«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРТАҠ ТЕЛ ТАБЫРҒА!
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшө проблемалары буйынса даими эшләүсе координацион кәңәшмә үткәрҙе. Был юлы ул айырым нөктәләрҙәге төҙөлөш мәсьәләһен күтәрҙе һәм ундағы ауырлыҡтар тураһында асыҡтан-асыҡ белдерҙе.

"Бик йыш төҙөүсе ойошма шәхси секторҙа йәшәүселәрҙе күсерергә теләмәй, ә мәсьәләне еңел генә хәл итеп, өйҙәр араһына ҙур ҡатлы йорт ултыртып ҡуя. Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсалары, спорт майҙансыҡтары, ҡала халҡының яратҡан скверҙары юҡҡа сыға. Халыҡ менән кәңәшләшеп тә тормайҙар. Ошо ваҡыт эсендә Өфө ихаталарынан күпме хоккей ҡумталары, футбол майҙансыҡтары юҡҡа сыҡҡанын күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ә улар балаларға кәрәк. Һөҙөмтәлә беҙ тәҙрәләре бер-береһенә ҡарап торған күп ҡатлы йорттар кварталдарына эйә булабыҙ, ихаталар машиналар менән тула, улар халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, унда янғын һүндереү, тиҙ ярҙам машиналары үтеп инә лә алмай.
Бындай төҙөлөш алып барыусыларҙы халыҡтың фекере лә, улар яғынан булған ҡаршылыҡтар ҙа ҡыҙыҡһындырмай. Руставели урамы эргәһендәге йорт мәсьәләһенә урап ҡайтһаҡ, мин асыулы халыҡты күрҙем һәм уларҙы һуңғы сиккә еткергәндәрен аңланым. Халыҡты шул тиклем мыҫҡылларға ярамай. Әммә төҙөүселәргә был ҡурҡыныс түгел. Улар үҙҙәренсә эшләй, бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй икәненә инанғандар. Улар үҙҙәренең документтарын дөрөҫ тип иҫәпләй. Шуға күрә мин шундай рөхсәт биргән Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерәм. Һөҙөмтәлә беҙгә бик ауыр ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә, улар ике яҡлы. Бер яҡтан, төҙөүселәрҙең төҙөлөштө туҡтатыуын һорайбыҙ, әммә мин ундай вәкәләткә эйә түгел. Шота Руставели урамындағы төҙөлөштө туҡтатыуҙы һорайбыҙ, уның буйынса һаманғаса һуңғы ҡарар юҡ, әммә беҙ унда төҙөлөш алып барырға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Зорге урамындағы парк зонаһында ла төҙөлөштө туҡтатыуҙы һорайбыҙ. Яңыраҡ документтар буйынса иң күбе алты ҡатлы йорттар төҙөүгә рөхсәт алып, Армавир урамында 27 ҡатлы йорттар төҙөй башлауҙарын асыҡланыҡ. Былар - республикала булған проблемалы объекттарҙың бәләкәй генә өлөшө.
Төҙөлөш - бик мөһим, кәрәкле, социаль әһәмиәтле бизнес икәнен дә аңлайбыҙ, төҙөүселәргә ихтирам менән ҡарайбыҙ. Әммә мин Өфөләге төҙөлөштө суд, пропаганда һуғышына әйләндерергә теләмәҫ инем. Шуға күрә, беҙгә артабан ниндәй ғәмәлдәр башҡарырға икәнен уйларға кәрәк. Өфөгә билдәле ярҙам күрһәтеү һәм булған баҫымды тотоп тороу өсөн Ҡала төҙөлөшө советын булдырҙыҡ. Уның төҙөлөштө туҡтатырға ла, рөхсәт итергә лә вәкәләте юҡ. Ул бары тик халыҡтың да, ҡаланың да, төҙөлөш бизнесының да мәнфәғәтен иҫәпкә алған кәңәшмә органы.
Был мәсьәлә буйынса фекер алышырға кәрәк. Артабан да шулай дауам итеү мөмкин түгел. Башҡортостанда төҙөлөш эшмәкәрлеген яйға һалырға йүнәлтелгән тәҡдимдәребеҙҙә бер яңылыҡ та юҡ. Рәсәй Федерацияһының бик күп субъекты күптән бының менән шөғөлләнә. Күптән түгел республиканың Төҙөлөш министрлығы Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә Мәскәү өлкәһенә барҙы. Унда төҙөлөш күләме беҙҙекенән бер нисә тапҡырға артығыраҡ. Һәм һәр төҙөүсе ярамаған урынға бармаясағын яҡшы белә. Ә төҙөлөштө проектлағанда территорияның мәктәп, балалар баҡсаһы, поликлиника һәм башҡа социаль объекттарға ихтыяжы иҫәпкә алына.
Миңә Өфөлә төҙөлөш бизнесын алып барыу ни тиклем ауыр һәм уның килеме Мәскәү өлкәһенә ҡарағанда күпкә түбән булыуы тураһында бик күп әкиәт һөйләнеләр. Мин Мәскәү яны етәкселеге менән һөйләштем һәм хаҡтарҙы бергә сағыштырҙыҡ. Ҡайһы берҙә Өфөлә торлаҡ йорт төҙөү шундай уҡ объектты Подольскиҙа, Реутовола, Королевта төҙөүгә ҡарағанда килемлерәк".

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.21 | Ҡаралған: 389

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru