Шул саҡ Сараның телефоны шылтыраны. Дисплейҙа улының исеме сыҡты. Ҡалай мәлһеҙ! Күрәһең, Ирек әсәһен эҙләй. Ул бер нәмә лә уйлап өлгөрмәне, Риана иптәшенең ҡулынан телефонын шарт тартып алды һәм күкрәк тауышы менән:
- Юҡ-юҡ, ярҙам кәрәкмәй, шул позицияла ҡалығыҙ! Конец! - тип һүндерә һалды.
Сара шул ике арала Аликтың телефонын аса һалып, улының фотоларын юйҙырҙы. Ҡыҙҙыҡында ундай-бындай шикле һүрәттәр күренмәне.
- Ҡайҙа кисә алған әйберҙәрегеҙ? - Риана ҡыҙға ҡарап аҡырҙы. - Тағы ниндәй телефондар бар, сығар! - Үҙе ҡулын кобураһы тирәһендә йөрөтөп алды. Рената тиҙ генә диван аҫтынан бер нисә гаджет һалынған ҡумта сығарҙы. Сара улының телефонын танып, шундуҡ эләктерҙе һәм төргәккә күрһәтеп, Ренатаға өндәште:
- Бына ошо нәмә башыңды ашаясаҡ. Әллә төрмә тормошо нығыраҡ оҡшаймы?
- Мин... Мин түгел. Быны бит... - Ҡыҙ Аликҡа ҡараны.
- Яп ауыҙыңды, кәнтәй, - тип ыҫылданы Алик. - Мин кемдәр менән һөйләшәм әлеге мәлдә?
- Өлкән сержант Риана Ҡарасова үткәрә операцияны! - тине Риана.
- Ғәйебегеҙҙе танып, үҙегеҙ бараһығыҙмы, әллә беҙҙең һаҡ аҫтында барыу нығыраҡ оҡшаймы? - тине Сара. - Аҫта өс экипаж көтә.
- Һин алйот арҡаһында мин бәләгә тарыным! Һин ҡоторттоң, ҡәбәхәт! - тип ҡысҡырҙы Рената Аликҡа.
- Рената, һинең әле башың йәш. Төрмәгә бер барып эләкһәң, анһат ҡотолоу юҡ. Беҙ үҙебеҙ ҡатын-ҡыҙ булараҡ, һинең хәлеңә инәбеҙ. Аңланыңмы нимә әйтергә теләгәнде? Сейфтан алған нәмәләрҙе кире алып барып һалаһың, йәки эш судҡа китә. Әле хужалар йорттарына төшкәндәрен белмәйҙәр, ләкин бер сәғәттән мәғлүм буласаҡ. Был, бөтәһенән элек, һине бәләнән йолоп ҡалыу өсөн эшләнә. Рената-а-а... - Сара үҙенең телефонына күрһәтте. - Бөтәһе лә яҙылды. Был һуңғы иҫкәртеү.
Ҡатындар гаджеттар һалынға йәшникте үҙҙәре менән алдылар ҙа, ишекте шарт ябып сығып киттеләр. Тулҡынланыуҙан йөрәге дарҫлап типкән, тыны ҡыҫылған Сара машинаға нисек барып ултырғанын да хәтерләмәй. Ярай эргәһендә туҡтауһыҙ таҡылдаған Риана булды. Ошо талымһыҙ, әрһеҙ күршеһенән тыш, спектаклде уңышлы уйнап булмаҫ ине. Салонға инеп ултырғас, ул Риананы ҡосаҡлап алды.
- Рәхмәт, Риана, бер үҙем булдыра алмаҫ инем.
- Тағы саҡыр! Запаста бита ята әле!
- Юҡ-юҡ, бындай хәлгә тарыуҙан Аллам һаҡлаһын!
Риана һаһылдап көлөп ебәрҙе, шунан ҡапыл етдиләнде.
- Сара, дөрөҫөн әйт, минең һиңә бурысым бармы-юҡмы?
- Юҡ, ҡәҙерле Риана! Артығы менән түләнең, - шулай тине лә Сара ҡысҡырып илап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Уй-уй, туҡта! Ҡурҡытма мине! Аңлайым хәлеңде Сараҡайым! Әсәләр бала хаҡына ниндәй генә утҡа инмәй. Һыпырттыҡ был тирәнән!
Уртын сәйнәп тәҙрә төбөндә баҫып торған Алик бер заман ҡапыл артҡа тайшанды.
- Улар аферистар! - тип ҡысҡырҙы Ренатаға. - Ана, һары "Лада"! Үтеп киткән булдылар! Һары серек арба! Күрҙеңме! Был бит теге аңра малайҙың хәйләһе! Уның емерек машинаһы! О-о-о-о! Вот, беҙҙе ышандырҙылар! Кемде-кемде, мине төп башына ултырттылар, - тип үҙенең маңлайына шап иттереп һуҡты. - Тимәк, биҙәүестәрҙе кире алып бармайбыҙ!
- Һин әҙәм аҡтығы! - тип ҡысҡырҙы Рената нәфрәтенә быуылып. - Минең башты төрмәлә серетмәксеһеңме? Юғал күҙ алдымдан, ҡәбәхәт. Кем генә булмаһындар, улар бөтөн һөйләшеүҙе яҙып алдылар. Бәлки, видеоға ла төшөргәндәрҙер. Юғал, тием күҙ алдымдан!
- Һин нимә, Рената! Улар үҙҙәренә кәрәк нәмәне алып ҡастылар!
Төйөнсөктө баш осонда һелккән Рената аҡыра башланы:
- Шакал! Хәшәрәт! Эҙең булмаһын был тирәлә! Етлекмәй тыуған! - Шунан ишекте тибеп асты. - Юҡ бул!
Алик һүгенә-һүгенә аяғына кроссовкаһын ҡатты:
- Мин бөтәгеҙҙән дә үс аласаҡмын, кәнтәйҙәр! Ә һин берәүгә лә кәрәкмәгән нишана, ғәрип! - Ренатаны һелтәй һуҡты ла, сығып китте.
Был юлы Сара улы Иректе Силәбегә тыныс күңел менән оҙатты. Әле алған һабағын улы ғүмере буйы иҫендә тотасағын әсә белә.
Смена алмашына, инде ирҙе ҡаршы алырға әҙерләнергә кәрәк. Рауил был юлы шылтыратҡанында: "Юл ыңғайында Силәбегә һуғылам. Иректе күрәм, бергә торған иптәштәре менән дә танышырмын", - тине. Дөрөҫ эшләй, ата кеше улы менән йышыраҡ күрешергә тейеш. Ә ике көндән улы шылтыратты.
- Әсәй, һөйөнсө!
Сара һағая төштө:
- Һөйөнсөгә бер самауыр сәй, тиҙәр ине, боронғолар.
- Атайым менән автосалонда йөрөйбөҙ.
- Автосалонда? - тип ҡабатлап һораны әсә.
- Эйе, дөрөҫ ишетәһең, әсәй! Атайым һиңә сюрприз яһамаҡсы ине, но мин әйтмәй түҙмәнем. Шәп япон машинаһы менән ҡайтып төшмәксебеҙ, "Тойота"ны һайланыҡ. Әле атайым документтарын тултыра. Беҙҙе алда Силәбе-Өфө маршруты көтә.
Сара улы менән ҡуша балаларса ҡыуанды. Бына, ниһайәт, улар ҙа яңы машиналы буласаҡ. Шундай шәп яңылыҡ менән нисек уртаҡлашмай түҙәһең, ти инде? Ул Ләлә һеңлеһенә хәбәр итте. Трубкаһын һалырға өлгөрмәне, тегенең өлкән улы Сөләймән шылтыратырға тотондо.
- Сара инәй, ә иҫке машинағыҙҙы ҡайҙа итәһегеҙ?
- Теләһәң, һиңә бирербеҙ, - тип көлдө Сара.
- Теләйем! Мин уны үҙебеҙҙең Шамунға апҡайтам.
- Һин бит йөрөтә белмәйһең, нисек алып ҡайтаһың?
- Апарышырһығыҙ!
Бына көткән көн дә килеп етте, ире менән улы бергәләшеп ҡайтыр юлға сыҡҡандар. Сара йүгереп йөрөп Рауилы яратҡан һалмалы аш әҙерләне, улы яратҡан гөбәҙиәне бешерҙе. Инде магазинға барып, тәмләткестәр генә алаһы ҡалды. Көйләй-көйләй фатирҙан сығып, баҫҡыс буйлап төшә башлағайны, аҫта ла көйләгән тауыш ишетелде. Сара көлөмһөрәне: "Ҡыҙыҡ, тағы ла кемдеңдер өйөндә байрам". Ә өҫкә күтәрелеүсе Риана ине. Ул ҙур ғына гөлләмә тотоп алған.
- Минең тыуған көнөм, Сара! Әле эштән ҡайтып киләм. Тыуған көн хөрмәтенә минең эш көнөн ҡыҫҡарттылар!
- Ҡотлайым! - Сара күршеһен ҡосаҡланы ла, ирекһеҙҙән, үҙе шундуҡ артҡа тайшанды. Эштең нимәлә икәнен һиҙҙе Риана:
- Эстек, ну күп түгел! Шулай ныҡ борлайыммы ни?
- Ярай, мин ашығам. Инеп ҡотлармын үҙеңде аҙаҡ.
- Дуҫҡайым! - Риана уның беләгенән тотоп алды.
- Нимә булды?
Риананың ауыҙы йырылды
- Нияз шылтыратып ҡотланы. Ул Алексеевкала әсәһендә ине бит. Ауырып ята икән. Кил, тине. Алып барып ҡуй мине, Сара. Юҡ, тимә! Һылтау эҙләмә.
Риана, бер тотам да ҡалмай, Сараға эйәреп сыҡты. Хәҙер бер бәйләнһә, унан ҡотолоу юҡ. Әллә алып барып ҡуйырғамы, юл асыҡ булһа, бер егерме минут ваҡытын ғына сарыф итер.
- Еҫ сыға тиһәң, мин ауыҙымды ҡаплап ултырырмын. Юҡ, артҡа ултырам, тик алып бар, - тине Риана.
"Лада"ның ишеген асыу менән, Риана вәғәҙә иткәненсә, артҡы яҡҡа инеп ҡунаҡланы. Сара инде үҙе ултырам тигән саҡта ғына эргәләренә жыйт итеп "Рено-Логан" килеп туҡтаны. Унан кемуҙарҙан һеңлеһе, кейәүе, балалары атылып килеп сыҡтылар.
- Сюрприз!
Ысынлап та, сюрприз, киләбеҙ, тип хәбәр итмәгәйнеләр. Сара туғандарын алмаш-тилмәш ҡосаҡланы, салон эсендә ултырған Рианаға өндәште.
- Риана, ғәфү ит! Туғандарымды ҡалдырып китә алмайым! Такси тот, йәме.
Ире Нияз менән телефондан баш ҡаға-ҡаға һөйләшеп ултырған Риана Сара әйткәндәрҙе ишетмәне:
- Нияз, йәнем. Урыныңдан ҡуҙғалма, тыныс ҡына ят. Юҡ-юҡ, үҙем барып алып ҡайтам. Хәҙер Сара менән килеп етәбеҙ. Көт, йәнем! Эйе-эйе, Сара менән!
Сара Риананың баш ҡаҡҡанын күреп, үҙенең үтенесенә риза, тип уйлап, иркен һулап, туғандарын өй яғына әйҙәне. Сөләймән генә ҡарышты, "Лада"ға күрһәтеп:
- Минең автомобиль бында, - тине.
- Сәй эсерәм, аҙ ғына сабыр ит! Нишләп саҡ ҡына сыҙамлығың юҡ? - тине Сара.
- Хәҙер, инәй! Сәй ҡайнағансы үк инәм!
Риана "Лада"ның эргәһенә килеп баҫҡан Сөләймәндән һораны:
- Сара инәйең нимә тине? Ҡасан сыға?
- Сәй эсерәм дә сығам, биш минуттан, тине.
Риана ризаһыҙ ғына баш сайҡаны, шулай ҙа көтмәй хәл юҡ, ултыра торғас, ул ойоғанын да һиҙмәй ҡалды һәм иркенләп артҡа һуҙылып ятты.
Туғандар менән өйҙә шау-гөр килеп сәй эсеп ултырғанда Сараға Рауил шылтыратты. Аталы уллы, баҡтиһәң, Өфөгә ҡайтып төшөү менән туп-тура автомобилдәрен иҫәпкә ҡуйырға инспекция бүлексәһенә киткәндәр икән.
- Улай булғас, сауҙа үҙәгенә барып киләйем, өлгөрһәм, мин дә тура инспекцияға барырмын, - тине кейәү.
- Кейәү, улайһа, мин дә һинең менән, бүлексәгә барып, ҡәҙерлеләремә сюрприз эшләйем әле. Ләлә һылыу, һин аш-һыуҙы ҡараштыр, - тип Сара сумкаһын күтәреп алды. - Сөләймән улым, минең... әй әттәгенәһе, һинең машинаң бикләнмәгән. Бикләрһең,- тип асҡысҡа күрһәтте һәм урамға сығып, кейәүенә ултырып, сауҙа үҙәгенә юлландылар.
Бирәм тигән ҡолона - сығарып ҡуйған юлына, тиҙәрме әле? Әгәр ҙә шулай тип әйтергә яраһа, Алик өсөн был көн бик уңышлы булды. Бәлки, осраҡлы, бәлки, осраҡлы ла түгелдер, Ирек йәшәгән йорт эргәһенән үткәндә, ҡатып ҡалды. Эйе, ҡасандыр уны тишек кәмәгә ултыртҡан егет йоратынан нисек үс алырға белмәй йонсой ине, һәм бына иҫке һары "Лада" ҡул һуҙыр ерҙә ултыра. Егет күҙен оҙаҡ ваҡыт иҫке машинанан ала алманы. Нимә эшләргә, тәҙрәһен булһа ла ватып китергәме әллә? Әҙерәк үс ҡаныр. Шулай ҙа абай булыу кәрәк, хужалары ҡай тирәлә һәм автомобилде ҡарауыллаусы юҡмы? Алик тирә-йүнде байҡаштырҙы. Һис ниндәй әҙәм заты күренмәй. Бына бер малай ғына подъездан сыҡты, ҡыйыу атлап, "Лада"ға инеп ултырҙы. Бүтән берәү ҙә күҙгә салынманы. Малай руль артында туйғансы уйнағас, сығып, машина ишеген бикләне. Тимәк, был иҫке автомобилдә берәүҙең дә эше юҡ. Бик яҡшы! Алик подъезға етеп килгән баланың эргәһенән бәреп тигәндәй үтеп китте. Малай ергә ҡоланым тигәндә генә, артына әйләнә һалып, тегене тотоп өлгөрҙө.
- Тирә-йүнде абайлап йөрөргә кәрәк, еүеш морон! - тине һәм ары атлап китте. "Үҙе килеп бәрелде лә, мине ғәйепле итмәксе", - Сөләймән ҡолғаға аптырап ҡарап торҙо ла, асыу менән ҡул һелтәп, подъезға инеп китте.
Малайҙың кеҫәһенән автомобиль асҡысын эләктергән Алик өй мөйөшөнә боҫто, "еүеш морон" күҙҙән юғалыу менән, машинаға табан атланы. Ишеген йәһәт кенә асып, тоҡандырҙы һәм, ай күрҙе - ҡояш алды, ҡуҙғалып та китте. Хәленән килгәнсә иҫке машинаны ҡыуҙы ғына - нисек тә был тирәнән тиҙерәк эҙ юйырға!
Артҡы ултырғыста ятҡан Риана машина ҡаты итеп һиңкегәндән уянып китте. Һөйөклө ире менән күрешергә китеп барыуы шундуҡ иҫенә төштө. Сараның "Лада"ны тегеләй-былай болғап алып барыуына аптырап, ятҡан еренән тороп ултырҙы һәм үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Йөрөтмән... Эйе-эйе, был оҙон егетте ул ҡайҙа күрһә лә таный! Риана оҙаҡ уйлап торманы, бар көсө менән тырнаҡтарын Аликтың битенә батырҙы.
- Сволочь! Ҡайҙа урлап алып китеп бараһың мине?
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА