«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПРЕЗИДЕНТ РӘХИМОВ
+  - 


ДЕКЛАРАЦИЯ

Рәхимов бөгөн башҡа көндәгегә ҡарағанда ла иртәрәк уянды. Бала саҡтан уҡ шулай иртә торорға ғәҙәтләнде. Ауыл ерендә ни кеше оҙаҡлап йоҡлап ятмай. Мортаза ла шуға өйрәнгәйне. Ҡалаға күскәненә инде күпме йылдар, әммә элекке ғәҙәтен ташламаны. Бөгөн уянғас та тороп китмәйенсә, уйланып ятты бер аҙ. Нисек булыр көн? Һуңғы йылда һынауҙар күп булды, бөгөн шуларҙың береһеме, әллә иң олоһомы? Юғары Советтың бөгөнгө сессияһы бик күп нәмәне хәл итә. Башҡортостандың киләсәге, бәлки, уныҡы ғына түгел, уның менән бәйле күп илдәрҙең, халыҡтарҙың, миллионлаған кешенең яҙмышын билдәләйәсәк ул. Мортаза теләгәнсә барып сыҡһа, бер төрлө яҙмыш буласаҡ, килеп сыҡмаһа, башҡаса.
Йә, ярар, күп фәйләсүфләнеп ятҡансы, тормош ағышына ҡаршы атлау хәйерлерәктер, тип тороп, йыуынырға китте.
Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың һәр ҡайһыһының үҙенсәлеге бар. Ана шул береһен икенсеһенән айыра ла инде. Үҙенсәлек кешеләрҙең физиологияһында ла, күбеһенсә холоҡ, ғәҙәтендә сағыла. Мәҫәлән, башҡорт менән урыҫты бутау мөмкин түгел. Тышҡы ҡиәфәте буйынса ла, теле, холҡо йәһәтенән дә, фекер итеү яғынан да ныҡ айырыла улар. Әйтергә кәрәк, был үҙенсәлектәр халыҡтарҙа күп быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килгән һәм улар нисек кенә үҙ-ара ҡатнашып, хатта бер ғаилә булып йәшәмәһен, барыбер һаҡлана һәм кешенең ғүмере буйына аҙым һайын үҙен белдерә тора.
Урыҫтарҙың йәшәү рәүеше нигеҙҙә ултыраҡ халыҡ булараҡ барлыҡҡа килгән. Уларҙың фекер итеүе лә ошо рәүешкә бәйле. Мәҫәлән, яҙ килеүе - ер эшкәртеүгә әҙерлек, йәй - шул ваҡыттағы баҫыу үҫемлектәрен үҫтереү, көҙ үҫкән уңышты йыйып алыуға бәйле. Уңышты бураларға һалып бөткәс, тормош көйөнән ситкә лә китергә, башҡа нәмәне уйларға, ял итергә, күңел асырға мөмкин. Шуға тап ҡара көҙ мәлендә урыҫтарҙа байрамдар, туйҙар күп була. Буш ваҡытты улар бүтәнгә, әйтәйек, йыйылыштарға, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауға, ауыл менән ауыл араһындағы килешмәүсәнлектәргә сарыф итергә мөмкин.
Башҡорттар, ҡаҙаҡтар, төркмәндәр, ҡырғыҙҙар, татарҙар - ғөмүмән, мал үрсетеү, мал бағыу менән шөғөлләнгән халыҡтарҙың үҙенсәлеге тап ошо шөғөл менән бәйле. Уларҙың ярты ғүмеренән күбеһе ат өҫтөндә үткән, кәүҙәләре лә шуға яраҡлашҡан: уртаса оҙонлоҡ, кәкрерәк аяҡтар, елдән һәм туҙандан һаҡланыуға яраҡлашҡан ҡыҫыҡ күҙҙәр, күҙ ҡыҫыҡлығы менән бәйле табаҡ бит. Улар ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән малды ҡырға, яңы үләнгә ҡыуа. Ул саҡта үлән мал ҡабып өҙөрлөк кенә, башҡаға ярамай. Шуға малсылар үҙҙәрен тәбиғәт көйһөҙлөгөнән һәм төнгө һыуыҡтан һаҡлар өсөн йә кейемгә (көнөн дә, төнөн дә уңайлы еңһеҙ һәм төймәһеҙ сәкмән. Тау кешеләре быны тик үҙҙәренең генә милли кейеме тип һанай. Бер уларҙыҡы ғына түгел), йә ҡыуышҡа ышыҡлана. Шуға күрә һәр ауыл тирәһендә "ҡабыҡ ҡыуыш" атамалы урындар бар, үлән булмағас, ҡыуышты ҡабыҡ менән ябаһың инде. Яҙҙан башлап ер туңғансы был халыҡтар малды яланда тота. Уларҙы кәртәгә индергәс кенә еңел һулай, ҡулдары бушай. Башҡорттар һәм башҡалар ҡунаҡҡа йөрөшә, туй, йыйындар уҙғара башлай. Йәғни, былар ҙа уй-фекерҙәрен, урыҫтар кеүек, башҡа тарафҡа йүнәлтергә форсат таба. Йәғни, Рәсәйҙең барлыҡ халҡы ла уйлау һәләтен эштән ситкә бора. Уйлай-фекерләй башланыңмы, беренсе сиратта үҙенең тормошон башҡалар менән сағыштырырға, көнитмеш етешһеҙлектәрендәге ғәйеплеләрҙе табыуға барып етә. Ә бындайҙар, әлбиттә, власть башында тороусылар. Шуға күрә Рәсәйҙә сәйәси күтәрелештәр көҙгө айҙарҙа була. 1905, 1917 йылғы революцияларҙы ал, 1814, 1863 йылдарҙағы болалар - башҡорт болаларының күбеһенең башланышы ҡыр эштәре тамамланған мәлгә тура килә. Йәғни, был мәл - халыҡтарҙың тәбиғи күтәрелеш ваҡыты. Ошоно яҡшы төшөнгән ғалимдар менән сәйәсмәндәр ҙур сәйәси йыйындарҙы эштең тамамланыу осорона ҡуймаҫҡа ынтыла. Әйтәйек, һуңғы осорҙа урындағы һәм үҙәктәге власть органдарын һайлауҙы йә яҙға (эштең башланған мәле), йә иртә көҙгә (эштең тамамланмаған осоро) ҡуйырға тырыша. Мәҫәлән, сентябрҙең тәүге ял көнө - Рәсәйҙә берҙәм тауыш биреү көнө. Был ваҡытта халыҡтың сәйәси күтәрелеше булмай. Власҡа ошо ғына кәрәк.
Башҡортостандың Юғары Советы Президиумы Суверенитет тураһында декларацияны ҡабул итеү-итмәү мәсьәләһен 10 октябргә ҡуйҙы. Был халыҡтың иң күтәрелеш мәле. Президиум ағзалары, әлбиттә, халыҡтың ныҡ күтәрелә торған осоро көҙ икәнлеген самаламағайны. Был турала белмәнеләр ҙә, уларҙы өйрәтеүсе лә булманы.
10 октябрь Юғары Совет сессияһы буласағын иң алдан "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгендә белделәр. Шунда уҡ үҙәктең етәкселәрен йыйып, бик тиҙ ҡарар сығарҙылар. Беренсенән, һәр ҡалала һәм районда "Урал" филиалдарының ағзалары халыҡ депутаттарын күреп һөйләшеп, суверенитет өсөн тауыш бирергә вәғәҙәһен алырға тейеш. Икенсенән, Өфөнән тыш, ҡала-райондарҙан сессия йортона килеп етер өсөн кешеләр билдәләргә, автобустар табырға кәрәк. Уларҙа килгән кешеләр сессия барасаҡ йортто уратып алырға, сессия эшен тыштан контролдә тоторға бурыслы. Өсөнсөнән, Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары һәм башҡа кешеләр сессия барған саҡта халыҡ араһында яҡшы тәртип булдырырға, ыҙғыш-талашҡа юл ҡуймаҫҡа тейеш. Әгәр провокациялар була ҡалһа, ундайҙарҙы милицияға тотоп бирергә кәрәк.
Татар халыҡ үҙәге лә йыйылды. Улар тик бер генә мәсьәлә ҡараны. Татар телен дәүләт теле итеү өсөн саралар күрелергә тейеш. Беренсе сиратта сессия барған йорт янына ошо турала лозунгтар күтәреп сығыу мотлаҡ.
Башҡа милләттәрҙең йүнле-башлы ойошмалары юҡ ине, үҙҙәрен партия тип атаусылар, йә демократияны киңәйтеүҙе талап итеүселәр урамдарға сыҡмайынса, башҡа юлдар менән үҙ маҡсаттарына өлгәшеү сараларын күрергә булды.
Уға өлгәшер өсөн һәр ойошма үҙенең хәрәкәт ысулын эҙләне. Иң кәрәк һәм иң яҡшы ысул тип барыһы ла үҙҙәре эшләгәнде бөтә халыҡҡа еткереүҙе һананы. Бының өсөн бер нисә юл бар. Береһе - республика һәм ҡала, район гәзиттәрендә теләгеңде баҫтырып сығарыу, икенсеһе - шуны уҡ радио һәм телевидение аша кешеләргә еткереү. Ошо юлда иң йоғонтолоһо тип Айҙар Хәлим үҙенең эшен һананы. Ул Өфөнөң Совет майҙанында аслыҡ иғлан итергә булды. Татар телен башҡорт теле менән бер ҡатарҙан дәүләт теле итеп иғлан иткәнгә ҡәҙәр ятасаҡмын, тине һәм Совет майҙанында палатка ҡороп, аслыҡ иғлан итте. Уның ниәте, күрәһең, фәрештәләрҙең "амин" тигән мәленә тура килмәгәндер инде. Көндәр китте һыуытып, төндә һыу туңа башланы, көндөҙ ҙә йылы түгел, әле ямғыр, әле ҡар яуа. Иғлан иткәс, Айҙар тәүлек әйләнәһенә шунда ятырға тейеш бит. Янында һыуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Ярай әле төн урталары үткәс, теләктәштәре ипләп кенә йылы аш алып килеп, тамағын туйҙырып китте. Был турала белеп ҡалырҙар тип шыртланы инде Айҙар үҙе. Тик белгәндәре һиҙелмәне. Шулай ҙа бер нисә гәзит, Айҙар халыҡты алдап ята, төнөн ашай, тип яҙып сыҡты буғай.
10 октябрҙә лә көндөң рәте булманы. Тәүҙә һирәк-һаяҡ ҡына төшөп торған ҡар шәбәйә барҙы һәм оҙаҡламай бөтә ерҙе ҡапланы. Иртүк махсус автобустарҙан төшкән, йә йәйәүләп килгән кешеләр Юғары Советтың сессияһы үтәсәк йортто ҡамап алды. Ҡулдарында - суверенитет талап иткән лозунгтар. Сессия башланырға ярты сәғәт самаһы ҡалғас, татар хәрәкәтенән бер нисә лозунг теҙмәнең иң ҡойроғонда ғына күренде. Яҡшы урындарҙы суверенитетсылар алып бөткәйне.
Сәғәт 10-сы яртыларҙа депутаттар килә башланы. Уларҙың һәр береһен манифестсылар ҡаршы алды, суверенитет буйынса нисек тауыш бирәсәген яҙып ала торҙо. Депутаттарҙың бер нисәһе генә суверенитет өсөн тауыш бирмәйәсәген белдерҙе. Сессияны Юғары Совет рәйесе Мортаза Рәхимов асты һәм көн тәртибендә "Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация мәсьәләһе"н тикшерергә тәҡдим итте. Депутаттар уның менән ризалашты. Доклад өсөн һүҙҙе рәйестең үҙенә бирҙеләр.
Ул тәүҙә илдәге сәйәси, иҡтисади хәлде тасуирланы, һуңғы осорҙа тағы ла нығыраҡ насарайған хәл тураһында һөйләне, социаль һәм милләт-ара көсөргәнештең арта барыуына баҫым яһаны.
- Тормоштоң бөтә яғын да ҡамап алған көрсөк шарттарында Башҡортостандың етәкселеге үҙ халҡының мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслы, - тине М.Ғ. Рәхимов. - Ә был Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеү талабын ҡуя. Декларация - ул Башҡортостандың артабанғы сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни-рухи үҫеше нигеҙенә ятасаҡ сәйәсәт һәм хоҡуҡ документы. Был беҙҙең бик ҙур иҡтисади мөмкинлектәребеҙ халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланылһын өсөн кәрәк.
Башҡортостандың автономиялы республика статусы беҙҙең үҫеш өсөн аяҡтарҙы бәйләп торған тышауға әүерелде, шуға төбәктең эске һәм тышҡы йөкмәткеһен үҙгәртеү талап ителә.
Ҡайһы бер ҡала советтары һәм хеҙмәт коллективтарының, Башҡортостандың статусын үҙгәртеү өсөн бөтә халыҡ референдумын уҙғарырға кәрәк, тигән талапҡа яуап итеп, былай тим: беренсенән, референдум тураһында закон юҡ. Икенсенән, әгәр мәсьәләне Юғары Совет хәл итә ала икән, референдум ойошторолмай, өсөнсөнән, союздаш республикаларҙың бөтәһе лә, автономияларҙың байтағы декларация ҡабул итеп бөттө, улар референдум яһап торманы, дүртенсенән, декларация - шул тиклем киң, тәрән мәсьәлә, уны ябай ғына "эйе" йә "юҡ" тип кенә хәл итергә ярамай.
М. Рәхимов декларацияның төп үҙенсәлектәренә аңлатма биреп, бер бик мөһим мәсьәләгә туҡталды. Декларация республиканың артабанғы дәүләт хоҡуҡ акты буласаҡ, унһыҙ беҙҙе башҡа республикалар менән тиң хоҡуҡлы дәүләт тип иҫәпләмәйәсәктәр. Мәҫәлән, РСФСР Юғары Советы рәйесе Р.И. Хасбулатов 1990 йылдың 25 сентябрендә "Известия" гәзитендә, автономиялы республикалар дәүләт түгел, тип яҙҙы.
Докладсы бик күп һан, миҫал нигеҙендә Башҡортостанға үҙаллылыҡ алыу кәрәклеген раҫланы һәм үҙаллылыҡтың тормош хәлдәрен яҡшыртыуға нисек итеп йоғонто яһаясағын күрһәтте. Ахырҙа докладсы, бойондороҡһоҙлоғо булмаған илде көнө-төнө хужаға хеҙмәт итеп, тамағы ашҡа туймаған, ятып йоҡларға урынды ишек төбөндә генә тапҡан хеҙмәтсе менән тиңләне. Бығаса Башҡортостан күпме генә тырышып эшләмәһен, социаль-иҡтисади хәл, торлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт объекттары төҙөү йәһәтенән иң артта ҡалған төбәк булып ҡалды, тине.
- Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләмәһәк, беҙ берәүгә лә кәрәк булмаясаҡбыҙ. Шуға күрә республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеү - беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ һәм яҙмыш бүләк иткән берҙән-бер мөмкинлегебеҙ. Шуны файҙаланмаһаҡ, тарих беҙҙе ғәфү итмәйәсәк, - тип тамамланы һүҙен Мортаза Рәхимов.
Дүрт йөҙгә яҡын кеше ултырған зал шып-шым булып ҡалды. Уның ҡарауы, лозунгтар тотоп, тышта өшөй-өшөй торған халыҡ ҡул сабыуҙар, "ура" ҡысҡырыуҙар менән тынлыҡты шартлатты. Сессия эше тышҡа тауыш көсәйткестәр аша, республика телевидениеһы һәм радиоһы аша тура эфирҙа тапшырыла ине. Сессияны алып барған Демин артабанғы һүҙҙе Министрҙар Советы рәйесе М.П. Мирғәзәмовҡа бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул декларация проектын йә яҡлап, йә кире ҡағып йүнле фекер әйтә алманы, бары тик, баҙар иҡтисады шарттарында СССР һәм РСФСР сараларында ҡатнашыу өсөн Башҡортостан үҙ юлын билдәләргә тейеш, тип кенә әйтте.
Сессияның эшен артабан алып барыу дилбегәһен Рәхимов үҙ ҡулына алды.
- Докладты тикшереү өсөн 40-тан ашыу кеше теләк белдергән, - тине ул. - Кемдәр уларҙың рәтенә яҙылып өлгөрмәгән, ҡағыҙҙарығыҙҙы ебәрегеҙ, әле һуң түгел. Хәҙер доклад буйынса фекер алышыу тәртибендә һүҙ депутат Кавардаковҡа бирелә. Кавардаков Юғары Совет иғтибарына КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының V пленумы һәм Асҡын райкомының ҡарарҙарынан өҙөктәр уҡып ишеттереү менән сикләнде.
Артабан Рәхимов һүҙҙе бер-бер артлы Ғәлимовҡа, Уразбаевҡа, Аҙнағоловҡа, Ғимаевҡа бирҙе. Уларҙың дүртеһе лә докладты хупланы һәм үҙҙәре, һайлаусылары исеменән сессияға Башҡорт АССР-ның дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация проектын нигеҙ рәүешендә ҡабул итергә тәҡдим яһаны.
- Хөрмәтле депутаттар! - тине Рәхимов. - Сығыш яһаусыларҙың төп фекерендә әйтелгән тәҡдимде тауышҡа ҡуям. Кем дә кем улар менән риза, ыңғай тауыш биреүегеҙҙе һорайым.
Ҡулдар бер ыңғай күтәрелде.
- Кемдәр ҡаршы? Ҡаршылар юҡ. Кемдәр битараф? Бындайҙар ҙа күренмәй. Шулай итеп, декларация проекты нигеҙҙә ҡабул ителә. - Рәхимов еңел һуланы, йөҙө йылмайыу менән тулды һәм үҙе лә һиҙмәҫтән ҡул сабып ебәрҙе.
Залдағы һәм йорттоң тышындағы кешеләр гөрләтеп ҡул сабырға тотондо. Тыштағылар:
- Йәшәһен Башҡортостан!
- Йәшәһен суверенитет! - тип һөрәнләргә тотондо.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.20 | Ҡаралған: 513

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru