Өҫтәлдә ятҡан һүрәткә бер генә ҡарап алды ла, ҡарт үҙенең һүҙен дауам итте.
- Был фатир миңә мираҫ буйынса бирелде. Әсәйем Өфөнөкө. Ә атайымдарҙың ғаиләһен Ватан һуғышы башланғас, СССР-ҙың көнбайышынан күсергәндәр. Дөрөҫөрәге, хәрби завод эшселәре менән ҡуша эвакуациялана. Минең атай, ул саҡта үҫмер бала, шунда ата-әсәһе менән шул заводта эшләгән. Һуғыш бөткәс, әсәйем менән таныша, шуның һөҙөмтәһе булып мин, Аркадий атлы вирус, донъяға тыуам да инде, - ҡарт кет-кет көлдө. Яңы тәмәке алып тоҡандырҙы. - Мин үҫкән йылдар ҙа еңел түгел ине. Ниндәй генә бандиттарҙы, кеше талаусыларҙы күрергә тура килмәне. Урам мине күп нәмәгә өйрәтте. Эйе... - Ҡарт, бирелеп, тамаҡ өсөн көрәш, урам өсөн көрәш тураһында һөйләй.
- Атайҙар фронттан әйләнеп ҡайтманы, етем ир балалар күп. Әсәләре көнө буйы эштә, балалар уларға буйһонмай, урам балалары булып үҫә. Шундай хәтәр заман ине. Үҫтек! Әсәйем: "Аркаша, башың төрмәлә серейәсәк бит!"- тип әрләй торғайны, - Трофимыч һерелдәп тауыш-тынһыҙ көлдө. Шунан ҡапыл етди төҫ алды. - Бындай кеше Черниковкала юҡ, - тине фотоға ымлап.
- Юҡ? - ышанмаған төҫлө Сара ҡабатлап һораны. - Ганс тураһында, ысынлап та, ишеткәнегеҙ юҡмы?
- Га-а-анс, - тип һуҙҙы ҡарт. - Заманында был тирәлә Ганс та, Франц та йәшәнеләр. Ниндәй генә халыҡ күсеп килмәне беҙҙең Өфөгә. Үҙ иркенән бигерәк, мәжбүри рәүештә! Немецтары ла булды, поляктары ла. Аҙаҡ үҙҙәренә ҡайтып киттеләр. Хәйер, мин белгәндәре өлкән йәштә ине. Хәҙер яҡты донъяла юҡтарҙыр.
- Бөгөн дә бер Ганс бар. Ганс Гасанович.
- Гасанович? - тип ҡабатланы Трофимыч. - Баштуҡ шулай тип әйтергә ине. Нимә, бурысың бармы әллә уға?
Сараның ауыҙы асылып китте. Нишләп Аркадий Трофимыч ҡапыл ғына улай тип һорай ҡуйҙы? Ҡатын өндәшмәй генә баш сайҡаны.
- Был фотола ул түгел, - тине хәҙер ҡарт ҡоро тауыш менән. - Бүтән һорауың юҡмы? Хушлашабыҙмы?
- Зинһар өсөн... - Сараның тауышы ҡалтырап сыҡты. - Һөйләгеҙ, ниндәй кеше ул? Мин эҙләгән кешеме, юҡмы, асыҡларға ярҙам итегеҙ.
- Гасанович яҡын дуҫтарымдың береһен төрмәгә ултыртты. Аҡса махинацияһы. Архзащита, имеш! Кем һин?
- Мин дә шул аҡса менән бәйле... Бер танышым уға ныҡ ышана. Интернет аша танышҡандар. Миңә Гасанович тураһында нығыраҡ белергә ине. Ул ҡайҙа йәшәй?
- Ҡайҙа? Уныһын белмәйем. Кешеләрҙең ҡайҙа йәшәгәндәре менән ҡыҙыҡһынмайым. Бына хәҙер һинең менән танышмын. Тик ҡайҙа йәшәүең миңә кәрәкмәй. Әйттем бит фото уныҡы түгел, - тине ҡарт һәм ҡапыл тумбочка өҫтөндә ултырған араҡыға эйелде. - Архяҡлаусы, минең тәҡдимгә нисек ҡарайһың? Әйҙә, һуғайыҡ! Аркаша йырлар, теләһәң, һин дә ҡушылырһың.
Ҡарт нимәлер белә, тик әйтеп бөтөрмәй. Ә Сара үҙһүҙлеләрҙең береһе, алдына алғанын эшләмәйенсә ҡуймаясаҡ. Нисек тә Трофимычтың телен асырға кәрәк. Ул баш ҡаҡты.
- Мин ҡаршы түгел, Аркадий Трофимыч.
Аш бүлмәһенә инеп ултырғас, ҡарт йәнләнде. Ғолт-ғолт тейешлеһен йотҡас, йәнә үҙе тураһында һөйләргә тотондо.
- Мин үҙем урлашҡан өсөн ике тапҡыр ғына ултырып сыҡтым. Йылғыр инем мин! Ә иптәштәрем бер нисә тапҡыр ҡаптылар. Шул... Бик һирәктәре генә әйләнеп ҡайта алды. Улар ҙа хәҙер теге донъяла. Төрмәнән ҡайтҡас, әле бер талай бандиттарҙан ҡасып йөрөргә лә тура килде, һаман иҫәнмен, - ҡарт тешһеҙ ауыҙын асып көлдө. - Тәк, һине Ганс ҡыҙыҡһындыра, ә? Этем белә, һин эҙләгән Гансмы икән ул? Үҙеңде архяҡлаусы тип таныштырыуың оҡшаны, һе-һе-һе... Һин араҡы менән сауҙа итмәйһеңме? Улай булғас, ни бысағыма һиңә Гасанович, йәғни Ганс?
Ҡарт иҫерҙе шикелле. Булманы былай булғас, тип, Сара урынынан торҙо.
- Туҡта, мин бит джентельмен, ихатаға тиклем оҙатып ҡуяйым.
- Юҡ-юҡ, аяғығыҙҙа саҡ баҫып тораһығыҙ.
-Улай булғас, миңә мотлаҡ саф һауаға сығып әйләнеү кәрәк, - тип Трофимыч ҡулына таяғын алды. Эйәртенешеп урамға сыҡтылар.
- Мин Гасановичтың ҡайҙа торғанын белмәйем, ә ҡатындары күп икәнен беләм. Бисә-сәсә менән шаярырға ярата, - ҡарт кет-кет көлдө. - Аҡсалыларын бигерәк тә. Тағы ла эшләгән урынын беләм, - Трофимыч ҡаршылағы иҫке йортҡа ымланы. - Бына ошонда. Ярым емерек йортта нимә бар икән тип аптырайһыңдыр. Аҫта - подвалда ҙур цех эшләй.
Сараның ҡолағы ҡарп итеп ҡалды.
- Ниндәй цех?
- Иҫерткес етештерәләр. Араҡы. Легаль түгел, әлбиттә, - ҡарт көлөмһөрәне. - Ләкин өҙлөкмәй эшләп ултырғас, уны ҡайҙалыр ҡыйыҡлаусылар ҙа бар, һе-һе-һе... Ҡыҫылып йөрөмә, архяҡлаусы, аңланыңмы? Ганс Гасанович - цех хужаһының уң ҡулы. Ҡарауылсы. Хужаһы кем, белмәйем. Хәйер, белһәм дә, әйтмәйем. Әгәр ҙә һине цех ҡыҙыҡһындыра икән, өмөтөңдө өҙ. Унда анһат ҡына инеп булмай. Пароль кәрәк.
Сараның цехта эше юҡ. Уға Ганс тураһындағы дөрөҫлөктө белергә кәрәк.
- Элек мин дә иркен инеп йөрөй торғайным. Хәҙер урап үтәм. Күптән булғаным юҡ. Хатта ул саҡтағы паролен дә хәтерләйем. Балыҡсы өйҙәме?
"Тағы мәғәнәһеҙ хәбәр һөйләй башланы..." Сараның ҡыҙыҡһыныуы һүрелде. Ул хушлашты ла машинаһына ыңғайланы.
- Архяҡлаусы, туҡта! - Сара боролоп ҡараны. Трофимыч уға кире кил, тип ҡул болғаны. Теләмәһә лә, Сара ҡарт яғына атланы. Трофимыч хәйләкәр йылмайҙы. - Мин һине тегеләй ҙә, былай ҙа һынап ҡараным. Кем икәнеңде барыбер төшөнә алманым. Йә, ярай. Миңә ул мөһим дә түгел. Киттек!
- Ҡайҙа?
- Цехты күрһәтәм. Ганс менән тикторғандан барып таныша алмаҫһың. Ә мин һиңә ярҙам итәм.
Сара йәнә ҡарттың һүҙен йыҡманы, артынан эйәрҙе.
"Мең ыуаҡ-төйәк" тип аталған магазин тапҡырына килеп еттеләр. Эстә уң яҡҡа бәләкәй генә коридор. Шул яҡҡа боролдолар ҙа, аҫҡа подвалға төштөләр һәм тимер ишек ҡаршыһында туҡтанылар. Трофимыч төймәгә баҫты. Ишек башындағы быяла уйым яҡтырҙы, тауыш ишетелде.
- Кем унда?
- Электрик бармы?
"Пароль", тип уйланы Сара. Ишек үҙенән-үҙе асылып китте. Саҡырылмаған ҡунаҡтар эскә үтте. Унда Трофимычты ерән мыйыҡлы бер ир ҡаршы алды.
- Трофимыч, күптән булғаның юҡ ине. Ниндәй елдәр ташланы?
- Шулай, Артур. Килеп сыҡтым. Бына өс туғаным ҡазаға юлыҡты. Бизнесы янды. Уның клиентураһы бар. Шуға ике яҡҡа файҙалы алыш-биреш булыр, тигән уй ошонда килтерҙе.
Бер урында өйөлөшөп ятҡан коньяк этикеткаларын күреп, Сараның иҫе китте. "Легаль булмаған шарап һатыу менән шөғөлләнәләр! Импорт итеп әҙерләйҙәр! Быларҙың эштәре хәтәр!" Ошондағы ниндәйҙер аферист әсәһенең башын әйләндергән!
- Ганс Гасанович ҡайҙа? - тип һораны Аркадий Трофимыч.
- Бөгөн булмаҫ. Хужаның заданиеһын һәйбәт үтәне, ял алды.
"Юҡ икән юҡ, был икенсе Ганстыр, - тип уйланы Сара. - Өфөләме икән мин ҡыҙыҡһынған Ганс?" Ары үткәрмәнеләр, саҡырылмаған ҡунаҡтар сығырға боролдо.
Тышҡа сыҡҡас, Трофимыч менән бик йылы хушлаштылар.
- Һин бында тағы ла килә алаһың, әлбиттә. Тик яңғыҙ йөрөмә, - тине ҡарт.
Сара өйөнә бер аҙ тынысланып ҡайтып инде. Ганс Гасанович тигәндәренең әсәһе менән хатлашҡан Ганс түгеллегенә ышанысы артты. Ни генә тиһәң дә, аферистар үҙҙәренең ҡорбандарын алыҫ тарафтарҙан эҙләй, статистика шул турала һөйләй. Ләкин иртә тынысланған булып сыҡты, бер нисә көндән борсолоуы тауышына сыҡҡан әсәһе шылтыратты.
- Ҡыҙым, карточкалағы аҡсам юҡ булды бит!..
- Нисек юҡ булды?
Баҡтиһәң, Ганс тағы ла уның карточкаһы аша икенсе кешегә аҡса күсерткән. Шул арала Линиза ханымдың бөтөн аҡсаһы һыпырып алынған. Ганс шылтыратҡан: "Ашыҡма, бында ниндәйҙер яңылышлыҡ, үҙем хәл итәм",- тигән, тик өс көн инде телефонын алмай. Полицияға хәбәр итергәме, көтөргәме?
- Һин уға һаман ышанаһыңмы, әсәй?
- Нисек тип әйтергә. Ул бит йәш-елкенсәк түгел...
- Осона сығырҙар, полицияға яҙып бир.
- Уй, ағайың белһә, ояты ни тора!..
- Ярай, көймә. Үҙем асыҡлап ҡарайым башта.
Сара иртән тороу менән араҡы етештереү цехына китте. Хәҙер ул юлды яҡшы белә, тиҙ генә барып етте. Шартлы паролде әйтеүгә, ишек асылып китте. Трофимыч менән барғанда күрешкән ерән мыйыҡлы ҡарауылсы ҡаршы алды. Ул Сараны шундуҡ таныны:
- Был һеҙме?
- Миңә Ганс Гасанович кәрәк! - тине Сара киҫкен генә.
- Сабыр итегеҙ, килеп етер, - шулай тине лә ерән мыйыҡ кемгәлер шылтыратып һөйләште һәм трубканы Сараға һуҙҙы.
- Һеҙгә Ганс Гасанович ни өсөн кәрәк? - тине теге яҡтан тауыш.
- Мин Урал аръяғында магазин асырға йыйынам.
- Ганс магазин асышмай, - тине тауыш.
- Беләм, мин ышаныслы партнерҙар эҙләйем. Аҡсаны ҡайҙа һалғанды белергә тейешмен, аңлатыусыһы кәрәк.
Һөйләшеү өҙөлдө. Теге әҙәм ерән мыйыҡҡа ҡабат шылтыратты һәм ҡарауылсы баш ҡағып тыңлағас, Сараға ымланы ла, ары алып китте. Эргәлә генә бер нисә ир баш баҫып эш менән мәшғүл - бер ерҙә шыйыҡса ҡоялар, икенсе урында этикетка йәбештерәләр. Ҡарауылсы уны бәләкәй генә бүлмәгә индерҙе, шунда көтөргә ҡушып, үҙе юҡ булды. Сара өҫтәл өҫтөндәге ҡағыҙҙар араһында соҡона башланы, тартманы асты һәм бер блокнотты килтереп сығарҙы. Һандар, исемдәр, паролдәр, логиндар. Ҡатын һикереп тороп баҫты, арыу ғына документ ҡулына килеп эләкте түгелме? Блокноттан мәғлүмәттәр соҡоп сығарырға була, уға артығы кәрәкмәй ҙә. Тимәк, был тирәнән йәһәтерәк тайырға! Бер-ике аҙым яһауға, кемдер ҡаршыһына килеп баҫты.
- Мине һоранығыҙмы?
Ҡаҡса ғына кәүҙәле ир баҫып тора ине, бер күҙе ҡыҫығыраҡ, бит тиреһе тартышҡандай, күҙен селт-селт йомоп ала. Сара терт итеп ҡалды. Әсәһенең: "Ганс үҙе килә алманы, ярҙамсыһын ғына ебәрҙе", - тип әйткәне иҫенә килеп төштө.
- Бик ныҡ текләйһегеҙ, - тине ир.
"Был кәрләне мин үҙем йыға һуға алам, түгелме?" тигән уй үтте ҡатындың башынан. Сара турайыбыраҡ баҫты, сайттан алған фотоны тегегә табан һуҙҙы.
- Был кешене таныйһығыҙмы?
- Тәк... Һин бында эш буйынса түгел, - тине Ганс ҡаты тауыш менән. - Эҙең булмаһын, юғал!
- Мин эш буйынса, - тине Сара. - Һеҙҙең нисә сайтта ошо фото ҡуйғанығыҙҙы, нисә псевдоним менән йөрөгәнегеҙҙе, күпме ҡатын-ҡыҙҙы талағанығыҙҙы белһәләр, ҡайһы бер органдар бик ҡыҙыҡһынасаҡ.
- Нимә? - Ганстың ауыҙы мыҫҡыллы ҡыйшайҙы. - Бер күҙәнәкле хайуан, миңә янап маташаһыңмы?
- Ганс! Мин асыҡ әйтәм, Линиза ханымға аҡсаһын кире һалмаһағыҙ, аҙағы бик үкенесле бөтәсәк. Уның аша аҡса ебәрмәнем, иптәше булып, уның үҙе менән күрешмәнем, тимәксеһегеҙме?
Ганстың йөҙө ҡарайҙы, күҙҙәре аларҙы.
- Иҫкәртәм, имен саҡта...
- Мин ID адресты асыҡланым. Тап ошо компьютер аша бер нисә ҡатын-ҡыҙҙан аҡсаһын урлағанығыҙҙы ла беләм.
- Мин бер тапҡыр киҫәттем, аңламаның. Булды. Бөтәһен дә ошонда теүәлләйбеҙ. Ас сумкаңды! - Ганс шап итеп ишекте япты. - Документтарыңды, тием!
- Инде мине ҡурҡытмаҡсыһығыҙмы?
- Хәҙер миңә бик кәрәк бер документ тултыраһың, бүтәнсә ҡотолоу юҡ, - ир уның беләгенән матҡып тотоп алды. - Миңә янағандар күп булды. Беләһеңме әле улар ҡайҙа? Беләһеңме ҡайҙа? Бынан тере сығырға өмөтләнәһеңме, аңра бисә!
Сара бер мөйөшкә осоп барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ганс ҡабат эргәһенә килеп еткәнсе, ул кеҫәһенән газ баллонын сығарып өлгөргәйне инде, бар көсөнә тегенең битенә газ һиптерҙе.
- Ох-х-х!.. - Битен ҡаплап, йыртҡыстай үкереп, Ганс иҙәнгә ултыра төштө. Сара йән-фарман тышҡы ишеккә ташланды. Гасановичтың яман итеп аҡырғаны ишетелде.
- Тотоғоҙ! Ысҡындырмағыҙ!
Урамға сығып өлгөргән Сара машинаһына табан йүгерҙе, тоҡандырып ҡуҙғалып та китте. Ул подвалдағы хәлдәрҙе полицияға хәбәр итергә тейеш! Шул саҡ үҙе артынан бер түгел, ике машинаның ҡыуа төшкәнен аңғарҙы. Сара тимер атын бар хәленсә ҡыуҙы. Тегеләр шәп машинала, һаман яҡынлашалар. Бына береһе арттан килеп төрттөрҙө, "туҡта", тип ишаралай. Сара бирешмәне, тағы алға сыҡты. Йәнә китте уҙыш. Тегеләр Сараны ситкә ҡыҫырыҡлапмы ҡыҫырыҡлайҙар, бер заман ул ҡаланан сыға башлауын аңғарҙы. Тегеләр үҙ эшенең оҫталары шул, хәҙер бер ҡараңғыраҡ, ышығыраҡ урында ҡамаясаҡтар. Сара ҡурҡыуҙы ла онотто, тырыша торғас, телефонын ҡулына эләктерҙе, тейешле номерҙы тапты: "Ағайым алһа ғына ярар ине!" Алды.
Бышлыҡҡан Сара үҙен бандиттар баҫтырыуын саҡ-саҡ әйтә алды. Ағаһы уның ҡай тирәлә икәнен һорашты, тыныс булырға ҡушты. "Ярҙам килеп етер! Туҡтама, пипелдәт! Берәйһе иғтибар итер!" Тағы килеп бәрҙереүҙәренә ҡулдан телефон төшөп китте. Сара алыҫтараҡ патруль машинаһын шәйләне. Иғтибар итерҙәрме, юҡмы, һәр хәлдә, пипелдәтеп үтеп китте. Ганстың әшнәләре уны йәнә бер боролошҡа этеп индерҙеләр. Бер ни тиклем ваҡыттан уҙышҡан өс машинаға ике экипаж эйәрҙе. Уларҙың сиренаһы бандиттарҙы албырғатты шикелле, саҡ ҡына арттараҡ ҡалдылар. Юҡ, киләләр. Әһә, юл сатына килеп еткәс, бер машина һулға ҡайырылды. Бер патруль машинаһы уның артынан елдерҙе. Ҡыуғынсыларҙың икенсе машинаһы иһә Сараны жыйтлатып уҙып китте. "Ә-ә-ә-ә, ҡурҡаҡтар! Шулаймы ни? Ҡасып ҡотолмаҡсыһығыҙмы? Инде ҡотолоу юҡ һеҙгә!" Полиция машинаһын күреү Сараға ҡыйыулыҡ өҫтәне. Хәҙер йөрөтмән ханым бандиттарҙың машинаһынан тороп ҡалмаҫҡа тырышты. Эйе, ҡасҡын сифатынан хәҙер ул үҙе эҙәрлекләүсегә әйләнде! Арттағы патруль машинаһы Сараны ҡыуып етте. Туҡтарға ҡушалар? Эх, бандит машинаһы эҙ яҙлыҡтыра бит былай булғас! Ләкин буйһонмай сара юҡ. Сара юл ситенә барып туҡтаны. Ҡатын ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, эргәһенә полиция хеҙмәткәре килеп баҫты.
- Гражданка, ниңә фарманды тыңламайһығыҙ! Ни өсөн туҡтаманығыҙ?
- Мине... Мине баҫтыралар! Бандиттар!
- Сара апай! Тағы ла һеҙме? - Эргәһенә килеп баҫҡан икенсе инспектор әлеге лә баяғы Шамил танышы ине. Улар үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмағандай, текләштеләр.
- Сара апай, тағы ла һеҙ! Шайтан! Нимә булды һеҙгә? - Шамил бер яңағын усланы.
- Зинһар, тиҙерәк тотоғоҙ! Ҡасып ҡотолалар!
- Мотлаҡ тоторҙар. Рация аша хәбәр ителде. Хәҙер һөйләгеҙ, был юлы ниндәй мажараға тарынығыҙ?
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА