«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОШТАРҒА ЯРҘАМ ИТ!
+  - 

Ноябрҙә Рәсәйҙең Ҡоштарҙы һаҡлау союзы тәҡдиме менән илебеҙҙә Ҡарабаш турғай көнө билдәләнде. Тап ошо көндә боронғо славяндар йорт-ҡура тирәһенә ҡарабаш, ҡыҙылтүш, шыршы һәм ҡарағай, үрмәлсек, көйәҙ, суҡ турғайҙар осоп килеүен билдәләп, уларҙы ем менән һыйларға кәрәк, тип һанағандар.

Киң таралған, төрлө урмандарҙа йәшәгән ҡарабаш турғайҙарҙы "Урман санитарҙары" тип йөрөтәләр. Улар урмандарҙы ҡоротҡос бөжәктәрҙән таҙартып, тәбиғәткә ҙур файҙа килтерә. Әгәр ҙә өй эргәһендә кешеләр эшләгән ояларға урынлашһалар, турғайҙарҙың бер пары ғына ҡырҡ төп емеш ағасын зарарлы бөжәктәрҙән таҙарта.
Һалҡын ҡыш көндәрендә ҡоштар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға ла тағараҡтар элеп, уларға өҫтәмә туҡланыу урындары булдырыу кәрәк. Әммә аҙыҡты дөрөҫ һайлау мөһим. Ҡыҙҙырылған көнбағыш, майҙа бешкән һәр төрлө ҡамыр аҙыҡтары, тоҙло сәтләүектәр һәм сало, чипсы, тары ярмаһы (ул асыҡ һауала тиҙ окисләнә), печенье, ҡара икмәк, шулай уҡ яңы бешерелгән аҡ икмәк тә ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн зыянлы. Көнбағыштың ҡыҙҙырылмағаны һәм тоҙһоҙо, ваҡланған ашҡабаҡ орлоҡтары, бойҙай, тоҙһоҙ бешерелгән ҡарабойҙай, бешкән йомортҡа валсыҡтары һәм уның ҡабығы, хайуан майҙары, алма киҫәктәре улар өсөн бик файҙалы буласаҡ. Шуны иҫегеҙҙә тотоу мөһим: бер башлағанһығыҙ икән, ҡанатлы дуҫтарығыҙҙы көн дә ашатыу кәрәк. Улар ҙа рәхәткә тиҙ өйрәнеүсән, шуға тағараҡҡа аҙыҡты артыҡ күп һалыу дөрөҫ булмаясаҡ - ҡоштар үҙҙәре лә ашарҙарына табырға тейеш.
Халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, ҡоштар күпләп йорт тирәләй йыйылһа, был тиҙҙән әсе һыуыҡтар башланыуға ишара. Ҡарабаш турғайҙар иһә һыҙғырһа - көн аяҙ, сипылдаһа - төндә әсе һыуыҡ, тағараҡ янында күпләп йыйылһалар - бурандар һәм ҡар яуыуы көтөлә.
Әйткәндәй, Ҡарабаш турғай, турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡышлаусы ҡош. Бөтә турғайҙар араһында иң сос, иң етеҙе ҡарабаш турғай һанала. Башында ҡара кәпәс, түше һәм кәүҙәһенең аҫты һары, түшенән ҡорһағы аша ҡойроҡ аҫтына үткән һыҙыҡ - ҡара. Аҡ сикәле, ҡанаттары һәм ҡойроғо һорғолт күк, арҡаһы йәшкелт - һоро төҫтә. Тырнаҡтары кәкре, суҡышы осло, күҙе үткер. Осло суҡышы менән ағас ярыҡтарынан бөжәктәрҙе суҡып тартып сығара. Күбеһенсә ағас ҡыуыштарында оялай. Инә ҡош ҡыҙыл төрткөлө 9-13 бөртөк аҡ йомортҡа һала һәм баҫып сығара. Ә ата ҡош был ваҡытта аҙыҡ ташый. Яңғырауыҡлы тауыштары менән күңелле һыҙғырып һайрайҙар: "си-пи-си-пи-си-пи-ин-сә-ин-сә".

Илүзә ҒӘБИҘУЛЛИНА,
"Шүлгәнташ" дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.20 | Ҡаралған: 748

Киске Өфө
 
Аҡыл - ул тар булғанды киңәйтеү, киң булғанды бәләкәйләтеү, бер-береһенә оҡшағанды күбәйтеү һәм ҡәҙимге генә нәмәләргә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

(Квинтилиан).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru