«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨЙӨКТӘРҘЕҢ БӨЙӨКЛӨГӨНДӘ ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫҢ ДА ҠАТНАШЛЫҒЫ БАР ШУЛ
+  - 


Башҡортостандан ситтә йәшәгән, әммә ғүмерен башҡорт мәҙәниәтен, әҙәбиәтен үҫтереүгә бағышлаған шағирә ул Фирҙәүес БӘширова. Уның шиғырҙарындағы илһам, хислелек, туған тәбиғәткә оло һөйөү башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған баҫалҡылыҡ, иплелек һәм фәлсәфә менән бергә үрелгән. Һәм әңгәмәбеҙ ҙә ана шул йәшәйеш, хеҙмәт һәм рухи ҡиммәттәр хаҡында булды.

Фирҙәүес апай, башҡорт халҡы һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарға бай, тип әйтмәксемен. Һеҙ шуларҙың береһе. Әммә һәләтле булыу әле тәбиғәттән һалынғанды өҫкә сығарыу, һәләтте үҫтерә һәм ҡуллана алыу тигәнде аңлатмай. Ир-ат халҡының мөмкинлектәре күберәк, ә ҡатын кеше, күп осраҡта, һәләтен беренсе, икенсе, хатта өсөнсө урынға ла ҡуя алмай һәм ана шул тормошҡа ашмаған хыял менән йәшәп ҡартая... Нисек ошондай хәлгә ҡалмаҫҡа ҡатын-ҡыҙға?

- Мин ир-ат халҡының мөмкинлектәре ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда күберәк тип әйтмәҫ инем. Шиғри күңелле күпме егеттәр һуңғы йылдарҙа шиғриәт донъяһынан ситтәрәк йөрөй кеүек - әҙәбиәт өлкәһенә килеүсе егеттәр һаны кәмегәндән-кәмей бит. Бөгөн уларҙың күбеһе шиғриәтте беренсе лә, икенсе лә урынға ҡуймай, сөнки шиғыр менән арлы-бирле тамаҡ туйҙырыу ғаиләнең бөгөнгө көн талаптарына яуап бирмәй.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошҡа ҡарашы ир-егеттәрҙекенән күпкә башҡараҡ. Уларҙа һиҙемләү, инстинкт көслөрөк, рухи донъяһы байыраҡ, шулай ҙа ир заттарына ҡарағанда тормош тәғәйенләнешенән аҙыраҡ алыҫлашҡандар, тип уйлайым. Уларҙа ир-егеттәрҙәге кеүек һуғышсанлыҡ түгел, ә, киреһенсә, ил, ғаилә тыныслығы һәр саҡ беренсе урынға сыға, унан ҡала тапҡан балаһының сәләмәтлеге, тәрбиәһе лә иғтибарын биләй уларҙың. Әгәр әсәләргә тейешле шарттар тыуҙырылһа, минеңсә, бер ҡатын да бер бала йәки бөтөнләй балаһыҙ ҡалыуҙы хуп күрмәҫ ине. Мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Рәсәйҙәге бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың 45 проценты бала табырға әҙер түгел. Был бит Рәсәй күләмендә генә түгел, һәр төбәктә халыҡ киләсәге өсөн саң һуғырлыҡ хәл. Ҡатын-ҡыҙҙың ғүмер оҙайлығын 70 йыл тип алһаҡ, уның яртыһы бала саҡ, йәшлек һәм ғаилә төҙөүгә һәм уның нығыныу осорона тура килә. Аръяғы үҙең башлап ебәргән, әүәләгән тормош дауамы. Тотлоғоп торған һәләттәрҙең сәскә атып китеүе лә, йә хыялдарҙың хыял булып ҡалыуы ла бар. Нисек кенә булһа ла, ғаилә ҡороу, сабыйыңды күкрәгеңә ҡыҫыуҙан ләззәтлек тойоу миҙгелдәрен карьера алмаштыра алмай инде.
Ә һәләтте үҫтереү бер ҡасан да һуң түгел, тип уйлайым. Тормош иптәшем Йәдкәр Бәширов менән икебеҙ ҙә ижадҡа битараф булмаһаҡ та, бер ҡалағыбыҙ ҙа юҡ хәлдә ғаилә ҡороп йәшәй башланыҡ. Ул ғүмер буйы күңелендә йөрөткән картиналар төшөрөргә тигән хыялын, хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына, тормошҡа ашыра алды. Шуға ла мин ижад менән шөғөлләнергә ирҙәрҙең мөмкинлеге күберәк, тип әйтмәҫ инем. Йәдкәр минең ижадыма ҡаршы килмәһә лә тормош мәшәҡәттәре, тиҫтә йылдар буйы эшкә йөрөүҙәр, йәмәғәтселек эштәре барыбер ҙә ижад донъяһына сумып, онотолоп китергә ирек бирмәне. Бәлки, шулай кәрәктер ҙә. Һүҙһеҙ, халыҡ менән бергә ҡайнап йәшәү ижадыбыҙ йүнәлешенә, маҡсаттар үҫешенә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, тим.
Йомғаҡлап әйткәндә, ижади ҡатын-ҡыҙға һәләтте үҫтереү бер ҡасан да һуң түгел, әммә ниндәй генә һәләт тә ғаиләне алмаштыра алмай, шунлыҡтан, ғаилә беренсе урында булырға тейеш, тип әйтер инем.

"Уңышлы ир артында аҡыллы ҡатын тора", тиҙәр. Был ысынлап та шулаймы? Үҙегеҙҙең тормоштан алып миҫалдар килтерә алаһығыҙмы?

- Халыҡ "Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә - ҡатын-ҡыҙ", тип юҡҡа әйтмәгән инде ул. Таныш-тоноштар тураһында һүҙ барғанда: "Кит инде, эткә һан булды, иренә һан булманы", - тигәнде йыш ишетергә тура килә. Был, йәғни, ҡатын-ҡыҙҙың ирҙе ир урынында күрмәүенә шелтә. Тимәк, халыҡ күҙенән бындай мөнәсәбәттәр ҙә ситтә ҡалмай.
Йылы һүҙҙе, йылы ашты, иғтибарҙы кем яратмаһын, барыбыҙға ла кәрәк. Төрлө ваҡыттар була, әммә ҡатын-ҡыҙ ирҙәр халҡынан юҡҡа ғына башҡасараҡ түгел. Уның сабырлығы - аҡылының сыбыртҡыһы, тип әйтер инем. Тормош йөгөн бергә тартыр өсөн ирҙе аңларға тырышырға, ҡай саҡта үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡарарға, тапҡанын рәхмәтле булып ҡабул итергә, балаларыңды тәрбиәләгәндә уның фекеренә лә ҡолаҡ һалыу кеүек байтаҡ тормош һабаҡтарының үтәлеүе кәрәктер. Тайпылыштар, үкенеүҙәр, ризаһыҙлыҡтар… Уларҙы үткәрер өсөн түҙемлек, аҡыл, алғараҡ, йыраҡҡараҡ ҡарап фекер йөрөтөү уңышлыраҡтыр. Уйлай белеү - йәшәү тигән һүҙ инде ул.
Аҙмы-күпме һәләтле ир ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, үҙ хыял-һәләттәрен тормошҡа ашырырға теләй, ниәтләнә. Бер ғаилә булғас, уның да уңыштары ҡатын-ҡыҙ ҡатнашлығынан башҡа килмәгәне көн кеүек асыҡ. Мәҫәлән, бөйөк Л.Толстойҙың "Война и мир" китабын ҡатыны 20 тапҡыр ҡараламала күсереп яҙа. Иренең әҙәбиәт күгендә юғары күтәрелеүенә шундай һәм тағы ла беҙ белмәгән әллә күпме өлөштәр индергәндер әле ул. Бындай бөйөктәрҙең бөйөклөгөндә, еңеү, уңыштарында күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙың ҡатнашлығы бар, тип уйлайым. Ул - мөхәббәтме, ихтираммы, хеҙмәтенең баһаһын аңлаумы, дан йә матди отошмо һәм башҡа хис-тойғолармы - төрлө мотивтар булыуы мөмкин. Яңғыҙ уҡ яу түгел, тиҙәр бит. Ир кешенең уңышы ғына түгел, ғөмүмән, бәхете лә ҡатын-ҡыҙҙан икәнде лә онотмайыҡ.

Әҙәбиәт - ул илаһи бер донъямы, әллә сәйәси баҙармы, һеҙ уны нисек баһалайһығыҙ?

- Бөгөнгө көндә, айырым осраҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, бер кем дә йәмғиәттән башҡа йәшәмәй. Һәр дәүләт бер күс кеүек. Һәр дәүләттең үҙ ҡанундары. Әле беҙҙең эраға тиклем аҡыл эйәһе Аристотель әйтҡәнсә: "Һәр дәүләт ҡоролошонда кеше асылы үҙгәрә". Шуға, дәүләт ҡоролошо үҙгәрһә, яңы ҡағиҙәләр, ҡанундар барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә беҙ ҙә илебеҙҙәге система үҙгәреше асылыбыҙға тәьҫир итеүен, уны үҙгәртеүен тоябыҙ, күрәбеҙ. Хатта Конституция яңынан яҙыла... Яҙыусыға килгәндә, ул философ булараҡ, үҙенсә фекер йөрөтөп, фекерен халыҡҡа еткерергә тырыша. Тик яҙыусы - шул уҡ йәмғиәт ағзаһы, үҙ һүҙен, күңелендәген тура әйтеп, нишләп "күс" ҡанундарына ҡаршы барырға тейеш? Был бит уға зыян ғына итәсәк. Шулай итеп, әҙәбиәт өлкәһенә лә сәйәсәт килеп керә. Башҡорт әҙәбиәтендә лә быға миҫалдар етерлек. Рәми ағай кеүек, кәмһетелеп, ҡыуылып йөрөгәндәр аҙмы ни! Яҙыусыларҙы берләштергән ойошма ла был сәйәсәттән ҡотола алмай. Татарстан халҡының күренекле шағиры Хәсән Туфан бер ҡасан да Яҙыусылар берлеге ағзаһы булмаған. Алмағандар.
Әммә әҙәбиәт, шиғриәт - ысынлап та илаһи бер донъя, күңел ҡушмаһа, яҙып та, рәсем төшөрөп тә, ғөмүмән, ижад итеп булмай, тип әйтер инем. Миңә килһәк, мәктәп йылдарынан уҡ кескәй хикәйә, шиғырҙарым баҫыла, радионан уҡыла ине. Көнкүрешемдең Башҡортостан, Силәбе, Татарстан ерҙәрендә булыуы ижад юлымды бер аҙ ҡатмарлаштырҙы, әлбиттә. Бында, һүҙһеҙ, әлеге сәйәсәт тигән нәмәнең ҡыҫылышы бар ине. Татарстан Яҙыусылар берлегенә 1987 йылда уҡ тәҡдим ителһәм дә, 1997 йылда ғына Башҡортостан берлеге ағзаһы булдым. Тыуған илем, халҡым менән берҙәй булыуым - бәхетемдең ҙур ҡалъяһы ул.

Бөгөн ғаиләләрҙәге күп бәләләрҙең нигеҙендә ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа тигеҙләшергә тырышыуы ята, тип билдәләйҙәр. Нисек уйлайһығыҙ, ҡатындарға нисек итеп үҙ асылына ҡайтырға, һәм был фекер урынлымы, дөрөҫмө ул?

- Көйлө генә китеп барған машина ҡапыл туҡтап ҡала. Хужа хафалана, йүгереп сығып, уның сәбәбен асыҡларға тырыша. Оҙаҡ эҙләй. Баҡһаң, бәләкәй генә бер деталь ыуалып, двигателгә яғыулыҡ килеүҙе туҡтатҡан, үҙенән меңәр тапҡыр ҙур, ҡиммәтле, ялтлап торған машина һынлы машинаның йөрөшөнә етәкселек итә башлаған. Ә ҡатын-ҡыҙ был тормошта деталь йә бер пружина түгел шул: Хоҙай уны ирҙәр менән тиң яратҡан, әммә ир һәм ҡатын-ҡыҙ заттарының һәр ҡайһыһына үҙ урынын, тәғәйенләнешен биргән. Тарих биттәренән матриархат осоро, шул замандарҙа ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙға хеҙмәтсе хәлендә булғанлығына хәбәрҙарбыҙ. Тора-бара ир-ат халҡы көсәйеп, патриархат урынлаша. Инде ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәрәжәһе түбәнәйә, улар ҡурсаҡ хәленә төшөрөлә. Был хәл уларҙы, ваҡыты еткәс, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тигеҙ хоҡуҡлы булыуын иҫбатлау өсөн көрәшкә этәрә. Бөгөн беҙ ошо көрәштең тормошҡа аша барыуын күрәбеҙ һәм уның емештәрен татыйбыҙ. Был осраҡта Рәсәйҙә киң таралған "Хотели лучше, а получилось как всегда" тигән ҡанатлы һүҙҙәр бик урынлы, тип уйлайым. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тормоштоң төрлө тармаҡтарында ир-аттарҙан кәм түгеллеген әленән-әле иҫбатлап тороуына миҫалдар бихисап булһа ла, асылда, күпселегебеҙҙең "СУ" осҡостарында тәкмәсләйһе, 60-ар вагон һөйрәп барған паровоз штурвалына тотонаһы, ҡараңғы ер аҫтына төшөп күмер соҡоғоһо килә бит.
Кешегә тәүтормоштан һалынған тәғәйенләнеш тигеҙлеге юғалыуҙа 20-се быуатта илебеҙҙә хөкөм һөргән советтарҙың да өлөшө ҙур: ирҙәр менән бер рәттән метрополитендар төҙөү, юлдар һалыу, завод-фабрикаларҙа, ауыл хужалыҡтарында тиҫтәләгән йылдар хеҙмәт итеү - ҡатын-ҡыҙ өсөн рекрут хеҙмәтенә тиңдер, моғайын. Төптән уйланылған яһалма "тигеҙлек" бөгөнгө көндә лә үҙ эшен эшләй: ғаиләнең дәрәжәһе һаман түбән тәгәрәй (ғаилә тотҡаһы - ҡатын-ҡыҙ, тибеҙ), демография киҫкенләшә (сабыйҙар ғүмере башлыса ҡатын-ҡыҙға бәйле), ир-заттары ирлеген (ҡатын-ҡыҙҙар башлыса ир заттарҙың абруйын күтәрмәй, киреһенсә, кәмһетә) юғалта бара, кешелек ҡартая (балалар тыуымы аҙ). Был тенденция үҫешә генә. Ошо яһалма "тигеҙләнеш" ғаиләнең матди нигеҙен ҡаҡшатыуға ҡоролған: беренсенән, халыҡтан уның борондан килгән хосуси ерҙәрен тартып алып, эшһеҙ, ашһыҙ ҡалдырыу һәм тамаҡ туйҙырыу өсөн хөкүмәт ҡушҡан эштәргә яллау; икенсенән, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла шул уҡ хөкүмәт ҡушҡан эштәргә эшкә егеү, эшсе ҡулдар-ҡолдар ишәйтеү. Эшкә сыҡмай сара ҡалмай, сөнки ир-аттың ғына эш хаҡы ғаиләне тәьмин итерлек дәрәжәгә махсус рәүештә еткерелмәй. 70 йыллап хөкөм һөргән советтар осоронда башланған демография мәсьәләһе бөгөн килеп ҡабырғаһы менән тора, һәм был йүнәлештә хөкүмәттең аҡса таратып ҡына уңышҡа ирешеүе бик тә шикле.
Һуңғы осорҙа Ер шарында барған техноген үҫештең дә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәбиғәттән бирелгән тәғәйенләшенә тәьҫире көслө. Ғаиләне һаҡлау, ир-аттарҙың бәҫен, абруйын күтәреү, уларҙы эш, шөғөл, һөнәрҙәр менән тәьмин итеп, ғаиләне ҡарарлыҡ эш хаҡы алыу юлдарын асмайынса тороп, ҡатын-ҡыҙҙың күңеле "иремәҫ", ахыры. Һәм был йүнәлештә аҫыл заттарыбыҙҙың ҡатнашлығынан, башлап йөрөүҙәренән башҡа уңышҡа ирешеү мөмкин дә түгел, сөнки ғаиләне һаҡлау, бала бәпләү, ил тыныслығы уларҙа һаман инстинкт шәкелендә һаҡланып ҡалған.
Ҡатындарҙы үҙ асылына ҡайтарыуҙан бигерәк, башта үҙ өҫтөндә эшләр өсөн өр-яңы, күп ҡырлы, үҙҙәре ҡатнашлығында төҙөлгән программалар кәрәктер, тип уйлайым. Күп сәйнәлгән, тапалып бөткән, үҙен аҡламаған ысулдарҙан арыныу кәрәк. Хәҙер инде күп ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен эшкә йөрөмәйенсә, бала, йорт-ер ҡараусы ғына итеп күҙ алдына ла килтермәй. Ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа аҡса артынан ҡыуып арый хәҙер. Эшләргә, етәкселек итергә теләүселәргә, һүҙһеҙ, юлдар асыҡ, әммә йортонда хужабикә, балаларына иптәш, кәңәшсе, ярҙамсы булып, ирен ҡәҙерләп йәшәргә теләүселәр ҙә аҙ түгелдер, минеңсә.
Ҡатындарҙы үҙ асылына ҡайтарыу фекере дөрөҫмө ул, тип һорайһығыҙ. Ентекләберәк күҙәтһәк, был процестың башланғанын самалап та була: күпме йәш килендәребеҙ ирҙәре тапҡан малға, бер ҡайҙа ла эшләмәй, хатта бала ла тапмай, рәхәтләнеп, үҙ көйөн генә көйләп йәшәй. Киләсәк быуын йәш ҡыҙҙарының аңдарына тулы ғаилә, балаларҙың - үҙеңдең киләсәгең, бәхетең икәнен аңлатып һеңдереү кеүек саралар зарур. Үҙ йортоңда, балаларың менән кишер, һуған, алма, еләктәр үҫтереп, йәйҙәрен күләгәлә тирләп бешеп сәйҙәр эсһәң, ҡышҡы өрпәк ҡарҙы шығырҙатып күмәкләп саңғы, сана шыуһаң, атай кеше тапҡанды һаҡсыл тота килеп сәйәхәттәр ҡылһаң… Ер йөҙөндә кешелекте һаҡлап ҡалыу өсөн һәммәбеҙгә үҙ аҫылыбыҙға ҡайтыу кәрәклеге ап-асыҡ. Был күбеһенсә ҡатын-ҡыҙ ҡулында, тип уйлайым. Башҡорт халҡының боронғонан һаҡланып килгән үҙ ҡиммәттәре йәшәй әле, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең затлы сифаттарын юғалтып бөтөрмәгән, шуға, был йүнәлештә, минеңсә, уңыштар Башҡортостаныбыҙҙа йылдамыраҡ барасаҡ, тип өмөтләнәм, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр өлкәлә әүҙемлегенә, шул уҡ ваҡытта тәбиғилегенә һоҡланам.

Өфө менән үҙегеҙ йәшәгән Ҡаҙанды сағыштырып ҡарағанығыҙ бармы: йәшәү кимәле, хеҙмәтләндереү, архитектура, йәмғиәт мөнәсәбәттәре араһында айырма ҙурмы һәм быларҙың сәбәптәре ниндәй?

- Бөгөнгө техноген заманда ла ҡалалар бер көндә генә төҙөлмәй, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҫешеп тә китә алмай. Ысын булһа, Ҡаҙан ҡалаһына 2005 йылда 1000 йыл тулды. Бынан мең йылдар элек Волга-Урал буйы халыҡтары бер ниндәй ҙә сиктәр менән бүленмәй, ырыу-ырыуҙар булып, бер-береһе менән аралашып йәшәгән. Бөйөк Башҡортостандың мәшһүр Биләр ҡалаһы, бөтә Европала иң ҙур, иң гүзәл ҡалаларҙың береһе булып, ундағы университетта ошо мөхиттә йәшәгәндәр белем эстәгән. Улар иҫәбендә әйле башҡорто, "Йософ ҡиссаһы" авторы Ҡол Ғәли ҙә бар. 1438 йылда Ҡаҙанды Туҡтамыш хандың ейәне Оло Мөхәммәд баҫып алып, ҡалала ханлыҡ ойоштора. Етәкселек итеү өсөн ширин, барғын, ҡыпсаҡ, арғын ырыу вәкилдәренән торған диван төҙөлә. 1552 йылда Иван Грозный етәкселегендә рус ғәскәрҙәре ҡаланы баҫып, ханлыҡты ҡыйратып, Мәскәүгә буйһондора, Волга йылғаһы ярҙарында йәшәп ятҡан халыҡтар ауылдарынан ҡыуыла. Суҡындырыу башлана. Алда Аристотелдең "Һәр дәүләт ҡоролошонда кеше асылы үҙгәрә", тигән һүҙҙәрен килтергәйнем бит - 1920 йылда советтар Ҡаҙан идаралығында Татарстан йөмһүриәте төҙөп биргәс, был төбәк менән инде нисә дәүләт эсендә асылы үҙгәреш кисергән ҡаҙанлылар етәкселек итә башлағанын күҙалларға мөмкиндер, тим. Әлбиттә, Ҡаҙанды Мәскәү алғандан һуң ҡалала урыҫтар күбәйә, төрлө предприятиеләр, яңы стилдә йорттар төҙөлә башлай, Волга буйлап сиркәүҙәр күтәрелә, көсләп суҡындырыу көсәйгәндән-көсәйә, байтаҡ мосомандарыбыҙ (мәҫәлән, Йосопов, Дашков, Кутузовтар) христиан диненә күсеп, Мәскәү тарафтарына юллана, Ҡаҙандың үҙендә белем биреү усаҡтары барлыҡҡа килә, 1804 йылда университет асыла. Рәсәйҙә батшалар алышына тора. Байтаҡ йылдар үткәс, урындарынан ҡыуылғандарға Ҡаҙанға яҡынайырға рөхсәт бирелә башлай. Яйлап ҡала белем һәм фән үҙәгенә әйләнә, мәсеттәр төҙөлә. Белем алырға ашҡыныусылар тирә-яҡтан йә бында, йә Урта Азия тарафтарына ағыла. Шуға ла "Ҡаҙанда яҡшыраҡ" тигән фекер бөгөнгө көндә лә тәҡрар ителә, был хатта инстинктҡа әйләнгән кеүек.
Әйткәндәрҙән сығып һығымтаға килһәк, әлбиттә, күрше мөхиттә йәшәгән халыҡтарҙың үҙ-ара асылында ла айырмалыҡ юҡ, тип әйтмәҫ инем. Ҡаҙан халҡының (бөтә Татарстандыҡы түгел) Мәскәү менән быуаттар буйы яҡындан бәйләнеше лә эҙемтәһеҙ ҡалмаған. Ҡаҙан эсендә ҡайнағандарҙың холҡ-фиғеле, маҡсаттары быуаттар буйына Мәскәү тәьҫирендә әүәләнә, ә Иҙел-Урал киңлектәрендә үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, быуаттар дауамында ирекле йәшәгән ҡәүем 1920 йылда Ҡаҙанға буйһондорола, уның милләтен, милли сифаттарын бөтөрөргә йүнәлтелгән сәйәсәт ҡорбанына әйләнә. Шул осор тәғлимәттәренә ярашлы, айырмалыҡтарҙы күрмәҫкә, юнырға, халыҡтың асылын үҙгәртергә, яңы милләт яһарға байтаҡ көс һалына. Ләкин тигеҙһеҙлек бөгөнгө көндә лә юҡҡа сығып бөтмәгән. Яңы милләт яһау тигәнгә шуны ла өҫтәп китке килә: бөгөнгө көндә, индеецтарҙы ҡырып, ер-мөхиттәрен баҫып алып, дәүләт ҡорған американлылар тигән халыҡ барлыҡҡа килеүгә 200 йылдан ашыу ара үтеп барһа ла, улар милләт булып ойошоуға яҡыная алмайҙар әле.
Бөгөнгө ҡаҙанлы эшкә ҡыйыуыраҡ тотона, бөтмөрөрәк, коммерция өлкәһен тиҙ үҙләштерә, һатып-алыуға маһир, аралашҡанда ниндәй файҙа алырын уйлап аралаша, үҙен күрһәтә белә, әллә ни тәрәнгә төшөп уйларға тырышмаған кеүек күрәм. Ябай халыҡ тотороҡлораҡ, инертлыраҡ, тормош ҡиммәттәре үҙәктәгеләрҙән айырыла. Ә инде халыҡ көнкүрешенә, хаҡтарға килһәк, ул уртаса, айырмалар ҙур түгел, әммә Башҡортостанда халыҡты социаль яҡтан яҡлау киңерәк йәйелдерелгән (һалымдар, льготалар, коммуналь хаҡтар һ.б.), башҡорт халҡы рухлы һәм рыяһыҙыраҡ, тип күрәм.

Мин һеҙҙә ысын башҡорт ҡатындарының холҡон - ҡатылыҡ менән миһырбанлыҡтың йәнәшлеген тоям. Был беҙҙең милләт гүзәл затының ярылып ятҡан һыҙаты, тиһәм, килешәһегеҙме?

- Миһырбанлыҡ менән ҡатылыҡ беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа ғына, тимәҫ инем. Был сифаттарҙың йәнәшлеге, ғөмүмән, халҡыбыҙға хас. Миһырбанлыҡ башлыса күңел менән бәйле, холоҡтоң йомшаҡлығын арттыра торған сифат, ҡатылыҡ иһә, минеңсә, күберәк аҡылға бәйлелер, тим. Кешегә, миһырбанлыҡ күрһәтеп, хәленә керәһең, изгелек ҡылаһың, ярҙамлашаһың. Ҡайһы берәүҙәр һинең был сифатыңды үҙ итә, нәфсеһе ҡотора, ҡатыраҡ тормаһаң, елкәңә ултырырға әҙер, бәғзеһе бер изгелегеңде ғүмере буйына онотмай, рәхмәтен уҡый. 3 октябрҙә БСТ каналынан яңылыҡтар ҡарап ултырабыҙ. Зубоволағы инфекцион хастаханала ятҡан оло ғына ҡатын үҙенең коридорҙа ятып дауаланғанына ризаһыҙлыҡ белдереп интернетҡа һалған. Күпме көс, таһыллыҡ, тырышлыҡ менән сафҡа индерелгән хастахананы төҙөүселәргә, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған, урын етешмәгәндә лә ауырыуҙарҙы ҡабул итеп дауалаусы медицина хеҙмәткәрҙәре миһырбанлығына рәхмәт ошомо? Миһырбанлыҡты үҙ файҙаһына ауҙарыусы әрһеҙҙәргә ҡатылыҡ менән яуап бирмәй булмай шул. Бөгөн бит ундайҙар аҙ түгел.

Әсә кешенең иң ҙур байлығы - балалары. Уларҙы дөрөҫ тәрбиәләү әсәнең иң оло һынауы ла, шулай бит? Был тәңгәлдә нисек итеп яңылышмаҫҡа? Һине ҡартлыҡта ҡәҙерләр, хөрмәтләр балаларҙы ҡайһылай тәрбиәләп үҫтерергә?

- Баланы ҡулға алған минуттар - иң ләззәтле, һөйөнөслө мәлдәр инде ул. Әммә шул уҡ мәлдән ата-әсәлә сабыйҙың киләсәге өсөн яуаплылыҡ барлыҡҡа килә, тәрбиә процесы башлана. Шулай итеп, ата-әсәһе нәҫеленең генетик дауамы - сабыйы тәрбиәһенә нигеҙ ғаиләлә һалына. Һәр ғаиләнең үҙ тәртибе, традициялары, үҙ ҡағиҙәләре, атай һәм әсәй булған кешеләрҙең ғилем, тормошҡа ҡарашы, һәләте кеүек төрлө сифаттарҙың булыу-булмауы әүәләй инде буласаҡ гражданды. Балалағы 60 процент сифаттар (һәләт, төҫ-буй, холоҡ, сәләмәтлек һ.б.) - нәҫелдән, ҡалғаны тәрбиәнән, тип иҫәпләй ғалимдар. Был дөрөҫтөр, сөнки, атайҙарына оҡшап, беҙҙең балаларыбыҙҙың өсәүһе һәм ике ейәнсәрем рәсемде яҡшы төшөрә. Мин иһә телдәрҙе яратам, уларҙы тиҙ өйрәнәм, яҡшы тоям. Ике улым, бер ейәнсәрем 4-5 телдә, ҡыҙым, ҡалған бәләкәстәребеҙ 3 телдә һөйләшә ала, китап уҡырға маһирҙар.
Ғаиләләрҙәге тәрбиәне ҡәтғи бер ҡалыпҡа һалып булмайҙыр, тип уйлайым, бигерәк тә һуңғы ваҡытта. Тормошта стандарттар юҡ бит ул. Ғаиләнән тыш, бала үҫешенә, формалашыуына, балалар баҡсаһы, мәктәп, йәмғиәт, урам, виртуаль мөхит (гаджеттар) һ.б. үҙ өлөшөн индерә, ә ата-әсәлә сабый тыуғанда хасил булған (булмаған) яуаплылыҡ тойғоһо арта бара (артһа). Юҡҡа ғына бала итәктә булғанда ғына тәмле, үҫкән һайын ҡайғыһы ла үҫә, тип әйтмәйҙәр бит. Балалар тәрбиәһе, үҫеше өлкәһендә күпме хөкүмәт органдары, ғалимдар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр тир түгәләр, хеҙмәттәр яҙалар, төрлө саралар, һөйләшеү-кәңәшләшеүҙәр ойошторалар. Әммә барыбер баланың үҫеш нигеҙендә ғаилә һалған башланғыс ята. Ни сәсһәң, шуны ураһың инде ул. Тик ҡай саҡта ни сәскәнеңде генә уйлап еткерә алмайһың.

Бөгөнгө пандемия карантины мәлдәрендә ололарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? Күптәрҙе был сикләүҙәр апатияға ла килтерҙе. Төшөнкөлөккә бирелмәү, сиргә бирешмәү һәм был ауырлыҡтарҙы үтеү алымдары бармы?

- Ер шарында тәбиғи һайланыш барғанға оҡшай, шуға пандемияны барлыҡ кешелеккә, һәр кешегә һынау, тип ҡабул итәм. Сөнки тулайым алғанда кешелек ауырыуға һабыша, асылын юғалта бара бит. Тәртип, әҙәп, бер-береңә ихтирам, ярҙам, миһырбанлыҡ, иман, йәғни йәшәйештең, именлектең нигеҙе ҡаҡшап бөткән заман. Кеше үҙ-үҙенә, тәбиғәтенә ҡаршы, ғөмүмән, тәбиғәттең дошманына әйләнә барған кеүек. Ә инде тәбиғәт менән татыулыҡ бөтһә, күрмәгәнеңде күрһәтә инде ул: торнадоһы күтәреп осора, ер тетрәп, океаны урғыла, урманда төлкөнө атып бөтөрһәң, донъяны сысҡан баҫа, сысҡан ауырыуы көсәйә… Бер ҡомһоҙҙоң йылға ярҙарын тамырҙары менән нығытып торған ағастарҙы киҫеп һатып байыуы һыу ҡороуға килтерә...
Бөгөн битлек кейеүгә, аралашыуҙарҙағы сикләүҙәргә ҡаршылар бар. Яныңдағыларҙың сәләмәтлегенә битарафлыҡ үҙеңде генә яратыуҙан киләлер инде. Пандемия кешенең йәмғиәттә йәшәрлекме, юҡмы икәнен һынай кеүек. Ковид йоҡторғаныңды белә тороп кеше араһына сығыу енәйәт ҡылыу түгелме ни? Ярай, һин ауырыуҙы еңел кисерҙең, ти, ә бүтәндәр өсөн был бәлә һуңғыһы ла булыуы мөмкин бит. Битлек кейеп, ҡулыңды әленән-әле йыуып, кәрәкмәһә, башҡалар менән гәпләшер өсөн генә осрашыуҙан тыйылыу - ауыр шөғөл түгел дә бит. Үҙен тыйырға өйрәнмәгән бәғзеләр хатта депрессияға юлыға. Үҙ йортонан үҙенә төрмә яһай. Тормош үҙгәреүсән, ҡояш та бер ҡалҡа, бер бата. Был мәхшәр ҙә үтер. Үтеү тиҙлеге һәр ҡайһыбыҙҙан тора. Шуны аңлау мөһим. Аңламаһаң, язаһын бирә. Өйҙә оҙағыраҡ ултырыу апатия тыуҙырмаһын өсөн, сәләмәтлектән тыш, шөғөл кәрәк. Ә эшһөйәрҙең апатияға бирелергә ваҡыты ла, уйы ла юҡ, егәрленең шөғөлө, эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ялҡаулыҡтан, эшһеҙлектән, пандемия булмаһа ла, донъяға ризаһыҙлыҡ арта. Үҙеңә талаптар ҡуйырға, көс табып, хәрәкәтләнергә генә кәрәк. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем.

Шулай итеп, әҙәм балаһының йәшәүе генә түгел, ә тәбиғи ҡануниәттәргә ҡаршы бармайынса, уның ҡағиҙәләрен боҙмайынса дөрөҫ йәшәүе шарт шул. Беҙҙең диалог героиняһы кеүек, йәшәйештең аҡ һәм ҡара, изгелек һәм яуызлыҡ яҡтарын айыра белеп, үҙ булмышыңдан яҡтылыҡ һәм мәрхәмәтлек өләшеп, һайлаған юлыңдан тайпылмай бара белеү ҙә зарур әҙәмдәргә…

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.20 | Ҡаралған: 467

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru