«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙСЫ
+  - 


Ҡаҙан ҡалаһының мең йыллығы айҡанлы нәшер ителгән "Татарстан - халыҡ рухы" китабында ғөрөф-ғәҙәттәр бүлеге мәшһүр ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡурайҙа уйнап төшкән фотоһы (башҡорт милли кейемендә түгел, ябай кейемдә төшкән) менән асыла (һүрәттә). Бирелеп уйнай ҡурайсы, бөтөн ҡиәфәтенән рух бөркөлә, китаптың исемендәге рух һүҙен ҡеүәтләрҙәй иң рухлы фотоһүрәт, бәлки, ошолор ҙа. Һүрәте бар, исеме яҙылмаған. Татар, рус, инглиз телдәрендә сыҡҡан был матур, күҙҙең яуын алып торған баҫманы ҡараған халыҡтың күбеһе, әлбиттә, 1984 йылда 56 ғына йәшендә ғүмере фажиғәле өҙөлгән мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовты белмәй (милли кейемдә төшмәгәс, милләте лә күренмәй), фотола татар халҡының "ғөрөф-ғәҙәттәр"ен, дөрөҫөрәге Татарстан халҡының рухын кәүҙәләндереүсе "символ"ды күрә.

Бына шулай, "күршеләр" ҡурайыбыҙҙы ғына түгел, бөйөк ҡурайсыны үҙләштереүҙән дә тартынмай. Был күренештең икенсе яғы ла бар бит әле: Ҡаҙандың мең йыллығына арналған "Татарстан халыҡ рухы" китабында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың фотоһының баҫылыуы, асылда, Ҡаҙан тарихында ҡурайсы булмауын таныу ҙа бит ул. Ә инде күптән яҡты донъянан киткән мәшһүр ҡурайсының фотоһүрәтен үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланыуға ҡарата башҡортса һүҙ табыу ҡыйын хатта...
Татар яҙыусыһы Мирсәй Әмириҙең "Ҡурай" тигән хикәйәһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған хәл нигеҙендә яҙылған: "...Траншеялар буйлап командирҙар блиндажына үтеп барыусы майор Әйүповтың аҙымдары ҡапыл әкренәйҙе. Ниндәйҙер моң ишетелеп ҡалғандай булды уның ҡолаҡтарына. Ниндәйҙер бик-бик таныш, йөрәк өҙгөс моң ине ул.
Майор урынынан ҡуҙғалды. Командирҙар блиндажына бармайынса, ҡурай тауышы килгән яҡҡа йүнәлде ул. Блиндаж эсендә ҡыҙылармеец менән бер сержант йәшел ҡамыш түшәлгән һике өҫтөндә уйға ҡалған. Улар ҡаршыһында башҡорт егете, ҡара ҡаштарын һикертә-һикертә, ярһып ҡурай тарта ине...
Майор килеп инеүгә, һуғышсылар аяғөҫтө баҫты, ҡурайсы туҡталды. Майор уларҙы тынысландырырға ашыҡты:
- Уйнағыҙ, уйна, туҡталмағыҙ, - тине ул ҡурайсыға.
Ләкин ҡурайсы уйнарға ҡабаланманы, оялып, ҡыҙарынып китте.
- Юҡ, иптәш майор, рәтле сыҡмай, беҙҙең яҡ ҡурайҙары юҡ шул бында. Айыу ҡурайынан ғына маташтырғайным. Ҡыҫҡа.
- Бик һәйбәт сыға. Ҡайһы яҡтыҡы үҙең?
- Башҡортостандан. Баймаҡ районы "Салауат" колхозыныҡы. Йылайыр һыуы буйынан...
- Исемең нисек?
- Йомағужа Маликов тиҙәр.
Блиндаж эсендәге өс кешенең береһе - үзбәк, икенсеһе рус ине. Эйе, ҡурай - башҡорт музыкаһы. Ә Башҡортостан - Совет иле. Башҡорт егете Украина өсөн дә, Украина егете Башҡортостан өсөн дә һуғыша. Икеһе лә тыуған ерҙәренән йыраҡта - Төньяҡ-Көнбайыш фронтында тороп илдәрен һаҡлай. Шуға күрә ҡурай башҡортҡа ла, русҡа ла, татарға ла, украинға ла берҙәй тәьҫир итә. Уларҙың барыһын да немецтан үс алырға саҡыра. Эйе бар һуғышсылар ҙа ишетһен уның саҡырыуын". Артабан Мирсәй Әмири Йомағужа Маликовтың, дивизия политбүлегенең үтенесе буйынса алюмин көпшәнән ҡурай яһап, оборонала ятыусы һуғышсыларҙы ҡурай уйнап рухландырғаны, танкыға ҡаршы ата торған мылтыҡ тотоп, дошмандың һөжүменә ҡаршы торғанда яраланыуы, шунда алюмин ҡурайын юғалтыуы, госпиталдә еҙ ҡурай яһап, яралыларҙың хәлен еңеләйтеүе тураһында яҙа. Хикәйә 1943 йылдың апрель айында яҙылған. Хикәйәләге майор Әйүпов Мирсәй Әмириҙең үҙе икәнен аңлауы ҡыйын түгел. Ә Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы егете, ҡурайсы Йомағужа Рәхимйән улы Маликов 1943 йылдың 17 декабрендә батырҙарса һәләк була... Бөйөк Ватан һуғышында Йылайыр районынан Ишҡәле Дилмөхәмәтов, Бөрйәндән Мөхәммәт Ҡәҙерғолов һ.б. ҡурайсы-яугирҙарҙың да командованиеның үтенесе буйынса алғы һыҙыҡта динамиктарҙан ҡурайҙа уйнағаны билдәле.
Ҡурай, беҙҙеңсә, тап Мирсәй Әмириҙең хикәйәһендәге мәғәнәлә, рухи юҫыҡта Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһында урын алды.
Татар халҡының шулай уҡ арҙаҡлы шәхестәренең береһе Гөлшат Зәйнәшеваның йыр юлдары күңелгә килә:
Һағынырмын Уралтау буйҙарын,
Тын кистәрен, ҡурай моңдарын.
Һағынырмын алһыу таң атҡанда
Яңғыраған башҡорт йырҙарын...
Башҡорт халҡына, ҡурай моңона ҡарата ни хәтле һөйөүгә мөлдөрәмә тулы һүҙҙәр! Шағирә нисек нескә тоя: Урал, ҡурай, башҡорт төшөнсәләре - айырылғыһыҙ!
Бөгөн Мирсәй Әмири, Гөлшат Зәйнәшева кеүек халыҡтар дуҫлығының ҡәҙерен белгән зыялыларҙың аҡыллы һүҙҙәре, бәлки, ике туғандаш халыҡтың араһына шына ҡағыуға булышлыҡ иткән ҡурай тирәһендәге ығы-зығыға кәртә ҡуйыр ине... Ҡурай сәнғәте - бөйөк сәнғәт, быуаттар буйы мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ күтәргән бейеклектән уны бер нисек тә түбән төшөрөү мөмкин түгел инде. Ҡурай фәҡәт башҡорт ерлегендә генә ҡурай булып ҡала ала. "Ерлек" тигән һүҙ үҙенә бик тәрән мәғәнә һыйҙыра. Ерлек - ул, иң беренсе, үҙен башҡорт тип белгән, тойған, йәғни, башҡорт рухлы халыҡтың булыуы. Ерлек - ул ҡан аша күсә килгән беҙҙең тарихи хәтеребеҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ. Ерлек - ул беҙҙең тарихыбыҙ, көйҙәребеҙ. Беҙ тарихи көйҙәребеҙҙе, йырҙарыбыҙҙы хәҙергегә килтереп еткергән ҡурайсыларыбыҙҙың исемдәрен беләбеҙ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми үҙенең "Урал" поэмаһында асылда башҡортлоҡто ҡурайға тиңләй:
Башҡортлоҡ - ул милләт кенә түгел,
Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.
Ерҙә әле рух бар - халыҡ рухы,
Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.
Ҡурайға ымһыныу сәбәпле ығы-зығы күтәреүселәр, асылда, кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәтте инҡар итә: ҡурайҙы башҡорттан, башҡортто ҡурайҙан айырып булмай. Ҡурай башҡорт ерлегенән айырылһа, биш тишекле һыбыҙғыға әйләнә, ә унда уйнаусы - һыбыҙғысы. Һыбыҙғысының хатта күкрәккә һалып та, өзләп тә уйнарға өйрәнеүе, башҡорт халыҡ көйҙәрен һуҙыуы ла мөмкин, әммә нисек кенә тырышмаһын, ҡурайсы була алмаҫ, сөнки, Назар Нәжми әйтмешләй, ерҙә әле рух бар - халыҡ рухы, ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.
Атай-олатайҙар ҡаны менән яҙылған башҡорт тарихын бөтә йөрәге менән тойоп, шул тарихты ҡурай теле менән һөйләй алыу ҡөҙрәтенә эйә шәхес кенә Ҡурайсы тигән оло дәрәжәгә лайыҡ була ала.

Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ.
(Мәҡәләнең тулы вариантын "Ағиҙел" журналының 2020 йылдың 1-се һанында уҡығыҙ).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.21 | Ҡаралған: 556

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru