«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ АШТАР БЕШЕРЕП БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНӘЛӘР
+  - 

Баш ҡалалағы Башҡорт теле көнө айҡанлы уҙғарылған бихисап күркәм сараларҙың береһен Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы ойошторҙо. Уларҙың Бауырһаҡ байрамы белем һәм тәрбиә бер миҙалдың ике яғы булыуын сағылдырҙы. Сарала Мәғариф министрлығының бүлек мөдире Илдус Ҡаһарманов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Эльвира Муллағолова, тәжрибә уртаҡлашыусы аш-һыу оҫталары ҡатнашты.

Колледжда Бауырһаҡ байрамы уҙғарыла тигәс, кемдәрҙер ярышамы, нисегерәк ойошторолор икән, тип түҙемһеҙләнеп барҙыҡ уҡыу йортона. Баҡтиһәң, ул колледждың иркен аш-һыу бүлмәһендә оҫталыҡ дәресе рәүешендә уҙғарыла икән. Бында футблогер Зөбәржәт Утарбаева, Стәрлетамаҡтан "Общепит" акционерҙар йәмғиәтенең производство мөдире Гөлшат Әбүталипова һәм уның уҡыусыһы Әлфинур Абдуллина, колледж уҡытыусыһы Гөлназ Ширяева башҡорт халҡының һәр табында түргә ҡуйылған яратҡан ҡамыр ашын әҙерләү серҙәрен асты.
- Бауырһаҡ - бик талымлы тәмлекәс. Уны әҙерләгәндә С0 категориялы йомортҡа, он һәм көнбағыш майының да юғары сифатлылары кәрәк. Ондо 2-3 тапҡыр иләргә онотмағыҙ. Алюмин һауытта майҙы ҡыҙҙырғанда ла иғтибарлы булыу мөһим: бауырһаҡ үтә ҡайнарҙы ла, ҡыҙып етмәгәнде лә яратмай. Ул яй ғына майҙа ҡалҡырға тейеш, май эҫе булһа көйә, йә үтә ҡабарып ярыла, - ти оҫта хужабикә Зөбәржәт Утарбаева. - Үҙем дә күптән түгел Гөлназ Мәүлиханованан өйрәнеп алдым, оҫталыҡ дәресенә саҡырыу алғас, тулҡынланып килдем. Был үҙебеҙҙең милли аш-һыуҙар аша йәштәрҙең күңелдәрен үҫтереү йәһәтенән дә, һатып алынған тәмлекәстәр урынына үҙ ҡулдары менән эшләп алырға өйрәтеү яғынан да әһәмиәтле сара булды. Әле студенттар менән бик тиҙ арала уртаҡ тел таптыҡ, барыһы ла башҡортса аңлатыуымды ла төшөндө.
Бауырһаҡтан тыш, оҫталыҡ дәресе ваҡытында урама, ҡош теле, сәк-сәк кеүек башҡорт халҡының сәй табындарына ҡуйыла торған баллы-шәкәрле тәмлекәстәр ҙә әҙерләнде. Аш-һыу оҫталарының ҡул араһына инеп, әүҙем йүгереп йөрөгән студенттар Альбина Хәкимова һәм Милана Лукьянова бер тауыштан был дәрестең үҙҙәре өсөн айырыуса файҙалы һәм әһәмиәтле булыуын бәйән итте. Ҡыҙҙар технолог һөнәрен үҙләштерә икән һәм бәләкәйҙән бешеренергә яраталар.
Бына шулай тантаналы ла, файҙалы һәм фәһемле лә булды Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының Бауырһаҡ байрамы. Уҡыу йортоноң директоры Ришат Сабитов әйтеүенсә, киләсәктә бындай тәжрибә майҙансыҡтары айына бер тапҡыр даими ойоштороласаҡ. Был артабан яйлап ҙур бер проектҡа әүерелеп, Башҡортостанда гастрономия туризмын үҫтереүгә лә булышлыҡ итер, тип маҡсат итә уҡыу йорто. "Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы тиҙҙән 50 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк, оло быуын кешеләре беҙҙең уҡыу йортон Өфө совет сауҙа техникумы тип белә. Бөгөн беҙҙә 1470 бала уҡый, улар республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған һәм баш ҡалабыҙҙан да күптәр. Башҡорт теле көнө айҡанлы уҙғарырға теләгән саралар араһында был Бауырһаҡ байрамы студенттарыбыҙ күңеленә айырыуса хуш килер, тип уйланыҡ, - ти Ришат Хажиғәли улы. - Сөнки беҙҙә йәмәғәт туҡланыуы технологы, кондитер, ашнаҡсы һөнәрҙәрен үҙләштереүселәр байтаҡ һәм уларға ошондай аш-һыуға арналған саралар яҡын. Бынан тыш, барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ, бөгөн башҡорт телен талап итеп кенә уҡытып булмай һәм балаларҙың теңкәһенә теймәй генә телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу мөһим. Бына ошо маҡсатта Бауырһаҡ байрамы кеүек саралар балаларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә дәртләндерергә ярҙам итә. Башҡорт халҡының милли аш-һыуҙары, мәҙәниәте арҡылы халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы ҡараш тәрбиәләйбеҙ".

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресенән тыш, был уҡыу йылы дауамында башҡорт теле буйынса олимпиада, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусылар Башҡорт теле көнө айҡанлы башҡорт дәүләт телен үҫтереү, башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға өлөш индергәне һәм сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаттары, "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы китабы менән бүләкләнде. Ә инде был йәһәттән барлыҡ тиҫтерҙәренә өлгө күрһәткән алдынғылар - Алһыу Насырова, Вилнур Тулыбаев, Азалия Мәсәғутова, Назгөл Уразбаева һәм Наҙгөл Мөхәмәтоваға колледж етәкселеге "Киске Өфө" гәзитенә яҙылыу һәм редакциябыҙҙан иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Талантлы студенттар Динислам Ишмурзин, Әдилә Хәйретдинова һәм Наҙгөл Нөғәмәтованың ижади сығыштары менән аралашып барған тантананан һуң, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ҙә төҙөлдө.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.20 | Ҡаралған: 473

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru