«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОКТЯБРЬ РЕВОЛЮЦИЯҺЫ УРАМЫ ИҪКЕ ӨФӨ ҮҘӘГЕ БУЛАСАҠ!
+  - 

Өфө - үҙенең йәйәүлеләр маршруты булмаған берҙән-бер миллионлы ҡала. "Иҫке Өфө - Башҡортостан мәҙәниәте тупланған урын. Октябрь революцияһы урамында ғына 40-тан ашыу мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан. Шуға ла ул халыҡты ылыҡтырыу урыны, тарихи үҙәкте үҫтереүҙең пилот проекты булырға тейеш", - ти Мәскәү урбанистика үҙәгенең проекттар етәксеһе Оксана Веселкова.

Ул хәбәр итеүенсә, Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында ике маршрут булдырыу ҡарала. Улар йәйәүлеләр өсөн ҙур һәм бәләкәй ҡулсанан торасаҡ. Мәғлүм булыуынса, был урамда мәҙәни мираҫ объекттары бик күп, әммә уларҙы бәйләп тороусы маршрут юҡ. Әлеге ваҡытта яҡынса концепция буйынса урам дүрт өлөшкә бүленгән. Уның тәүгеһенә университет һәм китапхана инә. Таштан төҙөлгән сауҙа биналары йәмәғәт функцияларын үҫтереү өсөн ҙур ҡеүәткә эйә. Өфө Кремле районында - Салауат Юлаев проспекты менән Ҡариҙел йылғаһының яр буйы араһындағы территория - күп функциялы биналар урыны. Шулай уҡ урбанистар ихаталарҙы ла заманлаштырырға тәҡдим итә, йәғни белем биреү учреждениелары эргәһендә улар - йәштәрсә, ә балалар учреждениелары эргәһе уйын майҙаны булырға тейеш.
Архитектор Павел Мазин реконструкция барышында бары тик мәҙәни мираҫты ғына тергеҙеүгә иғтибар биреүҙе дөрөҫ түгел, тип һанай. Туристик кластер булдырыу өсөн ҡаланың транспорт һәм башҡа инфраструктураһын да булдырырға кәрәк. Уның фекеренсә, Октябрь революцияһы урамы - боронғо төҙөлөштәр һаҡланып ҡалған һуңғы урам, проекттың тәү сираттағы бурысы - уны һаҡлап ҡалыу һәм быға дөрөҫ ҡараш булдырыу. "Һуңғы ваҡытта урамдағы объекттар менән эшләүҙең төрлө варианттары тәҡдим ителә: уларҙан һаҡлау статусын алыу эште һәм процедураларҙы ябайлаштырасаҡ. Был хәүефле, сөнки беҙ мәҙәни мираҫты юғалтасаҡбыҙ", - ти ул. Әлбиттә, тарихи үҙәктәге тергеҙеү эштәре дөйөм төҙөлөш эштәренә ҡарағанда ҡиммәткә төшәсәк. Әммә быны эшләргә кәрәк, сөнки ваҡыт ни тиклем оҙаҡҡараҡ һуҙыла, шул тиклем һуңға ҡалыуыбыҙ ихтимал.
Октябрь революцияһы урамындағы мәҙәни мираҫ исемлегендә торған йорттар тәү сиратта милекселәргә шундағы майҙан күләмендә торлаҡ итеп биреләсәк, һуңынан ул торлаҡ булмаған күсемһеҙ муниципаль милек статусына күсәсәк һәм инвесторҙарға тергеҙеү һәм яңыртыу шарты менән 1 һумға һатыласаҡ. Бөгөн инвесторҙар ҡуртымға алған объектты реконструкциялау өсөн сығым сығарғыһы килмәй, шуға шундай юл тәҡдим ителә. Реконструкцияға ете йыл ваҡыт бирелә. Эштәр реставрация проектына ярашлы башҡарылырға тейеш. Бер йортто реставрациялау өсөн кәмендә 50 миллион һум кәрәк.
Өфө ҡалаһының баш архитекторы Олег Байдин белдереүенсә, әлеге ваҡытта Октябрь революцияһы урамында бер генә лә, хатта статусы булмаған объекттар ҙа, емертелмәйәсәк, киреһенсә, уларҙың реестрға индерелеүе күҙаллана. Был 100-ҙән ашыу объекттың һаҡланып ҡаласағы тураһында һөйләй. Урамды реконструкциялау эштәре 2024 йылға тамамланырға тейеш.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 474

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru