«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ШЫРШЫ ҠУПШЫ КЕЙЕНӘ...
+  - 

Башҡортостанда коронавирус пандемияһы шарттарында Яңы 2021 йылды байрам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡала-ауылдарҙа боҙ ҡаласыҡтары һанын арттырырға ҡушты. Был боҙ ҡаласыҡтары биләмәһендә халыҡтың күпләп йыйылыуына юл ҡуймаясаҡ. Майҙансыҡтар 10 декабргә үк әҙер булырға тейеш. Бынан тыш, балалар баҡсаларында яңы йыл иртәлектәре үткәрергә рөхсәт ителде, ләкин төркөмдәрҙә һәм ата-әсәләр ҡатнашлығынан тыш. Ресторандарға килгәндә, улар Яңы йылда - тәүлек әйләнәһенә, яңы йыл каникулдары көндәрендә таңғы 6-нан төнгө 2-гә тиклем эшләргә мөмкин.

Өфө Яңы 2021 йылды байрам итеүгә нисек әҙерләнә? Мэрия мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала өс баш ҡала, 16 район шыршыһы һәм күп фатирлы йорттарҙың ихаталарында, сауҙа предприятиелары биләмәләрендә 90-ға яҡын шыршы ҡуйыу күҙаллана. Өфөнөң төп шыршылары Ленин исемендәге майҙанды, Салауат Юлаев майҙанын һәм Совет майҙанын биҙәй.
"Район" шыршылары һәм боҙ ҡаласыҡтарына килгәндә, Яңы йыл ҡупшыҡайҙарының күпселеге Калинин районында ҡуйыла ("Моторҙар эшләүселәр" мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда; Инорс биҫтәһендә; Шакша биҫтәһендә; Кенәз, Базилевка ауылдарында биш төп һәм күп фатирлы йорттар, сауҙа предприятиелары биләмәләрендә - 26 шыршы).
"Шыршы бумы" буйынса икенсе урында - Киров районы (Мөбәрәков урамында бер төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә - 21 шыршы).
Өсөнсө урын Октябрь районында ("Ҡашҡаҙан" паркында, Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм Нуғай ауылында өс төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә - 12 шыршы).
Артабан Дим ("Дим" мәҙәниәт һәм ял паркы янында бер төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә - 11), Орджоникидзе (С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Тимашево, Яңы Черкассы ҡасабаларында өс төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 8), Совет (Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙанда бер төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә - 10) һәм Ленин ("Тулҡын" паркы алдындағы майҙанда, "Йәдкәр" мәҙәниәт һарайы янында ике төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә - 2) райондары килә.
Өфөнөң төп майҙанына Яңы йыл шыршыһы урынлаштырылды ла инде. 90 йәшлек йәшел ҡупшыҡайҙы Башҡортостандың Благовещен районынан килтерҙеләр. Уның бейеклеге - 30 метр. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре шыршыны биҙәй һәм боҙ ҡаласығы төҙөй башланы.
Байрам иллюминацияларын да ҡороу эштәре башланды. Улар Ленин майҙанында, Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайы алдында, Ленин һәм Пушкин урамдары киҫелешендә урынлаштырыласаҡ. Баш ҡалала ҡуйыласаҡ яҡтыртҡыс үремдәре 48 мең лампанан торасаҡ һәм 18 километр оҙонлоҡҡа һуҙыласаҡ. Мэрия төрлө предприятие биналарын һәм сауҙа объекттарын биҙәргә, Яңы йыл кәйефе тыуҙырырға саҡыра.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.20 | Ҡаралған: 918

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru