Иләүгә таяҡ тығып болғаусылар табылып ҡына тора, әйтәгүр. Бөгөнгө хафалы, мәшәҡәтле заманда ла хатта. Бәғзе берәү өсөн, күрәһең, бер ни ҙә үҙгәрмәне: донъяла ла, аң кимәлендә лә. Үтеп киткән ғибрәтле йыл эсендә ысын ҡиммәттең ни икәнен барыбер аңлап етмәне ундайҙар: бар көстәрен, ә, бәлки, яһиллыҡтарын пиар, ялған дан, исем, еңел аҡса өсөн сарыфлап маташалар.
Кем тураһында һүҙме? Күп инде ундайҙар. Бысраҡ юл менән үҙенән "көн геройы" яһап, үҙен "рәссам" тигән юғары исем менән атарға баҙнат иткән әлеге янъялсы А. Савельева, мәҫәлән. Бәйләнештәге комменттарҙа хаҡлы әйтелеүенсә, уның ҡылыҡтарына иғтибар итмәҫкә лә булыр ине, әлбиттә. Ләкин бындай хәлгә битараф ҡалыу дөрөҫ булмаҫ, былай ҙа елкәгә менеп киләләр, ә артабан да өндәшмәһәң, башыңа менеп нужаһын атҡарыр ундайҙар. Киреһенсә, мәлендә урынына ҡуйырға кәрәк уларҙы. Өндәшмәй ҡалырлыҡ булһа, ҡырылмаһа ҡырҡ эше ярылып ятҡан республика Башлығы Радий Хәбиров та илтифат бирмәҫ ине уға. Ысынлап та, милләт-ара тыныслыҡ хәүефенә янаған был "рәссам" ишаратының тап урынына күрһәтте етәксе: "хайуандарса ҡыланыш" тип атаны был хәлде. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, әйтерең бармы!
Өндәшмәй ҡалыу - бындай башбаштаҡлыҡ менән ризалашыуға тиң булыр ине. Ә бит был "рәссам" ишаратын ҡайнар яҡлаусылар ҙа табылды. Күрәһең, Башҡортостан ерендә ирәйеп йәшәп тә, ашаған табаҡтарына төкөрөп ятыусы әҙәмдәр улар. Ярай ҙа, интернет сығанаҡтарҙа ғына яҙышып, бәхәсләшеп кенә ҡалһалар. Улар бит "сәнғәтте уларса күрмәгән һәм аңламаған" оппоненттарҙы наҙанлыҡта, иҫкелектә ғәйепләп, карикатураға торошло әлеге һүрәттәрҙә "сәнғәткә үҙенсәлекле мөнәсәбәт" күрергә көсәнә. Үҙен индәйҙер Өфө бренды директоры тип таныштырған берәү хатта был хаҡта "БизнесFM-Уфа" каналына төкөрөк сәсеп интервью биреп ташланы. "Бренд, тип бер үк нәмәне тылҡый торғас, беҙ хәҙер балдан да туйҙыҡ, бер кем кеймәгән милли кейемдәрҙән, символдарҙан да ялҡтыҡ, - тине ул һәм әлеге ярым-яланғас башҡорттар һүрәте менән биҙәлгән "а-ля Аленаса" футболкалар сығарырға тәҡдим итте. Тимәк, заманса бренд, улар фекеренсә, яланғас тән булып сығамы инде? Ихтимал, был әфәнде лә башҡорттар ярҙамында үҙенә пиар эшләргә теләйҙер. Урынлы һорау тыуа: Башҡортостандың баш ҡалаһы данын, исемен күтәрергә тейешле яуаплы вазифаны башҡарыу был кешегә төҫмө? Әхлаҡ һәм сәйәси кимәле самалы кешеләр артабан да тыныслыҡты боҙоусы емергес шөғөлдәрен дауам итергә хаҡлымы? Бренд булдырыу - ул һәр йәһәттән белемле, юғары мәҙәниле, талантлы, бөтөн милләт халыҡтарына ла тиң һәм ғәҙел ҡарашлы, уларҙың психологияһын, рухи ҡиммәттәрен, этник мәҙәниәтен, тарихын яҡшы белгән кешеләр эше түгелме ни? Һәр хәлдә, Өфө бренды тиклем яуаплы өлкә директоры күрергә, хәбәрҙар булырға тейеш ине: башҡорт милли мәҙәниәте, шул иҫәптән, боронғо халыҡ кейемдәре икенсе йәшлеген кисерә, әүҙем тергеҙелә. Ошо стилдәге костюмды Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы ла тектереп кейҙе хатта һәм был уға ифрат килешә. Башҡа ир-егеттәребеҙҙең дә яратҡан кейем стиленә әүерелде ул.
Ә йыл һайын Өфө урамдарын тар итеп, милли кейем байрамдары үтеүе хаҡында ла бер ни белмәйме ни баяғы әфәнде? Ул ялҡҡандыр ҙа, бәлки, был уның бәләһе, ләкин башҡорт милли кейемдәре - халҡыбыҙҙың асылы, ғорурлығы, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, һәм уны мыҫҡыллау, уның менән кемеһе нисек теләгәнсә ҡыланыу - ғәфү иткеһеҙ хәл, сөнки был халҡыбыҙҙың битенән алыу, тотош халыҡты мыҫҡыллау. Художество кимәлен бил тиңенән аҫтараҡ итеп күргән Савельеваның, һүрәт үк булып етлекмәһә лә, урта ҡул зауыҡһыҙ был карикатураларынан һәм уның эйәрсәндәре әйткәндәрҙән сәләмәт булмаған сәйәсәт еҫе аңҡый түгелме? Етмәһә, ике һүҙҙе бәйләп һөйләй алмаған, юҡ ерҙән бар булған был "рәссам" ишараты үҙенең UTV каналына интервьюһында киләсәктә Салауат Юлаев темаһы буйынса эшләргә йыйыныуын белдерҙе. Гонаһ шомлоғо! Был иҫәрлеккә лә юл ҡуйылырмы икән ни?
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА