«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УЛ ЙӘНДЕ ЙЫЛЫТА
+  - 

Башҡорт телендә матур һүҙҙәр бик күп. Улар араһында башҡа телдәрҙә туранан-тура мәғәнәһе булмағандары ла бар. Мәҫәлән, моң... Уны урыҫсаға "мелодия" тип тәржемә итәбеҙ. Әммә ул барыбер һүҙҙең тулы мәғәнәһен бирә алмай. Уның тик башҡорт телендә генә осрауында ниндәйҙер бер сер йәшеренгән, моғайын.

"Иң матур башҡорт һүҙе" акцияһына "Рәхмәт"те тәҡдим итер инем. Был, әлбиттә, онотолоп, ҡулланылыштан төшөп барған һүҙ түгел. Киреһенсә, уның башҡорт телендәге яңғырашын республикала йәшәгән бөтә милләт тә белә. Өҫтәүенә, бик күп төрки халыҡтарҙа бер төрлө яңғырай: рахмат, рахмет...
Студент йылдарында булған бер ваҡиға бер ҙә иҫтән сыҡмай. Поезд вагонында бик эҫе ине. Купеға инеү менән шешәнән стаканға һыу ҡойҙом да эсә лә башланым. Шул ваҡыт оло йәштәге бер инәй ипләп кенә ҡулыма ҡағылды ла: - Һеңлем, бисмиллаңды әйттеңме? - тип һораны.
Минең яуап биргәнемде лә көтмәй:
- Ул һүҙҙе әйтергә оялаһың икән, эстән генә доға уҡы. Доға уҡый белмәһәң, рәхмәт әйтеп эс, - тине. Мин таныш түгел ҡатынға нимә әйтергә белмәй, аңшайып торған арала ул был һүҙҙең ҙур тәьҫир итеү көсө барлығын аңлатып бирҙе. Олоғая килә "рәхмәт" һүҙенең хатта кеше тормошон үҙгәртә алыу көсө барлығын тойғаным бар. Рәхмәтле кешеләрҙең еңелерәк йәшәгәнен беләм. Психологтар әйтеүенсә, рәхмәт әйтә белгәндәр яҡшылыҡты күп күрә, юҡҡа-барға борсолмай, булғанына шөкөр итә, тормошонан ҡәнәғәт. Врачтар ҙа был һүҙҙе күп әйткән йәки ишеткән кеше ауырыуға тиҙ бирешмәй, сирләһә лә, тиҙ шәбәйә, тыныс йоҡлай, тип билдәләй. Кемгә булһа ла ошо хисте кисергән кеше үҙен физик яҡтан да, рухи яҡтан да яҡшы тоя. Был - фән менән раҫланған факт. Берәү һиңә ихлас күңелдән рәхмәтле булыуын белдерһә, был ҡоро һүҙ генә түгел, ә уның күңел түренән сыҡҡанын аңлайһың. Рәхмәт әйтеү йәки уны башҡаларҙан ишетеү йәшәүгә көс бирә.
Иғтибар итһәгеҙ, башҡа һүҙҙәрҙе нәфрәтләнеп тә, ҡайғырып та, илап та әйтергә мөмкин. Ә рәхмәтте асыуланып әйтеп ҡарағыҙ әле, йәки үпкәләп... Килеп сыҡмаймы? Эйе, был һүҙҙе асыуланып, ҡайғырып, хәсрәтләнеп әйтеп булмай. Уны тик йылмайып, һөйөнөп, шатланып ҡына әйтәһең. Йөрәк түренән сыҡҡанға шулай ул. Ошо матур һүҙебеҙҙе йышыраҡ әйтергә һәм ишетергә яҙһын барыбыҙға ла.

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.20 | Ҡаралған: 1016

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru