«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ РАДИОҺЫ УЛ "ЮЛДАШ"!
+  - 


Ошо көндәрҙә барыбыҙ ҙа яратып тыңлаған, инде тормошто унан башҡа күҙ алдына ла килтермәгән "Юлдаш" радиоһы үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан уны тыңлаусыларға, радионың кисәге һәм бөгөнгө алып барыусыларына: "Юлдаш" радиоһы үҙенең 20 йыл эшләү дәүерендә Башҡортостан тарихында ниндәй үҙенсәлекле эҙ ҡалдырҙы?" - тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Рәсүл СӘҒИТОВ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Юлдаш" радиоһының ижтимағи-сәйәси программалар бүлеге етәксеһе:
"Юлдаш" радиоһының республика тарихында эҙе балҡып ята, сөнки уның асылған ваҡыты быуат менән быуат алмашынған тарихи мәл ине. Һәм "Юлдаш" та тормошобоҙға яңы һулыш, яңы алым, яңы аҙым, революцион үҙгәрештәр менән килеп инде. Ғөмүмән, "Юлдаш" барлыҡҡа килгән ваҡытта ҡорамалдар ҙа, магнит таҫмалары ла бик етешмәгән осор ине. Өҫтәүенә, алып барылған идеология арҡаһында күпселек тапшырыуҙар алдан яҙылды, яңылыҡтар һәм концерттар, бер нисә проект ҡына тура эфирҙа булыр ине. Был инде ҡалыплашҡан эш алымы ине һәм шул ваҡытта тик тура эфирҙа ғына тигәндәй эшләгән канал асылды. Тигәндәй, тием, сөнки беҙ, Башҡортостан радиоһының вариҫы булараҡ, уның эшләгән ысулдарын да ситкә типмәнек, әле лә яҙма тапшырыуҙар, мәҫәлән, радиоспектаклдәр, әҙәби уҡыуҙар, фондта һаҡланған яҙмалар, шулай уҡ тапшырыуҙы биҙәп ебәреү өсөн дә яҙмалар ҡулланыла.
Ошо үткән 20 йыл эсендә "Юлдаш" телебеҙ үҫешенә лә ҙур этәргес бирҙе тип уйлайым, сөнки беҙ бит быға тиклем яҙма телмәргә күнеккән булғанбыҙ. Ә киң мәғлүмәт саралары аша йәнле һөйләү теле бигүк яңғыраманы. Был бик кәрәк, сөнки матур һөйләү өлгөһөн беҙ барыбер ҙә киң мәғлүмәт саралары аша күрһәтергә тейешбеҙ, сөнки кеше ҡолағы менән ишетеп тә дөрөҫ һөйләүгә ынтыла. Был ынтылыш, бәлки, кеше үҙе иғтибар итмәйенсә лә барлыҡҡа киләлер, ә беҙҙең, радио журналистарының төп ҡоралы - һүҙ менән бергә йәшәү. Өҫ-башҡа ҡарап ҡаршы алыу ғәҙәттән сыҡмаған әле, һәм, йөкмәтке ни тиклем генә алтын булмаһын, форма көмөш саҡта баяғы алтын баҡырға ла әйләнеп ҡуя. Шул алтын баҡырға әйләнмәһен өсөн тырышабыҙ.
Шулай ҙа иң мөһиме - "Юлдаш" радиоһының тура тапшырыуҙары - ул халыҡ менән йәмәғәт ойошмаларын, власть даирәләрен бәйләп тороусы күпер, тиер инем. Сөнки халыҡ тура эфир барғанда шылтырата, һорауҙарын бирә, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар таба, ә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, вазифа биләүселәр проблемаларҙы асыҡлай.
Ғөмүмән, ғүмеремдең күпселек өлөшөн ошо радиоға бағышлағаныма, Алла бойорһа, киләһе йыл 30 йыл тулырға тора, ошонда эшләп йөрөүемә, үҙемдең фекерҙәремде радио тыңлаусыма еткерә алғаныма бик бәхетлемен, сөнки фекерең булып та фекерҙе еткерә алыу мөмкинлеге булыу - шулай уҡ һәйбәт нәмә.
Артабан да тыңлаусыларыбыҙ менән бәйләнештәребеҙ тығыҙ, ныҡлы булһын. Радио бит ул бөгөн киң мәғлүмәт сараһы ғына түгел, ә ниндәйҙер ижтимағи институтҡа әйләнде. Тыңлаусыларыбыҙ әйтеүенсә, хатта ошо радиоға ҡарап йәшәү бар: радио менән уянып, радио менән бергә йоҡлап китеү ғәҙәткә инә. Юлда барғанда ла "Юлдаш" - юлдаш. Ғөмүмән, радио - ул халҡыбыҙҙың дуҫы. Шул дуҫлыҡҡа ике яҡ та киләсәктә лә тоғро булһын ине.

Зөлфиә БАСИРОВА, "Орнамент" журналының баш мөхәррире: Мин - Ырымбур ҡыҙы. Бала саҡта инәй-атайым Өфө, Ҡаҙан радиоһын ҡуйып, көнөнә самалы ғына ваҡыт арауығында халыҡ һәм эстрада йырҙары, яңылыҡтар тыңлай торғайныҡ. 2014 йылдан алып яҡташтарым, ауылдаштарым хәҙер тәүлек буйына рәхәтләнеп башҡорт телендә радио тыңлай ала. Был Башҡортостандан айырылып, үҙҙәренең тарихи ерҙәрендә йәшәгән башҡорттар өсөн шул тиклем ҙур шатлыҡ булды, хатта радиоһы булмағандар радиоалғыс алып ултыртты. Байрамға, ялға ҡайтҡанда үтеп киткән машина, күрше-тирә яҡтан моңло йыр, туған телдә шиғыр, әҙәби әҫәрҙәр, яңылыҡтар ишетеүе күңелле. Тимәк, тыуған яғыма манҡортлоҡ хәүефе янамай. "Юлдаш" каналының республика халҡына һәм Башҡортостандан ситтә йәшәгән, вахтала эшләп йөрөгән милләттәштәребеҙ өсөн килтергән файҙаһы, тәьҫире әйтеп бөткөһөҙ. Милли мәҙәниәткә хөрмәт, ҡыҙыҡһыныу, башҡорт теленә ихтирам да ошонан киләлер. Милли әҙәбиәт һәм милли баҫмалар барып етмәҫлек ергә радио тулҡындары аша башҡорт өсөн донъя кендеге булған Башҡортостандың яңылыҡтары, көнитмеше, борсоған көндәлек мәсьәләләре, еңеүҙәре һәм ҡыуаныстары барып етә, милләттәштәребеҙ күңеленә республика өсөн борсолоу йәки ҡыуаныс шатлығы тыуыуға сәбәп була. "Юлдаш" каналының унда эшләп киткән, бөгөн хеҙмәт иткән һәр хеҙмәткәренә оло рәхмәтемде еткерәм. Киләсәктә яңы ижад үрҙәре, һаулыҡ, бәрәкәт теләйем. Ә беҙ, радио тыңлаусылар, өйҙәребеҙҙә, машинала сәйәхәт иткәндә радио тыңлау мәҙәниәтен тергеҙәйек. Милли баҫмалар уҡыу, телевидение ҡарау һәм радио тыңлау үҙебеҙҙән башлана икәнен онотмайыҡ.

Нурия АБДУЛЛИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Юлдаш" радиоһының иң тәүге алып барыусыларының береһе: Мин 1996 йылда радиоға эшкә килдем, ул саҡта Радио-2 каналында башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә бер-беребеҙ артынан сәғәттәрҙе алмаштырып эшләй инек. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул "Сәфәр" радиоһына әйләнеп китте, артабан инде рустар - СпутникФМ, беҙ "Юлдаш" исеме менән башҡорт һәм татар телдәрендә тапшырыуҙар алып бара башланыҡ. 1996 йылда уҡ, мәғлүмәти-музыкаль канал асылғас, халыҡ "аһ" итеп, йотоп алырҙай булып, радио тапшырыуҙарын көтөп алған, оло бүләк итеп ҡабул ителгән мәл булды ул. Сөнки бығаса милли тапшырыуҙарға аҙ ғына ваҡыт бүленһә, ҡапыл тәүлек әйләнәһенә башҡортса һәм татарса тапшырыуҙар яңғырап тороуы әкиәти тормошҡа барып ингән кеүек булғандыр, тип уйлайым. "Юлдаш"ҡа әйләнгәнгә тиклем үк киске сәғәт 7-нән төнгө 1-гә тиклем бер тауыш менән бер кеше тапшырыуҙар алып бара торғайныҡ, әммә тауышың ни тиклем матур булмаһын, бер тауыш ул тамашасыны ялҡыта. Шулай булһа ла беҙ тулҡынланып, оло яуаплылыҡ тойоп, шатланып, ҡыуанып эшләй башланыҡ. Музыкаль биҙәүгә килгәндә, ул ваҡытта магнит таҫмалары ҡулланыла ине. Музыкаль биҙәлеш мөхәррирҙәре Урал Ниғмәтуллин, Әминә Хафизова нисек тапшырыуҙарға кәрәкле көйҙәр, йырҙар табып өлгөргәндер - һаман аптырата. Шул уҡ ваҡытта тура эфирҙа һирәк булһа ла хикәйәләр уҡыйһың бит инде, ниндәйҙер урында гармун тауышы йәки ҡурай моңон ебәрергә кәрәк. Үҙебеҙ уҡыйбыҙ, үҙебеҙ гармун уйнаған, ҡурай уйнаған хәрәкәттәрҙе ымлап күрһәтәбеҙ. Бик йыш булмаһа ла, таҫмалар өҙөлөп киткән саҡтар ҙа булғыланы. Шул замандар менән бөгөн бер төймәгә генә баҫып йыр ҡуйып ебәреүҙе сағыштырһаң, радионың нисек эшләй башлауына был бәләкәй генә бер дәлил булып тора. Һуңынан баш мөхәррир булып Миләүшә Ғәлиева килде. Тапшырыуҙар ваҡытын рубрикаларға бүлеп, төрләндерҙек. Радио - ул заман менән, халыҡ менән бергә үҫә, уға талаптар арта бара, шуға йыл һайын ниндәйҙер яңылыҡ кәрәк. Башҡортостан, халыҡ өсөн уның әһәмиәте, үҙенсәлеге нимәлә - тормошта ул ысын мәғәнәһендә юлдаш булып тора. Күптәр иртән тороу менән радиоһын ҡабыҙа, юлдағылар автомагнитолаһын беҙҙең тулҡындарға көйләй - ул эшләп тора, гөрләп тора, яңылыҡтар тыңлап та, музыкаль тулҡындарҙа бәүелеп тә, радиоһөйләшеүҙәрҙә ҡатнашып, тормошта булған ниндәйҙер күренешкә фекерҙәрен, мөнәсәбәттәрен белдереп тә өлгөрәләр һәм ошо тормошта ҡайнап йәшәйҙәр. Шул уҡ ваҡытта хәҙер интернет селтәре булғас, күптәр үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте, йыр-моңдо селтәрҙәр аша ла эҙләп таба, шуға ҡарамаҫтан, "Юлдаш" һаман да үҙенең юғары рейтингын һаҡлай, халыҡ уны үҙенең дуҫы итеп һайлаған һәм ул - ысын мәғәнәһендә халыҡ радиоһы.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.20 | Ҡаралған: 629

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru