Эйе, йылдан ашыу Риана бер ҡайҙа ла эшләмәй. Медты тамамлаһа ла, был һөнәргә күңеле ятманы уның. Нишләп әсәһе ҡыҙын көсләп унда уҡытты икән? Үҙе теләгән ергә уҡырға барһа, бөгөн шунда тыныс ҡына эшләп йөрөр ине. Географияны шәп белгән Риана ҡайҙа ғына ярыштарға йөрөмәне. Еңеүҙәр яулап, ҡанатланып ҡайта торғайны. Юҡ, әсәһе мединститутҡа барыуын талап итте. Хәҙер күңеле тынғы тапмай. Бына шуны шарап менән баҫтыра ла инде. Ҡатнашҡан кешеләре лә тик байрам яратыусылар булып китте. Риананың әсәһе был көндө күрһә, нимә генә эшләр ине икән, меҫкенкәй?.. Сара балконға сығып баҫты. Өс әшнә ҡул болғай-болғай, йәнле гәпләшеп, һаһылдашып, ресторан яғына юл алды.Бына ҡапыл Риана артына боролдо һәм ул торған тәҙрәгә ҡарап, ҡул болғаны.
-Дуҫҡай, бикләнеп ултырма. Күҙҙәрең төпкә батҡан, саф һауала йөрөп әйлән. Эш ҡасмаҫ.
Сара, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарып, баш ҡаҡҡан булды. Һәйбәт тәҡдим. Йөрөп килергә кәрәк. Былай ҙа баш әйләнеңкерәп тора. Хәрәкәттә - бәрәкәт. Әле генә әсәһе уны ҡалай маҡтап сығып китте. Тимәк, Сара ваҡытын әрәм итергә тейеш түгел. Зарядкаға баҫ!
Ихатаға сыҡҡас, ҡайһы яҡҡа юл алырға белмәй, бер урында тапанып торҙо. Уң яҡта балаларҙың шат тауышы ҡолаҡҡа сағылды. Паркта йәнлелек. Сара шул яҡҡа атланы. Эстә халыҡ бик күп түгел. Ыбыр-сыбыр балалар үҙ уйындары менән мәшғүл. Тыныс, һауа саф. Йәшеллек. Парктың арғы осонда бала табыу йортоноң ҡыйығы күренә. Улы Ирек шул йортта тәү ауазын һалды. Ҡатын бала табыу йортона моңһоу ғына ҡараш һалды. Иреккә дүрт йәш тулғанда әсәлә сир таптылар. Ауыр операция үткәрҙе ул. Аналыҡты алдылар. Ә һауығыр өсөн күп аҡса сарыф ителде. Иренең Себер яғына эшкә сығып китеүе лә шул афәт менән бәйле. Сара әле лә бала табыу йортонан йәш әсәләрҙең бәхетле йылмайып сыҡҡан мәлдәрен күҙәтергә ярата. Ҡатын эскәмйәгә барып ултырҙы һәм ҡапҡанан кемдәр балҡып килеп сығыр икән, тип, көтә башланы. Эргәһенә егерме биш йәштәрҙәге бер ҡыҙ килеп ултырҙы.
- Һеҙ кемделер көтәһегеҙ, ахрыһы?- тип һораны ул яғымлы тауыш менән.
Тәрән уйға батып, ят кешенең үҙенә өндәшерен көтмәгән Сара тертләне.
- Миңә әйтәһегеҙме? Юҡ, көтмәйем. Ир эштә, улым ҙур, институтта уҡый.
- Ә һеҙ бик йәш күренәһегеҙ! Мин беҙ тиңдәштәрҙер тип уйлағайным.
Был һүҙҙәрҙән күңеле иреп китте. Сара йылмайғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
- Шаяртмағыҙ, һылыу!
- Ысын әйтәм. Тимәк, һеҙ ғаиләле ҡатын.
Сара баш ҡаҡты.
- Ғаиләле.
- Тик, нишләптер, уйсанһығыҙ.
- Ирем Себерҙә йөрөй. Улым Силәбелә уҡый, - тип ҡабатланы ҡатын, нишләптер эс серен бушатҡыһы, үҙен йәлләткеһе килде. - Яңғыҙлыҡ. Мин эшһеҙ тороп ҡалдым. Ҡыҫҡарттылар.
- Хәҙер өйҙә генә ултыраһығыҙмы?
Сара баш ҡаҡты:
- Икенсе аҙна китте.
- Ә-ә-ә-ә, - тип һуҙҙы ҡыҙ. - Ҡайғырмағыҙ, бөтәһе лә рәтләнер.
Был һүҙҙәр эскә йылы бирҙе.
- Әлбиттә. Тик яҡындарыма белгертмәҫкә тырышам. Ғәрләндерә, - тине Сара.
Ҡыҙ бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы ла, мышҡып илап ебәрҙе.
- Нимә булды? - Был көтөлмәгән хәлдән Сара аптырап ҡалды.
- Һеҙ бәхетле. Яратҡан кешеләрегеҙ бар. Мин уңманым.
- Һин бит әле йәш, нишләп ундай юҡ хәбәр һөйләйһең?
- Кейәүҙә мин. Тик ул мине гел йәберләй.
- Тыныслан, һылыу... кем исемең?
- Луиза.
- Луиза, ҡәҙерлем, үҙеңде ҡулға алырға тырыш. Ашыҡма, бөтәһе лә рәтләнер. Ауыр саҡтар була ла үтеп китә. Ирең йәберләүҙән туҡтамаһа, берәй нәмә уйларға кәрәк , - тине Сара ҡыҙҙы йыуатып.
Луиза шундуҡ тынысланды.
- Бына һеҙгә асылғас, миңә лә рәхәт булып китте, - тине. - Һеҙ паркҡа тағы ла килерһегеҙме?
- Мин ни бында эргәлә генә йәшәйем. Көн һайын сығып йөрөйөм, хәҙер бигерәк тә, эш булмағас, - ул көрһөндө. - Һине йортоңа тиклем оҙатып ҡуяйыммы әллә?
- Юҡ-юҡ, тағы ла күрешербеҙ, - ҡыҙыҡай терелде, тауышы дәртле яңғыраны, ул урынынан торҙо ла, шәп-шәп атлап китеп барҙы.
"Ана бит, хәсрәтен һөйләгәс, уға ла еңел булып ҡалды, - тип уйланы Сара. - Эсте бушатырға кәрәк шул. Оҙаҡ йәшәйҙәрме икән ире менән? Балаһы юҡтыр. Ауырлы түгел, шәйт. Ярар, һорашырмын, - үҙен бик кәрәкле кеше итеп тойған Сара хәҙер ашыҡмай ғына ҡайтыу яғына атланы. - Бына мин дә әҙерәк һауа һуланым, хатта рәхәт булып китте!"
Иртәгәһен паркҡа барып инеүе булды, уны ғына көткән, тиерһең, ҡаршыһында Луиза пәйҙә булды.
- Бер үк урында осраштыҡ, Сара! - тине ул сағыу тауыш менән.
- Бөгөн кәйефең яҡшы күренә, ҡәҙерле Луиза, - Сара шулай тине лә, аптырап, ҡыҙҙың ҡорһағына текләне. Ауырлы? Кисә генә ҡорһағы барлығы беленмәй ине лә баһа. Әллә Сара үҙе яңылыша башланымы?
- Ул кисә-бөгөн ҡоторманы, - тине Луиза.
- Кем?
- Ирем. Шуға кәйеф яҡшы.
-Ә-ә-ә-ә-ә... - тине Сара. Луиза ирен холоҡһоҙ тигәйне, нисек шуны оноторға була? Юҡ, онотманы. Ә бына ҡорһаҡ. Кисә бер нәмә лә беленмәгән һымаҡ ине...
- Һеҙ иғтибар иттегеҙме? - Луиза көлөп ебәрҙе лә ҡорһағын һыпырҙы. - Етешеп киләм. Бына шуға ла ошо бала табыу йортона йыш күҙ һалам.
- Ә-ә-ә-ә-ә, - тип һуҙҙы йәнә Сара.
- Был бала табыу йортон маҡтайҙар.
- Эйе, мин дә улымды шунда таптым.
Луиза йәнләнеп китте:
- Тик унда ла күп нәмә үҙгәргәндер инде. Аҡса түләһәң, айырым бүлмә бирәләр икән, тип ишеттем.
- Төрлөһө бар.
- Улай булғас, һөйләгеҙ әле, ниндәйерәк ул, бүтән бала табыу йорттарынан нимәһе менән айырыла? Әхирәттәрегеҙ ҙә шунда таптымы бәпәйҙәрен? Палатаға инеп, хәл белергә буламы? - тип төпсөнә башланы буласаҡ әсә.
Сара, әлбиттә, уның һәр һорауына ентекләп яуап бирҙе.
- Рәхмәт һеҙгә булғанығыҙ өсөн. - Луиза ҡапыл ултырған еренән һикереп торҙо ла икенсе яҡҡа атланы.
- Туҡта, ҡайҙа улай ашығаһың?
- Ирем юғалтҡандыр. Иртәгә күрешербеҙ, Сара!
Сәйер был Луиза. Хәйер, ауырлы ҡатындың кәйефе төрлөсә булып китеүе ихтимал. Сабыйы тыуһа, юҡ-барға көйөнөргә ваҡыты ҡалмаҫ. Ә бына Сараның үҙенә яратҡан эшенә кире ҡайтыуы икеле. Баш мөхәррир эштән китмәйенсә, ул редакцияһына кире бара алмай. Ниндәй үкенес!
Луизаға ярҙам итеү теләге менән янған Сара ҡайтып инеү менән бала табыу йорттарының сайттарын ҡараштыра башланы. Ғәҙәттә, Сара төрлө төркөмдәрҙә теге йәки был мәсьәлә буйынса бәхәстәрҙә ҡатнаша һәм ваҡыт тигәнең һиҙҙермәй үтә лә китә ине. Бөгөн былар бөтәһе лә артҡы планға күсте. Бала һәм йәш әсә хәстәре алға сыҡты. Тап шулай донъяһын онотоп, сайттар эсендә ултырғанда, улының телефоны шылтыраны. Иреге ҡайтып килә! Сара үҙе лә һиҙмәҫтән, йылмайып ебәрҙе.
- Уҡыуыңды ҡалдырманыңмы, балам? - Улы менән күрешкәс, Сараның тәүге биргән һорауы шул булды.
- Бер көн ҡала.
- Ял көнө ҡайтыр инең, балаҡайым.
- Әсәй, ял мәлендә юлда шул тиклем машиналар күп. Унан, был емерек автоны тиҙерәк алып ҡайтып ҡуйыу һәйбәтерәк бит.
- Эшкә ашырлыҡмы?
- Йөрөй! Капоты, уң яҡтан ҡанаты емерек.
Сара өндәшмәй генә баш сайҡаны. "Бына аҡса туҙҙырыусы малай..."
- Һөйлә, нисек булды, - тине инде ҡатыраҡ тауыш менән.
- Миңә килеп төкөгән йөрөтмән төп юлда ине шул... Ә мин икенсел юлда булып сыҡтым. Бер ниндәй ҙә тамға ҡуйылмаған ине. Ике әзмәүер ир килеп сыҡтылар, мине бөрөп тотоп алдылар. Туп-тура һиңә шылтыраттым.
- Ярай, балам. Дәрес ҡалдырмайһың, иртәгә юлға сығаһың, аңланыңмы?
- Әсәй, мин тиҙ генә дуҫтар янына барып киләйем әле. Иртәгә китергә булғас, күрешеп ҡалайым,- Ирек кейенә башланы.
Сара тағы яңғыҙы ғына ҡалды. Шулай инде, ир еткән балаһы уның менән нимә һөйләшеп ултырһын? Кәйефе төшкән Сара ноутбукты төшөрөп ебәрҙе. Уныһы һүнде һәм кире тоҡанманы. Түрҙә телевизор боҙоҡ ултыра. Уныһының кәрәге бер тин. Сара телевизор ҡарарға яратмай. Ноутбукһыҙ - ул тере ҡулһыҙ. Әй, әттәгенәһе, тотош донъя менән тоташтырған берҙән-бер ҡорамал ине, эштән сыҡты ла ҡуйҙы. Ремонтҡа бирер нәмәләр күбәйә генә.
Тынлыҡ эсендә сәй эсергә ултырҙы. Ғәжәп икән был тынлыҡ. Өфөлә - баш ҡалала, донъяла нимә барлығын белмәй ултырыу хәтәр ҡыҙыҡ. Телевизор юҡ, ноутбук юҡ. Берәйһе хат-хәбәр яҙмаймы, фото ебәрмәгәнме тип, монитор алдына йүгереп барып ултырыу ҙа юҡ. Интернетҡа түләргә ваҡыт еткәйне. Түләмәй торор. Хәҙер нимә эшләргә ҡала? Бәй, ул бит Луизаны күрергә тейеш!
Кроссовкаһын кейҙе лә, паркҡа юл алды. Шулай ашыға-ашыға китеп барғанында саҡ бер кешегә килеп бәрелмәне.
- Сара, был һеҙ түгелме?
Сара күтәрелеп ҡараны һәм алдында абруйлы бер баҫманың баш мөхәррире баҫып торғанын күрҙе.
- Уй, ғәфү итегеҙ, Ғирфан Рәсүлевич. Тәрән уйға батҡанмын...
- Һаман эш, задание тип сабаһыңмы? - Ғирфан Рәсүлевич ашыҡмай ғына, үҙ яйы менән көлдө.- Ут бөрсәһе һин.
- Редакция эше түгел, - Сара нисегерәк әйтергә белмәй, тамағын ҡырып алды. - Мине эштән ебәрҙеләр бит. Ҡыҫҡартыу булды.
- Стоп! Нисек улай! Һинең кеүек уҫал мәҡәләләр яҙған бүтән берәүҙе лә белмәйем мин унда.
- Шулайыраҡ инде. Тешләшкәнде кем яратһын...
- Туҡтағыҙ, улайһа, Сара, - Ғирфан Рәсүлевич саҡ ҡына уйланғандай итте. - Миндә берәр айҙан вакансия булыр. Самалап килеп сығырһығыҙ, яраймы?
- Ярай, - Сараның ауыҙы йырылды. Артабанғы юлын ул ошо кәйефтә дауам итте. Эскәмйәлә ултырған Луизаны күреү менән уға табан ашыҡты. Ҡыҙҙың бер күҙе күгәргән һымаҡ .
- Нимә булды?
- Игорь һуҡты.
- Нишләп полицияға хәбәр итмәйһең? Балаңды уйлар инең!
- Баланы уйлайым шул. Башта табырға кәрәк, унан күҙ күрер... Булған аҡсаны тартып алды ҡәбәхәт. Бер тин дә ҡалманы.
- Күпме кәрәк? Биреп торам, - Сара йәш ҡатындың ҡорһағына күрһәтте. - Унан бит көнөң килеп еткән. Миндә йәшәп тораһыңмы әллә?
- Юҡ, рәхмәт! Бурысҡа биреп торһағыҙ, яҡшы булыр ине, - Луиза тиҙ генә һикереп торҙо. - Бар бит донъяла яҡшы кешеләр! Банкомат та эргәлә генә!
Сараның кәйефе яҡшырғайны инде, Ғирфан Рәсүлевичтың бер һүҙенән донъя яҡтырып киткәндәй булды. Кәйеф яҡшы икән, кеше лә йомартлана. Банкоматтан Луизаға аҡса сығарып биргәс, Сара үҙен ҙур эш эшләгәндәй тойҙо. Кемгәлер ярҙам итеү ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә, эсте көйҙөргән хәсрәт кәмегәндәй. Шундай йылы һүҙгә мохтаждар әҙме ни? Ана бит, был йәш ҡатын иренән бөтөнләй уңмаған. Ә уның Рауилы, Аллаға шөкөр, етерлек мал таба. Барыбер Сара яратҡан эшенә кире ҡайтасаҡ, ә әлеге мәлдә уның ярҙамына мохтаж тағы ла бер әҙәм заты - сабыйын имен-һау тыуҙырыу теләге менән янған йәш әсә бар. Уның яҙмышы тураһында мәҡәлә яҙасаҡ әле Сара.
Луиза бер нисә көн күренмәне. Сара уға үтескә биргән аҡсаһы өсөн әллә ни борсолманы. Ун мең тәңкә ҙур сумма түгел. Ә бына буласаҡ әсәнең һаулығы нығыраҡ хафаландырҙы.
Ноутбук эштән сыҡҡас, Сара китап донъяһына инеп сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ана бит, күпме китап йыйылған, уҡырға ваҡыт юҡлығына һылтана торғайны, бына Хоҙай ваҡыт бирҙе. Уҡы, сум белем шишмәһенә! Эйе, компьютерҙа юҡ-бар уйын менән мауыҡҡансы, ҡағыҙ китап уҡырға кәрәк уға. Ҡатындың икенсе һулышы асылғандай булды, ул үҙендә сәм, көс уянғанын тойҙо. Әле Сара хикмәт эйәһе Фалес Милетскийҙың тормошон өйрәнә. Ҙур аҡылды сабый аҡылы менән йәнәш ҡуйырға кәрәк икән дә баһа! Йондоҙҙар күҙәтергә теләгән Фалесты хеҙмәтсе ҡарсыҡ тышҡа алып сыға. Ә ул яңылыш баҫып, бер соҡорға төшөп китә лә, илаулай башлай. Ҡарсыҡ уға: "Эй, Фалес! Аяҡ аҫтыңдағын күрә алмаған көйөңсә күктә нимә барлығын өйрәнмәксеһеңме?" - тип һуҡрана. Ә бит Фалес беренселәрҙән булып ҡояш тотолоуының сәбәбен аңлай, уны Ай ҡаплауын асыҡлай, шулай уҡ был философ диаметр түңәрәкте ҡап урталай бүлгәнен, бөтөн тигеҙ яҡлы өсмөйөштәрҙең нигеҙ мөйөштәре тигеҙ икәнен раҫлай.
"Кем бәхетле? Тәне сәләмәт, үҙе тыныс була алған һәм һәләттәрен үҫтерә алған кеше", тип әйтә ул. Афарин хикмәт эйәһе Фалес!
Шул саҡ телефон зыңланы. Һөнәрҙәштәренең береһе Роза шылтырата. "Һин киткәс, күңелһеҙ әле беҙҙә. Баш мөхәррир менән бәхәсләшкән кеше лә ҡалманы", имеш. "Сара, һинең эштән китеүенә бөтәһе лә риза түгелдәр". Риза булмағас, нишләп яҡлап бер һүҙ әйтмәнегеҙ? Һеҙгә мин әҙ ярҙам итмәнем. Берәй нимә кәрәкһә, документ эшләргә, йә төҙәтергә булһа, гел Сараға йүгерҙегеҙ. Ошо Розаға фатир юллағанда күпме документтар эшләште. Юғиһә, саҡ аферистар ҡулына барып эләкмәне, бөтөн аҡсаһынан яҙа ине. Һөйләшеп ҡуйғандар, тиерһең, бер аҙҙан тағы бер һөнәрҙәше шылтыратты. Эх, ике йөҙлө хеҙмәттәштәр! Һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә - эш урынында. Һеҙ бер нәмә лә юғалтманығыҙ. Нимәгә шылтыратып үкенес белдергән булаһығыҙ?
Ошолай тип уйлаһа ла, эстән һуҡранһа ла, ауыҙынан зарын сығарманы. Күңел төшөнкөлөгөн белгерткеһе килмәне. Һәр береһенә шат тауыш менән яуап ҡайтарҙы. Сенсация булырлыҡ бик шәп мәҡәлә яҙып ятҡанын һөйләне. Был хәбәрҙе мотлаҡ баш мөхәрриргә еткерәсәктәр.
- Үҙеңдең блогыңды ас, - тип кәңәш бирҙе бер кабинетта ултырып эшләгән һөнәрҙәше Рәүзәт. - Бик популяр блоггер буласаҡһың.
- Әлбиттә, булам! - тине көр тауыш менән Сара. - Әле дизайнды уйлайбыҙ. Улым бөтәһен дә үҙем эшләп бирәм тине әле. Тегендә, уҡыған ерендә, Иректән төрлө программалар эшләтеп алалар.
Сара үҙенең оҫта ҡул журналист икәнен белгәнгә күрә, бөтөн нәмәһе лә килеп сыға, тип ышанып йәшәне. Ә бына ҡалайыраҡ булып икенсе яҡҡа әйләнеп китте яҙмышы. Шәп журналистар ҙа бик кәрәкмәй шул. "Ошо һөйләмде нисек яҙырға, ошо тексты нисек тамамларға?" - тип һорашыуҙан бушамаған Роза хәҙер бүлек мөдире булып ултыра!
Кис ишек ҡыңғырауы зыңланы. Ишек төбөндә бала ҡосаҡлап Луиза баҫып тора ине. Сара ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, йәш әсә атылып килеп инде.
- Зинһар, миңә мәрхәмәтле бул! Мөмкиндер бит, Сара?
- Әлбиттә, әлбиттә, - тине Сара ишекте бикләгән ыңғайға. - Ҡотлайым! Иң элек ҡотлайым үҙеңде! Кемең бар?
- Ҡыҙыҡай...
- Үт, үт! Нимә булды, Луиза? Төҫөң ҡасҡан бит, - Сара юрғанға төрөлгән сабыйҙы күтәреп алды:
- Ирем мине эҙәрлекләй! Баланы тартып алмаҡсы.
- Тартып алмаҡсы? Уныһы нисек була? Аңламаным.
- Элекке ҡатынынан балалары булмаған. Мин уға бала табып бирер өсөн генә кәрәк булғанмын!
- Бәлеш! - Сараның ауыҙы ҡыйшайҙы. - Закон бар бит әле! Хәҙер тейешле органдарға хәбәр итәбеҙ!
- Юҡ, уның ағаһы ҙур урында эшләй. Игорҙең ике туған ағаһы Эске эштәр министры урынбаҫары.
Фамилияны ишеткәс, Сара аптыраны, шулай ҙа йәһәтләп үҙен ҡулға алды.
- Булмағайы. Беҙ ҡырағай йәмғиәттә йәшәмәйбеҙ.
- Мин Оксананы һеҙҙә ҡалдырып торам.
-Аңламайым. Луиза, һин үҙ аҡылыңдамы?
- Әйттем бит, ирем эҙәрлекләй! Барыбер минең баланы имеҙергә һөтөм юҡ.
Бер һүҙһеҙ, әсә сабыйы эргәһендә булырға тейеш. Сара Луизаның ҡулынан ныҡ итеп тотоп алды.
- Һөтөң булмаһа, хәҙер үҙем барып киләм. Магазин туп-тулы. Тағы нимә кәрәк, әйт! Ултыр, юҡ, ятып тор!
Сара бәпәйгә нимә кәрәген йәш әсәнән яҡшыраҡ белә, шуға Луизаның һүҙ әйткәнен дә көтмәй, атылып сығып китте. Тейәнеп ҡайтып ингәс, Луиза ихлас ҡыуанды. Көйләй-көйләй, әҙерләп биргән иҙелмәне сабыйының ауыҙына терәне. Булдыҡһыҙ әсә шешәне бөтөнләй дөрөҫ тотмай бит. Аптырап, баш сайҡап, Сара имеҙлекте бәпәйгә ҡаптырҙы. Ул боролоп ҡарағанда Луиза өйҙә юҡ ине инде. Сараның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ләкин бер нисә минуттан телефонға Луизанан хәбәр килеп төшкәс, эстәге бер аҙ шом таралғандай булды: "Сара, һин баланы яҡшы ҡарайһың! Бик ашығыс эшем бар, Оксананы килеп алырмын. Тик минең турала берәүгә лә ләм-мим, үтенәм".
"Берәүгә лә" тигәнде нисек аңларға? Игорь тураһындамы был? Сара Луизаның ире менән таныш түгел. Хәйер, полицияға хәбәр итмә, тигәндер. Ярар, Луизаның үтенесен кире ҡағып булмай. Шулай үҙен тынысландырып, Сара бәпәй ҡарарға кереште. Ҡыҙыҡай илаҡ түгел, шешәгә һалынған һөттө имә лә, иҙерәп йоҡлай. Уның шундай мәле. Бына кис етте, ахыры, Луизаға үҙе шылтыратырға булды. Борсолма, иртәгә килеп етәм, ти ҙә телефонын һүндерә. Бала әсәһенең тағы ниндәй эше булыуы мөмкин? Моғайын, ире аҡылға ултырыр, тип көтәлер. Луиза кире килеү менән Сара ҡаты итеп һөйләшәсәк. Сөнки бала тапҡан әсәнең был ҡылығы аҡылға һыйырлыҡ түгел, иренән ҡасып йөрөүен дә, туғандарына бармауын да аҡлап булмай. Бына бөгөнгө тәрбиә темаһына әҙер мәҡәлә!
Эй, балаҡай, әсәйең ғәмһеҙ булып сыҡты бит, ә! Ҡалдырып китте лә барҙы. Үәт, йәштәр... Игорь законлы ире түгелдер. "Сожитель" тиҙәр ундайҙарҙы. Шуға үҙен бәйһеҙ тота инде... Һис аңламаҫһың заман йәштәрен... Бәпәй шундай матур итеп иренен сәпелдәтә. Күптән сабый тотоп ҡарамаған Сараның йөрәге ирене. Бөтөн күңелһеҙ уйҙарҙан арындыра бәләкәс. Тағы ла төргәкте һаҡ ҡына ҡосаҡланы. Тормош йәме ҡабат ҡайтҡандай булды. Эшһеҙ ултырып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәйне. Кешенең мәшәҡәте булырға тейеш. Эше, мәшәҡәте.
(Дауамы. Башы 47-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА