«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

РУХЛЫ ОСРАШЫУ
+  - 

Баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән "Шиғриәттә халҡым тарихы" тип аталған осрашыу үтте.

Был сара Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә иғлан ителгән "Тарих яҙыр инем ташына" тигән Республика әҙәби марафонын лайыҡлы ҡабул итеү булды. Осрашыуға марафондың кураторы, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Нурлан Рәшит улы Ғәниев һәм Киров районы мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары килде. Был гимназияла эшләгән уҡытыусылар ойошторған саралар һәр ваҡыт рух күтәренкелеге, телһөйәр, илһөйәр балаларҙың аһәңле сығыштары менән айырылып тора. Был юлы ла шулай булды. Уҡытыусылар аралашыу мөхитенә үҙенсәлекле йылылыҡ өҫтәһә, уҡыусыларҙың матур итеп шиғыр һөйләүе күңелдәргә май булып яғылды. Зөлфиә Ханнанова иһә үҙенең шиғриәтен яҡын иткән мәктәп коллективына ихлас рәхмәтен белдерҙе, үҙе лә шиғри күстәнәстәрен бүләк итеп, милләт тарихы, киләсәк быуынға ышаныс тураһында көслө фекерҙәрен еткерҙе. Уҡыусыларға ла, килгән ҡунаҡтар өсөн дә бик фәһемле бындай әҙәби осрашыуҙар гимназияла артабан да дауам итәсәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 718

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru