«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙРАМДАН ҒӘЙЕП ЭҘЛӘМӘЙЕК
+  - 

Йыл һайын декабрь айы башланғас, интернетта "Башҡорттар яңы йылды ҡаршы алмаған, ул мәжүси һәм кафырҙар байрамы" тигән постар сыға башлай. Бигерәк тә шөбһәгә һалғаны шул: үҙҙәрен дин юлында тип һанаған был кешеләр башҡорт байрамдарын да инҡар итәләр, музыкаға (ҡурайға) ҡаршы сығалар һ.б. радикаль ҡараштарын белдерәләр. Был күренеш, был кешеләр йөҙ йыл элекке башҡорт халҡын инҡар итеп, Иҙел-Уралда дөйөм мосолман халҡын ойошторорға теләүселәрҙе хәтерләтә. Ә хәҙер тарихҡа күҙ һалайыҡ.

922 йылда ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан яҙып ҡалдырыуы буйынса, боронғо башҡорттар биш төркөмгә бүленгән: бер төркөмө балыҡтарға табынған, икенсеһе - йыландарға, өсөнсөһө - торналарға. Дүртенсе төркөм Тәңре менән 12 тәбиғәт эйәһенә ышанған. Бишенсе төркөм- мосолмандар. Шулай булғас, боронғо башҡорттарҙа йолалар, байрамдар төрлө булған, тип фараз итеп була. Яңы йылды башҡорттар яҙ көнө Науруз (әмәл) байрамында ҡаршы алғандар. Ҡышҡы нардуған да булған, ул декабрь аҙағына тура килә.
Яңы йыл, беҙ теләһәк тә, теләмәһәк тә килә. Йыл һайын уны байрам итәбеҙ. Һижри йыл буйынса мосолмандарҙа ла яңы йыл килә. Ғәрәптәрҙе күҙ уңында тотһаҡ, улар, әлбиттә, шыршы ҡуйып, яңы йылды ҡаршы алмай. Ләкин мосолман булыу - ул яңы йылды инҡар итеү тигәнде аңлатмай. Сөнки Яңы йыл Еңеү көнө, 8 март, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән бер рәттән дәүләт байрамы. Башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылған. Беҙ Рәсәй Федерацияһында йәшәйбеҙ һәм уның закондарын үтәргә бурыслыбыҙ, байрамдарын инҡар итә алмайбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр был байрамды Петр I йә коммунистар индерҙе, тип яу һала. Беҙ, совет осоро балалары, коммунистарҙан тик насарлыҡҡа өйрәндекме? Шыршы эргәһендә шиғыр һөйләгән баланың иманы кәменеме? Юҡ, әлбиттә. Бер бала ла Ҡыш бабайға, шыршыға табынмай, ә Шыршы байрамын яраталар, бүләк көтәләр. Яҡындарға, туған-тыумасаға йөрөшөү, һаулыҡ, яҡшы теләк теләү, бүләк бирешеү бер ҙә насар түгел. Туғанлыҡ ептәрен нығытыр өсөн аралашырға, ата-әсәләрҙең хәлдәрен белешеп ҡайтырға тағы бер сәбәп кенә ул был байрам. Яңы йылды күпселек араҡы эсеп үткәрә, әллә нисә көн айнымай, бахмурҙан ыҙа сигәләр, тигән ғәйепләү ҙә бар. Эсергә теләгән кеше сәбәп табып, һәр көн эсә: берәйһе тыуһа ла, үлһә лә, хатта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡорбан байрамында ла, Ураҙа ғәйетендә лә ауыҙына хәмер алыусылар бар. Эсмәгән кеше бер ҡасан да эсмәй: байрам булһа ла, булмаһа ла. Байрамға ҡаршы көрәшкәнсе, наркоманияға, эскелеккә, терроризмға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Кем Яңы йылды үткәрергә теләмәй, өйҙә ятһын, сәйәхәт ҡылһын йә ял итһен. Һәр нәмәнән насарҙы эҙләмәйек!
Башҡорттар күп йылдар көрәштә үткәргән. Әлеге ваҡытта ла проблемаларыбыҙ етерлек. Проблемаларыбыҙҙы хәл иткәндә, халҡыбыҙ киләсәге өсөн көрәшкәндә лозунгыларыбыҙҙы дөрөҫ төҙөргә өйрәнәйек: беҙ бер кемгә лә, бер нәмәгә лә ҡаршы түгел, беҙ - яҡлы!
- Беҙ башҡорт телен һаҡлап ҡалыу яҡлы!
- Беҙ халыҡтар дуҫлығы яҡлы!
- Беҙ Ҡуштау һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу яҡлы!
- Беҙ айыҡ тормош яҡлы!
- Беҙ Яңы йылды айыҡ ҡаршылау яҡлы!
Ҡаршы һүҙен үҙебеҙгә ҡаршы йүнәлтмәһендәр өсөн, үҙебеҙҙе яҡларлыҡ яҡлы һүҙен ҡулланайыҡ!
Үҙемә килгәндә, Яңы йыл байрамын мин көтөп алам - каникул бит! Ошо көндәрҙе өйҙә ғаиләм, балаларым менән бергә үткәреүгә ҡыуанам, балыҡ ҡармаҡлайым, ял итәм. Һәр нәмәнән ҡыуаныс табып, араҡы эсмәй генә лә байрамдарҙы күңелле үткәреп була!

Фәнүр ШАҺИЕВ.
Учалы районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.20 | Ҡаралған: 770

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru