«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУҘЫҢ СЕРЕН АСАМ ҺЕҘГӘ ЛӘ
+  - 

Байтаҡтан бирле "Киске Өфө"гәзитен алдырам. Ғаилә бюджеты наҡыҫ булыуға ҡарамаҫтан (үҙегеҙ шаһит: коммуналь хеҙмәттәргә түләү өлкәһендә генә ни ҡыланалар бит!), нисек тә аҡса арттырып, йылына ике тапҡыр яратып уҡыған баҫмама яҙыла алыуыма ҡыуанам.

Ә нисек арттыра аламмы? Был йәһәттән минең бәләкәй генә серем бар. Кемдәр бер нисек тә гәзит өсөн аҡса арттыра алмай, улар өсөн, бәлки, файҙалы кәңәш булыр, тейем. Фатирға ингәс тә, ғәҙәттә, ишек төбөндә кейем шкафы тора. Шуның асыҡ кәштәһендә элек стационар ҡала телефон аппараты ҡуҡырайып ултырыр ине. Уның кәрәге бөткәс, аппарат урынын балаларым бүләк иткән семәрле ҡумта - "Киске Өфө" копилкаһы биҙәй хәҙер. Тышына сағыу итеп шулай яҙып та ҡуйҙым әле. Хәҙер ул ҡумтаға күҙ һалмаған кеше юҡ: аталары эш хаҡы алып ҡайтамы, балалар ҡунаҡҡа киләме, дуҫ-иш, туғандар инеп сығамы, үҙем пенсия алып ҡыуанаммы - әлеге ҡумта тулылана бара, аҡмаһа ла тамып тора, ә тамсы ни эшләй - ҙур көскә эйә. Меҫкенкәй, ниндәй көнгә төшкән икән, тип төрттөрөргә ашыҡмағыҙ әле, дуҫтар. Ярлы йәшәһә лә рухи байлыҡҡа эйә булырға теләгәндәр өсөн үҙенә күрә хәлдән сығыу юлы был. Бай йәшәһәгеҙ ҙә ошолай эшләп ҡарағыҙ әле, ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Юғиһә бит, беләм, ҡайһы берәүҙәр гәзиткә яҙылыу өсөн тос ҡына кәшәлүгенән бер юлы 600-700-өн сығарып биргеһе килмәй бер ҙә, үҙем шаһит бындай осраҡтарға. Ә яйлап йыйылған ошо әҙме-күпме "болдо" ҡыуана-ҡыуана алып түләйһең, буштан килгән аҡса һымаҡ ҡына тойола ул, исмаһам, рәхәтен күрәйем, тиһең. Өҙөлөбөрәк киткәндә икмәк-һөтлөк тә артып ҡала әле ул. Шулай итеп, ярты йыл рәхәтләнеп гәзит уҡыйым.
"Киске Өфө"гә шул тиклем өйрәндем, почта йәшнигенә оҙағыраҡ һалмай торһалар, яҡын дуҫымды юҡһынып, борсолам, почта бүлексәһенә шылтырата башлайым. Баш ҡалабыҙ гәзите - "Киске Өфө" уҡыусыһы икәнемде унда ла яҡшы танытҡанмын, ғәфү үтенә-үтенә килтереп китәләр. Почтальоныбыҙ сер генә итеп әйтеүенсә, уның бер хеҙмәттәше минең гәзитте шунда, почтала уҡ уҡып сығырға һорап тора икән. Мин быға бер ҙә асыуланмайым, изгелеген күргәс, килтереп һалһаң, етә, тинем, тик теге гәзит яратыусы хеҙмәткәргә, минең ысул менән яҙылһын ул да, тип, сәләм дә әйтеп ебәрҙем.
Әйткәндәй, ысынлап та, был гәзитте бер уҡыған кеше уға башкөлләй ғашиҡ була ла ҡуя. Йөкмәткеле, көнүҙәк, шулай уҡ халҡыбыҙ рухиәтен сағылдырып, тарихи хәтеребеҙҙе тергеҙеп, башҡа бер ҡайҙа ла донъя күрмәгән һирәк мәғлүмәттәр баҫыла уның биттәрендә. Бына, мәҫәлән, һуңғы һандарҙың береһен (№ 5) генә алып ҡарайыҡ. Беҙ атаһы менән "Тарих һөйләйем" рубрикаһындағы "Баш ҡаланың милли рухиәт үҙәге" тигән күләмле генә яҙманы бик ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтыҡ һәм үҙебеҙ өсөн билдәһеҙ булған күп кенә мәғлүмәт алдыҡ. Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала Башҡорт гимназияһының 1973-1978 йылдарҙағы директоры Марат Хафизов (баҫмаға Сәрүәр Сурина әҙерләгән) 1970 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡала балаларын башҡорт телендә уҡыта башлаған тәүге мәктәптең асылыу тарихын, уға йән көстәре менән ҡаршы килеүсе партия обкомы, уның күрһәтмәһен һуҡырҙарса үтәп өйрәнгән ялағай райком хеҙмәткәрҙәре хаҡында йәшермәй асыҡтан-асыҡ бәйән итә. Ирем менән икебеҙ ҙә заманында баш ҡалабыҙҙың рухи-мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәргә тырышһаҡ та, М.Хафизов яҙған ул йылдарҙағы илем, телем тип йән атҡан күпселек илһөйәр шәхестәребеҙҙе яҡшы беләбеҙ тип уйлаһаҡ та, был мәҡәлә күп нәмәгә күҙҙәребеҙҙе асты. Шул шәхестәр иҫәбендәге ошо мәктәптең тәүге ябай ғына уҡытыусыларына, ысынлап та, ниндәй ҡыҫым шарттарында эшләргә тура килгән. Ана шул уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең дә исемлеге килтерелгән. Мәктәп асыу өсөн көрәшкән Рәми Ғарипов, Иҙел Агишев, Мөхәмәт Исҡужин, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиев, Диҡҡәт Бураҡаев, Шәрифйән Ишемов, Нияз Мәжитов, Булат Рафиҡов һәм башҡа бик күп зыялыларыбыҙ менән бер рәттән, ябай уҡытыусылар исеме лә тарихҡа ингән, уларҙың фиҙаҡәрлеген ил онотмай. Тик ана шул уҡытыусыларҙың фамилиялары ғына бирелгән. Уларҙы ла исемләп әйтеү кәрәк булғандыр, тип уйланым, сөнки бер үк фамилиялы кешеләр байтаҡ бит. Тере тарихыбыҙ шаһиттары һирәк ҡалып килә. 1960-1980 йылдарҙағы ҡатмарлы ошондай милли-мәҙәни осорҙағы хәлдәр тураһында иҫтәлектәр күберәк баҫылһа ине, тип теләйем. Дөйөм генә билдәле булып та, ҡайһы бер кире күренештәргә, кемдең кем икәнлегенә әлеге мәҡәләләге кеүек күҙҙәрҙе астырған, ҡатмарлы, ауыр шарттарҙа ҡыҫымға бирешмәйенсә маҡсатҡа ынтылышлы эшләгән ҡыйыу шәхестәребеҙ хаҡында тағы ла күберәк яҙылһын ине. Ошо өлкәлә "Киске Өфө"ләргә артабан да уңыштар теләйем, рәхмәт һеҙгә!

Фәриҙә ИШМУЛЛИНА,
хеҙмәт ветераны.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.21 | Ҡаралған: 428

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru