуға сарыф ителгән аҡсалар кеүек елгә осмаҫмы? Телебеҙ - гаджеттар өсөн ҡулайлаштырылған ҡушымта ғына түгел бит, беҙҙе бар итеүсе, беҙҙе кеше итеүсе мәңгелек ҡиммәт. Бына ниндәй борсоулы уйҙар менән ҡайттым мин беҙҙең һөнәри форумдан.
Форумға килгәндә үк мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә сәғәттәр арттырыуға асыҡлыҡ индерелмәҫме икән, тип өмөтләнгәйнем. Оҙаҡ йылдар башҡорт мәктәбендә эшләгән уҡытыусымын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен 6 сәғәт уҡытҡан ваҡыттарым да булды, 3 сәғәт тә. Бына хәҙер юғары синыфтарҙа был предметтарға берәр сәғәт бүленә, бер уҡыу йылында 34 сәғәт. Ошо ғына ваҡыт эсендә, бөтәһе ни бары тәүлек ярымда, уҡыусы нимә өйрәнеп, нимә белеп сыға ала? Мәҫәлән, 10-сы синыфтар менән XX быуат әҙәбиәте формалашыуы темаһын башлайбыҙ. Ул үҙ эсенә үткән быуаттың 30-сы йылдар, Бөйөк Ватан һуғышы осоро әҙәбиәтен ала һәм 7 яҙыусы, 6 шағир ижадын, бынан тыш әҙәбиәт теорияһының үҙенсәлектәрен өйрәнәбеҙ. Ә 11-се синыф программаһында хәҙерге башҡорт әҙәбиәте тураһында төшөнсә булдырыу бурысы ҡуйылған: 7 прозаик, 9 шағир һәм 2 драматург ижады бирелә. Беҙ башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүгә пародия ғына яһамайбыҙмы икән? Ошо һорау мине нисә йыл борсой, һәм мин уға, ҡыҙғаныс, съезда ла, форумда ла яуап таба алманым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең сәғәттәрен арттырып булмауын да аңлайым, сөнки юғары синыфтарҙы Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләгән коллегаларҙың, уҡыусыларҙың үҙҙәренең дә ризаһыҙлығы артыуы бар. Ә ул арарала башҡорт теле үҙаллы тормошҡа баҫырға әҙерләнгән, үҙаңы формалашып килгән йәштәрҙең тормошонан ҡыҫырыҡланып, мәктәптәрҙәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары теленә генә әүерелә бара. Был форумда шуныһы ғына шатландырҙы: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙе аңларға тырыша, ишетергә теләй һәм борсоған һорауҙарыбыҙҙы үҙенә төбәп әйтә, һөйләшә алдыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.20 | Ҡаралған: 832

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru