«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЛЫҢДЫ ҠАРАСӘЛЕ, ЮЛ СИТЕНДӘ ЙӨРӨМӘҺЕН!
+  - 

Башҡортостан парламенты ауыл хужалығы малын көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙғаны өсөн яуаплылыҡҡа бәйле закондың үтәлеш һөҙөмтәлелеген тикшерә. Билдәле булыуынса, быға күптән түгел үҫмерҙәр үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсе булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Әбйәлил районында 6 декабрь төнөндәге авария бер юлы өс баланың ғүмерен өҙҙө. 16 йәшлек үҫмер атаһының автомобилен йөрөтөргә алған. Билдәле инде, был йәштә уның транспорт менән идара итеү хоҡуғын биргән водитель таныҡлығы ла булмаған. Машинаға үҙе менән ике дуҫын да ултыртҡан. Юлда китеп барғанда ҡолонло бейә менән бәрелешкәндән һуң, өсәүһе лә йән биргән.
Был, әлбиттә, берҙән-бер осраҡ түгел. Йыл һайын республиканың төрлө төбәгендә, айырыуса урманлы яҡтарҙа ауыл ерлегендәге юл-транспорт ваҡиғаларына йыш ҡына шәхси һәм фермер хужалыҡтарындағы йылҡы һәм һыйыр малы сәбәпсе булыуы, унда кешеләрҙең йәрәхәтләнеүе, һәләк булыуы хаҡында киң мәғлүмәт сараларынан әленән-әле ишетелеп тора. Йәйләү осоронда ғына ҡабатланған хәл түгел был. Фажиғә ҡышҡы мәлдә лә осрай. Тап ошо малдар ҡатнашлығында булған аварияларҙың һаны күбәйеүе был мәсьәлә буйынса контролде көсәйтеү бурысын ҡуйҙы ла инде.
Автомобиль тәгәрмәсе аҫтына шулай уҡ ҡырағай хайуандар ҙа эләгә. Бигерәк тә Башҡортостанда мышы менән бәйле осраҡтар күп теркәлә. Айырыуса уларҙың "туйлаған" осоронда ошондай бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбәйеүе билдәле. Шулай уҡ ҡабандар, ҡоралайҙарҙың көтмәгәндә юлға сығып, фажиғәғә сәбәпсе булыуы мәғлүм. Йәнлектәр ҡатнашлығындағы аварияларҙа, билдәле инде, ғәйеплеләр берәү генә - водитель үҙе. Бында фажиғә уның тиҙлек режимын күҙәтмәүе, иғтибарһыҙлығы, күп осраҡта "Ҡырағай йәнлектәр" билдәһен инҡар итеүенә бәйле. Ә бит билдәләр теге йәки был урынға матурлыҡ өсөн генә ҡуйылмай, ә тейешле ведомстволар участканы ныҡлы өйрәнгәндән һуң, хайуандарҙың тәртибен, һыулауға, утлауға йөрөү ихтималлығы булған урындарҙы билдәләгәндән һуң ғына, ике яҡтың да, йәғни водитель һәм кейектәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында урынлаштырыла.
Хәйер, кейектәр менән аңлашыла инде. Ә бына ауыл хужалығы малдары ҡатнашлығында булған юл-транспорт ваҡиғаһы осрағында хәлдәр ҡатмарлыраҡ. Бындай аварияла ике яҡ та зыян күрә. Автомобиль эйәһенең дә, пассажирҙарҙың да һаулығы һәм ғүмере ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Малдың хужаһы ла юғалтыу кисерә... Үҙенең яуапһыҙлығы, закондарҙы һанға һуҡмауы арҡаһында. Башҡортостан территорияһында ауыл хужалығы малдарын көтөүҙе һәм ҡыуыуҙы ойоштороу мәсьәләләрен көйләүгә һәм ветеринар именлекте тәьмин итеүгә, ауыл хужалығы биләмәләрен, сәсеүлектәрҙе һәм үҫемлектәрҙе малдарҙың тапауынан, юҡҡа сығарыуынан йәки уларға зыян килтереүенән һаҡлауға, ауыл хужалығы малдарын урлау осраҡтарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән закон буйынса аварияға булышлыҡ иткән йорт хайуандары өсөн уның хужаһы яуап тота. Әгәр уның эйәһен табып булһа... Йыш ҡына һәләкәткә килтергән һыйыр йәки аттарҙың эйәһен асыҡлап та булмай. Был инде малдың тамғаланмауы хаҡында ғына түгел, ә дөрөҫөрәге, уның хужаһының идентификациялауға ҡағылған закон талаптарын һанға һуҡмауы тураһында ла һөйләй. Был тәңгәлдәге яуапһыҙлыҡҡа, бәлки, ауыл хужалығы малын көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙған өсөн БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 7.3-сө статьяһында билдәләнгән штрафтың бәләкәй булыуы ла булышлыҡ итәлер. Мәҫәлән, граждандар өсөн - 1 меңдән 3 меңгә тиклем, вазифалы кешеләргә - 5 меңдән 8 меңгә тиклем, юридик шәхестәр өсөн 15 меңдән 20 меңгә тиклем. Ошондай уҡ осраҡ яңынан ҡабатланғанда штраф күләмен ике тапҡыр арттырыу ҡаралған.
Мәләүез районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов билдәләүенсә, "Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыуҙы тәртипкә һалыу тураһында" Башҡортостан Законына ярашлы, урындағы үҙидара органдары йылҡы һәм һыйыр малын идентификациялау сараһын күрергә тейеш. Ауыл хужалығы малдарын тамғалау өсөн мөмкин булған һәр ысулды, йәғни тамғалауҙы, бирка тағыуҙы, чип ҡуйыуҙы файҙаланырға мөмкин. Мотлаҡ идентификациялау талабын үтәгән фермер йәки ауыл кешеһе малының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында ғына ҡайғыртмай, ә уның тейешле урында, йәғни көтөүлектә булыуын да хәстәрләй.
Эйе, үрҙә атап кителгән бәхетһеҙлек осрағына эләкмәҫ өсөн малдарҙың мотлаҡ көтөүсе ҡарамағында булыуы бик тә мөһим. Юл буйында, уға яҡын урындарҙа үлән утлаған йәки тибенлектә йөрөгән йылҡы өйөрө, һыйыр көтөүе туристар өсөн генә һоҡланғыс күренеш. Ә водителдәр өсөн улар, ысын мәғәнәһендә, йылдың бөтә миҙгелендә лә ҡурҡыныс менән янай.

Ләйсән СӘЛИХОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.20 | Ҡаралған: 419

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru