«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МИЛЛӘТТӘШТӘРГӘ БАШҠОРТСА КИТАПТАР ЕБӘРЕЛДЕ
+  - 

Быйыл "Рәсәй милләте берҙәмлеген һәм БР халыҡтарының этномәҙәни үҫешен нығытыу" Дәүләт программаһының "Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген үҫтереү һәм һаҡлау" программа өлөшөн бойомға ашырыу сиктәрендә башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙәге китапханаларҙы үҙәкләштереп тулыландырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Ә.-З.Вәлиди исемендәге БР милли китапханаһына бер миллион һум аҡса бүленгәйне.

Ошо көндәрҙә Милли китапхана Рәсәй Федерацияһының башҡорттар йәшәгән субъекттарын башҡорт әҙәбиәте менән тәьмин итеү эшен тамамланы. Был сара ил төбәктәрендә йәшәүсе башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген үҫтереү һәм һаҡлау маҡсатында үткәрелде. Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск өлкәләренең һәм Пермь крайының 17 китапханаһына 4386 дана китап ебәрелде.
Төҙөлгән килешеүгә ярашлы, тулыландырыу һәм тәьмин итеү буйынса аукционда еңеүсе булып танылған Башҡортостан "Китап" нәшриәте Рәсәйҙең ете субъектына китаптар ебәрҙе. Юғарыла атап кителгән ете төбәктең китапханалар фонды бушлай 86 атамала һәр береһе 258-әр дана баҫма менән тәьмин ителде. Шулар иҫәбендә Ш.Бабич, М.Кәрим, З.Биишева, Р.Бикбаев, Н.Мусин, Р.Назаров, Т.Ғәниева, Ғ.Ибриһимов, Ф.Туғыҙбаева, Н.Сәлимов әҫәрҙәре, шулай уҡ балалар өсөн әҙәбиәт һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған "Башҡортостан: тарих артылыштары", Р.Янғужиндың "Рәсәйҙең төп халыҡтары: башҡорттар", русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлектәр, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге һәм башҡа бик күп фәнни-популяр һәм тарихи китаптар бар.
Был сараны тормошҡа ашырыу Рәсәй китапханалары фондын булдырыуға һәм яңыртыуға, шулай уҡ башҡорт халҡының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенә булышлыҡ итәсәк.

Юлдаш УРАҠСИН,
БР Милли китапхана директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.20 | Ҡаралған: 967

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru