«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИБАЙҘАРҒА - МӘҘХИӘ!
+  - 

Бөгөн туҡланыу, аҙыҡ-түлек, ашаған ризыҡтың сифаты һәм етештереү ерлегенә бәйле мәсьәләләр бик ҡырҡыу тора. Халыҡ аҙыҡтың да рухи ҡиммәттәр кеүек үк кешене төрлө яҡтан үҫтерә (физик яҡтан ғына түгел), үҙгәртә, тәрбиәләй ала торған мөһим йәшәү сығанағы икәнен аңланы. Ситтән алып киленгән аҙыҡ-түлектең беҙҙе үҙаңыбыҙҙан ситләштереүен, беҙҙәге генетик хәтерҙе юйыу мөмкинлеген бөгөн ғалимдар ҙа иҫбатланы инде. Үҙ ерлегебеҙҙә етештерелгән милли ризығыбыҙҙы алға ҡуйыу, уны пропагандалау һәм шифалы-туҡлыҡлы булыуын күрһәтеү - беҙҙең бурыс.
Бына ошондай әһәмиәтле бурысты атҡарҙы ошо көндәрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе. Улар "Милли аҙыҡ тәнгә шифа, йыр-моңдары йәнгә шифа" тип исемләнгән ҡабатланмаҫ тамаша алып килеп күрһәтте баш ҡала халҡына.
Республикабыҙ менән Фольклориадаға әҙерләнгән ваҡытта, был программа бик тә урынлы һәм актуаль булды. Ошо урында тағы ла "Ни сыҡһа, шул сибайҙарҙан сыға!" тигән һоҡланыу һәм көнләшеү ауазы ауыҙҙан ысҡына шул. Сибайҙар бит улар - башҡорттоң миллилеген, колоритлы ауыҙ-тел ижадын, тәрән тамырлы фольклор өлгөләрен тереләй һаҡлаған һәм йәшәткән халыҡ. Был тәңгәлдә улар менән ярышып та, уларҙы билдәләмәй ҙә булмай.
Тамашаның башланып китеүе үк үҙ эсенә тартып ала торған мауыҡтырғыс ҡыҙыҡлы булды. Был тәңгәлдә режиссер Миңзилә Ҡотошованың бай фантазияһы үҙ ролен үтәне. Спектакль киңлегендә ине сәхнә тулылығы.
...Ирәндек аҫтында урынлашҡан ябай башҡорт ауылы Фольклориадаға әҙерләнә. Оло ҡунаҡтар көтөлә. Был эште етәкләү Старостаға, Женсоветҡа һәм Завклубҡа тапшырыла. Ауылды тиҙ арала "Айыҡ ауыл"ға әйләндереү, төҙөкләндереү һәм шул сферала хеҙмәт итеүселәр әйтмешләй: "үләнде йәшелгә, һыуҙы зәңгәргә, болоттарҙы аҡҡа буяп ҡуйыу"ға тиклем барып етеү - бөгөнгө көн ҡылыҡһырламаһы түгелме ни? Үҙебеҙҙең тикшереүҙәргә, конкурстарға әҙерләнеүҙән аҙыраҡ көлөп-семетеп алыу тамашаны юморға байыта ғына.
Ауыл халҡының ресторандар ризығы әҙерләп һыйларға аҡсаһы юҡ, улар үҙ ҡулдары менән бешерә һәм әҙерләй белгәндәрен етештерә башлай. Һәр кем етештергән ризығын ауыл уртаһына һуҙылған өҫтәлгә алып килә. Иң беренсе, әлбиттә, икмәк килә. Имәктең дә бер төрлөһө генә түгел. Әсе икмәк, сөсө икмәк, ҡулғы икмәк, майғы икмәк, өшә, бауырһаҡ, йыуаса, ҡабартма, күмәс, көлсә һәм башҡалар. Һәм ошо он ризыҡтарының һәр береһенә тигәндәй йыр-таҡмаҡ бар. Уларҙы башҡарғансы икенсе төр аҙыҡтар әҙер була. Аш, һалма, бишбармаҡ, тултырма, ҡаҙы, ҡарта, ыумас...
"О! Тултырма! Ту-ту-ту-ту-тултырма!" - тип бөгөлә-һығыла джаз йырлай әле берекмә йырсылары. Йә булмаһа:
"Башҡа сәбәп табалмағас
Бишбармаҡҡа саҡырған", - тип тә таҡмаҡлай.
Ә инде эсемлектәргә килгәндә, ҡымыҙҙың бер үҙенә генә әллә нисә төрлө йыр һәм бейеү арналды. Был легендар эсемлек милләтебеҙҙең ҡул осондағы иң тәүге ризыҡтарының береһе булараҡ, уның йыр-моңонда ла, ауыҙ-тел ижадында ла, ҡарһүҙендә лә сағылыш таба. Ә инде сәй тураһындағы мәғлүмәт бер энциклопедия һымаҡ ине. Башҡорттоң үлән сәйен маҡтаны ғына түгел, һинд, цейлон, ҡытай сәйҙәренән айырмалы итеп күккә сөйҙө. Ысыны шулай ҙа һуң, бөгөн беҙ һатып алған сәйҙәр ситтә үҫкән үләндәр улар, әллә күпме буяу, химикат, тәмләткестәр менән һуғарылған. Беҙ шуларҙы эсеп, сәй наркомандарына әйләнеп бөткәнбеҙ. Үҙебеҙҙең үлән сәйҙәре иһә беҙҙең организмға ла, мейе системаһына ла шифа ғына биреүсе витаминдар йыйылмаһы. Бына ошоларҙың барыһын да уйын-көлкө аша еткерҙе беҙгә Сибай концерт-театры берекмәһе артистары.
Һуңғы ваҡыт беҙ концерттарҙы, спектаклдәрҙе күңел асыу сараһы итеп кенә ҡабул итә башланыҡ. Ә уларҙағы мәғәнәне, тәрбиәүи төшөнсәләрҙе, фәһем алыу сараларын оноттоҡ. Беҙ ҙә оноттоҡ, мәҙәниәт усаҡтары ла онотторҙо. Тап ошо тәңгәлдә сибайҙарҙың әлеге тамашаһын аш-һыу өлкәһендәге милли тәрбиә әсбабы итеп күрһәтергә була. Һис арттырыу түгел, программа был дәрәжәгә хаҡлы. Сөнки коллектив шундай ҙур миссия үтәй: милләттең сәләмәтлеген, киләсәген, туҡланыу сифатын ҡайғырта. Зәңгәр экрандар көнө-төнө сит ил, сит ерҙәр продукцияһын рекламалаған, супермаркеттар беҙҙе шул билдәһеҙ ризыҡтар менән өйөп ташлаған заманда, артистарыбыҙ милли ризыҡтың өҫтөнлөгөн иҫбатлай һәм үҙебеҙ етештергән, ата-бабаларыбыҙ борон-борондан туҡланып йәшәгән тәғәм менән туйынып йәшәргә өндәй. Һәм, ысынлап та, беҙ бөгөн шул асылға ҡайта барабыҙ һымаҡ. Бөгөн һәр ерҙә ҡымыҙ-буҙа һатып алып була, ҡалала ла ауылда етештерелгән һөт аҙыҡтары бар, интернет селтәрҙәрендә башҡорт кәсепселәре үҙ продукттарын тәҡдим итә ала. Ә сибайҙарға, һәр ваҡыттағыса, мәҙхиә!

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.20 | Ҡаралған: 481

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru