«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ БЫЛ ЕРҘӘРГӘ ТАШ БУЛЫП ҺЕҢГӘН
+  - 


Заманалар үҙгәреү менән халыҡтарҙың менталитеты ла үҙгәрә, тиҙәр. Ул үҙ йәшәйешенә яраҡлаша, формалаша, һығылмалана. Ысынлап та шулаймы икән? Ошо өлкәне асыҡлау өсөн Башҡорт дәүләт университеты докторанты, философия фәндәре кандидаты Зилә РӘХМӘТУЛЛИНАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Белеүебеҙсә, һеҙҙең диплом эшегеҙ ҙә, кандидатлыҡ диссертацияғыҙ ҙа халыҡ менталитетын өйрәнеүгә бағышланған...

- Эйе, бала саҡтан был тема минең өсөн ҡыҙыҡлы ине. Совет заманында телевизорҙа байрамдарға арналған концерттарҙа милли республикаларҙың бейеүҙәрен, йырҙарын йыш тапшыралар ине. Төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәренә ҡарап, уларҙың холоҡтары ла бер-береһенән айырылалыр, тип тойомлай торғайным.
Ғилми етәксем профессор, философия фәндәре докторы Баязит Сабирйән улы Ғәлимов булды. Ул - Кембридж университетының иҫәбе буйынса, XX быуаттың 2 мең иң аҡыллы кешеләре исемлегенә ингән. Мин уға бик тә рәхмәтлемен, ул бик күп йәш ғалимдарға юл асты. Уның етәксе булараҡ иң көслө яғы - уҡыусыларына ирек, үҙаллы эшләү мөмкинлеге биреүендә. Һәм ул миңә лә үҙемдең темамды асыуҙа бик ныҡ ярҙам итте.
2015 йылда Философия конгресы беренсе тапҡыр милли республикала - Башҡортостанда уҙҙы. Эрбена Никитина тигән йәш сыуаш ғалимәһе секцияһын бутап, беҙ йыйылған медуниверситетҡа килеп ингән. Ул минән һуң сығыш яһаны. Сығышын В.М. Черемшанскийҙың XIX быуатта яҙған һүҙҙәре менән башлап ебәрҙе: "…Дикий и необузданный, привыкший действовать самопроизвольно, не терпящий над собою никакой власти, одним словом - народ буйный и своевольный, в настоящее время представляет народ мирный, терпеливый и покорный, не имеющий уже того строптивого духа". Ошо юлдарҙы уҡыны ла, дауам итеп: "Һеҙ ниңә үҙегеҙҙең асылығыҙҙы юғалтаһығыҙ? Ярай әле, исмаһам, һеҙ үҙ исемдәрегеҙҙе һаҡлап алып ҡалғанһығыҙ, ә беҙ бына уларҙы ла юғалтҡанбыҙ..." - тине. Уның телмәренән мин шуны аңланым: мин һөйләгәндәр башҡа милләт вәкиленә лә барып еткән. Шул саҡ диссертациямды ошо темаға бағышлауым бушҡа тугел икәненә инандым. Эрбена әйтеүенсә, Урал - Волга буйҙары төбәгендә беҙ беренселәрҙән булып башҡорт менталитетын өйрәнә башлағанбыҙ икән. Аҙаҡтан мордва, мариҙар, сыуаштар, татарҙар ҙа был темаға тотонған.

Башҡорт халҡының милли идеяһы нимәлә?

- Һәр халыҡтың үҙ йәшәйеш миссияһы була. Башҡорттар - Евразиялағы иң боронғо халыҡтарҙың береһе. Әгәр беҙ барбыҙ икән - үҙебеҙҙең тәғәйенләнешебеҙҙе үтәргә тейешбеҙ. Башҡорттарҙың өйрәнәһеләре күп, бәлки, белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөргә генә кәрәктер, ләкин башҡаларҙы өйрәтә алырҙай ғилемебеҙ ҙә байтаҡ. Беҙҙең Тора, Библия, Ҡөрьән булырҙай милли идеябыҙ "Урал батыр" эпосына уҡ һалынған. Ул - изгелек өсөн көрәш. Үҙеңдең изге булыуың ғына етмәй, һин яҡшылыҡ, ғәҙеллек өсөн алышырға әҙер булырға тейешһең. Ошо идеяны Салауат Юлаев, Зәйнулла ишан Рәсулев, Әхмәтзәки Вәлидиҙәр дауам иткән, халыҡ быны үҙенең тарихи юлы менән, феноменаль ихтилалдары менән иҫбатлаған. Беҙ глобалләшеү заманында ла нисек тә булһа Уралыбыҙҙы, аҫаба халыҡ ерҙәрен, телебеҙҙе, бай ижадыбыҙҙы, генетик байлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.
"Беҙгә ер кәрәкмәй!" тигән "аҡыллы" баштарыбыҙ ҙа бар. Ә бит ауылдарҙағы ерҙәр киләсәктә беҙгә ҙур бер өҫтөнлөк бирәсәк. Беҙҙең күҙ ҡарашыбыҙҙа, тын алышыбыҙҙа, йөрөшөбөҙҙә, үҙебеҙҙе тотошобоҙҙа уҡ хужа, аҫаба халыҡ булыуыбыҙ тойомланырға тейеш. Ана, тажиктарға, үзбәктәргә, Кавказ халыҡтарына ҡарайыҡ, улар урамда ла, магазинда ла үҙ телдәрендә беҙҙән ҡысҡырыбыраҡ һөйләшәләр. Ә бит улар бында эшкә генә килгән...
Балаларыбыҙҙы, бигерәк тә малайҙарҙы тәрбиәләгәндә, үҙҙәрен иркен тоторға, тартынмаҫҡа, баҫылмаҫҡа өйрәтергә кәрәк. Минеңсә, улар үҙ-ара тартҡылашып, дөмбәҫләшеп, һуғышып та үҫергә тейеш. Уларҙың ошо һуғышсан холҡон спорт түңәрәктәрендә файҙаланырға тейешбеҙ, был уларға үҙ-үҙенә ышаныс булдырыуға ярҙам итәсәк. Бер таныш тренер фекеренсә, күберәк футбол менән шөғөлләнһен беҙҙең малайҙар. Күп сығымдар ҙа талап итмәй, беҙҙең антропометрик күрһәткестәребеҙгә лә тап килә (баскетбол, волейбол уйнарға буй кәрәк) һәм был спорт төрө донъяла ла бик популяр. Башҡорттар араһында сос Пелелар үҫергә тейеш. Улар футболсы була ала, тик шарттар тыуҙырырға, физкультура уҡытыусыларына маҡсатлы эшләргә генә кәрәк. Егеттәр үҙҙәре лә ойошоп, йәй буйы туп тибә ала. Ғөмүмән, башҡорт кешеһе башҡаларҙан нимәһе менән айырыла? Ул ауыҙын асып, алма төшкәнен көтөп ятмай - үҙе тәүәккәлләй. Береһен дә ғәйепләмәй ҙә, зарланмай ҙа, хәленән килгәнен үҙе табып йәшәй.

Һеҙ башҡорттоң намыҫ кодексын да төҙөгәйнегеҙ. Йәмәғәтселек нисек ҡабул итте?

- Кодексты һораған хаттар күп булды. Рус теленә тәржемә итеүҙе лә үтенделәр. Бәлки, уның эстәлеге менән танышыу туған телде өйрәнеүгә этәргес булыр, тип тә уйлағайным. Ошо Кодексҡа арнап үткәрелгән саралар араһынан иң оҡшағаны - Учалы ағинәйҙәренең минең олатайым зауряд - есаул, дворян Зәйнәкәй Бикбауов нигеҙ һалған Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (Зәйнәкәй) ауылы китапханаһында "Өләсәйем һандығы" сараһын үткәреүе булды. "Ысын башҡорт олатайының һәм өләсәйенең һандығында, кәмендә, ете батыр, ете хайуан тураһында һәм ете тылсымлы әкиәт, ете доға, ете шиғыр, ете йыр, ете йомаҡ, ете көләмәс, ун ете таҡмаҡ ята - улар әйткәндәрҙе ейәндәренә өйрәтә", тигән юлдар бар Кодекста. Ҡыҙҙар һәм малайҙар әзәйҙәре менән (беҙҙә өләсәйгә шулай өндәшәләр) ошо ҡағиҙәгә ярашлы ҙур тамаша ҡылды. Оҙон йыр ҙа, доға ла, әкиәт тә булды... Күңелгә бик ныҡ уйылып ҡалғаны, яңылышмаһам, Нәилә апай һөйләгәне: "Чита ҡалаһының дауаханаһында ятам. Яман шеш диагнозын ҡуйҙылар, табиптар килеп тә урамай, сөнки һуң инде, тинеләр. Үлеремде көтөп ятам, шул саҡ өләсәйемдең "Бер ниндәй доға белмәһәң, Лә-иләһә-иллалаһ - Мөхәммәд-Расүлуллаһ тип ҡабатлаһаң да, ярай", тигәне иҫкә төштө. Шунан һуң көнө-төнө шуны ҡабатланым да ҡабатланым. Ике ай самаһынан һуң тикшерелергә барғайным - шеш юҡҡа сыҡҡан тинеләр, табиптар үҙҙәре лә аптыраны..." Шунан һуң намаҙға баҫтым, тине был апай. Әлеге осрашыуҙа ейәне матур итеп яттан доғалар һөйләне.

Милли костюм көнөн булдырырға ла булышлыҡ иттегеҙ, шулай бит?

- Эйе, Хөкүмәткә яңы форматтағы сара үткәреү тәҡдиме менән сыҡҡайныҡ. Тәүҙә аңламанылар, ҡабул итмәнеләр, хат кире районға әйләнеп ҡайтты. Унан, бәхеткә күрә, Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина иғтибар итеп, ниндәй шәп идея тип, Халыҡтар ассамблеяһы менән бергә Учалыла фәнни-ғәмәли конференция, шунан костюмдар парады үткәрҙек. БДУ-ның үҙебеҙҙәге Учалы филиалы студенттарын да милли кейем кейергә өгөтләнек. Хәлле генә талибәбеҙ 200 меңлек традицион костюм тектерҙе, ул Парижда күргәҙмәлә лә булып ҡайтты. Әле лә Учалыла беҙҙең филиалдың уҡытыусыһы (хәҙер филиал ябылды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы) Азат Салауат улы Ғарипов ағинәйҙәр менән бергә милли башҡорт кейемен тергеҙеүҙе дауам итә.

Тағы ниндәй проекттарығыҙ булды?

- "Урал батыр" эпосын, ундағы яҡшылыҡҡа өндәгән һүҙҙәрҙе бар донъя башҡорттары доға һымаҡ уҡыһын ине, тигән теләгебеҙҙе лә бер проектҡа һалғайныҡ. Бик глобаль ғына акция килеп сыҡты. Иң беренсе булып видеоһын Израилдән Рәүил Садиҡов ебәрҙе. Аҙаҡтан уның менән бәйләнешкә инеп, эпосты тәржемә итеү эшенә лә тотоноуға булышлыҡ иттек, шикелле. Әйткәндәй, ул башҡорт ихтилалы тураһында "Ҡара юрға" романын яҙып, Санкт-Петербургта, Польшала баҫтырҙы. Ә үҙебеҙҙең республикала баҫтырып сығара алмай. Яҡшы кимәлдәге, уҡымлы художестволы әҫәр. Ярҙам итергә ине уға...
Шулай уҡ видеоматериалдар Ханты-Мансиҙан, Чита, башҡа ҡалаларҙан килде. Саралар Өфөлә, Учалы районында бар мәктәптәрҙә акция-эстафета рәүешендә һәм ҡала майҙанында үтте. Эпостан өҙөктө Ирәмәлдә, Иҙел башында ла, Европа һәм Азия ҡушылған сиктә - Яйыҡ йылғаһы буйында, ер аҫтында ла (шахтерҙар) уҡынылар. Йәнбикә һәм Йәнбирҙе йылғалары ҡушылған ерҙә Наил Ирмикимов менән Урал Яппаров таш ҡуйҙы.
Офтальмолог Эрнст Рифғәт улы Мулдашевҡа "Урал батыр һеҙ китаптарығыҙҙа яҙған атланттар менән бәйле түгелме?", тип хат яҙғайныҡ. Профессор ҡыҙыҡһынды, тип, ярҙамсыһы шылтыратты. Аҙаҡ Мулдашев Шүлгәнташҡа, Йылҡысыҡҡан күленә, Ахун менгирҙарына сәфәр ҡылды. "АиФ" гәзите биттәрендә эпос тураһында мәҡәләләр баҫылды, хәҙер доктор "Урал батыр" буйынса китап өҫтөндә эшләй.
Мифологик аңыбыҙҙа бөгөнгәсә Урал батыр культы һаҡланыуы, беҙҙең көндәргәсә эпостың атамаһы шәхси исем булараҡ та йәшәүе - был факттар бындай кешенең реаль булыу мөмкинлеген фән күҙлегенән дә инҡар итмәй. Беҙ әле һаман "Урал батыр" эпосының әһәмиәтен тулыһынса аңлап етмәйбеҙ. Халҡыбыҙ бөйөк эпосын ғына ижад итеп, башҡорт атын, балын, ҡурайын да уйлап сығармайынса, үҙен мәңгеләштерер ине. Илаһи сығанағыбыҙҙы милли идея, идеология кимәленә күтәрһәк, беҙ үҙебеҙҙе (иң ҡыҙығы башҡаларҙы ла) халыҡ һәм дәүләт булараҡ һаҡлай аласаҡбыҙ. Унда бар кешелек өсөн дә әһәмиәтле тәрән гуманистик фәлсәфә ята. Ата-бабаларыбыҙ Урал батыр васыятына тоғро булған, шуға ла халҡын, ерҙәрен һаҡлай алған. Ғөмүмән, фольклорыбыҙҙы пропагандаларға кәрәк! Киләсәктә ошо рухи байлыҡ, белем беҙҙең йәшәү сығанағына әйләнәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандың ер өҫтө һәм аҫты байлыҡтарынан беҙгә артыҡ файҙа юҡ, "эт менән ҡош кинәнә"...
Учалы ҡалаһында балалар ижады йортонда уҡсылар түңәрәген астыҡ. Был һөнәр беҙҙең яҡтың брендына әйләнде. Районда 100-ҙән ашыу уҡсы бар. Ҡайһы берәүҙәр быны милләт мәнфәғәттәренән йырағайтыусы шау-шоу ғына тип ҡарай, ләкин милли үҙаң шул уҡ боронғо кейемгә, уҡ-һаҙаҡҡа ҡыҙыҡһыныу аша ла уяна.

Ә килеп сыҡмағандары, тормошҡа ашмағандары булдымы проекттарығыҙҙың?

- Әлбиттә, унһыҙ булмайҙыр. БДУ-ның Учалы вәкиллеген һаҡлап ҡала алманыҡ. 500-ҙән ашыу белгес уҡытып сығарҙыҡ, күбеһе ҡалала, районда ҡалды, ә бит был - беҙҙең киләсәк. Мөнир Иҡсанов, Лидия Таңатова, Альбина Шәмсетдинова, Альбина Ғәлиева кеүек талантлы студенттар уҡыны...
Төбәктә ҡоролтай рәйесе булып эшләгәндә балалар баҡсаларында формаль булмаған, ысын мәғәнәһендәге башҡорт төркөмдәре ойоштороу идеяһы менән янғайныҡ, уны ла тормошҡа ашырып булманы. Ҡала телестудияһында үҫмерҙәр өсөн башҡортса тапшырыуҙар индереп өлгөрөлмәне (бар нәмә әҙер ине). Учалы ҡалаһында Урал батырға, ике талантлы скульптор - Хәйҙәр ағай Ғариповтың һәм Фәнил Мөслимовтың шәп проекттары була тороп, һәйкәл ҡуйып булманы. Спонсорҙар ҙа бар ине.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең республика ҡалаларының, баш ҡалабыҙҙың да милли йөҙө юҡ. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле булмаһа, Башҡортостан икәне һиҙелмәҫ тә ине. Ошо яҡтан беҙ Фольклориадаға бөтөнләй әҙер түгелбеҙ һымаҡ. Мин скульптор булһам, парктарҙа, майҙандарҙа ҙур-ҙур матур таш өйөмдәре яһар инем, таштарҙа эпостарҙан, боронғо йырҙарҙан бер юлы бер нисә телдә "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ", "Һис бирмәгән башҡорт Уралын" кеүек өҙөктәр яҙҙырыр инем. Башҡорт мәҙәниәтендә бындай традиция булған, нимә-нимә, таш беҙҙә әлегә бар. Быға ҙур символик мәғәнә лә һалырға булыр ине: беҙ, халыҡ булараҡ, был ерҙәргә таш булып һеңгәнбеҙ...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.21 | Ҡаралған: 698

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru