14 февраль етер-етмәҫтән рәсәйҙәр, бигерәк тә йәштәр, Ғашиҡтар көнөн байрам итә, ҡотлаша башлай. Бер ҙә ҡаршылыҡ юҡ, әйҙә, ҡотлашһындар, ҡыуанһындар, ғашиҡ булышһындар, ләкин ни өсөн ете диңгеҙ, ете тау аръяғындағы изге Валентин билдәһе аҫтында? Католиктар байрамы ҡайһы арала башҡорт байрамына әйләнеп китте әле ул? Католиктар беҙҙең һабантуйҙың нимә икәнен дә белмәй, мәҫәлән.
Хәйер, изге Валентиндың да кем икәнен беҙҙәге байрам итеүселәрҙең күбеһе белмәй, моғайын. Беҙҙең үҙебеҙҙең тарихта бына тигән ғишыҡ йондоҙҙары - Таһир менән Зөһрә, Йософ һәм Зөләйха, Ләйлә менән Мәжнүн кеүек боронғо дастан һәм легендалар геройҙары бар. Ләкин улар хаҡында йәштәребеҙҙең күпмеһе генә белә икән? Филология факультеты студенттары белһә лә бик хуп. Ғөмүмән, йәштәребеҙ тормошона берауыҡтан бирле сит ил байрамдары һәм традициялары үтеп инә башлауы бер кемде лә борсомай. Урыҫ мәҡәлен ауҙарып әйткәндә, бала-саға ни менәндер булышһа, булышһын, тик мыжымаһын ғына. Эйе, әлеге Жириновскийҙың йәштәр өсөн фәхишә йорто асыу хаҡындағы аҡылһыҙ тәҡдиме тап ана шул маҡсатты күҙҙә тота ла инде: йәштәр әллә ни әүҙемләшеп китмәһен, енси һәм физиологик ихтыяждарын ҡандырыуҙан башҡаһы хаҡында уйланмаһын...
Байрамдар хаҡында һүҙҙе дауам итеп, һуңғы йылдарҙа беҙҙә бик популярлашып киткән тағы бер сит ил "ҡунағы" - Хэллоуинды йәштәребеҙ нисек билдәләй, күҙәткәнегеҙ бармы? Инглиз телле илдәрҙә был көн үлектәр йәне ергә ҡайта тип иҫәпләнә. Был байрамдың ҡот осорғос атрибутикалары, монстр, сихырсы, ен-шайтандар образына инеп кейенеп йөрөүҙәрен бөтөнләй ҡабул итеп булмай. Ә йәштәргә барыбер. Дөрөҫөрәге, улар байрам мәғәнәһе хаҡында уйлап та бирмәй, улар өсөн тышҡы эффект мөһим. Был даталар хәҙер уларҙы коммерция йәһәтенән көтөп алыусылар өсөн дә бик йәтеш: магазин кәштәләре беҙҙең менталитетҡа төптө ят тауарҙар, сувенирҙар, значок, открыткалар менән тулы. Шул уҡ ваҡытта ил хәтерендә бер быуат буйы йәшәп килгән Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө - 7 ноябрҙе нисек тиҙ һәм һиҙҙермәй генә юҡҡа сығарып ҡуйҙылар! Йәштәр иһә революция хаҡында ла, уның гениаль юлбашсыһы В.И. Ленин хаҡында ла бер ни белмәй. Ни генә тиһәң дә, совет осорондағы комсомол мәктәбенә еткән бер ниндәй ҙә тәрбиә системаһы юҡ бөгөнгә тиклем, һәм был үҙен торған һайын нығыраҡ һиҙҙерә. Рәсәй Президенты В.Путин ҡурсылаған "Сириус" мәғариф үҙәге менән ирекмәндәр хәрәкәте генә тәрбиәләй алмай бөтөн йәштәрҙе лә. Яңы заманда яңы идеалдар өсөн йәштәребеҙҙе күпләп ылыҡтырған берәй платформалы тәрбиә мәктәбе кәрәк, "Йәштәр партияһы", мәҫәлән. Ил парламентында улар үҙаллы фракция булып, тауыш биреү хоҡуғына эйә була алыр ине. Ә бындай партия ағзалары һүҙендә, ҡылығында хәҡиҡәт нығыраҡ сағылыр ине һымаҡ. Гәзит уҡыусылар ни уйлай икән ошо хаҡта?
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|