«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЯҢЫ ЕТӘКСЕ КИЛДЕ
+  - 

16 декабрҙә Өфө ҡала советының сираттан тыш ултырышында депутаттарға ҡала мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы кандидатураһы тәҡдим ителде.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин йыйылыусыларҙы быға тиклем Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән Сергей Греков менән таныштырып: "Сергей Николаевич Ишембайҙа тыуһа ла, бөтә ғүмере Өфө менән бәйле. Уның ете бала атаһы булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Ҡала алдында ҙур бурыстар тора. Улар ағымдағы коммуналь мәсьәләләр, 2024 йылда Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү. Ваҡыт аҙ, ә юбилей пландары бик күп. Шуға ла ҡалала етәксе булырға тейеш. Беҙ ҡаланың яңы етәксеһенә идара итеү командабыҙҙа эшләү һәм бай тормош тәжрибәһе заман һынауҙарын лайыҡлы үтергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ", - тине. Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһына тиклем Сергей Греков республиканың нефть химияһы тармағында эшләгән. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад академияһын тамамлаған. "Газтехресурс" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт ойоштороп, уның етәксеһе булған. Нефть табыу һәм быраулау өлкәһендә ҡорамалдар һәм технологиялар эшләү һәм уларҙы ҡулланылышҡа индереү менән шөғөлләнгән "Пилот" техник системалар фәнни-тикшеренеү институтын ойоштороусыларҙың береһе. Шул уҡ системала эшләүсе "Ойл-Автоматика" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт нигеҙләгән. Был предприятиеларҙың барыһы ла Өфөлә теркәлгән.
Үҙенең сығышында Өфө ҡалаһы хакимиәте вазифаһына ваҡытлыса тәғәйенләнгән Сергей Греков өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне, аныҡлап әйткәндә, ҡала халҡы үҙен уңайлы тойһон өсөн Өфөнө тағы ла матурыраҡ итеү, тине. Шулай уҡ матбуғат саралары журналистары менән осрашҡанда ла ул төп мәлдәргә иғтибар йүнәлтте һәм транспорт менән тәьмин итеү, Дәүләт циркы, Рус драма һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кеүек социаль һәм йәмәғәт әһәмиәтендәге инфраструктура проекттарын һәм башҡа эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙы тәү сиратта билдәләне. Бынан тыш, башҡа проблемалар ҙа етерлек һәм улар ҙа планға ярашлы хәл ителәсәк. Был маҡсаттар - Сергей Николаевичтың мэр вазифаһына кандидатура һайлау буйынса үткәрелгән конкурста еңеү яулаған осраҡта башҡарыласаҡ пландарының бер өлөшө. Ә инде вазифаның "ваҡытлыса башҡарыусы" тигән өлөшө алып ташланғас, ул үҙен ғәҙел һәм һөҙөмтәле етәксе итеп күрһәтергә ниәтләй. Шулай уҡ тотош команда һөҙөмтә өсөн эшләүгә йүнәлеш аласаҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.20 | Ҡаралған: 875

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru